Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыуаныс-шатлыҡ менән ҡаршы алайыҡ!
Ҡыуаныс-шатлыҡ менән ҡаршы алайыҡ! Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

– Әс-сәләмү-ғәләй­күм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ, хөрмәт­ле мосолман ҡәрҙәш­тәр! Бөгөн – изге зөл­хизә айының туғы­ҙынсы Ғәрәфә көнө. Иртәгә мосолман­дар­ҙың иң ҙур байрамын – Ҡорбан ғәйетен – ҡаршы­лайбыҙ. Ул өс көн дауам итәсәк. Ибраһим ғәләйһис-сә­ләм ваҡытынан беҙҙең көндәргә тиклем ки­леп еткән бөйөк байрам менән барығыҙҙы ла ихлас күңелдән тәбрикләйем.
“Раббыңдың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал!” – тиелгән изге “Ҡөрьән Кәрим”­дә. Әл-хәмдү лил-ләһ, был ғәмәлдәрҙе үтәгәндәр йылдан-йыл арта бара, мосолман ҡәрҙәш­тәребеҙ күпләп иман юлына баҫа.
Аллаһтың ризалығын өмөт итеп ҡорбан салыу зөл­хи­зә айының 10-сы, 11-се, 12-се көндәрендә башҡарыла. Был ғәмәл Хаҡ Тәғәләнең биргән ниғмәттәренә шөкөр итеү, фәҡир­ҙәргә ярҙам ҡулы һуҙыу, Раббыбыҙҙан гонаһ­тар­ҙы юйыуын, һаулыҡ, бәрә­кәт бире­үен һорау ниәтендә ат­ҡа­рыла. Изге ғәйет көндә­рендә игелек­тәребеҙ ишәйә, иманыбыҙ яңы­ра, күңелдә мәр­хәмәт, килер көнгә ышаныс арта. Хаҡ Тәғәләнең бар­лы­ғына һәм берлегенә ина­ныу­ҙы, йо­март­лыҡты сағыл­дырған Ҡорбан хаҡында пәйғәмбәре­беҙ Мөхәммәт ғә­ләйһис-сәләмдең бихисап хәҙи­се бар. Байрамда мосолмандар мәжлестәр уҙ­ғара, бүләктәр бирешә. Туған­дар, яҡындар менән күрешеү тор­мошҡа ҙур бәрәкәт өҫтәй. Ҡорбан салдырған ғаиләгә килгән сауаптың иһә иҫәбе-хисабы юҡ. Йортҡа иман нуры инә, ул өйҙә генә түгел, күңелдәрҙә тамырлана, шул уҡ ваҡытта доға мәрхүм­дәрҙең рухын яҡтырта.
Мөбәрәк зөлхизә айы – хаж ҡылыу мәле. Белеүегеҙсә, был ғәмәл – Ис­лам­дың бишенсе терәге. Аллаһ Тәғә­лә беҙгә әлеге ғәмәлде фарыз иткән икән, унда, тимәк, бөйөк хикмәт ята. Изге сә­фәр әҙәм балаһын һәр яҡлап тәрбиәләй. Раббыбыҙ­ҙың рәх­мәтен өмөт итеп, хаж ғибәҙәтен үтәгән кеше гүйә ки яңы тыуған шикелле гонаһ­тан паклана, уның күңеле, рухы яҡтыра. Элек был ғә­мәл­де атҡарып ҡайт­ҡандар­ҙың күбеһе халыҡтың яҡын кәңәшсеһе­нә, фекер биреүсе­һе­нә, рухи етәксе­һенә әйлән­гән, ғилем тарата башлаған, иман йорттары төҙөгән. Хәҙерге хажиҙарыбыҙ ҙа ата-бабабыҙҙың изге юлын дауам итһен, халҡыбыҙ, миллә­тебеҙ, теле­беҙ мәнфәғә­тен­дә хеҙмәт күрһәтһен, Аллаһ уларҙың сәфәренә еңеллек бирһен, ҡылған ғәмәлдәрен ҡабул ҡылһын, Ватанына һау-сәләмәт ҡайтырға насип әйләһен, иншаллаһ.
“Мосолман башҡа ҡәрҙә­шенә тел менән дә, ҡул көсө аша ла зыян килтермәҫ”, – тиелгән изге “Ҡөрьән Кә­рим”дә. Ул мәрхәмәт­лелеге, шәф­ҡәт­лелеге менән айырылып тора, ризығынан фәҡир­ҙәргә өлөш сығара, яҡ­шы кәңәш-фекере илә эргә-тирә­һендәгеләрҙең күңелен үҫте­реп йәшәй. Иншаллаһ, ошо күркәм сифаттар Ҡор­бан ғәйетендә тағы ла арт­һын, йөҙҙәрҙәге иман нуры са­ғыуыраҡ балҡыһын, хөр­мәт­­ле ҡәрҙәштәр! Аллаһ Тә­ғәлә бер-беребеҙҙең ҡәҙе­рен белеп, күркәм һүҙ-теләк аша йөрәк­тәргә дәрт, ышаныс өҫтәп йәшәргә насип ҡылһын. Донъябыҙ имен, аралағы мө­нә­сәбәттәребеҙ татыу, көн­дәребеҙ тыныс булһын. Ҡор­бан ғәйете мөбәрәк кил­һен, артабанғы байрамдарҙы ла ҡыуаныс-шатлыҡ менән ҡаршы алайыҡ, иншаллаһ! Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмә­тул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512