Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Торбанан быу ғына сығасаҡ
Өфөнөң Шакша биҫтәһендә “Башҡортостан Кроношпаны”н төҙөү хаҡында һүҙ сыҡҡас та йәмәғәтселек гөж килә башланы, уға ҡаршы төрлө саралар ойошторолдо. Имеш, завод ситтән күсерелеп килтерелгән иҫке ҡоролмаларҙан йыйыла, экологияға насар тәьҫир итәсәк. Әммә, нисек кенә булмаһын, төҙөлөш туҡ­таманы. Унда республи­кабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитов та бер нисә тапҡыр булып, эш барышы менән танышты. Ошо көндәрҙә республиканың Йәмәғәт палатаһы журналистарға “Кроношпан” буйлап сәйәхәт ойошторҙо.


Шакшаның бер осонда төҙөлә яңы завод. Әле бында һуңғы эштәр бара: юлдар һалына, ойошма тулыһынса ҡойма менән уратып алынған. Ихатала тау-тау булып бүрәнәләр ята.
­– Күптәр сифатлы ағас то­то­но­ласаҡ тип һөйләй, әммә был дөрөҫ түгел, – тип һүҙ башланы “Баш­ҡорт­остан Кроношпаны”ның генераль директоры Ардашер Курбаншо. – Ана, күрәһегеҙме, өйөлөп ятҡан бүрә­нәләрҙең береһе лә таҡта итеп йәки башҡа маҡсатта ҡул­ланылырҙай түгел. Ә бит республика урмандарында ҡартайып, сереп ятҡан ағас етерлек. ДСП-ны теләһә ниндәй ҡалдыҡ-боҫтоҡтан эшләргә була.
Ысынлап та, бөгөн Башҡортостанда 750 миллион кубометрҙан ашыу ағас запасы бар. Уның яртыһы тиерлек өл­гөр­гән ағастар иҫәбенә тап килә. Улар төҙөлөш материалдары өсөн яраҡһыҙ, йәғни тәрәнәйтеп эшкәртеү өсөн ҡулайлы.
Заводта 250 кеше эшләйәсәк. Улар ба­рыһы ла махсус уҡыу үткән. Ә һа­лым­ды ойошма урындағы ҡаҙнаға түләй.
Предприятие әле үк төрлө ойош­маларҙан, хужалыҡтарҙан материалдар һатып ала башлаған, райондарҙан да килтерергә мөмкин, иҫәпләшеү үҙ ваҡытында башҡарыла, ти етәкселәр.
– Был торбанан һауаға зарарлы тө­төн сыҡмаҫмы? – тип ҡыҙыҡһынды кемдер.
– Предприятиела сәғәтенә 100 тонна күләмендә ағас вағы киптерелә. Ҡоролма – Европала иң ҙуры. Кип­тергән ваҡытта ҡулланылған һыу һу­ңы­нан туҙандан таҙартыла, ә һауаға уның быуы ғына сығасаҡ, – тине директор.
Завод бер нисә ҙур цехтан тора. Бер урында бысҡы вағы эшкәртелһә, икен­сеһендә әле генә сереп ятҡан ағас­тар­ҙан матур ДСП плитәләре хасил буласаҡ.
– Эш хаҡы нисегерәк булыр? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
– Хеҙмәткәрҙәр уртаса 63 мең һум аласаҡ.
Әлбиттә, киләсккә ҙур хыялдар ме­нән йәшәй ойошма етәкселеге. Мәҫә­лән, башҡа төр ағас материалдар, ла­минат етештерә башлау ҙа күҙ уңында тотола. Ул сағында йәнә бихисап кешегә эш урыны буласаҡ. Күптән түгел предприятиела тәүге плитәләр сығарылған. Сәйәхәттә ҡатна­шыу­сылар уны күрҙе.
– Тиҙҙән ошо таҡталарҙан эшләнгән матур йорт йыһаздары фатир­ҙарыбыҙҙы йәмләр, – ти директор.
Әлбиттә, ағас эшмәкәрлеге менән бәйле ойошма өсөн янғын хәүеф­һеҙлеген тәьмин итеү – мөһим бурыс. Был йәһәттән дә борсолорлоҡ түгел: заманса технологиялар бөгөндән үҙ бурысын үтәргә әҙер.
Завод биләмәһе буйлап сәйәхәт апаруҡ ҡына дауам итте. Барлыҡ ерҙә та­ҙалыҡ, яңы ҡоролмалар күҙгә са­лынды. Бысҡы вағын киптереү ҙә, елем һаҡлағыстар ҙа тирә-яҡтың таҙалығы өсөн хәүеф тыуҙырмай, тип аңлатты директор.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506