Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңелдәрҙә ҡалыр көҙгө сәфәр
Күңелдәрҙә ҡалыр көҙгө сәфәр Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамы менән республиканың Журналис­тар союзы киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн Бөрйән районы буйлап онотолмаҫлыҡ сәйәхәт ойошторҙо. Беҙгә лә унда ҡатнашыу бәхете тейҙе.

Йәйге, ҡышҡы Бөрйәнде күр­гәнем бар, ә бына көҙгөһөн гүзәл төбәккә беренсегә юлланыуым. Көндәрҙең матур, йылы торған сағы – әбейҙәр сыуағы. Көҙгө тәбиғәткә һоҡлана-хозурлана асфальттан елдереп, Бөрйәнгә тиҙ барып еттек. Байназар ауылы янында республика, район баҫ­маларынан, радио һәм телевидениенан хеҙмәттәштәребеҙ менән осрашып, артабан юлды бергә дауам иттек.
”Шүлгәнташ” ҡурсаулығындағы туристик комплекста туҡталып, ҡунаҡханаға урынлаштыҡ. Төшкө аш мәлендә яҡын­дан танышып, һүҙҙәре береккән журналистар дан­лыҡлы мәмерйәгә юл тотто. Ара­быҙҙа кем генә юҡ: Баш­ҡорт­остан юлдаш телевидение­һын­дағы ”Следопыт” тапшы­рыуын төшөр­гән берҙәм һәм дәртле ижади төркөм; ”Йәшлек”, ”Ватандаш”, ”Башҡортостан ҡыҙы” республика баҫмаларының баш мө­­хәр­­рирҙәре Артур Дәүләтбәков (ул – Журналистар союзы рәйесе лә), Азамат Юлдашбаев, Гөлназ Ҡотоева; матбуғат ветераны, Жур­­налистар союзы рәйесе урын­­баҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев; республика яңылыҡтарын туп­лап, уларҙы ”эҫе” килеш ха­лыҡ­ҡа еткергән ”Башинформ” мәғ­лү­­- мәт агентлығынан, ”Юл­даш” ра­дио­­һынан йәш хәбәрсе­ләр һәм район-ҡала гәзиттәре делегациялары.
Мәмерйәгә илткән юлыбыҙ оҙаҡ, шулай ҙа ҡыҙыҡлы булды. Үткер күҙле журналистар бер ниҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай шул. Ағиҙел ярына төштөк, Бөрйән балына ҡушып, хуш еҫле самауыр сәйен дә эстек. Үҙебеҙ белгәнде һөйләй-һөйләй, матур урындарҙа иҫтәлеккә фотоға төшә-төшә мәмерйә төбөндәге контроль пунктына килеп еттек. Бында беҙ килерҙән алда ғына А.В. Рюминға (мәмерйәлә борон­ғо һүрәттәр барлығын беренсе булып асыҡлаған ғалим) иҫтәлек­ле мәрмәр таҡтаташ ҡуйылған икән.
Шүлгәнташтың эсендә беҙҙе Тәс­лимә исемле ҡыҙыҡай оҙатып йөрөнө. Уның һөйләгәндәрен ”Сле­допыт” тап­шырыуының алып барыусыһы Гүзәл Хәмитова ҡы­ҙыҡ­лы өҫтәмәләре менән байыт­ты. Журналистың белмәгәне юҡ, һәр һүҙе нигеҙле, дәлилле. Әлеге һөнәрен үҙ иткән археолог, геолог йә тарихсылыр тигән уй яралды күңелдә. Гүзәл апай өҫтәүенә музыкант та икән. Ябай, ихлас журналисты барыһы ла үҙ итте.
Базаға ҡайтҡас, киске аш мә­лендә ”түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Унда ҡур­саулыҡ дирек­- торы, Башҡорт­ос­тандың ат­ҡа­ҙан- ған урмансыһы, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты М.Н. Ко­са­рев­тың ҡатнашыуы ифрат әһә­миәтле булды. Етәксе беҙ тө­шө­нөп етмәгән ҡайһы бер мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерҙе.
– Беҙҙең ҡурсаулыҡ, Уралда иң бә­ләкәйе булыуға ҡарамаҫтан, киң бил­дәле, – тип һөйләне Михаил Нико­лаевич. – Ул, таш быуат дәүе­рендә ҡаяға төшө­рөл­гән һүрәттәрҙән тыш, солоҡ­солоҡ менән дан тота. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, әле Бөрйән ҡортона гибридлашыу ҡурҡынысы янай. Таҙа тоҡомлоларҙы үрсетеү өсөн ҡур­саулыҡтың майҙаны бәләкәй. Тимәк, бындай биләмәләрҙе киңәйтеү мөһим.
”Следопыт” тапшырыуының алып барыу­сыһы Булат Кәримов хеҙмәт­тәш­тәрен йәмәғәтселек иғтибарын тәби­ғәтте һаҡлауға йүнәлтергә саҡырҙы. “Экологик һәләкәт тураһында бөгөн саң ҡаҡмаһаҡ, иртәгә һуң буласаҡ”, – тине ул. Учалы районының ”Яйыҡ” гәзите мөхәррире Римма Солтанова иһә ”Туризм – Бөр­йәндең киләсәге” тигән һүҙҙәрҙең лозунгтарҙа ғына түгел, ә ғәмәлдә тормошҡа ашырылыуын теләне. Был төбәктең социаль үҫешенә йоғонто яһаясаҡ, шул иҫәптән ҡурсаулыҡтың да финанс мәсьә­ләләрен хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк.
“Ватандаш” журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев туризм мәҙәниәте тураһында һүҙ күтәрһә, сараны ойош­тороу­сы­лар­ҙың береһе, депутат ярҙам­сы­һы Гөлнур Ҡолһарина башҡорт халҡының сал тарихын, фольклорын һаҡлаған изге урындарҙы киләсәк быуын күреп-белеп үҫһен өсөн көстө йәлләмәү зарурлығын билдәләне.
Сәйәхәттең икенсе көнөндә Инсе­бикә ҡаяһына мендек. Ҡыҙ­ғаныс тарих һаҡлаған бейек тау башынан һүҙ менән әйтеп, ҡә­ләм менән һүрәтләп бөтөп булмаҫлыҡ иҫ киткес матурлыҡҡа шаһит булып, һоҡланып, күҙ күреме етмәҫ ерҙәрҙе байҡаныҡ. Хозур фонда фотоға төшөп, иҫтәлекле мәл­де ­мәңгеләштерҙек. Был йә­һәттән ”Башинформ”дың фото­хәбәрсеһе Олег Яровиковҡа айырыуса рәхмәт белдерәбеҙ.
Хушлашыу мәле. Ваҡиғаларға бай сә­фәр, фекерҙәр уртаҡлығы һәм­мәбеҙҙе бер бөтөнгә туплап та өлгөргән икән – айырылышыуы ауыр булды. ”Сле­до­пыт”­тар беҙҙән күпкә бәхет­ле­рәк, сөнки улар сираттағы тап­шырыуҙы төшөрөү маҡсатында Бөрйәндә ҡалды. Беҙ ҙә буш ҡул менән ҡайтманыҡ – ифрат күп мәғлүмәт йыйҙыҡ. Ә тәьҫо­раттарҙың байлығы! Был көҙгө сәфәрҙе һағынып иҫкә алыр көндәр алда әле.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 442

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 959

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 503

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513