Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙенең эҙе бар
Үҙенең эҙе бар Владимир Павлюкович менән күп йылдар таныш булһам да, уның хеҙмәт биографияһына, ғаилә хәленә инергә форсат теймәне, сөнки район хакимиәте башлығына төрлө йомош менән килеүселәр етерлек. Үҙ хәбәрсе булараҡ район тормошона ҡағылған иң мөһим һорауҙарға яуап алаһың да ҡалғандарын хужалыҡ етәкселәре менән һөйләшәһең.

Миңә уның ябай, кеселекле һәм итәғәтле булыуы оҡшай ине. Владимир Петрович берәүҙе лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай. Тауышына түрәлек һауа­ланыуы өҫтәп ултырғанын күрмәнем.
Һәм… бына яйы сыҡты. “Талҡаҫ” ши­фаханаһында осрашҡанда Әбйә­лилгә нисек килеп сығыуы, бөгөнгө тормошо тураһында Владимир Пет­ро­вичтан ентекләп һорашып ултырҙым.
– Магнитогорск ҡалаһында эшсе ғаиләһендә баш бала булып донъяға килгәнмен, — тип башланы ул үҙе хаҡында һүҙен. — Ҡалала тыуһам да, крәҫтиән булып ҡалдым, 36 йыл ауыл хәстәре менән йәшәнем, бөгөн дә унан айырылмайым…
Атаһы Петр Павлюкович сығышы буйынса Иглин районынан. 1942 йылда ун биш йәшлек үҫмерҙе Магнитогор­скиҙағы ФЗО-ға уҡырға ебәрәләр. Һөнәр үҙләштергәс, тау-металлургия комбинатына эшкә тәғәйенләйҙәр. Быуындары ла нығынып өлгөрмәгән Петр өлкәндәр менән бер ҡатарҙан фронт өсөн суйын, ҡорос иретә.
Йәш металлург Петр шунда Мария исемле ҡыҙҙы осрата. Донъя ҡороп, дүрт балаға ғүмер бирәләр. Шуларҙың иң олоһо Владимирға һигеҙ йәш тул­ғанда, 1958 йылда, Силәбе өлкәһенең Нуғайбәк районына күсәләр. Ғаилә башлығы Березовая Роща ҡасаба­һында нигеҙ ҡора, совхозда оҙаҡ йылдар бригадир булып эшләй.
– Миңә ауыл тормошо ныҡ оҡшаны. Ҡара төтөнгә күмелгән Магнитогор­скиҙан һуң саф һауалы, зәңгәр күлле Березовая Роща ожмахтай тойола ине. Ауыл кешеләренең ихласлығы, ер эше өсөн йәндәрен аямай көнө-төнө тырышып йөрөүҙәре күңелемдә крәҫтиән хеҙмәтенә һөйөү уятты. Мәктәптә уҡығанда уҡ киләсәктә кем булырымды төҫмөрләй инем, — тип хәтерләй Владимир Павлюкович бала сағын.
Владимирға ауыл һөнәрен һайларға Нуғайбәк урта мәктәбе директоры Алексей Жариков ярҙам итә. Мәктәптә ауыл хужалығы буйынса йүнәлеш биреү юғары кимәлдә ҡуйылған була.
“Володя, һинән шәп белгес һәм етәксе сығасаҡ. Ана, атайың Петр Петрович — кисәге металлург, алдынғы крәҫтиән, бына тигән бригадир булып китте. Һин уны алмаштырырға тейеш­һең”, — ти Алексей Иванович.
Атаһы ла ауыл һөнәренә ынтылыуы­на риза була. Ул, ғөмүмән, бала­ларының бере­һенә лә “тегендә бар, был һөнәрҙе һайла” тип туҡымай, үҙ яйына ҡуя. Владимирҙан кесерәк Александр металлург һөнәрен һайлаған, әлеге көндә Магнитта йәшәй. Татьяна исемле һеңлеләре Силәбе өлкәһенең Буранлы ҡасабаһында иҫәп-хисап хеҙ­мә­тендә эшләп ялға сыҡҡан.
Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу институтын тамамлағас, 1973 йылда Владимир Павлюковичты Әбйәлил районының Асҡар ауылына “Госсельтехнадзор” идаралы­ғына өлкән инженер итеп эшкә ебәрәләр. Ауыл мөхитендә үҫкән егеткә был эшкә күнегеп китеүе бер ни ҙә тормай. Өс йыл үтеүгә йәш белгесте райондың ауыл хужалығы идаралығына баш инженер итеп тәғәйенләйҙәр. Ул мәл — колхоз-совхоздарҙың гөрләп торған сағы. Владимир әле был хужа­лыҡта, әле тегенеһендә була, урындағы инженер-механиктарға ярҙамлаша, машина-тракторҙарҙы дөрөҫ файҙаланыр­ға өйрәтә, кәрәк саҡта талап­санлығын да күрһәтә. Баш инженерҙың халыҡ менән эшләй белгәненә, ойоштороу һәләтенә иғтибар итәләр һәм КПСС-тың Әбйәлил район комитетына ауыл хужа­лығы бүлеге мөдире итеп үрләтәләр.
Район етәкселеге, Владимир Пав­люковичтың эшкә ихласлы­ғын күреп, тағы яуаплыраҡ вазифаға күтәрә: 1984 — 1999 йыл­дарҙа ул ауыл хужалығы техникаһы идаралығы начальнигы, райпо рәйесе була. Был йылдарҙа ауыл хужалығын яңыса ҡороу, заман техникаһы менән тәьмин итеү, агротехнология сараларын камиллаштырыу, игенселекте һәм малсылыҡты үҫтереү, етеш­тереүҙе күтәреү, ауылдарға газ, электр үткәреү, ауыл төҙөлөшөн йән­ләндереү буйынса районда ғәйәт ҙур эш башҡарыла, ә йәш етәксе шуның урта­һында ҡайнай.
– Эшләп киткән көндәремдән үк Әбйә­лил районы республикала ал­дын­ғылар рәтендә ине. Районға Фәй­зрах­ман Хис­мә­туллин, Сәғит Ишбирҙин, Таһир Ғабдул­лин, Рәшит Моталлапов кеүек үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, ауыл кешеһенең тормошон яҡшыртыу өсөн көс-ғәйрәтен аямаған шәхестәр етәкселек итте. Улар минең ише йәш белгестәрҙе үҙҙәренә алмашсы итеп тәрбиәләне, талапсан, ғәҙел булды. “Красная Башкирия” совхозы директоры Нурислам Мирсаяповтан, “Заветы Ильича” колхозы рәйесе Исаак Пеннерҙан етәкселек итеүҙең серҙәрен өйрәндем, һабаҡ алдым, — ти Владимир Петрович. — Әлбиттә, районы­быҙ бөгөн күпкә үҙгәрҙе. Атап әйткәндә, сәнәғәт йүнәлешендә яҡшы ҡаҙаныш­тарға өлгәш­тек. Мәҫәлән, Рыҫҡужала мәрмәр заводы эшләй, Асҡарҙа ағас эшкәртеү цехы сафҡа инде, юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы, “Асҡарһөт”, “Әбйәлиликмәк” йәмғиәттәре халыҡтың көндәлек ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә, район ҡаҙна­һына ярайһы уҡ тос өлөш индерә.
1999 йылда Владимир Петровичты район хакимиәте башлығы итеп һайлап, оло ышаныс күрһәтә әбйәлилдәр.
– Етәкселекте ниҙән башланығыҙ, ниндәй маҡсат ҡорҙоғоҙ? — тим.
– Эшһеҙлекте бөтөрөү, хеҙмәтсән­дәргә ваҡытында хеҙмәт хаҡы биреү, пенсия һәм пособиеларҙы тотҡарламау төп маҡсатым булды. Беләһегеҙ бит, ул осорҙа был мәсьәләләр киҫкен торҙо…
Етәксенең тырыш хеҙмәте үҙ емеш­тәрен бирә. Владимир Петрович эшлә­гән тиҫтә йылда Әбйәлил районы, социаль-иҡтисади торғонлоҡтан арынып, республикала алдынғылыҡҡа сыға. Мәҫәлән, үҙ көсө менән тапҡан йыллыҡ килеме 119 миллиондан 280 миллион һумға барып етә, һәм ул 54 район араһында икенсе урынды яулай. Был иһә күп мәсьәләләрҙе үҙаллы хәл итергә мөмкинлек бирә.
Әбйәлилдә малсылыҡ, игенселек йылдам үҫеш ала: сәсеүлектәр иркенәйә, мал һаны арта, тармаҡтарҙа етештереүсәнлек бермә-бер күтәрелә.
– Ул саҡта колхоз-совхоздар район бюджетынан йыл да 10-15 миллион һум ярҙам алып килде, шуның иҫәбенә етештереүҙе күтәрҙек, — тип хәтерләй Владимир Павлюкович.
Әбйәлил районының һәр ауылына төҙөк юлдан бараһың, күптәренә асфальт түшәлгән. Ауылдарҙа заманса яңы йорттар, социаль-көнкүреш объекттары һа­лын­ған, газ һәм электр үткәрелгән. Бөгөн Владимир Петрович ана шуларға ҡарай ҙа: “Ғүмерем заяға үтмәгән, үҙем һалған эҙ бар!” — тип һөйөнә. Һөйләшкәндә ул үҙен уғата тыйнаҡ тота, маҡтаныуҙы йәки кеше хеҙмәтен баһаламауҙы хупламай.
– Райондағы үҫештәр — бер минең генә эш һөҙөмтәһе түгел, коллектив хеҙмәт емеше. Шул осорҙағы етәксе­ләргә, хакимиәт белгестәренә, район Советы, ауыл хакимиәте активистарына рәхмәт­лемен, — ти Владимир Петрович.
– Бөгөн ни менән көн үткәрәһегеҙ? — тигән һорау бирҙем уға.
– 2009 йылда пенсияға сыҡтым. Баҡса үҫтерәм, йорт мәшәҡәттәре лә етерлек. Буш саҡтарымда нәфис әҙә­биәт уҡырға, спорт менән шөғөлләнергә яратам. Әле үткәндәрем хаҡында иҫтәлек яҙам, — тип яуапланы уҙаман.
Владимирҙың иң яҡын һәм ныҡлы терәге — ғаиләһе. Ҡатыны Любовь Григорьевна, ҡырҡ йыл мәктәптә балалар уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡан, “Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “Рәсәйҙең почетлы мә­ғариф хеҙмәт­кәре” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған тәжрибәле педагог.
Павлюковичтар Наталья, Елена, Анна исемле ҡыҙҙар үҫтереп, оло юлға аяҡ баҫтырған, белем һәм тәрбиә биргән. Бөгөн уларҙың һәммәһенең үҙ тормошо һәм ғәме бар.
– Район етәксеһенә буш ваҡыт эләкмәй инде. Шуға бөгөн ваҡытымды заяға үткәр­мәйем, уны ғаиләмә, сәләмәт тормошҡа бағышлайым, — ти Владимир Петрович.
“Изгелек эшлә лә һыуға һал — халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ күрер” тигән боронғонан килгән әйтем бар. Владимир Павлюковичтың ҡылған изге ғәмәлдәрен район халҡы юғары баһалаған, ул — Әбйәлил районының маҡтаулы гражданы. Бынан тыш, “Башҡортостандың атҡа­ҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре”, “Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре”, “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы — етәксенең төрлө йылдарҙағы фиҙакәр эшенә оло баһа ул.
– Салауат Юлаев ордены минең өсөн бүләктең иң олоһо булды, шикелле. Мил­ли геройыбыҙҙың изге аманаты булараҡ ҡабул иттем уны, — тип ғорурлана Владимир Петрович.
…Әбйәлил ерен үҙ төйәге итеп яратып, бар көсөн уға сарыф ҡылған, халҡыбыҙҙы ихтирам иткән Владимир Павлюковичҡа ошо көндәрҙә 65 йәш тулды. “Башҡорт­остан” гәзитенә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙған хеҙмәт ветеранын оло юбилейы айҡанлы ҡайнар ҡотлап, сәләмәтлек теләйек.

Шәйхелислам АЙСЫУАҠОВ,
матбуғат ветераны.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509