Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡтылыҡ һибеүсе
Башҡортостан телевидениеһының тапшырыуҙарын тәүге сығарылыштарынан алып ҡарап киләм. Халҡыбыҙҙың үткәнен, бөгөнгөһөн һәм киләсәген яҡтыртыу һәр саҡ уның төп темалары булып торҙо.


Әле лә үҙәк телевидение каналдарынан һәр төрлө детектив фильмдар, атыш-үлтереште, суд һәм полиция органдарының эшендәге ыҙғыш­тарын ҡарап ялҡҡанлыҡтан, күберәк үҙебеҙҙең тапшырыуҙарҙы ҡара­йым. Телевидение хеҙмәт­кәрҙәре тормо­шо­боҙҙағы сағыу күренештәрҙе, ваҡиға­ларҙы, айырым шәхестәрҙең эшен һәм яҙмыш­тарын тулы итеп сағылдырырға ынтыла, тормош юлыбыҙға яҡтылыҡ һибеп ҡал­дырырға тырыша.
Телевидение коллективы тәжрибәле, талантлы журналистарҙан тора, тип әйтер инем. Әле һүҙем ана шундайҙарҙың бе­реһе – Рәйсә Рәйес ҡыҙы Ҡазбулатова тураһында. Баҫалҡы, төплө белем­ле, үҙ эшенә мөкиббән бирелгән был журналист тәрән йөкмәткеле, матур-матур тапшырыу­ҙары менән ҡыуандыра беҙҙе. Үҙ күңеленә яҡын теманы һайлап ала белә, уның өҫтөндә ентекләп һәм ҙур яуаплылыҡ тойоп эшләй. Рәйсә Ҡаз­булатованың “Үткән ғүмер” серияһы буйынса алып барған тапшырыу­ҙары тамашасы күңеленә бик тә яҡын. Уны тулы мәғәнәле итеп эшләү өсөн автор күпме тормош материалын өйрәнә лә ни хәтлем кешеләр менән осрашып һөйләшә! Ә бит әле уны дөйөмләштереп, үҙеңдең фекереңде йыйнаҡ һәм аныҡ итеп әйтә белергә лә кәрәк.
Рәйсәнең әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмә­кәр­ҙәре тураһындағы “Автограф” тапшырыу­ҙары айырым иғтибарға лайыҡ. Ул әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкә­һендә эшләүсе шәхестәре­беҙҙең хеҙмәттәрен киләһе быуындарға тапшыра, тамашасы күңелендә матурлыҡҡа инаныу тойғолары уята. Ә был маҡсатҡа тик телевизион тапшырыуыңды бай һәм яҡты рухлы итеп ойошторғанда ғына өлгәшеп була. Рәйсә Ҡазбулатова тап ошо йүнә­лештә эшләй һәм яңынан-яңы уңыштарға өлгәшә.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 613

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506