Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хайран ҡалдырыр Һайран
Хайран ҡалдырыр Һайран Һайран ауыл хакимиәте биләмәһенә аяҡ баҫҡас та, урындағы халыҡтың тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәгәне һиҙелде. Бер яҡта ағас бысһалар, баҫыуҙа һабан таҡҡан тракторҙар геүләй, малайҙар урам буйлап велосипедта елдерә, бәғзеләре туп тибә... Ғөмүмән, ”ауылдарҙа тормош һүнә” тигән һүҙҙәр бөтөнләй ят был төбәккә.
Хакимиәттә эштең ҡыҙыу мәленә юлыҡтыҡ. Башлыҡ Әминә Мәһәҙиеваның бүлмәһенән кеше өҙөлмәй: берәүгә ер кәрәк, икенсеһенә – белешмә, өсөнсөһө шәп тәҡдимдәрен еткерергә килгән. Етәксегә эш етерлек. Башҡа мәшәҡәттәрҙән бушағас, ул беҙҙе алып, биләмә менән таныштырыу маҡсатында юлға сыҡты.


Уңыш сере – етәкселә

Ауылдарҙың һәр береһенең – үҙ тарихы, яҙмышы. Дөйөм алғанда, 13 милләт вәкилен һыйындырған улар. Берҙәм көс менән алға баралар. Әминә Зәкәри ҡыҙы нәҡ ошо ҡаҙанышты айырып билдәләй.
Һис шикһеҙ, күп нәмә етәксенән тора. Ауылдарҙа тыныс тормош, тигеҙ шарттар булдырыуға күп көс һала Әминә Зәкәри ҡыҙы. Шуға ла халыҡ уны ярата, хөрмәт итә. Башлыҡтың эшен яратып башҡарыуы уның ошо ер ҡыҙы булыуына ла бәйлелер. Тыуған төйәге өсөн янып йәшәй Әминә Зәкәри ҡыҙы. Эскелеккә ҡаршы әүҙем көрәш алып барыуын, спортты үҫтереүгә һалған көсөн айырып телгә алмау мөмкин түгел. Тап ошондай уңған башлыҡтар тотоп тора бит ауылдарҙы.

“Ҡайтҡаныбыҙға һис тә үкенмәйбеҙ”

Хайран ҡалдырыр ҺайранАуыл ерендәге йәштәрҙең тыуған төйәге өсөн өмөт-таяныс булыуы – ифрат ҡыуаныслы хәл. Был йәһәттән Яңы Әптек халҡы Слеповтар менән ғорурланып бөтә алмай.
Матур мөхәббәт тарихына, тоғролоҡҡа һәм башҡа изге төшөнсәләргә нигеҙләнгән был ғаилә усағы. Әлмира менән Максим VIII класта уҡып йөрөгәндә үк осраша башлай. Киләсәктә сәләмәт тормош алып барырға, рухи яҡтан ныҡ булырға һүҙ бирешәләр һәм был антына тоғро ҡалалар.
Ҡыҙ егетен армиянан көтөп алғас, күркәм пар мөнәсәбәтен законлаштырып, Ишембай ҡалаһына юллана. Унда һигеҙ йыл ғүмер иткәндән һуң тыуған ауылына ҡайтып төпләнәләр.
– Эш урыныбыҙҙың һәйбәт булыуына ҡарамаҫтан, кеше тупһаһы ялҡыттымы, әллә ҡала тормошо сит күрендеме – был һорауға аныҡ ҡына яуап бирә алмайбыҙ, – ти Слеповтар. – Иң мөһиме – тыуған ауылға күсенеп ҡайтҡаныбыҙға һис тә үкенмәйбеҙ.
Ата-әсәһе менән бергә ун йәшлек Аделина һәм бәләкәй Вилдан да ҡыуанып бөтә алмай ауылда йәшәүҙәренә. Ишек алдына сығып, саф һауа менән күкрәк тултырып тын алыу ғына ла ни тора?! Өҫтәүенә быйыл тәүге тапҡыр үҙ умарталарының балын тәмләп ҡарағандар. Ҡорттарҙың гөжләүе, балаларҙың атаһы яһаған майҙансыҡта сыр-сыу килеп уйнауы йәшәүгә йәм өҫтәп, яҡты киләсәккә өмөттө арттырып ебәрә.
Ике йыл элек йорт һатып алғандар. Элекке хужа хәҙер өйөн танымаҫ та: оҫта ҡуллы Максим уны “әкиәт иле”нә әйләндергән, һәр бүлмә, мөйөш үҙенсәлекле итеп биҙәлгән. Хужа ғына түгел, ғаиләнең барлыҡ ағзалары төрлө шөғөлгә эйә. Кем сигә, кем бейей, кем һүрәт төшөрә тигәндәй. Слеповтар ғаиләһе бергәләп төрлө ярыштарҙа ла ихлас ҡатнаша. Мәҫәлән, быйыл “Әсәй, атай һәм мин – спорт яратҡан ғаилә” конкурсында республика төбәктәренән йыйылған 30-ҙан ашыу команда араһында II урынды яулағандар.
– Әле генә моңло итеп йырлаған Аделинаның бер аҙҙан кимонола килеп сығып, каратэ буйынса төрлө күнекмә күрһәтеүе залдағыларҙы ла, жюри ағзаларын да хайран итте, – тип ғорурлана әсә кеше. – Тимәк, көн дә Ишембай ҡалаһына секцияға йөрөтөүем бушҡа түгел.
2013 йылда иһә Слеповтар Ишембай ҡалаһында үткән “Йәш ғаилә” конкурсында – I, төбәк кимәлендә IV урынды яулаған. Ғөмүмән, тырыш, маҡсатлы ғаиләнең йортон бихисап диплом һәм грамоталар биҙәй.
Йән биргәнгә – йүн биргән, ти халыҡ. Ауылда хеҙмәт урыны табыу йәһәтенән дә һис аптырап ҡалмаған йәштәр: оҫта педагог Әлмираны мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары һәм физкультура уҡытыусыһы итеп саҡырһалар, Максимға 30 саҡрымдан ашыу алыҫлыҡта ятҡан Салауат ҡалаһына көн дә йөрөп эшләү бер ни түгел. Килемен арттырыу маҡсатында Слеповтар яҡын киләсәктә һарыҡсылыҡ менән дә шөғөлләнергә ниәтләй.
Халыҡ фекере – хаҡлыҡ. Был йәһәттән Слеповтар хаҡында: “Яңы Әптекте йәмләп, әлдә тыуған төйәгенә еректеләр әле”, – тиҙәр.

Мәктәптең көсө сағыла

Уҡыу йортондағы белем кимәлен кисәге уҡыусыларға ҡарап та баһалап була. Яңы Әптек дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлағандар районда ғына түгел, республика кимәлендә ҙур уңыштарға өлгәшә, тормошта үҙ урынын таба. Килер ваҡыт: һеҙ һүрәттә күргән был ҡыҙ ҙа әлеге фекерҙе дәлилләр!
Диана Ахтеева әле – Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының I курс студенты. Уңған ҡыҙ мәктәпте тик “бишле” билдәләренә тамамлаған. Баш­ланғыс кластарҙан уҡ барлыҡ пред­мет­тарҙы тырышып өйрәнгән, район кимәлендәге олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулаған. Айырыуса теүәл фәндәрҙе үҙ иткән ҡыҙ йыл да математика буйынса олимпиадала ҡатнашҡан, йәмғиәтте өйрәнеү, география фәндәренән дә уңыштары күп.
– Мәктәбебеҙҙең ғорурлығы! – тиҙәр Диана хаҡында уҡытыусылары.
Шулай ҙа ҡыҙ үҙен генә “батыр” тип иҫәпләмәй.
– Уңышымдың күп өлөшө – уҡытыусыларымдың хеҙмәт емеше, мәктәбебеҙҙең көсө, – ти.

“Романов” тоҡомо нисек тәрбиәләнә?

Хайран ҡалдырыр Һайран“Романовтар күпләп йәшәй бында” тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, башта аптырап киттек. “Батша нәҫеленең дауамы Ишембай районында көн итәме?” тигән уй ҙа үтмәне түгел баштан. Баҡтиһәң, “романов” тоҡомло һарыҡ аҫрайҙар икән Арлар ауылындағы “Алтынагро” йәмғиәтендә.
Тәү ҡарашҡа ят мал булып тойолһа ла, ифрат килемле тип үҙ итәләр.
– Ике йыл эсендә өс тапҡыр бәрәсләй, – ти ферма мөдире Фәүирә Исмәғилева. – Бер юлы ете бәрәс тыуҙыра ала. Ауырлығы яғынан да отошло. Беҙ күреп өйрәнгән һарыҡтан күп тигәндә 15 килограмм ит алып була, ә бөгөн һуйған “романов”тың ите, мәҫәлән, 21 килограмға етте.
Хужалыҡ 2004 йылдан алып эшләй. Һарыҡтар ҙа ошо уҡ йылда Ярославлдән алып киленгән. Бөгөн ҡуй малы 600 башҡа еткән. Дүрт баш һыйыр ҙа бар бында. Улар бәрәстәрҙе һөт менән тәьмин итә – күмәгеһен имеҙергә һарыҡтарҙың ғына хәле етмәй шул. Ә былай мыжыҡ түгел икән “романовтар”: ғәҙәти бесән ашайҙар, шул уҡ ерҙә ятып йоҡлайҙар тигәндәй. Иң ҙур талаптары – яҡшы тәрбиә.
– Былтыр “тоҡомло” статусын алдыҡ. Һарыҡтарҙы бәрәсләтә һатабыҙ, берәүһе алты мең һумға ҡәҙәр етә, – ти хужалыҡ мөдире Юлай Вафиев.
Уңышлы эшләп килгән хужалыҡта һәр хеҙмәткәр бурысын намыҫлы башҡара. Уларға эш хаҡы ваҡытында түләнә, өҫтәүенә бесән бирелә, баҡсалары бушлай һөрөлә.
Мал аҙығы 433 гектар тәшкил иткән сәсеүлектә һәм 100 гектар самаһы киңлектәге сабынлыҡта әҙерләнә. Тиҫтә берәмектән ашыу техника бар. Көтөүлектәрҙең майҙаны – 200 гектар тирәһе.
Хужалыҡ урындағы халыҡҡа эш булды­рыуы ғына түгел, яҡын-тирә ауылдарҙағы тормош шарттарын яҡшыртыуҙа даими ярҙамлашыуы менән дә ҙур хөрмәт ҡаҙанған. Ғөмүмән, төбәктең ышаныслы тотҡаһы ул.

Ауырлыҡҡа баш эйгәндәрҙән түгел

Хайран ҡалдырыр ҺайранЙүнселдәрҙең күбеһе эшен бер тармаҡ буйынса ғына алып барырға ғәҙәтләнгән. Бер ҡараһаң, шулай отошлораҡ та, сөнки ике кәмә ҡойроғон тотоу еңелдән түгел. Шулай ҙа бер нисә йүнәлештә уңышлы эшмәкәрлек алып барғандар күбәйә бара. Биксән ауылында йәшәгән Ришат Мырҙағәлин – нәҡ шундай ҡыйыуҙар рәтенән.
Ул шәхси эшен 2010 йылда булдыра. Шул осорҙан алып ниндәй ауырлыҡтар үткәнен егет үҙе генә беләлер. Хәйер, ҡайһы эшҡыуарға еңел? Тик ауырлыҡтарға баш эйгәндәрҙән түгел шул Ришат. Бер юлы таҡта ярыу цехында ла эш алып бара, мал да үрсетә. Ағас материалдарын һораусылар аҙайһа, баҙарға ит сығара башлай.
– Дөйөм алғанда, эш яҡшы бара, – ти Ришат. – Таҡта ярыу цехында хеҙмәт иткән егеттәрҙең тик ултырғаны юҡ. Малға килгәндә, 13 баш ат, 18 баш һыйыр аҫрайбыҙ. Бесәнде 40 гектарлыҡ яланда егеттәр менән бергәләп әҙерләйбеҙ. Аллаға шөкөр, техника һәм ҡорамалдар етерлек, артабан да үҫешербеҙ тигән өмөт бар.
Йәйе – яланда, яҙы-көҙө – таҡта ярыу цехында, ҡышы һарайҙа үтә һымаҡ Ришаттың. Шулай ҙа башкөллө эшкә сумған егеттең, әлбиттә, йөрәк түрендә – ғаиләһе, йорто. Был йәһәттән дә уңған ул: яҡындарына – ышаныслы терәк, ҡупшы йорто иһә әллә ҡайҙан балҡып күренеп ултыра.

Йәштәрҙең дә ҡайтыуын көтәләр

Хайран ҡалдырыр ҺайранБиләмәлә йәшәгәндәргә көнләшерлек. Башҡа ерҙә медицина учреждениелары ҡыҫҡартылыуға дусар булғанда, Яңы Әптектә гөрләтеп амбулатория эшләй, бүтән ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары бар.
Биш ауыл халҡын Яңы Әптектәге табиплыҡ амбулаторияһында ике тиҫтә кеше хеҙмәтләндерә. Әлбиттә, ҡатмарлы операциялар үтмәй бында, стационар ҙа юҡ. Шулай ҙа тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү, пациенттарҙы ҡарау, дауалау һәм анализ алыу һымаҡ хеҙмәттәр ҙә – урындағы халыҡ өсөн алыштырғыһыҙ ярҙам.
– Быйыл 20 йыллығын билдәләгән учреждениела белгестәр етерлек, – ти амбулатория мөдире вазифаһын баш­ҡарыусы Алис Шәрипов. – Бәләкәй яраларға операция эшләйбеҙ, акушерҙар бар. Теш табибы кабинеты ла халыҡ өсөн бик кәрәкле. Белгестәребеҙҙең барыһы ла тәжрибәле, оҙаҡ йылдар эшләй. Йәштәрҙең дә ҡайтыуын теләйбеҙ.
Һүҙ юҡ: мәшәҡәт етерлек амбулаторияла. Бер нәмәгә ҡарамай, уның ишек­тәренең артабан да халыҡ өсөн асыҡ булыуын теләргә ҡала.

Яңы үрҙәргә баҫҡыс

Хайран ҡалдырыр Һайран“Реаль эштәр” проектына ярашлы, Һайран ауылында балалар өсөн яңы спорт майҙансығы асылды.

Тантанала ҡыҙыл таҫманы киҫеү “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Гөлнара Кирәева менән район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Шаһиеваға йөкмәтелде. Ҡунаҡтар балаларға бүләккә спорт инвентарҙары ла алып килгәйне.
– Халыҡ фекерен тыңлау һәм үтенестәрҙе тормошҡа ашырыу – проекттың төп маҡсаты, – тине Гөлнара Әнүәр ҡыҙы, халыҡты тәбрикләп. – Республика буйынса 36 меңдән ашыу кеше ҡатнашлығында 900-ҙән күберәк йыйылыш уҙҙы. Урындағы эш төркөмдәре халыҡтың теләктәрен, тәҡдимдәрен яҙып алды. Беҙгә 1 603 проект тапшырылғайны, уларҙың араһынан иң мөһимдәре һайлап алынды. Быйыл республикала 717 проект тормошҡа ашырыласаҡ.
Һайран ауыл Советы башланғысты дәррәү күтәреп алған. Әлеге спорт майҙансығын төҙөү – бер тауыштан хәл ителгән ҡарар.
– Эште башҡарыу Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы шәхси предприятиеға йөкмәтелде, – тине биләмә башлығы Әминә Мәһәҙиева. – “Берҙәм Рәсәй” партияһы бүлгән аҡсаға алынған ҡорамалдарҙы килтереү генә түгел, тейешенсә урынлаштырыу бурысы ла подрядсының иңенә төштө. Майҙансыҡты бар халыҡ менән бергә төҙөнөк: берәүҙәр – аҡса, икенселәр техника, материалдар менән ярҙамлашты.
Ауыл халҡы булдырған хоккей ҡабында хәҙер яңы футбол, баскетбол ҡапҡалары урын алған. Волейбол майҙансығы эргәһендә төрлө уйын ҡорамалдары ҡуйылған. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы, барыһы ла кәртәләп алынған.
– Ҡыш бында сана, саңғы шыуыу өсөн тау эшләргә, шыршы ултыртырға ниәтләйбеҙ. Майҙансыҡ йыл әйләнәһенә эшләйәсәк, – ти мәктәп директоры Лилиә Вәлишина.
Хайран ҡалдырыр ҺайранАлты-ете йәшлек ҡыҙҙар Розалина Солтанова һәм Зарина Әхмәтйәнова ла уйын майҙансығы төҙөлөүенә ифрат шат. Бында үҙҙәре менән бергә бәләкәй туғандарын да алып киләләр.
– Беҙҙең мәктәпкәсә төркөмгә 14 бала йөрөй, – ти тәрбиәсе Миләүшә Ҡаҙаҡҡолова. – Кескәйҙәр: “Апа, ҡасан унда уйнарға барабыҙ инде?” – тип майҙансыҡ төҙөлгәнен түҙемһеҙләнеп көттө. Хәҙер бына бәүелсәктән төшмәйҙәр, ҡомдан һарай ҙа яһап ҡуйҙылар.
Майҙансыҡты асыу тантанаһында өлкән быуын вәкилдәре матур концерт ҡарап кинәнһә, уйын урындары балаларҙың бәхетле тауышына күмелде. Байғужа, Петровск, Урман-Бишҡаҙаҡ һәм Һайран ауыл биләмәләре спортсылары яңы ерҙә футбол турниры уҙғарҙы. Халыҡ яңы комплекстың ҙур үрҙәр яулау өсөн йәнә бер баҫҡыс булырына ҙур ышаныс белдерҙе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840