Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Икмәк уңғас, йыр ҙа булыр
Икмәк уңғас, йыр ҙа булыр Райондың ауыл хужалығы һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында ҡыҙыу осор — үҫтерелгән уңышты урып йыйыу эше киң ҡолас менән бара. Агросәнәғәт комплексында мөһим урын биләгән ҡеүәтле предприятие — “Урал аръяғы-Агро” МТС-ының Баймаҡ филиалы баҫыуҙарында эш ҡайнай.

Әйтергә кәрәк, быйыл предприя­тиеның үҫемлекселек тармағы үҙенең яҡшы төшөмө, тәрбиәле баҫыуҙары менән ҡыуандыра. Быны районға рәс­ми эш сәфәре барышында Башҡорт­остан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары И. Тимерғәлин дә, респуб­лика ауыл хужалығы министры Н. Коваленко ла билдәләгәйне. Тәбиғи, шундай ҡеүәтле техника пар­кы һәм уңдырышлы ерҙәргә эйә булған предприятиела һөҙөмтәләр ҙә яҡшы булырға тейеш. Һуңғы йылдар­ҙа МТС уңыш менән маҡтана алмаһа, быйыл иһә хәл яҡшы.
Икмәк уңғас, йыр ҙа булырПредприятие директорының произ­водство буйынса урынбаҫары А. Әх­мәтшин менән Аҡташ баҫыуы ста­нында осраштыҡ. Азат Ишбулды улы — тәжрибәле белгес, оҙаҡ йылдар данлыҡлы “Йылайыр” ауыл хужалығы предприятиеһында баш агроном булып эшләгән, унан “Урал аръяғы” МТС-ы Баймаҡ филиалының Йылайыр бүлексәһендә агрономия хеҙмәтен етәкләгән. Үҫемлекселек тармағындағы бай тәжрибәһе уға яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирә.
Аҡташта баҫыуҙарҙан иген ҡабул ителә, таҙартыла, ошонда уҡ комбайнсылар өсөн дөйөм ятаҡ урын­лаш­ҡан, унда бөтөн шарттар тыу­ҙы­рылған. Мунсаһы ла бар. Баш агроном, белгестәр һәм хеҙмәткәрҙәр менән кәңәшмә үткәреп, аныҡ маҡ­саттар билдәләне лә беҙҙе пред­прия­тиеның икһеҙ-сикһеҙ баҫыу­ҙа­рына алып китте. “Икһеҙ-сикһеҙ” тип әйтеү юҡҡа түгел, сөнки бөгөн МТС ҡарамағындағы баҫыуҙар бөтәһе 12115 гектар тәшкил итә. Уларҙа бойҙайҙың ҡаты һәм йомшаҡ сорттары, арпа, һоло үҫтерелә.
Икмәк уңғас, йыр ҙа булырӘйтергә кәрәк, предприятие баҫыу­ҙарында гөрләп торған эш беҙгә элек­ке осорҙо хәтерләтеп яҡшы тойғолар ҡалдырҙы. Ураҡ кампанияһы барған ҡайһы ғына биләмәгә барып туҡтама, иген­селәрҙең көр кәйефе, эшкә мө­киб­бән бирелеүе, уртаҡ маҡсат ҡу­йыуы һоҡландырҙы. Әле игенселәр 1300 гектарҙа һолоно урып һуғыуҙы тамамлап, көстө бойҙай һәм арпа йыйыуға йүнәлткән. МТС-тың Күлта­бан бүлексәһе баҫыуҙарында биш берәмек “Кейс”, дүрт “Дон-1500”, өс “Нью-Холланд” эшләй. Йылайыр бүлексәһендә иһә ураҡ эштәренә дүрт “Кейс”, ете “Челленджер” комбайны йәлеп ителгән.
— Быйылғы йылдың үҙенсәлеге шунда, — ти Азат Ишбулды улы, — һуңыраҡ сәскән баҫыуҙарҙа уңыш күпкә яҡшыраҡ. Уларҙың төшөмө гектарынан 15 центнерҙан юғары, ҡайһы бер сәсеүлектәрҙә — 20-22 центнер. Айырым культураларға килгәндә, һо­ло уңышы гектарынан 9,5 центнер, арпаныҡы — 16, йомшаҡ бойҙайҙыҡы — 14, ҡаты бойҙайҙыҡы 11 центнер тәшкил итә. 376 гектарҙа быйыл тәүләп ҡаты бойҙайҙың “безенчукская степная” элиталы сортын сәскәйнек. Ул беҙҙең өмөттәрҙе тулыһынса аҡланы: гектарынан 20-22 центнер уңыш йыйып алабыҙ. Йомшаҡ бой­ҙайҙың “альбидум” тигән сорты ла һәйбәт төшөм бирҙе — 20 центнер. Ул бөтәһе 604 гектарҙы биләй. Дөйөм алғанда, ураҡ кампанияһы ойошҡан рәүештә бара, игенселәр, иген ҡабул итеү пункттары тотороҡло эшләй. Баймаҡ филиалының Аҡташта, Урға­ҙа, Калинин ауылдарында, Хәйбулла районының Сиҙәм ауылында ырҙын табаҡтары бар, уларҙа ашлыҡ та­ҙартыла, орлоҡ һалына, тауар игене әҙерләнә. Ғөмүмән, үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә.
Ысынлап та, игенселәр ал-ял бел­мәй. Комбайнсылар Фәнис Байғотлин, Сафа Халиҡов, Алик Камалетдинов, Ғәлим Ҡаҙаҡҡолов, Гәрәй Нурдәү­ләтов, Риза Фәйзуллин, Мирзаян Хәйбуллин, Әхтәм Сыңғыҙов, Хәй­булла Мырҙагилдин, Нурислам Ғүмә­ров, Айбулат Шәрәфетдинов, Илья Бахарев, водителдәр Илшат Тусалин, Венер Әхмәров, Фәнил Миңлебаев, Даян Избасаров хеҙмәт ҡаһарман­лығы күрһәтә.
Әле предприятие иген культураларын урып йыйыу эшен 70 процентҡа атҡарып сыҡҡан, ике-өс көндән Күл­табан бүлексәһе игенселәре яуаплы кампанияға нөктә ҡуясаҡ.
Ғөмүмән, данлыҡлы “Йылайыр” сов­хозы тарихта ҡалһа ла, баҫыу­ҙарҙа һулыш туҡталмай, арҙаҡлы игенселәрҙең эшен “Урал аръяғы-агро” МТС-ы, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары уңышлы дауам итә. Шунһыҙ мөмкин түгел — бәрәкәтле Баймаҡ ерендә бәрәкәтле иген үҫергә тейеш.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840