Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Байрам алды кәйефе нисек?
Рәмзә ЯМАЛОВ, Илеш районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе:
– Уҡытыусылар көнө – элек-электән иң яҡын байрамым. Тантана мәлдәре һәр саҡ хис-тойғоға бай була, ихлас күңелдән шатланаһың, күҙ йәш­тәрен күреп борсолаһың да... Уҡытыусыларҙың күңеле лә шундай саф, хас балаларҙыҡы кеүек бит.
5 октябрҙә күркәм йола буйынса педагогтарҙы район үҙәгендәге мәҙәниәт һарайына саҡырып тәбрикләйбеҙ. Уларҙы сағыу концерт, бүләктәр көтә. Ғөмүмән алғанда, ҡыуанырлыҡ ваҡиғалар күп. Шуларҙың иң мөһиме – балалар һанының артыуы. Уҡытыусы өсөн ошонан да ҙурыраҡ шатлыҡ бармы?

Илгиз БИКҠУЖИН, Ҡырмыҫҡалы районының Ҡамышлы ауыл хакимиәте башлығы:
– Мәктәп менән ауылдың яҙмышы бер-береһенә тығыҙ бәйле. Белем усағы төйәкте нурлап, яҡ­тыр­тып торһон өсөн тәү сиратта урындағы иҡтисадты үҫтереү кәрәклеге тураһында һуңғы йылдарҙа күп әйтелә. Ошо маҡсатта беҙҙең районда ла бихисап эш башҡарыла. Мәктәптәргә һәр йәһәттән ярҙам итергә тырышабыҙ. Уҡытыусылар менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған, бер маҡсатта эшләйбеҙ.
Республиканың педагогик йәмғиәтен етеп килгән байрам менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Килә­сәк­тә лә уртаҡ ниәттәрҙе тормошҡа ашырыу йәһәтенән бергәләп хеҙмәт итһәк, ауылдар яҙмышы ыңғай яҡҡа үҙгәрмәй ҡалмаҫ.

Инсур ҮТӘБАЕВ, Бөрйән районының Әбдел­мәмбәт мәктәбе директоры:
– Уҙған уҡыу йылын Рәсәйҙең ауыл мәктәптәре араһында спортты үҫтереүсе иң яҡшы мәғариф учреждениеһы булараҡ тамамланыҡ. Тимәк, заман мөмкинлектәрен киң файҙаланырға ынтылыуыбыҙ, тырышлығыбыҙ юҡҡа китмәне. Мәктәпте яңы уҡыу йылына әҙерләү буйынса ла алдынғылар рәтен­дәбеҙ.
Мәктәптә – 138 уҡыусы. Уларға төплө белем, ныҡлы тәрбиә биреү маҡсатында тынғыһыҙ хеҙмә­тебеҙҙе дауам итәбеҙ. Республикалағы барлыҡ коллегаларыбыҙҙы етеп килгән байрам менән тәбрикләп, уларға һаулыҡ, ижад ҡомары, күңел күтәренкелеге теләйем.

Зәйтүнә ХӘЙБУЛЛИНА, пенсионер, Архангел районы:
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәпкә бәйле байрам­дар­ҙы хәҙер һағыш менән ҡаршы алам. Ауылы­быҙҙа элек гөрләп эшләгән учреждение башланғыс итеп үҙгәртелгәс, белем усағы һүнеп ҡалғандай булды. Унда ғилем туплаған кескәйҙәр ҙә бармаҡ менән генә һанарлыҡ булып бара... Киң биләмә буш, ҡыңғырау тауышы өҙөк-өҙөк кенә ишетелеп ҡала. Мәктәп менән бергә ауылыбыҙҙың да һүнә барғанын күреү һағышты тағы ла көсәйтеп ебәрә.

Самат ҒӘБИТОВ, хаҡлы ялдағы педагог, репетитор, Шишмә районы:
– Белем биреүгә утыҙ йылдан ашыу ғүмеремде бағышланым, ҡатыным да оҙаҡ йылдар мәғарифҡа хеҙмәт итте. Шуға ла беҙҙең өсөн Уҡытыусылар көнө – иң ҙур байрамдарҙың береһе. Уны тулҡын­ланып ҡаршы алабыҙ, шатлыҡ ҡатыш һағыш менән үткәреп ебәрәбеҙ. Элекке хеҙмәттәштәребеҙҙе, остаздарыбыҙҙы иҫкә төшөрәбеҙ.
Бөгөнгө уҡытыусыларға теләк шул: ауырлыҡ­тарға ҡарамайынса, үҙ һөнәренең оҫтаһы булып ҡалһындар, ижадилыҡҡа ынтылһындар – бының өсөн хәҙер мөмкинлек ҙур. Уҡыусылар иһә мәктәптә тырышып белем алһын, репетиторҙарға эш ҡалдырмаһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840