Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Муллыҡ булыр өҫтәлдә
Муллыҡ булыр өҫтәлдә Төбәк хужалыҡтарында уңыш йыйыу ойошҡан рәүештә бара. Мәҫәлән, “Нурис” ширҡәтенең төп шөғөлө — малсылыҡ. 2 300 гектарҙы тәшкил иткән сәсеүлек майҙандарында эшмәкәрлек мал аҙығы туплауға йүнәлтелгән.

1 600 гектарҙа бөртөклө культуралар уңышы келәттәргә ингән дә инде. Сенаж, силос, бесән был хужалыҡта һәр саҡ йыл ярымға етерлек әҙерләнә. Шуға гольштин тоҡомло һыйырҙар мул һөт биреп ҡыуандыра. “Миәкә һөт заводы” тапшырылған юғары сифатлы һөттөң литрына 20 һумдан иҫәп-хисап яһай.
Баш агроном Ренат Ғүмәров әйте­үенсә, уртаса уңыш гектарынан 22 – 25 центнер тәшкил иткән. Ҡеүәтле “Джон-Дир” комплексы бригадаһы аяҙ көндөң һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырыша. Алдынғы механизаторҙар Фи­нат Бикбулатов, Әлфәт Ниғмәтуллин, Самат Жураев ошо көндәрҙә ужым бойҙайын сәсеүҙе тамамлаясаҡ.
Муллыҡ булыр өҫтәлдә– Беҙ ер эшкәртеүҙә илке-һалҡы­лыҡҡа юл ҡуймайбыҙ. Алдан тупраҡты әҙерләйбеҙ, етерлек ашлама менән тәьмин итәбеҙ. Ваҡытында бөтә агротехник сараларҙы үтәгәнгә, уңыш мул була, — ти етәксе Рөстәм Исаев.
Ҡыҙыу эш мәлендә кадрҙар ҡыт­лығы кисермәй “Нурис”тар. Әле хужа­лыҡта 75 кеше хеҙмәт итә. Эш хаҡын ваҡытында алалар. Ремонт бригадаһы иген һаҡлағыс келәттең ҡыйығын яңырт­һа, яланда биш гектарҙа теплица сафҡа инә. Ҡыяр, помидор үҫте­реп, баш ҡала халҡына оҙатмаҡсылар. Әйткәндәй, йәшелсә үҫтереүҙең бөтә нескәлектәрен белгән оҫтаны Туймазы районынан тапҡандар.
“Агро-Альянс” яуаплылығы сиклән­гән ширҡәтенең баш агрономы Рәмил Ибраһимовтың та кәйефе көр. Оҙаҡ яуған ямғырҙан һуң тәбиғәт эште те­үәлләргә мөмкинлек биргәнгә ҡыуана ул. 3 860 гектар майҙанда бөртөклө культуралар 30 центнерҙан төшөм биргән. Бөтә техника үҙҙәренеке. Ике “Джон-Дир” көндө төнгә ялғап баҫыуҙы иңләй.
Муллыҡ булыр өҫтәлдәМал аҙығы ла етерлек әҙерләнгән. “Агро-Альянс”тың 800 баш һыйыр ма­лы булһа, шуның 400-ө – һауын һыйы­ры. Хужалыҡта 70 кеше эшләй, шул иҫәптән һөт эшкәртеү цехында 20 ке­ше күп төрлө һөт аҙыҡтарын эшкәртеп, мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, дауаханаларға оҙата.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519