Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иманы ныҡлы аҙашмаҫ
— Ҡыҙымдың Цвигун сектаһына эләк­кәнен, ҡайҙалыр Украинала үҙе кеүектәр менән алйып йөрөгәнен белгәс, башҡа бер нисә атай-әсәй менән Киевҡа юл тоттоҡ, — тип хәтерләй Рита ханым (исемен үҙгәртеүҙе үтенде). — Өфөнөң ул саҡтағы хакимиәте башлығы Зайцев беҙгә ныҡ ярҙам итте, рәхмәт уға. Егермеләп егет һәм ҡыҙҙы кире ҡайтарып алдыҡ. Улар әҙәм күргеһеҙ булып ябыҡҡан, бер нисәүһе үҙаллы атлап та йөрөй алмай. Бәхеткә күрә, мин дә ҡыҙымды эҙләп таптым, һуңынан бик оҙаҡ уның сәлә­мәт­леген нығытыу өсөн көрәшергә тура кил­де. Ләкин ғәрип булып ҡалғандар ҙа бар, бер нисә кеше психиатрия дауаханаһына ятты...
Сектаға килеп эләккән кеше, ғәҙәттә, ғүмергә рухи ғәрип булып ҡала. Ул йә элекке ҡырын һуҡмаҡтан сыға алмай, йә бүтән сектаға күсә, йә булмаһа аҡылдан яҙа, үҙ-үҙенә ҡул һала... Хәйер, секта йоғонтоһона бирелеү үҙе генә лә аҡылдан шашыуҙы аңлатмаймы ни?!
“Виссарионсылар”ға эләккән берәүҙе бе­ләм. Үҙен алла тип танытҡан рәссам Виссарион (ул Краснодар яғынан) теософия, оккультизм, мәжүсилек, насраниҙар (хрис­тиан­дар) тәғлимәтенән аҙ-аҙлап йыйып, айырым бер “мәктәп” булдыра, әле күптән тү­гел генә модала булған “Роза мира” (Данил Андреев) китабы идеяларына таянып, шәйхелфаный-сектанттар йәмғиәте тө­ҙөй. Мин белгән “виссарионсы”, үҙен әле­­нән-әле таҙарта торғас, күтәртер хәлгә етеп, дауаханаға барып эләкте. Әгәр эргә­һендә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер торған туғандары булмаһа, ни менән барып бөтөр ине — билдәһеҙ. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, был йәмғиәттә үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар күп.
“Бөтә донъя гонаһҡа, әшәкелеккә батҡан, уны үҙгәртеү мөмкин түгел, иң мөһиме — үҙеңә саф булырға кәрәк”, — ти Бхагван Шри Ранджниш (Һиндостан университетында философия уҡытҡан кеше). Байҙар гуруһы Бхагван АҠШ-тың Орегон штатында үҙ аэродромы, ҡунаҡханаһы, наркотиктар етеш­тергән лабора­то­рияһы булған дини ҡаласыҡ төҙөгән. Кеше­ләр ышанысын оҫта фай­ҙаланып, ул ай һайын ҡул аҫтындағыларҙан ғына 250 — 300 мең доллар иғәнә йыя. Ә йәштәрҙе гуру наркотиктар ярҙамында “сафландырмаҡсы”.
Ғауғалы “Аум Сенрике” сектаһын кем генә белмәй икән! Японияла, шулай уҡ беҙҙең илдә әллә күпме теракт яһа­ған, меңәрләгән кешенең ғүмерен өҙгән ойошма баш­лыҡ­тары, ысын бул­һа, язаһын алды шикел­ле. Ә бына мин белгән Йәмил менән Фәнилдең яҙмышы ғүмерлеккә ки­регә китте. Улар — игеҙәктәр. Мәктәптә һәйбәт уҡынылар, ҡы­ҙыҡ­һыныусан, аҡыллы булып үҫтеләр, һөнәр алдылар. Ғаилә бик хәлле ине. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҙур өйҙәрен күп ҡатлы йорт төҙөүгә урын бушатыу өсөн емергәс, ата-әсәгә айырым, ә игеҙәктәргә, әле өйләнмәгән булһалар ҙа, һәр ҡайһыһына берәр бүлмәле фатир бирҙеләр.
Ата-әсә улдары йәшәгән торлаҡҡа өр-яңы кәрәк-яраҡ алды. Ә егеттәр ниңәлер ҡыҙҙар менән танышырға ла, өйләнергә лә ашыҡ­маны. Ит-май ашауҙан тыйылдылар, яҡын­дарына ҡарата һалҡын мөнәсәбәткә күс­те­ләр. “Ярай инде, күңелдәренә шулай ярағас, иң мөһиме — эсмәйҙәр, тартмайҙар, ана, башҡалар тәртип боҙоп та йөрөй бит әле”, — тип ата-әсә бер-береһен йыуатты. Тәүҙә телевизор, һыуытҡыс кеүек эрерәк әйберҙәр юҡҡа сыҡты. Әсәй менән атай кеше тәрән ризаһыҙлыҡ белдереп, бының сәбә­бенә төшөнөргә маташҡас, уларға улдары эргәһенә юл ябылды: ишекте асмай башланылар.
Шулай бер йыл үтеп китте. Һыуыҡ ҡышҡы көндәрҙең береһендә Йәмил менән Фәнил ата-әсә фатирын шаҡыны: барыр урындары юҡ ине. Фатирҙарын һатып, ерҙә ғәҙеллек һәм игелек өсөн “көрәшеүсе” “Аум Сенрике” сектаһы файҙаһына тотоноп та ҡуйғандар... Хәҙер ике инфаркт үткәргән Зарифа апай менән йылдан-йыл ҡарыуҙан ҡала барған Вәлләм ағай 50 йәшкә етеп килгән улдарын пенсия аҡсаһына аҫрай. Ә егеттәр икеһе ике мөйөшкә ҡарап үҙ “аллаларына” табыныу­ҙарын дауам итә. Кемдер һаман улар менән идара итеүен ҡуймай — ҡарттарҙың ике бүлмәле фатиры бар бит әле!
“Башҡортостан” гәзитендә эшләп йөрө­гәндә, беҙҙең сәйәсәт бүлегенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр күп була торғайны. Бөтөнләй ярҙам итә алмаған осраҡтар ҙа аҙ булманы. Улар күңелдә үкенес тойғоһо, ғәйеп хисе ҡалдырҙы. Йыш ҡына редакцияға өмөт-ышаныс менән килеп тә, ярҙамдан мәхрүм ҡалған кешеләрҙе хәтерләйем. Шуларҙың береһе Таисия Максимовна ине. “Ни өсөн башҡорт телендә сыҡҡан гәзиткә килдегеҙ һуң?” тип һорағас, ул: “Бөтә редакцияларға йөрөп сыҡтым бит инде, мине иҫәрләнгән тип уйлайҙар. Һуңғы өмөтөм һеҙҙә”, — тине.
Ә тарих былай. Мәҙәниәтле, татыу ғаиләнән Таисия Максимовнаның бер туған ҡустыһы Сергей осоусы һөнәрен һайлай. Халыҡ-ара рейстарға сыға. Үҙе менән бергә эшләгән сибәр стюардесса Ларисаға өйләнә. Йәш ғаиләлә етди ҡытыршылыҡтар башланыуын ҡапыл ғына һиҙмәйҙәр.
Сираттағы рейстан һуң Сергей апаһына асыла. Баҡтиһәң, килендәре ниндәйҙер ала­ма компанияға эләккән икән, хәҙер Сер­гейҙы ла шунда өҫтөрәй. Ғауға гел ошо нигеҙҙә тыуа. Ларисаның ҡыҫҡа ял ваҡыттарында йыйындарҙа юғалыуын, һуңынан үҙен бик сәйер тотоуын һөйләп бирә Сергей. Телефон аша үҙенә кемдеңдер янауын да әйтә. Ахырҙа ул Ларисаны ташларға мәжбүр була. Һәм... бер аҙнанан юҡҡа сыға.
— Мин хәҙер беләм: Сережаны үлтер­гәндәр. Шул көндән башлап ике йыл һайын ғаиләнән берәр кеше юғалды. Күпме туған­дар араһынан бер үҙем ҡалдым. Хәҙер миңә сират... Зинһар, ярҙам итегеҙ, — тип ялбарҙы Таисия Максимовна.
— Ә ни өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итмәйһегеҙ һуң? — тип аптырап һораныҡ.
— Берәү ҙә мине тыңларға теләмәй. Кеше юғалыуы хаҡында эш ҡуҙғатыла ла ябыла: таба алмайҙар. Минең “секта” тип ауыҙ асыуым була, шунда уҡ улар өсөн иҫәргә “әйләнәм”.
Таисия Максимовна беҙгә ҡалын төргәккә тупланған ҡағыҙҙар, документтар тапшырҙы.
— Мине барыбер үлтерерҙәр инде, һеҙ ошо ҡағыҙҙар менән танышып, ғәйеплеләрҙе табырға тырышығыҙ, зинһар, улар яза алырға тейеш, — тине.
Күпме ваҡыт үткәндер — әйтә алмайым, әммә беҙ, бер бүлектә эшләгән өс хеҙмәткәр, әлеге ҡағыҙҙарҙы тапманыҡ, улар бүлмә шкафынан юҡҡа сыҡты. Бөгөн булһын ғәжәп итәм, ул документтар кемгә кәрәк булды, ҡайҙа юғалды икән? Таисия Максимовна иҫәнме бөгөн, әллә... Был ваҡиғаға туғыҙ йыл үтте, ләкин күңелдәге төйөр яҙылмай.
Беҙ шуны хәтерҙә тоторға тейешбеҙ: бер генә секта ла изге уй, изге ниәт менән ойошторолмай. Уларҙың тәүмаҡсаты — илде эстән тарҡатыу, халыҡ араһында ығы-зығы, тормошҡа ҡарата нәфрәт тыуҙырыу, ке­ше­ләрҙе йәшәүҙән ваз кистереү, йәш быуынды ғаиләһенән, уҡыуҙан, эштән айырып, рухын һындырыу, юҡҡа сығарыу. Әлбиттә, секта башындағылар (гуру, адент, пәйғәмбәр, мөғәллим һ.б.) кеҫә ҡалынайтыу, секта ағза­лары (дөрөҫөрәге, уның ғаиләһе) иҫәбенә йәшәү, байығыу маҡсатын да онотмай.
Яҙыусы-фантаст, рәссам, ғалим, фәй­ләсүф Лафайет Рон Хаббард, мәҫәлән, саентологтар сектаһы ойоштороп, мил­лиард­­лаған долларға эйә булған әҙәм. Ул үҙе — билдәле сатанист А. Кроулиҙың тоғро уҡыусыһы. Оҙаҡ йылдар иблис идеяһын әүҙем бойомға ашырып, үҙен “антихрист” тип атаған Хаббардты, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле булһа рәсми сығанаҡтарҙа, ҡайһы бер матбуғат биттәрендә гуманист тиергә маташалар. Быныһы инде кешелек донъяһынан асыҡтан-асыҡ көлөү. Байығыу өсөн яңы дин уйлап табырға кәрәк, тигән фекерҙе тап шул Хаббард үҙе беренсе башлап әйткән дә инде. Башҡортостанда һаман да эшләгән “Дианетика” ойошмаһы әлеге “Саентология сиркәүе” сектаһына ҡарай.
Яңынан-яңы секталар барлыҡҡа килеүе хәүефләндерә. Һуңғы йылдарҙа ғына “Ар­ҡайым”, “Сафлыҡ”, “Вудуизм”, “Индеанизм”, “Радастея”, “Йәш журналистар лига­һы” (“Лига начинающих журналистов”), тағы әллә күпме секта-ойошмалар барлыҡҡа килгән. “Йәш журналистар лигаһы”н ғына алайыҡ. Исеме шәп, шулай бит? Балаларҙы, йәштәр­ҙе йәлеп итеү өсөн бик тә ылыҡ­тырғыс атама. Дәрестәрен дә бит улар мәктәптәрҙә, балалар ижады йорттарында уҙғара. Йәнәһе, оло тәрбиәүи эш алып баралар. Асылда секта балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең аңына, йәшәүгә, тормошҡа ҡарата оятһыҙ, хаяһыҙ мөнәсәбәт һеңдерә, үлемгә, үҙ-үҙеңә ҡул һалыуға ынтылыш тәрбиәләй, бүтәндәр менән аралашыуҙа садизм һәм садомазохизм тенденцияларын үҫтерә. Секта ағза­ларына (йәғни лигаға ингән балаларға) бөтә әхлаҡи ҡанундарҙы боҙорға, ата-әсәнән баш тартырға, аҙғынлыҡ юлына баҫырға рөхсәт ителә, сөнки улар — иң юғары каста, имеш. Лигала әҙәпһеҙ көләмәстәр һөйләү, һүгенеү хуплана. Бына ошо рәүешле секта башлыҡ­тары буласаҡ “журналистар”ҙы әҙерләй.
Ислам дине нигеҙендә күбәйгән секталар борсоуға һала. Көн дә тиерлек радио һәм телевидение аша әле унда, әле бында яһалған теракттар, уларҙа йөҙәрләгән кешенең һәләк булыуы хаҡында ишетәһең дә ҡот оса: ҡайҙа бара кешелек донъяһы?! Алла исеменән шундай йыртҡыслыҡ ҡылған бәндәләр асыл­да Хоҙайға инанамы, иманлымы һуң улар?! Башҡалар ғүмеренә берәүҙең дә ҡул һалырға хаҡы юҡ, ғүмерҙе әҙәм балаһына Хоҙай биргән һәм Уның ғына алырға хаҡы бар — дин шулай өйрәтә. Ислам дәүләт­тәрендә барған ҡан ҡойош, донъяның төрлө төбәктәрендә яһалған теракттар — былар ке­ше аңына Аллаһ түгел, ә иблистең хаким­лыҡ итеүен аңлатмаймы?! Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, бөгөн донъя хакимлығы өсөн аяу­һыҙ һуғыш бара. Үҙ маҡсаттарына ирешеү өсөн диндар битлеге кейгән иблис тоҡом­лолар бер ниндәй әшәкелектән дә баш тартмай. Уларҙың бөҙрә һүҙҙәренә алданған, күңел бушлығын нимә менән тултырырға белмәй, бөгөнгө заман ҡытыршылыҡтары, иҡтисади, сәйәси һәм әхлаҡи көрсөк алдында юғалып ҡалған йәштәребеҙ, ҡулда­рына ҡорал алып, үҙе ишеләрҙе үлтерергә сыға. Оло, бер нисек тә ярлыҡанмай торған гонаһ ҡылыуҙарын әле улар үҙҙәре лә аңламай.
Выждан азатлығы... Был төшөнсәне беҙ дөрөҫ аңлайбыҙмы икән? Эйе, һәр кемдең Аллаға ышанырға йә ышанмаҫҡа, ышанһа — ҡайһы динде һайларға, нисегерәк табынырға хоҡуғы бар. Ләкин әҙәм аңын томалаған, уның рухын һындырған, йәнен һәм тәнен ғә­рипләгән, үлемгә һәм үлтереүгә этәргән секталарҙың бында ни ҡыҫылышы бар? Улар бит, юғарыла әйтеүемсә, Хоҙайға түгел, иблискә хеҙмәт итә. Беҙ, өлкәндәр, ошо хаҡта ла онотмаһаҡ ине. Сектант — асылда шул уҡ наркоман. Матур вәғәҙәләр биргән ялған идеялар ҡоллоғона эләккән наркоман. Ул ҡоллоҡтан сығыу шулай уҡ мөмкин түгел...

Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.

(Аҙағы. Башы 181-182-се һандарҙа).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518