Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Олатайым менән ғорурланам
Олатайым менән ғорурланам Бөйөк Ватан һуғышы йылдан-йыл алыҫлаша бара, ләкин шаңдауы кешеләргә әле лә тынғылыҡ бирмәй. Ул осорҙа күргән ауырлыҡтарҙы һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре бөгөн дә онотмай. Ошо ауыр көндәр тураһында һәр бала белһен өсөн күпме китап яҙылған, кинофильмдар төшөрөлгән! Тыуған илебеҙ өсөн ҡорбан булған һалдаттарҙы беҙ белергә, батырлыҡтары менән ғорурланырға тейешбеҙ.

Бөйөк Ватан һуғышы — илебеҙ өсөн иң ауыр һынауҙарҙың береһе. Был дәһшәт­ле алышта туғандарын, атайҙарын, ағай-энеһен юғалтмаған ғаиләләр һирәктер. Советтар Союзының, илебеҙ халҡының барлыҡ юғалтыуҙарын ысынбарлыҡта иҫәпләп бөтөрөрлөк түгел. Тыуған ауылымдан ғына 170 кеше яуға китһә, 68-енә генә кире әйләнеп ҡайтырға яҙған. Бик күптәре Польшаны, Чехословакияны, Болгарияны, Румыния­ны, Венгрияны, Югославияны, Норве­гия­ның төньяғын, Ҡытайҙың төнь­яҡ-көн­сығыш өлөшөн, Кореяның төньяғын баҫып алыусыларҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан. Уларҙың лайыҡ­лы донъя көтөргә, эшләргә теләге көслө булғандыр. Илебеҙҙе, еребеҙҙе яҡлап көрәшкән яугирҙәрҙең батырлығы — баһалап бөткөһөҙ ҡиммәт. Улар бөгөн арабыҙҙа бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Күп ауылдарҙа һуғыш ветерандары хәҙер бөтөнләй ҡалмаған. Ҡапҡаларҙағы яҙыулы ҡалайҙар ғына ҡасандыр был төбәктә ҡыйыу һалдаттар йәшәгәнлеге хаҡында һөйләй. Илебеҙ тыныслығы өсөн үҙен аямаған арыҫландар алдында беҙ мәңге бурыслы.
Минең оло олатайым Ғарифулла Шәйәхмәт улы Шәйәхмәтов – шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, уның тураһында мәғлүмәт бик аҙ ғына һаҡланған, миҙалдары ла төрлө сәбәп арҡаһында юғалып бөткән. Ә шулай ҙа уның ҡыҙҙарынан, йәғни Рәүзилә өләсәйемдән, Нәзирә, Нәжибә һәм Рәсимә әбейемдәрҙән иҫтәлектәр һөйләтеп, бер аҙ мәғлүмәттәр йыйып, оло олатайым хаҡында яҙырға булдым.
Ғарифулла Шәйәхмәтов 1907 йылда Ураҙ ауылында икенсе бала булып донъяға килгән. Атаһы Шәйәхмәт олатай дини кеше булған. Ғарифулла мейес сығарыусы, тимер оҫтаһы, ағастан, күндән төрлө кәрәк-яраҡ яһаусы булараҡ тирә-яҡта танылған. Һуғыш башланғанға тиклем Миндәк руднигының “Березовая роща” тигән өлөшөндә алтын йыуыу приискыһында эшләгән. 1941 йылдың 13 октябрендә Ғарифулла олатайымды фронтҡа оҙаталар. Ул һуғыштың иң ҡыҙыу еренә ебәрелә, һәм ошо хаҡта былай тип хәтерләй: “Мылтыҡ, боепри­пас­тар етмәй торғайны. Шулай йыш ҡына миңә лә ҡоралһыҙ һөжүмгә барырға тура килде. Ошондай осраҡтарҙа беҙгә һәр ваҡыт мылтығы булған һалдаттың артынан йүгерергә ҡушалар. Әгәр ҙә ул яраланып ятып ҡалһа, ҡоралын алып, “уррра” ҡысҡырып, алға барырға тейеш инек”.
Ҡәҙерлем бер нисә тапҡыр яраланып госпиталдә ятып сыға, шулай ҙа тыуған яғына ҡайтмай, дошманды тар-мар итер өсөн йәнә фронтҡа китә.
Оло олатайыма Сталинград һуғы­шында ла ҡатнашырға тура килә. Иң дәһшәтле алыштарҙың береһендә ул бик ҡаты яралана, күп ҡан юғалта, байтаҡ ҡына госпиталдә ятырға мәжбүр була. Врачтар уның ғүмерен һаҡлап алып ҡала, ләкин снаряд ярсығы эләккән аяғын киҫергә тура килә. Шулай итеп, 1944 йылда, уң аяғын юғалтып, “Сталинградты обороналаған өсөн”, “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалдарын тағып, тыуған яҡтарына ҡайтып төшә Ғарифулла Шәйәхмәтов.
Оло олатайымдың һуғышта алған яралары көндән-көн үҙен һиҙҙергән: күҙҙәре насар күрә башлаған, бик ныҡ һыҙланған. 1970 йылда ул ҡулының һыҙлауына түҙә алмай, дауаханаға мөрәжәғәт итә. Ҡу­лынан өс сантиметрлыҡ мина ярсығы алалар. Тимер киҫәген ул 20 йыл тәнендә йөрөткән! Ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем олатайым шул ярсыҡты ҡулъяу­лығына төрөп, кеҫәһендә һаҡланы, тиҙәр.
Эшкә шәп, ҡулға оҫта олатайым, бер аяғы юҡлыҡҡа һылтанып, һис зарланып ултырмаған. 1949 йылға тиклем ул алтын йыуыу приискыһында тир түккән, инвалид кешегә эш бик ауыр бирелгәнлектән, артабан “Урал” колхозына эшкә кергән. Икенсе төркөм инвалиды булһа ла, уның атҡармаған эше ҡалмаған тиерлек. Тимерҙән мейес, ҡыҫҡыс, тәртешкә, иләк; муйыл, тал ағастарынан көйәнтә, бишек, ҡаҙ оялары; тире, күндән ат егеү өсөн кәрәк-яраҡ эшләп, Верхнеуральск, Белорет баҙарҙарына алып барып һатҡан ул. Хатта аяғына протезды ла үҙе эшләгән. Ғаиләләре ишле булғас, алты балаһын уҡытырға, кейендерергә, ашатырға кәрәк бит әле тағы!
Нәзирә әбейем, Ғарифулла олата­йым­дың өсөнсө балаһы, атаһы тураһында ошоларҙы һөйләне: “Бер ваҡытта ла тик ултыра белмәне. Бер аяҡ менән йөрөһә лә, донъяны һау кешеләрҙән кәм көтмәне. Ул беҙгә күндән сумка, көшөлөктәр тегеп бирер ине. Мин уның менән ҡыш көрт йырып Яйыҡ буйынан, Мышағыр тауынан кәрзин, күрек үрергә тал ботаҡтары алып ҡайта торғайным. Юл буйы бик матур итеп йырлай торғайны, һәр саҡ шаян, йор һүҙле булды. Ауылдаштарыбыҙҙың бик күптәренең йортон ул сығарған мейестәр әле лә йылыта. Мин дә унан ошо һөнәргә өйрәтеүен үтенгәйнем, ләкин балсыҡ эшенең ҡатын-ҡыҙ шөғөлө түгеллеген аңлатып, ул баш тартты...”
Ғарифулла олатайымдың Рәсимә, Рәүзилә исемле ҡыҙҙары ла уның тураһында яҡты иҫтәлектәр генә һөйләне: “Атайыбыҙға һәр ваҡыт ярҙам итергә тырыша торғайныҡ. Һуғыштан иҫән-һау ҡайтып, беҙҙең менән бергә булыуына сикһеҙ шатландыҡ. Атайым бөтә яҡтан шәп кеше ине. Хатта аш-һыу бешерергә лә оҫта булды. Бер көн шулай урманға кәбән кәртәләргә барҙыҡ. Атайым ағас ҡырҡа, беҙ йүгерә-йүгерә ташыйбыҙ, төш етеүгә сәй ҡайнатырға булдыҡ. Һыу ҡайнап сығыуға, сәй алырға онотҡаныбыҙҙы аңланыҡ. Ләкин атайым аптырап ҡалманы, шунда уҡ еләк, сейә, ҡарағат, мәтрүшкә япраҡтарын йыйып алып, иҫ китмәле тәмле сәй эсерҙе. Ошо сәйҙең тәме әле лә онотолмай”. Олатайым хаҡында бына ошондай иҫтәлектәр, хәтерләүҙәр яҙып алдым әбейемдәрҙән.
Ғүмер бер генә тапҡыр бирелә... Кешене тыуҙырған, уны әҙәм иткән Ватан-әсә лә бер. Ватан өсөн аҡтыҡ ҡанын ҡойған һалдат үлеме лә бер. Ватан ғына түгел, киләсәк өсөн, һуғыштан һуңғы йылдарҙа тыуасаҡ үҫмерҙәр яҙмышы өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшкән атай-олатайҙарыбыҙҙың барыһына ла мәңгелек дан! Беҙ, йәш быуын, ҡара гүргә кергән ветерандарыбыҙҙың батырлығын һис оноторға тейеш түгелбеҙ.
Бөрөләнеп, балҡып асылырға
Әҙерләнгән сәскә инегеҙ,
Ҡара яуға ҡаршы ташландығыҙ
Ҡол булмаһын өсөн илебеҙ.
Йылдар үтә торор. Йырҙар туплап,
Бер-бер артлы таңдар атырҙар.
Ил онотмаҫ һеҙҙе, ил хәтерле,
Мәңгелек дан һеҙгә, батырҙар!

Булат ЗАҺИТОВ,
Ураҙ лицейы уҡыусыһы.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509