Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иманы ныҡлы аҙашмаҫ
Иманы ныҡлы аҙашмаҫ Хоҙайҙың берҙән-берлеген инҡар итеүсе, бик тырышҡанда (секта талаптарын үтәүҙә, әлбиттә) әҙәм балаһы ла Аллаһ дәрәжәһенә күтәрелә ала, тип раҫлаусы, күп ҡатынлылыҡты алға һөрөүсе ағымдарҙың береһе — мормондар сектаһы. Бында иң хәүефлеһе, минеңсә, сектаның күңелдәргә расизм орлоҡтары сәсеүендә. Ул тәүләп ХIХ быуат баштарында Америка Ҡушма Штаттарында яралғанлыҡтан, расизмдың тәүге билдәләре негрҙарға ҡаршы йүнәлтелә. Бөгөн иһә бик ҡеүәтле һәм күп һанлы ойошма булараҡ, мормондарҙағы күрә алмау хисе башҡа ҡайһы бер милләттәргә лә тарала. Икеле-микеле уй-тойғо уятыусы йәнә бер тезис: бер мормондың әллә күпме үле ҡатыны булыуы ихтимал... Был раҫлау нимәне күҙ уңында тота? Ҡатын-ҡыҙ ғүмере бер ни шайы тормауҙымы, йә булмаһа тереләр менән мәрхүмдәрҙең үҙ-ара никахҡа инә алыуынмы?.. Бөтә Рәсәйҙе телгә алмай торайыҡ, Башҡортостан миҫалында ғына сектаға күҙ һалайыҡ. Беҙҙә улар үткән быуат аҙаҡтарында күренә башланы. Тәүге йыйындарында башлыса АҠШ-тан килгән миссионерҙар ҡатнаша ине. Бик тиҙ арала мормондар беҙҙә лә рәсми танылыу алып, эшмәкәрлеген киң йәйелдереп ебәрҙе. Бөгөн улар әллә нисә йыйын йортона, үҙ юридик системаһына, әллә күпме сиркәү приходтарына, ғибәҙәтханаға, күп һанлы фатирҙарға эйә.
Мормондарҙың дини эшмәкәрлек менән генә сикләнмәй, илдәге оборона һәм хәрби частарға яҡынайыуын, күпләп газ һәм нефть предприятиелары акциялары һатып алыуын, халыҡ менән тығыҙ бәйләнешкә инергә тырышыуын күҙ уңында тотһаҡ, минеңсә, уларҙың иң юғары “түрәһе”, үҙҙәре раҫлағанса, пәйғәмбәр һәм адептары түгел, ә АҠШ элитаһы (етәкселеге, тип аңларға кәрәк — Г.Ә.). Мормондар тотош Рәсәйҙе баҫып алырға иҫәп тота, тиһәк тә, моғайын, хата булмаҫ. Йәштәр һәм балалар алдында сығыш яһағанда, быны мормон миссионерҙары үҙҙәре лә йәшермәй (“Молодежная газета”, № 131, 1996 йыл).
Байтаҡ йылдар элек мин “Башҡортостан ҡыҙы” журналында “Билдәле шәхестәрҙең балалары” рубрикаһын алып барҙым. Киң танылған шәхестәребеҙҙең береһенә барғанда ишекте сит ил кешеһе асты. Мин инглиз телен аңламағас, ул урыҫсаға күсте. Беҙ һөйләшкән арала эргәгә тотош ғаилә — ҡатыны, ике үҫмер — килеп баҫҡайны. Ай-вайыма ҡарамай, улар мине түргә саҡырҙы. Алдыма ҡәһүә һәм печенье ҡуйҙылар. Ирле-ҡатынлы икеһе лә урыҫса арыу ғына һөйләшә. Мин эҙләгән кеше башҡа урынға күскән булып сыҡты.
— Әйҙәгеҙ, беҙ һеҙгә инглиз теле дәрестәре бирәбеҙ, — тинеләр миңә. — Түләргә кәрәкмәй. Бер айҙа иркен аралашырға өйрәнәсәкһегеҙ.
Тәҡдим бик тә мауыҡтырғыс ине. Өҫтәүенә, үҙең менән ғаилә ағзаларын йәки дуҫтарыңды ла алырға мөмкин. Фатирҙан ҡанатланып сыҡтым. Шундайын һөйкөмлө кешеләр! Уларҙың американ икәнлегенә төшөнгәйнем инде. Бергә эшләгән әхирәтемә әлеге тәҡдимдәрен еткерҙем, үҙен минең менән бергә барырға өгөтләй башланым.
— Һин яҙырға йыйынған ҡатын сектант булып киткән, тип ишеткәйнем дә, — тине дуҫым. — Иркен фатирын шул сектаға биреп ҡуйған, үҙе бер бүлмәгә күскән...
Был һүҙҙәр мине айнытып ебәрҙе. Ысынлап та, ул американдарға минең ни хәжәтем?
Ни сәбәптәндер, миңә һәр төрлө сектанттар һәм сиғандар йыш бәйләнеүсән. Бына был юлы ла... Журналист ҡыҙыҡһыныуы көслө ине, әлбиттә, ләкин ҡабат ул йортҡа барманым. Сәйәси һәм башҡа фекерҙәремде үҙгәртеүе еңел түгел былай, әммә уларҙың ниндәй алымдар менән эш итеүен кем белә.
Юғарыла төрлө йүнәлештәге өс ағымды миҫалға килтерҙем. Секталар эшмәкәрлеген һәр яҡлап яҡтыртыу түгел, хатта һәр береһенә бер нисә юл бағышлау өсөн дә гәзит биттәре генә етмәй. Шуға күрә үҙем ишетеп-күреп белгән тағы бер нисә миҫалды килтергем килә.
ХХ быуаттың 90-сы йылдарында Учалыла йән өшөтөрлөк фажиғә булды: ҡырҡты уҙған, типһә тимер өҙөрҙәй ир һикһәнгә етеп килгән әсәһен таяҡ менән туҡмап үлтерҙе. Ирҙең бер ҡасан да эсмәүен һәм тартмауын, һәр ваҡыт үҙен тыныс, башҡалар менән илтифатлы тотоуын белгәндәр хәлде аптырап һөйләне. Етмәһә, һуңғы осорҙа дин менән бик ҡыҙыҡһынған икән, намаҙ ҙа уҡый башлаған. Төн йоҡоларын йоҡламай, ғәзиз балаһын үҫтергән, уға күкрәк һөтө аша игелек, изгелек орлоҡтары һалырға тырышҡан, улының шатлыҡтарына ҡыуанып, һәр борсолоуына хәсрәтләнеп йәшәгән әсә лә диндар булған бит!
Әбейҙе намаҙлыҡ өҫтөнән торманы, ураҙаһын ҡалдырманы, әҙәпле, ипле, кеселекле булды, тип хәтерләне һуңынан белгән кешеләр. Ә улы тәүге һорау алғанда уҡ: “Ул бит иблис ине, шуға үлтерҙем. Мин уның йәнен ҡыйырға тейеш инем”, — тип яуап биргән. Аҙаҡ, әлбиттә, былай уҡ киҫкен фекер йөрөтөүҙе ситкә ҡуйып: “Иблис икән, тип уйланым, миңә юғарынан шундай хәбәр килде...” — тиеүгә күскән.
Ир енәйәтте айыҡ аҡылда яһаған, тип таптылар. Йәнәһе, психик сирле булмаған. Минеңсә, ниндәй ҙә булһа тәғлимәткә башкөллө сумған кешенең психикаһы боҙолмай ҡалмай. Шәйхелфаныйлыҡ (фанатизм) — үҙе үк нормаль күренеш түгел, тимәк, бәндәнең аңына ул мотлаҡ үҙ йоғонтоһон яһай. Донъялағы иң ғәзиз, иң ҡәҙерле кешеһенең ғүмеренә ҡул күтәргән зобаный ҙа сектаға бәйле ниндәйҙер ҡара тәғлимәт менән ҡыҙыҡһына башлаған, ҡылығында ниндәйҙер сәйерлектәр ҙә һиҙелгән. Һәм бына һөҙөмтә...
Элек бындай хәлдәр йәмәғәтселеккә бик сығарылманы, әммә секта аша башҡаларҙың аңын томалауға, күңелен “урлауға” ирек тә бирмәнеләр. Йәмғиәт ҡоролошо шундай ине, бала кесе йәштән иғтибар үҙәгендә булды, йәмәғәт ойошмалары аша тәрбиә алды, мәктәптәрҙә белем биреп кенә ҡалманылар, үҙаллы тормошҡа ла әҙерләнеләр. Бөгөн иһә береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ тәғлимәт эйәләре киләсәгебеҙҙе — балаларҙы, йәштәрҙе — урлай, ә беҙ бер ни булмағандай тыныс ҡына йәшәп ятабыҙ, “выждан азатлығы” тигән һылтау менән һәр төрлө секталарға юл асабыҙ.
Сектанттарҙың күпселеге: “Беҙ был ергә, йәғни матди донъяға бәйле булырға тейеш түгелбеҙ, һәр кем үҙен яҡты киләсәккә — Хоҙай менән осрашыуға — әҙерләргә бурыслы”, — тип раҫлай. Һәм уларға эйәреүселәр тәүҙә ата-әсәһенән, туғандарынан ваз кисә, бөтә булған әйберҙәрен, хатта өҫтөндәге кейемдәрен дә секта файҙаһына “ҡорбан итә” башлайҙар. Ризыҡтан баш тарталар, үлән ашауға күсәләр. Кешенең рухи таҙарыныуы, йән һәм тән сәләмәтлеге тураһында өҙлөкһөҙ һөйләргә яратҡан сектанттар дөрөҫлөк, ғәҙеллек табырға ынтылған, ниндәй ҙә булһа кәңәшкә һәм ярҙамға мохтаж кешеләрҙе аулай белә. Миңә йәштәрҙең дә, өлкәндәрҙең дә аҙашыуын байтаҡ күрергә тура килде. Ике бер туған, ғаиләләрен ҡалдырып, әллә күпме әйберҙәрен һатып, бер заман “Аҡ туғанлыҡ” ағзаларына эйәреп сығып китте. Икеһе лә аҡыллы, игелекле егеттәр ине, оҙаҡ ваҡыт ғәҙелһеҙлектән зыян күреп, хәҡиҡәт эҙләп маташтылар. Юсмалостың “Бөйөк аҡ туғанлыҡ” йәмғиәте уларҙың дөрөҫлөккә ынтылышынан бик оҫта файҙаланды. Егеттәрҙең атаһы миңә: “Эскесе бер иҫерә лә айный, ә минекеләр гел иҫерек”, — тип күҙ йәштәре аша һөйләгәйне.
Үҙен донъя Әсәһе Мария Дэви Христос тип танытҡан Марина Цвигун менән элек “Белем” йәмғиәтенең лекторы булған Юрий Кривоногов, әлбиттә, үҙ тирәләренә инанған, тоғро секта ағзаларын туплау өсөн бер ниндәй ысулдарҙан да тартынып торманы. Үҙенә Көнсығыш диндәренең, йога, буддизм, каббала, реинкарнация, карма кеүек төшөнсәләр элементтарын берләштергән был тәғлимәт бик көслө булып сыҡты. Уның ағзалары радио, телевидение, китап, мәктәп, хатта ғаиләнән баш тартып, тотош аҡтан кейенеп, үлән менән генә туҡланып, йәмғиәттә “ғәҙеллек” урынлаштырырға сыҡты. “Аҡ туғандар”ҙың Киевта, башҡа урындарҙа тыуҙырған тәртипһеҙлектәрен, моғайын, күптәр хәтерләйҙер. Оло фажиғә менән тамамлана яҙған ығы-зығынан һуң Марина Цвигун дүрт йылға иркенән мәхрүм ителде, ә Юрий Кривоногов көсәйтелгән режимлы төрмәгә ете йылға ябылды. Иреккә сыҡҡас та улар әүҙемлектәрен юғалтмаған, буғай: һәр хәлдә, уларға ихлас бирелгәндәрҙең йәшертен эшмәкәрлеге дауам итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506