Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Миҙгел алтынлығы күскән йөрәгенә
Миҙгел алтынлығы күскән йөрәгенә Белем байрамынан башланған алтын көҙ яңы дәрт-маҡсат менән эшкә тотонған педагогтарға ҡеүәт бирергә лә онотмай: йыл һайын октябрь башында Уҡытыусылар көнө билдәләнә. Һәр кемебеҙҙең яҙмышы мәктәп менән бәйлелектән, был байрам күңелгә ифрат яҡын. Ул мәғариф тармағындағы бөгөнгө яңылыҡтар, педагогтарҙың, белем усаҡтарының хәле тураһында йәнә бер ҡат уйланырға мәжбүр итә.

Үҙ иңендә
күтәрергә әҙер


Күптән түгел республика етәкселәре, ведомство башлыҡтары тарафынан бер райондың социаль-иҡтисади торошо ме­нән танышыу маҡсатында ойошторолған эш сәфәрендә “Башҡортостан”дан хәбәр­се булараҡ ҡатнашырға тура килгәйне. Төпкөл ауылдағы мәктәптең ныҡ иҫкер­гәнлеге хаҡында алдан хәбәрҙар инек. Шул учреждениеның торошо менән таны­шырға юлландыҡ. Мәктәптең, ысынлап та, эшкә яраҡһыҙ икәнлеге алыҫтан уҡ күренеп тора: совет осоронда төҙөлгән бина ел көслөрәк өрһә, ҡолар кеүек. Ҡап­ҡа төбөндә делегацияны уҡытыу­сы­лар ҡар­шы алды. Йөҙҙәре бо­лотло көндәйҙер, тиһегеҙ­ҙер. Юҡ, ҡояштай балҡый! Етмәһә, биләмәнән буяу еҫе аң­ҡып тора: мәктәп коллек­ти­вы сереп барған рә­шәт­кәләрҙе, ауырға әҙер ишектәрҙе үҙҙәренсә яңыртырға тырышҡан икән. Әйтеүҙәренсә, ҡу­наҡ­тар алдында районды үтә уңайһыҙ хәлдә ҡал­ды­рырға теләмәгәндәр...
Бына шуға оҡшаш ваҡиға­ларға йыш шаһит булырға тура килә. Еңел булмаған социаль-иҡ­тисади шарттарҙың эҙемтәләрен үҙ күк­рәге менән ҡапларға, күрһәтмәҫкә ты­ры­ша оло йөрәкле уҡы­тыу­сылар. Зар­лан­майҙар. Барыһы ла яҡшы булыр, ти­ҙәр. Ә бит сығымдарҙы ҡыҫҡартыуҙы та­лап иткән үҙгәрештәрҙең “туҡмаҡ ба­шы” тап уларға төштө. Уҡыу­сыларҙың һанына бәйле ҡыҫҡартыуҙар, мәктәптәр­ҙең ябылыуы, тармаҡта барған өҙлөкһөҙ реформалар... Был үҙгәреш­тәр­ҙең ҙур сыуалыш тыуҙырмауы, тыныс барыуы ниге­ҙендә дәүләт етәкселегенең һәр кемгә иғтибарлы булыуы, хәлде йомшартыу өсөн барыһын да эшләүе, шул уҡ ваҡытта уҡытыусыларҙың сабырлығы, һөнәрен мө­киб­бән яра­ты­уы ята. Ҡа­лыпҡа һа­лын­ған менән алға ки­теү мөмкин түгел бит. Реформаларҙың си­фат­ты яҡшыртыу маҡ­са­тын­да эшләнгәнен аңлай уҡы­тыусылар. Са­быр, ты­рыш булғанда, хәл­дең көй­ләнерен белә­ләр.
Хеҙмәт урынында ниндәй генә ҡаршылыҡҡа осрамаһын, уҡытыусы элек-электән әүҙем йә­мә­ғәт эшмәкәре, әйҙәүсе булып ҡала. Һәр йәһәттән өлгө күрһәтеп йәшәргә тырыша ул. Һайлау кампания­һында кем агитатор булып йөрөй? Уҡытыусы. Халыҡ иҫәбен алыу сара­һын­да иң яуаплы бурыс кемгә йөкмә­телә? Уҡытыусыға. Ауыл йәшәһен тип кем янып-көйөп ғү­мер итә? Уҡытыусы. Шәжәрә байрам­да­ры өсөн кем урын­дағы нәҫел еп­тә­рен барлай? Уҡытыу­сы. “Һаумы­һы­ғыҙ, ауылдаштар!” са­раһынан ха­лыҡ ҡәнәғәт ҡалһын өсөн иң ҙур тырышлыҡты кем һала? Уҡытыусы. Ауылдағы мәҙәни сараларҙың башында кем йөрөй? Уҡытыусы. Өмәгә кем беренсе сыға? Уҡытыусы. Халыҡ­ты гәзит-журнал ал­дырыуға кем өгөт­ләй? Уҡытыусы. Кем­дең өйө иң ма­ту­ры? Уҡытыусы­ныҡы. Һөнәренә бәй­ле тынғыһыҙлығы, ныҡышмаллығы, талапсанлығы, матур­лыҡ­ты яратыуы, һәр ваҡыт йәмғиәт хәс­тәре менән йәшәүе, ки­ләсәкте уйлауы гелән алғы сафта йөрөтә уны. Ошо сифаттар уҡытыусының элек­тән килгән ҙур абруйын, көсөн кител­дермәй һаҡлай.

“Йырлап” уҡытып була!

Белем биреүҙең сифатын яҡшыртыу, заманса үҫеш маҡсатында индерелгән үҙ­гәрештәр уҡытыусыға ниндәйҙер кимәлдә ауырлыҡ һалһа ла, ижади эшләү мөмкин­леген асты. Шуға ла һөнәрен яратҡан педагог баҙап ҡалманы. Дәреслек етмәй, программа иҫке, хәҙерге балаларҙы тың­ла­тыуы ҡыйын кеүек зарланыуҙарҙан алыҫ тора ул. Бөтөн һәләтеңде һалып, ижади эшләргә юл асылды бит! Мәҫәлән, балаларға башҡорт телен дәүләт статусында өйрәткән педагогтар араһында үҙ программаһын төҙөп, йәш быуынды ауы­ҙына ҡаратып, “йырлап” уҡытҡандар бар. Һөҙөмтәлә етәкселек тә, балалар ҙа, ата-әсә лә ҡәнәғәт. Өҫтәүенә телдең киләсәге өсөн дә йән тыныс. Бөгөнгө бай мөмкин­лектәрҙән сығып, ошондай ижади эшмә­кәрлек башҡа фәндәр буйынса ла киң йәйелдерелә.
Тәбиғәт беҙҙе шулай яралтҡан: һәр кеше тырышып башҡарған эшенең баһа­ланыуына мохтаж. Ә инде балалай ихлас, ябай күңелле уҡытыусының күңелен бер йылы һүҙ ҙә иретеп ебәрер. Уға көсөн, тәжрибәһен күрһәтеү өсөн конкурстар ҙа бихисап хәҙер. Һөнәренә тоғро, даими ка­миллашыуға ынтылған педагогтар күп­лек­тән, “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеләренең майҙаны йылдан-йыл киңәйә, уларҙың йөкмәткеһе лә тулылана, байый.
Педагогтарға Интернет аша ла төрлө конкурста көс һынау мөмкинлеге ҙур. Ҡайһы берәүҙәр үҙенең сайтын да булдырып, унда тәжрибәүи эштәрен күрһәтә, уҡыусыларының хеҙмәттәрен ҡуя, йәш белгестәргә ярҙам маҡсатында үҙ мето­дикаһы, дәрес алымдары менән уртаҡ­лаша. Бындай бәйләнеш, һис шикһеҙ, тотош педагогик йәмғиәттең эш сифатына ыңғай йоғонто яһай.
“Уҡытыусыны ҡағыҙ менән күмделәр”, – тип борсолоуын белдерә күптәр. Нин­дәйҙер кимәлдә был дөрөҫтөр. Шулай ҙа... “Ысын уҡытыусы һәр эште белеп, теүәл башҡарыр, – тине бер әңгәмәһендә ҙур шәхестәр әҙерләп сығарған данлыҡлы педагог. – Ниндәйҙер ҡағыҙ мәшәҡәте уны һөнәренән биҙҙерә алмаҫ. Һынауҙар, кире­һенсә, көс-ҡеүәтте нығыта ғына”. Шул уҡ ваҡытта әлеге педагог юғары бейеклекте һәр уңыш-ҡаҙаныш хаҡында яр һалып яулап булмауын, тыйнаҡ, ябай бу­лып ҡалыу зарурлығын белдерҙе. “Бар­лыҡ эштә талантлылыҡ, сама белеү мөһим, – тине ул. – Хеҙмәтең халыҡ өсөн файҙалы, ҡыҙыҡлы булырға тейеш. Мәҫә­лән, туған телде үҫтереү эшенә килгәндә лә, уны мауыҡтырғыс итеп, талантлы баш­ҡарыу зарур. Рәсмилектән, күңелһеҙ­лектән, бер төрлөлөктән ҡасырға кәрәк. Шул ваҡытта һөҙөмтә лә буласаҡ”.

Кем ғәйепле?

Педагогтарға заманса алымдарға таянып, ижади эшләү мөмкинлеге тыуҙы­рыл­һа ла, ҡайһы бер осраҡта алға ҡуйыл­ған маҡсаттарҙы тейешле кимәлдә тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. Айы­рыу­са ауыл ерендә. Бының төп сәбәбе – уҡыусы­лар­ҙың аҙлығы. Педагог ни ҡәҙәр тырышып эшләргә, таштар аҡтарырға әҙер булма­һын, әлеге проблема алдында туҡтап ҡалырға мәжбүр. Кем ғәйепле? Үҙәктән алыҫта ятҡан төбәкме? Тыуған ерен ташлап киткән йәштәрме? Уларҙы янында алып ҡала алмаған ата-әсәме? Нисек кенә булмаһын, был проблема бөгөн көнүҙәккә әүерелде. Уны хәл итеү маҡса­тында дәүләтебеҙ төрлө алым ҡулланып, төйәктәрҙе һаҡлап ҡалырға тырыша. Йәштәрҙе ауылда йәшәүгә йәлеп итеү өсөн төрлө программалар төҙөлә, йорт һалыуға ер бүленә, шәхси кәсепте йәйел­дереүгә ярҙам күрһәтелә һәм баш­ҡалар. Ошо мөмкинлектәр тейешле ки­мәлдә фай­ҙаланылып, төйәктәрҙе тер­ге­ҙеү маҡ­сатында берҙәм эш алып барылһа, уҡы­тыу­сылар мәктәп ябы­лыуҙан, ҡыҫ­­ҡар­ты­­лып, хеҙмәт урынынан яҙыуҙан ҡурҡып көн итмәҫ ине.
Шул уҡ ваҡытта бөгөнгө һынауҙар пе­дагогтарҙың үҙҙәренә лә ҙур бурыс өҫтәй. Улар уҡыусы күңеленә бәләкәй Ватанына һөйөү һалыуға айырыуса ныҡлы иғтибар бүлергә тейеш. Ошондай тәрбиә алып үҫкән бала тыуған төйәгенән ситкә китеп, уны яттар ҡулына ҡалдырмаҫ. Борондан килгән кәсептәрҙе тергеҙеп, үҙ ерендә хужа булып йәшәр. Һөҙөмтәлә ғилем дә был изге урынды ташлап китмәҫ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840