Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туҡсоранда икән ул әүҙем башҡорттар!
Туҡсоранда икән ул  әүҙем башҡорттар! Хәҙер инде беҙ дәреслектәрҙән генә уҡып беләбеҙ: тарихи Башҡортостан еренә халҡы һәм биләмәһе ҙур ғына булған Туҡсоран кантоны ла ингән. Әле беҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының делегацияһы менән ата-бабаларыбыҙҙың шул боронғо биләмәләре буйлап автобуста елдерәбеҙ. Тирә-яҡта, ҡайһы тарафҡа баҡһаң да – иге-сиге күренмәгән Ырымбур далалары. Һис бер ҡайҙа ауыл да, машиналар ҙа, кеше заты ла күрмәҫһең. Ауылдар үтә һирәк осрай, уның ҡарауы, ниндәйҙәре бит әле!

– Бына был ауыл – Дауыт Юлтый тыуған урын, исеме лә Юлтый, быныһы – Сөләймән Муллабаев тыуып үҫкән Юл­даш ауылы, ә быныһы – Әмир Абдра­заҡовтың ауылы... – тип күрһәтеп бара беҙгә Башҡорт дәүләт университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев. Тарих белгесе генә түгел, ә Туҡ йылғаһын һыулап ултырған Тәңес (Үрге Ильяс) ауылында тыуып үҫкәнгә лә был яҡтарҙы – Ырымбур өлкәһенең көнбайыш өлөшөн – ул биш бармағы кеүек белә.
Туҡсоранда икән ул  әүҙем башҡорттар!Беҙ китеп барған ошо Тәңес ауылы ла данлыҡлы: унда мәшһүр сәсән Мөхә­мәтша Буранғолов тыуған. Маҡсатыбыҙ – уның халҡыбыҙ өсөн тиңһеҙ хазина булған “Урал батыр” эпосын ҡағыҙға яҙып алыуына 105 йыл тулыуҙы билдәләү һәм сәсәндең тыуған ауылы Тәңестә “Динислам” мәсетен асыу тантанаһында ҡатнашыу.
Ҡыҙыл гвардия районы үҙәге Плешаново ауылының мәҙәниәт йортонда көтөп торалар ине инде. Филология фәндәре докторы, шағир, публицист һәм топонимист Рәшит Шәкүрҙең, тарихсы Нурислам Ҡалмантаевтың, Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы Башҡарма комитетының комиссия рәйесе, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты доценты Фәнзил Санъяровтың, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты вәки­ле Ғәбделәхәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың, һәүәҫкәр композитор Фәниә Дауытова­ның, билдәле журналистар Сәрүәр Сури­на менән Венера Ситдиҡованың сы­ғыш­тары халыҡ өсөн фәһемле бул­ғандыр тип уйлайым, сөнки Мөхәмәтша Буранғолов ҡына түгел, халҡыбыҙҙың башҡа данлыҡлы ул һәм ҡыҙҙары тура­һындағы мәғлүмәт тә нисектер онотолоп бара. Улар тураһында әленән-әле иҫкә төшөрөп тороусы милли матбуғаттың да тиражы кәмей бит. Милләтебеҙҙең дөйөм тарихы менән дә шулай. Айырыуса Баш­ҡортостандан ситтә. Матди байлыҡ артынан ҡыуып, рухи ҡиммәттәрҙе арт­ҡараҡ күсереп тороусы заман да үҙене­кен итәлер инде.
Икенсе көндө иртән Тәңес ауылында халыҡ күп йыйылғайны. Яңы мәсеттең ти­рә-яғы сит ил маркалы автомобилдәр ме­нән тулды. Халыҡ хәлле генә көн итә ти­гәнде аңлата был, минеңсә. Совет осо­рон­да төрлө ҡалаларҙан, хатта Мәскәү­ҙең үҙенән дә ураҡҡа ебәрелгән ав­то­ко­лонналар менән тау-тау иген оҙа­тып торған ауылдар бөгөн дә хөрт йәшә­мәй. Коллектив хужалыҡтар юҡ тиерлек, уның ҡарауы, ярҙамсы хужалыҡтар күп һәм фермерлыҡ көслө. Тәңес ауылы эш­ҡыуары, Салауат Буранғолов етәкселе­гендәге агрохолдинг үҙе генә лә ни тора. “Һеҙҙә, Башҡортостанда, егерме йыл дауамында колхоз ҡоролошон һаҡларға тырышып ҡаранылар, ә шул осорҙа беҙҙә эшҡыуарлыҡ үҫте”, – тине миңә оло бер ағай.
Уныһы ла хаҡтыр. Шулай ҙа әүҙемлек, йүнселлек Туҡ буйы башҡорттарына айырыуса хас һымаҡ тәьҫир ҡалды миндә. Туҡсоран кантонын административ яҡтан оло Башҡортостан биләмәһенә индереп тә, һуңынан унан айырыуҙарына Зәки Вә­лиди ҙә үкенгән, тиҙәр. “Туҡсоран – милли рухы көслө төбәк бит ул”, – тип әйткән.
Әүҙемлек тигәндән, район үҙәге Плешаново ауылында иҫ китерлек күренеш­тең шаһиты булырға тура килде: өс башҡорт ҡатыны – Ғәйшә Ҡалмантаева, Зилә менән Дилә Буранғоловалар – һоҡландырғыс архитектуралы ҙур мәсет төҙөткән! Юҡ, улар эшҡыуар ҙа, олигарх та түгел. Ләкин барлыҡ ойоштороу эшен үҙҙәренә йөкмәгәндәр: ҡайҙа халыҡтан аҡса йыйып, ҡайҙа ошо яҡтарҙа тыуып үҫеп илдең төрлө ҡалаларында йәшәгән йүнселдәрҙе ярҙамға саҡырып, 13 йыл буйы төҙөткәндәр уны.
Әлеге мәҡәләлә һүҙ барған мәсетте иһә Тәңес ауылының икенсе бер уңған улы Виталик Ҡалмантаев һалдырған.
– “Ни өсөн мәсет һалдырырға бул­дың?” – тип һорайҙар йыш ҡына, – тип башланы ул сығышын. – Ауылыбыҙҙа үткән быуаттың 30-сы йылдарынан бирле мәсет юҡ. Ә иман үҙәге бик тә кәрәк. Беҙ эш буйынса йыраҡтарға сығып киткәндә иҫән-һау һәм уңышлы сәфәр ҡылып ҡай­тыуыбыҙҙы теләп ултырыусы изге урын буласаҡ ул. Мин мәсет төҙөлөшөнөң уртаһында булған атайыма, эшләүсе­ләрҙе йылы аш менән һыйлаған әсәйемә, ҡатыным Реваға, барлыҡ туғандарыма бик рәхмәтлемен.
Туҡсоранда икән ул  әүҙем башҡорттар!Артабан Виталик Әхмәт улы мәсеттең бинаһын төҙөүҙә, биҙәүҙә, йыһаздар ме­нән тәьмин итеүҙә, ихатаһын тәртипкә килтереүҙә һ.б. эштәрҙә ҡатнашҡан бар­лыҡ ауылдаштарын исемләп әйтеп сыҡ­ты. Ә тағы ла һуңыраҡ, ҡорбан ашына йыйылғас, ул: “Ғәфү итегеҙ, ҡайһы бер кешеләр онотолоп ҡалған”, – тип, ҡойма буяған апай­ҙарға хәтлем тағы ла бер нисә исем-шә­рифте атаясаҡ. Был үҙе үк йәш эш­ҡыуар яғынан тәрбиәлелек һәм ауылдаштарына ихтирам билдәһе. Йыйы­лыу­сылар араһында Тәңестә бөгөн йәшәү­селәр генә түгел, Мәскәүҙән, Яр Сал­лынан һәм баш­ҡа тарафтарҙан тап ошо тантанаға тип килеп еткән ауылдаштары ла бар ине.
Туҡсоранда икән ул  әүҙем башҡорттар!– Мәсет төҙөтөү башланғысы менән эшҡыуарҙар – яңы быуын кешеләре – сы­ғыш яһауын күреү – үҙе үк ҡыуаныслы хәл. Тимәк, йәштәргә дөрөҫ тәрбиә бир­гән­дәр. – Ҡыҙыл гвардия район хаки­миәте башлығы Николай Чернышев та иман йортон асыу тантанаһында шуны раҫланы.
Әйткәндәй, мәсет асыу тантанаһы та­мамланыуға табан барғанда, ауыл ста­рос­таһы Нур Кучаев Мөхәмәтша Бу­ран­ғоловҡа Тәңес ауылында һәйкәл асыу хәстәрлеген күрә башлаясаҡтары тураһында белдерҙе. Тиҙ үтәлә торған бурыс түгел ул, бигерәк тә финанс мәсьәләһенә килгәндә, ләкин, ил төкөрһә күл була тигәндәй, күмәкләп тотонғанда барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңеп була икәнен был яҡ халҡы иҫбатланы ла инде.
Башҡортостандан ситтә йәшәп тә үҙ телен онотмаған, балаларына хәтлем саф башҡортса һөйләшкән, милли рухын һәм иманын һаҡлап тота алған Туҡ буйы башҡорттары һоҡланыуға, хуплауға, бү­тән­дәргә өлгө итеп ҡуйыуға лайыҡ. Улар, күреүебеҙсә, ситтән килеп ярҙам иткәнде, хөкүмәт мул итеп аҡса бүлгәнде, өҫтән фарман төшкәнде көтөп ултырмай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840