Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йылы һәм яҡты булһын өсөн
Йылы һәм яҡты булһын өсөн Бөгөнгө йәшәйешебеҙҙе энергетика хеҙмәтенән башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәре алдына энергетика селтәрен тағы ла киңәйтеү, ошо өлкәләге хеҙмәттәрҙе тотороҡло һәм хәүефһеҙ итеү бурысы билдәләнгән. Нефтекама район-ара электр селтәрҙәре предприятиеһы уларҙы уңышлы тормошҡа ашырыуға лайыҡлы өлөш индерә.


Ул бынан ярты быуат самаһы элек төньяҡ райондарҙы хеҙмәтлән­дереү­се электр селтәрҙәре предприятиеһы булараҡ төҙөлә. Тиҫтә йыл эсендә ул төр­лө үҙгәрештәр кисерә. 2005 йылдан башлап Нефтекама райо­нын­дағы электр селтәрҙәре пред­прия­тиеһы итеп үҙгәртелә. Шулай ҙа уның тәғәйенләнеше бер үк булып ҡала. Предприятие ҡулла­ныусыларға электр энергияһы тапшырыу өсөн яуаплы. Ул электр энер­гияһын һатып алыу һәм һатыу өлкәһендә төбәк селтәр ойошмаһы булараҡ сығыш яһай. Энергия менән тәьмин итеүсе ойошма (ул һатып алған йә иһә үҙе етештергән энергияны бирә) һәм физик, юридик бе­рәмектәр араһында аралашсы булып тора. Ҡулланыусыларға иң яҡын торғанға, уларҙың хеҙмәтенә талаптар айырыуса юғары.
Предприятиеның төп заказсылары — Нефтекама хакимиәте, коммуналь комплекс һәм сәнәғәт предприятиелары. Предприятиеның производство базаһы 22 мең квадрат метрҙан күберәк майҙанды биләй. Уның ҡарамағында барлығы 87,9 километр оҙонлоҡтағы һауа һәм кабель электр тап­шырыу линиялары, ғөмүмән, ҡеүәте 115790 кВФ булған 2013 транс­форматорҙар ярҙамсы стан­ция­һы иҫәпләнә. Бынан тыш, килешеүҙәр буйынса ун биш километрҙан ашыу электр тапшырыу линияларын һәм 76 трансформатор ярҙамсы станцияһын хеҙмәтләндерәләр. Әлеге һандарҙан сығып, коллективтың эш даирәһен күҙ алдына килтереп була. Эштәрҙең тулы циклын юғары дәрәжәлә теүәл­лек менән тәьмин итеү өсөн һауа линияһы участкалары, электр лабо­раторияһы һәм кабель хужалығы, трансформатор ярҙамсы станциялары һәм оператив диспетчерлыҡ хеҙмәте, электр энергияһын һатыу, механизация һәм автотранспорт һ.б. хеҙмәттәр ойошторолған. Уларҙың һәр ҡайһыһы сәғәт теүәллегендә эш­ләй, сөнки производствоның үҙен­сәлектәре шуны талап итә.
Коллективта ике йөҙҙән ашыу кеше эшләй. Һәр ҡайһыһы — белем­ле һәм тәжрибәле белгес, үҙ эшенең оҫтаһы. Энергетиктар араһында бил­дәле хеҙмәт династиялары бар. Рябковтар, Палаошевтар, Закировтар һәм Сәләховтарҙың бер нисә быуыны намыҫлы хеҙмәт һала. Пред­прия­тиеға байтаҡ йылдар етәкселек иткән атҡаҙанған энергетик Вениамин Коржовты ҙур ихтирам менән телгә ала хеҙмәттәштәре.
Энергетиктарға ял да, байрамдар ҙа юҡ. Селтәрҙе эксплуатациялау — өҙлөкһөҙ мәшғүллек. Ҡышҡы осорға әҙерлекте лә йыл дауамында алып баралар. Селтәрҙәренең торошо, трансформатор ярҙамсы станция­ларының көйлө эшләүе алда торған йылытыу миҙгеленә ышаныслы аяҡ баҫырға мөмкинлек бирә.
Һуңғы осорҙа предприятиела производствоны яңыртыуға етди иғтибар бирелә. Был йүнәлештәге эштәр пред­приятиеның үҙ финанс сығым­дары иҫәбенә башҡарыла. Әйтәйек, электр үткәргестәрҙе, заманса изоляциялы терегөмөшлө лампалы яҡ­тырт­ҡыстарҙы һуңғы технология буйынса эшләнгәндәренә алыштыралар. Энергетик тикшереүҙәр үткәр­гән­дән һуң энергияны һаҡлауға йү­нәл­телгән һәм яҡын киләсәктә ғәмәлгә ашыраһы мөһим саралар ҙа билдәләнгән.
Нефтекама район-ара электр сел­тәрҙәре предприятиеһы энергетика тармағында тотороҡло эшләй, заман­са технологиялар индереү һәм башҡа яңылыҡтар буйынса алдынғы иҫәптә тора. Был күрһәткестәр — пред­приятие етәксеһе Шамил Хәйрул­линдың етәкселек эшмәкәрлегенә аныҡ баһа. Сөнки һәр эштең һөҙөм­тәһе уның нисек ойошторолоуына бәйле.
— Уңған, булдыҡлы етәксе менән эш уңышлы бара, — ти хеҙмәт­тәштәре Шамил Фәйзи улы хаҡында ихлас ғорурлыҡ менән.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 367

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840