Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сал тарихҡа эйә ул...
Сал тарихҡа эйә ул...Дыуан-Мәсетле районда ҙур ауылдарҙан һанала. Оло юлда урынлашҡанлыҡтан, халыҡ уны төньяҡ-көнсығыш төбәктең ҡапҡаһы тип атай. Уға XVI быуатта дыуан нәҫеленән булған Һунһеләйҙең (Сунселей) улы, Ҡарамыштың ейәне Аҡбулат тарафынан нигеҙ һалынған. Әй йылғаһы буйындағы ауылда, төбәктә иң ҙур мәсеттәрҙең береһе һалынғас, Дыуан-Мәсетле исеме бирелә. 1773 — 1775 йылғы ихтилал осоронда ауыл аша Красноуфимскиға Салауат Юлаевтың ғәскәре үтә. 1835 йылғы ихтилалдың үҙәге лә була. Үҙенә күрә сал тарихҡа эйә был ауыл.

Хәл ителмәҫтәй проблемалар юҡ кеүек тә...

Ауылдың ҡасандыр күркәм, төҙөк булыуы бөгөн дә күҙгә ташлана. Тик йылдар үтеү менән ул яйлап ҡартая, тирә-яҡты йәмләп ултырған биналары иҫкерә төшкән, күптәренә капиталь ремонт кәрәк, ҡайһылары хатта ҡабаттан яңыртыуҙы талап итә. Ул – Ҡаранай, Бурансы, Ғүмәр, Туҡбай, Йылансы ауылдарының үҙәге. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: был ауылдарҙың барыһы ла, Ғүмәрҙән тыш, “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылған. Ғүмәрҙәргә лә газ 2014 йылда килеп етәсәк, республика дәүләт программаһына индерелгән. Дыуан-Мәсетле урта мәктәбендә ошо ауылдың балалары урта белем ала. Бынан тыш, ауыл биләмәһендә өс башланғыс мәктәп, ике балалар баҡсаһы эшләй. Туҡбайҙа урындағы хакимиәт үҙ көсөнә балалар баҡсаһы төҙөткән. Биш клуб, ике китапхана һәм дүрт фельдшер-амбулатор пункты халыҡты хеҙмәтләндерә. Ауылдарҙа мәктәп ябылыуы ла күңелһеҙ күренеш, ҡулайлаштырыу тип Йыланышта, Ҡаранайҙа башланғыс мәктәптәр бөгөн эшләмәй. Балаларҙы автобус көн дә мәктәпкә алып килә һәм алып ҡайта. Ғүмәр ауылы балалары ла быға тиклем ыҙалыҡ менән Дыуан-Мәсетлегә йөрөһә, ошо көндәрҙә ике ауылды тоташтырған яңы күпер сафҡа инде.

Сит тарафҡа эш эҙләп

Бөгөнгө замандың бәләһе – ауылда, районда эш мәсьәләһе киҫкен тора. Бынамын тигән ир-егеттәр ғаиләһен, яңғыҙ ата-әсәһен ҡалдырып, сит ерҙәрҙә аҡса таба. Ә ошо юҡлыҡ, эшһеҙлек арҡаһында күп ғаиләләр тарҡала. Иң үкенеслеһе шунда: ситкә китеүселәр араһында яңы ғына уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестәр ҙә бар. Эш урындары булдырылһа, улар һис һүҙһеҙ үҙ төбәгендә ҡалыр ине. Әле, мәҫәлән, ауылдың эшкә яраҡлы 200-ҙән ашыу кешеһе ғаиләһенән ситтә йәшәй, үҙенең финанс мәсьәләһен хәл итә. Ҡасандыр колхоз-совхозда хеҙмәт иткән ауыл эшсәндәре бөгөн тарҡалған хужалыҡтың яңынан аяҡҡа баҫыуын теләй ҙә ул, тик... был хыял бер көндә, бер айҙа, бер йылда ғына тормошҡа ашырмы икән? Буш торған мал аҙбарҙары күптәрҙең кәйефен төшөрә.
Әммә маҡтап һөйләрлек хәбәрҙәр ҙә юҡ түгел. “Батыр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бөгөн Дыуан-Мәсетле ауылы биләмәһендә иң ҙурҙарҙан һанала, эшмәкәрлеген тотороҡло алып бара, байтаҡ ҡына кешегә эш урыны булдырған. Дүрт крәҫтиән (фермер) хужалығында ла эш һәйбәт ойошторолған, элеккеСал тарихҡа эйә ул... фермалар ҡараусыһыҙ етемһерәмәй. Дыуан-Мәсетле ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Мәғәмүр Ханнанов билдәләүенсә, тиҙҙән тағы ла бер нисә егет малсылыҡ, үҫемлекселек буйынса үҙ эшен асырға уйлай, шәхси эшҡыуарлыҡ та күптәрҙе үҙенә ылыҡтыра башлаған. Әммә эшҡыуарлыҡ, фермерлыҡ төбәктә нисектер ныҡ үҫешмәгән, ә мөмкинлек был яҡтарҙа байтаҡ.
Әлеге көндә бында 1780 кеше йәшәй, шуның 600-ҙән ашыуы – пенсионер. Ауылда тормош һәүетемсә генә бара. Буш торған йорттар ҙа күҙгә салынып ҡуя, ҡайһы берҙәренә ярайһы ғына ремонт кәрәк. Яңы йорт һалып, өй туйлаусылар ҙа бар. Дыуан-Мәсетлелә хатта тотош йәштәр урамы барлыҡҡа килгән, тимәк, ауылдың киләсәге өмөтлө. Урамдарға асфальт һалынған, ләкин йылдар үтеү менән улары иҫкергән, ямау талап иткән урындар ҙа күренгеләй. Әммә халыҡ бөгөнгөһөнә риза булып, матур донъя көтә. Бында ла күп ерҙәге кеүек үк сағыу төҫтәрҙе яраталар, ҡапҡалар, текмә-ҡоймалар төрлө төҫкә буялып, семәрләнеп эшләнгән. Әленән-әле урамдан “Жигули”ҙар менән бер рәттән сит ил машиналары ла елдереп үтә. Эйе, ауыл кешеһе лә уныһын-быныһын йүнләп, сит тарафта аҡса эшләп булһа ла, етеш йәшәргә тырыша. Был ҡыуаныслы хәл. Халыҡ нигеҙҙә малсылыҡ, баҡсасылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Шәхси эшҡыуарлыҡ үҫешә, магазиндар эшләй.

Белем усағы ла ярҙамға мохтаж

Сал тарихҡа эйә ул...Дыуан-Мәсетле урта мәктәбендә бөгөн алты ауылдан 165 уҡыусы белем ала. Быйыл XI класты биш кеше тамамлай, икәүһе миҙалға дәғүә итә. I класта 16 бала, уҡыусылар һаны кәмемәй, икенсе йылға ла 15-ләп баланың килеүе көтөлә.
– Йәш ғаиләләр арта, шуғамылыр демографик хәл дә башҡа ауылдар менән сағыштырғанда күпкә яҡшы. Ә балаһы булған ауылдың, тимәк, мәктәбе лә буласаҡ, – ти мәктәп директоры Фәрҙиән Мөхәмәтов. – Ауыл еренә йәш белгестәрҙең ҡайтыуы күңелде күтәрә. Әле мәктәптә 27 уҡытыусы, шуның һигеҙе – йәш белгес.
Мәктәпкә 1965 йылда нигеҙ һалынған, районда “иң ҡарт” белем усағынан һанала. 1995 йылдан алып мәктәп газ менән йылытыла. Әммә бинаһына ремонт кәрәк, иҙән-түшәмдәр иҫкергән. Тәҙрәләр күптән алыштырыуҙы көтә. Мәктәп етәкселеге әйтеүенсә, бында капиталь ремонт ҡына түгел, ә тотошлай реконструкция үткәреү зарур. Кадрҙар менән тәьмин ителеш һәйбәт, тик музыка белгестәре генә етешмәй. Күрше ауылдарҙа йәшәүсе уҡыусыларҙы мәктәп автобусы йөрөтә.

Халыҡтың рухи ихтыяжы ҡәнәғәтләнерлекме?

Мәҙәниәт йорто – ауыл халҡының элек-электән яратҡан урыны. Бында ауыл кешеһе төрлө түңәрәктә, секцияла шөғөлләнеп, кино, спектакль ҡарап, үҙ-ара аралашҡан. Байрамда концерт ҡуйып, күңел асҡан. Ҡыҫҡаһы, мәҙәниәт йорто һәр осорҙа ла халыҡтың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү усағы һаналған. Әммә Дыуан-Мәсетлеләге 1962 йылда сафҡа ингән бина ныҡ иҫкергән, аяныс хәлдә. Бөгөнмө-иртәгәме ишелеп төшөргә торған түшәме лә, баҫҡан һайын шығырҙап йәнгә тейгән иҙәне лә, үҙәккә үтерлек һалҡын бүлмә-залдары ла, ваҡытында халыҡты ҡыуандырып саҡырып торһа, бөгөн кешене үҙенә йәлеп итә алмай. Унда әле үтә лә күңелһеҙ, ҡот юҡ, һалҡын, унан-бынан ямап ҡуйылған тишек-тошоҡ аша ҡыш һыуығы бәрә. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҡат-ҡат кейенеп, драма, вокаль, ҡумыҙ, бейеү, фольклор түңәрәктәренә йөрөгән уҡыусылар менән шөғөлләнә. Ололар ҙа ихлас килә икән, тик бинала һыуыҡ булғас, әлегә йөрөүҙән туҡтап торғандар. Бөгөн балалар репетицияға күрше Йыланыш ауылы клубына бара. Район күләмендә ойошторолған конкурс-смотрҙарҙа ихлас ҡатнашып ҡына ҡалмайҙар, хатта еңеү ҙә яулайҙар. Бейеү һәм башҡа түңәрәктә шөғөлләнеүселәр концерт кейемдәренең 1982 йылда һатып алыныуын, бер нисә тапҡыр тегелеп, ҡоршалып бөткәнен билдәләп үтте.
– Ихлас эшләйбеҙ ҙә ул. Ауыл халҡы ла йыр-бейеүгә әүәҫ, әммә уңайлы шарттар юҡлығы бәкәлгә һуға, – ти мәҙәниәт йорто директоры Гөлфирә Абдуллина. – Ҡыш клубта һыуыҡ булғас, халыҡ концертҡа килмәй, ололарҙы әйтеп тораһы ла түгел. Йәш балалы ғаиләләр теләһә лә килә алмай.
Бинаны йылытыу маҡсатында 2009 йылда хатта тамаша залына электр мейесе ултыртҡандар, бик ҡиммәткә төшкәс, унан баш тартҡандар. “Хәҙер һыуыҡҡа ла өйрәнеп барабыҙ шикелле, хатта һиҙмәйбеҙ ҙә, – ти һалҡын залда шашка уйнаған пенсионерҙар Раян Ғәйнетдинов менән Дим Ишбулатов. – Клубҡа 20 йылдан ашыу ремонт үткәрелгәне юҡ. Ауылыбыҙ оло юлда урынлашҡас, һәр кемдең, хатта Президентыбыҙҙың да беҙгә инеп сығыуы ихтимал. Әлбиттә, район, республика етәкселеге дыуан нәҫеленән сыҡҡан халыҡҡа ярҙам итһә, бик мәслихәт булыр ине”.
Дыуан-Мәсетле ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Мәғәмүр Ханнанов ауылдың киләсәге өсөн барлыҡ тырышлығын һала, һәр яҡтан ярҙам эҙләй. Әлеге мәсьәләләрҙе тиҙерәк хәл итеү маҡсатында ауылдаш эшҡыуарҙар менән һөйләшеүҙәр алып бара. Республика бюджетынан бүленгән аҡсаны маҡсатлы файҙаланып, урамдарға яҡтыртҡыс ҡуйғандар, электр үткәргестәрҙе алыштырғандар. Һыу колонкалары иҫкергән, ремонтҡа аҡса тапҡандар, көндәр йылытыу менән был мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә йыйыналар. Күреүебеҙсә, биләмәлә көнүҙәк проблемалар етерлек, әммә бында бер кем дә күктән ярҙам көтөп ятмай – эҙләнәләр, табалар, тырышалар.
Самат Ғәлин




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518