Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыуған яҡ тарихы һаҡлана
Тыуған яҡ тарихы һаҡлана...Бында ингән һәр кемде Октябрь революцияһы, I һәм II Бөтә донъя һуғыштары заманынан ҡалған винтовка менән гранаталар, һалдат каскалары ҡаршы ала. Хәрби бәрелештәр заңын үҙҙәрендә һаҡлаған, пуляларҙан ҡалған эҙҙәр дәһшәтле замандар тураһында һөйләй кеүек. Оҙаҡ йылдар ятҡанғамы, тутыға башлағандар. Ә төптәрәк тирмә, уның янында башҡорт халҡының милли кейемдәре, көршәк, самауыр – үҙеңде бынан ике-өс быуат элгәре осорға эләккәндәй хис итәһең. Ә икенсе оста... мамонттың һуҡҡы теше менән һөйәктәре урын алған. Улар бында нисек килеп эләккән һуң?
Дыуан-Мәсетле ауылының тыуған яҡты өйрәнеү музейы мәктәптә урынлашҡан, ул 1972 йылда география уҡытыусыһы Ғәйникамал Мирхәева тарафынан ойошторолған. Иң тәүҙә бәләкәй генә бүлмәлә булғанға, экспонаттарға урын етмәгән. Әммә тыуған яҡты өйрәнеү музейы ярҙамһыҙ ҡалмай. “Мәктәп хеҙмәткәрҙәре 2007 йылда яҡташыбыҙ “Янғантау” шифаханаһының элекке директоры Рәмил Бәҙретдиновҡа мөрәжәғәт иткәс, ул айырым төкәтмә төҙөүҙә ярҙам күрһәтте”, – тип һөйләне 2006 йылдан музейға етәкселек иткән тарих уҡытыусыһы Данис Ғәлимов.
Экспонаттар төрлө юлдар менән йыйыла. Уларҙы уҡыусылар ҙа, урта йәштәгеләр менән ололар ҙа килтерә. Ҡайһыларын ауылдарҙа өй беренсә йөрөп туплағандар. Мәҫәлән, мамонт һөйәген балалар Әй буйында һыу ингәндә табып алған. Төҙөлөш эштәре мәлендә килеп сыҡҡандары ла бар. Ә һуҡҡы теште күрше ауылдан килтергәндәр. Һуғыш ҡоралдарын, һалдат каскаларын Мәсәғүттән Ленинград фронты эҙҙәрен тикшерергә барған эҙәрмәндәр алып ҡайтҡан. Күптәре уҡытыусыларҙың, уҡыусыларҙың көсө менән тупланған. Музейға килгән һәр кем тыуған төйәге тарихын беләсәк, билдәле шәхестәрҙең тормош юлы менән танышасаҡ.
Эйе, йәнтөйәк тарихын онотмайҙар бында.
Рәшит Зәйнуллин




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840