Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көйгән икмәк әсеһе йөрәктән китмәй
Мәғлүмәттәр заманында йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, халыҡҡа һәр ваҡыт мәғрифәт кәрәк. Ул үҙе, бигүк һиҙеп еткермәһә лә, рухи остаздарының аҡылына таянып эш итә. Мифтахетдин Аҡмулла, Дмитрий Лихачев, Мостай Кәрим. Ошо бөйөк өс кешенең ижадында, фекерләү даирәһендә һәм рухи донъяһында бихисап уртаҡлыҡ күрәм. Ватандаштарыбыҙҙың өсөһө лә наҙанлыҡ баҫып барған донъяны яҡтыртырға, дорфалыҡты нәзәкәтлелек аша еңергә, һәр нәмәне йөрәк күҙе менән күрергә өйрәтә торғайны. Хафа-хәсрәт саманан ашып, йөрәк күкрәктә ситлеккә ябылған бахыр ҡоштай сәбәләнгән саҡтарҙа әйләнәбеҙ ҙә Аҡмуллаға, Дмитрий Сергеевичҡа, Мостафа ағайға күҙ төбәйбеҙ. Дөрөҫөрәге, уларҙың ижадынан һәм тормошонан үҙебеҙгә генә билдәле һуҡмаҡтар эҙләйбеҙ.


Бынан байтаҡ әүәл республикабыҙ етәк­сеһе, атамалы йылдар традицияһын дауам итә барып, шуларҙың сираттағы береһен көнитмеш мөхитебеҙҙе тәртипкә килтереү йылы тип иғлан иткәне хәтерҙә.
Рәсәй Президентының фарманына ярашлы, 2006 йыл, мәҫәлән, гуманитар фәндәр, мәҙә­ниәт һәм белем йылы — академик Дмитрий Сергеевич Лихачев йылы булды. Быйыл, ниһайәт, Әҙәбиәт йылын үткәрәбеҙ. Концептуаль йәһәттән төрлө маҡсаттар ҡуйылһа ла, рәсми сараларҙа, күрә белгәндә, эске бер уртаҡлыҡ бар. Тәртипле, матур йәшәү — рухи юғарылыҡҡа аҙым ул. Күтәрелә барған һайын һине түбәнлеккә тартҡан һуҡмаҡтар тарая бара. Юғарыла һауа ла сафыраҡ, йондоҙҙар ҙа яҡыныраҡ. Тәбиғи, шунда ҡалғы килә. Әҙәм балаһында күп нәмә бар, ә ул тағы ла күберәкте булдырырға ынтыла. Әммә, аҡыллы бер кеше әйтеүенсә, тормоштағы барлыҡ рәхәтлек-мөлкәт араһында шулар ғына ҡиммәтле: усаҡ ҡабыҙыуға — ҡоро ағас, ҡунаҡ алдына ҡуйыуға — өлгөргән шарап, бергәләп ял итеүгә — һыналған дуҫтар һәм уҡыу өсөн — боронғо китаптар. Донъяның башҡа ығы-зығыһы әллә ни мөһим дә түгел.
Сәхнәләр, “телейәшниктәр” шайтан туйына әйләнә барған һәм донъяла әшәкелек тантана иткән заманда һүнеү сигенә еткән усағыбыҙ өсөн ҡуҙ эҙләп, үткән замандарға йышыраҡ боролоп бағыуыбыҙ тәбиғиҙер.
Мәшһүр рус актеры, славян халыҡтары әҙәбиәтен арымай-талмай пропагандалаған Василий Лановой: “Беҙҙең милли идея — Пушкин ижадында”, — тигәйне. Ысынлап та, халыҡҡа үҙе булып йәшәү өсөн етеш тормоштан тыш, һәр йәһәттән ғилемле, яҡты рухлы булыу мөһимерәктер.
Әлбиттә, был фекер яңы ла, бөгөнгө тормош ысынбарлығы зарури иткән дә түгел. Тарихи мираҫыбыҙҙы яҡшы уҡ беләбеҙ, тип раҫлаһаҡ та, күп исемдәр, байтаҡ ваҡыт онотолоп торғас, беҙгә ҡабаттан әйләнел ҡайта. Рус фәйләсүфе Сергей Николаевич Булгаковты замандаштары “мәҙәниәт тарихсыһы”, “рус эмиграцияһының намыҫы” тип йөрөткән. Уның инҡилаптан һуңғы Рәсәйҙәге хәлдәр тура­һын­дағы фекерҙәре бөгөнгө көн тураһында әйтелгән кеүек: “Элекке көсөргәнеш һәм уңышһыҙлыҡтарҙан йонсоған рус йәмғиәте һынағас кеүек ҡатып ҡалды, төшөнкөлөккә бирелде, рухи яҡтан тарҡалды, ҡаушап төштө. Дәүләтселек әлегә яңырыу һәм нығыныу билдәләрен күр­һәт­мәй, әйтерһең, йоҡо батшалығында йә­шәй. Енәйәт­се­лек­тең күрелмәгәнсә үҫе­үе һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙең тотош тупаҫланыуы менән ҡараңғылыҡҡа сума барған рус граж­дан­лығы, һис шикһеҙ, артҡа табан китте. Рус әҙәбиәтен хәшәрәтлек һәм әшәкелек тулҡыны баҫты. Күңелдең төшөүе һәм Рәсәйҙең артабанғы киләсәге өсөн тәрән шөбһәләнеүҙәргә сәбәп етерлек”.
Әлбиттә, был да бәхәсле тезис һәм уны илебеҙ, халҡыбыҙ тарихындағы бөйөк эштәр, еңеүҙәр миҫалы менән кире ҡағып була. Әммә дәүләт, халыҡ алдына килеп баҫҡан ҙур һынауҙар кеше күңелен бер мәлгә ҡабыҙып ебәрә, бығаса йәшеренеп ятҡан рухи көстәрҙе күтәрә. Ул — феномен һәм хатта халыҡтың ниндәй социаль-сәйәси шарттарҙа йәшәүенә лә бәйләнгән. Намыҫ, бурысҡа тоғролоҡ, игелеклелек, мәрхәмәт кеүек гуманистик сифаттар кешенең бар булмышын тәшкил итергә тейеш. Һәр хәлдә, Д.С. Лихачевтың ижади мираҫы, рухи васыяттары шуға өйрәтә. Ул ғына ла түгел, бөйөк гуманист әхлаҡи йәһәттән ғәйәт юғары талаптар ҡуйған. “Игелекле, аҡыллы, тоғро булып ҡалырға ла мөмкин, әммә интеллигентлыҡты уйнап булмай”, — тигән Дмитрий Сергеевич.
Ғөмүмән, уның ижадын күҙ алдынан үткәргән саҡта үҙеңде яҙғы ямғырҙар тарафынан һуғарылған, нурҙар менән нағышланған бер әкиәти донъяла тип хис итәһең. Ул донъяла алдашыу ҙа, бурлыҡ та, хыянат та юҡ һымаҡ. Лихачев хыялы менән тыуҙырылған донъяла, әйтерһең, зарарлы микробтар ҙа — йәшәй алмаҫлыҡ сафлыҡ, керһеҙлек. “Намыҫ һәр нәмәлә лә хәҡиҡәткә тоғро ҡалыуҙы, үҙ бурысыңды, вәғәҙәләреңде теүәл үтәүҙе талап итә. Ул — холоҡ-фиғелеңдә эйелә-һығыла белмәү, күҙгә тура ҡарау, ихлас ҡул ҡыҫышыу, эскерһеҙлек. Ғалим этика, әхлаҡ мәсьә­лә­ләрендә ҡатмарлы ғилми фекерҙәр даръяһына алып инеп, башты әйләндермәй, бәлки кеше тәбиғәтенә хас булырға тейешле ҡалыптар хаҡында итәғәтле генә итеп хәтергә төшөрә.
Башҡортостан ырыуҙары һәм ерҙәренең Рус дәүләте составына ирекле рәүештә инеүенең 450 йыллығын билдәләргә әҙерләнгән осорҙа рус гуманистарының дөйөм кешелек мәҙәниәтенә индергән рухи хазинаһының уртаҡ байлығыбыҙ икәнлеген асығыраҡ күрҙек. Сөнки әхлаҡи ҡиммәттәрҙе милләткә, расаға, дингә айырып булмай. Улар хатта ваҡыт тутығына ла бирешмәй. “Хәтер — ваҡытты, үлемде еңеү”, тип тәҡрарлау менән генә сикләнмәй Дмитрий Сергеевич. “Хәтер арҡаһында үткәндәр бөгөнгөгә әйләнеп ҡайта, ә үткән заман менән бәйләнгән киләсәк бөгөнгө көнөбөҙҙә төҫмөрләнә”, — тип тә өҫтәй.
Рәсәйҙең аяныслы яҙмышы, уның киләсәгенең өмөтһөҙ булыу ихтималлығы хаҡындағы юрауҙарға яуап итеп, Мостай Кәрим дә, Дмитрий Лихачев та Рәсәй-илебеҙҙе ҡеүәтле ағас рәүешендә тасуирлаған. Мостафа ағайҙың ижады менән гәзит уҡыусыларҙың яҡшы таныш булыуын иҫәпкә алып, рус гуманисының әйткәндәрен генә хәтергә төшөрәм: “Ҙур ағастыҡы кеүек үк, Рәсәйҙең тамырҙар системаһы ла ҙур һәм япраҡ сатыры тармаҡлы, башҡа ағас сатырҙары менән үрелеп үҫкән”.
Әхлаҡ, бер-береңә хөрмәт тураһында һүҙ йөрөткәндә, яныңдағылар хаҡындағы хәстәрлек мәсьәләһе тәбиғи рәүештә алға килеп баҫа. Рәсәй халҡы Лихачевты кешеләр хаҡына йәнен фиҙа ҡылырға әҙер торған шәхес тип белә. Золомлоҡ ҡорбаны булып, лагерҙарҙа ултырыу ҙа бөйөк гуманистың йөрәген туңдыра алмаған. “Хәстәрлек кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығыта, — тип яҙҙы ул. — Ғаиләне берҙәм итә, дуҫлыҡты сыныҡтыра, ауылдаштарҙы берләштерә, бер ҡала кешеләрен, ил халҡын туплай”.
Йәмғиәтебеҙ тарҡаулыҡ кисергән, төрлө сәйәси, мөлкәти, һәм дини төркөмдәргә бүлгеләнгән заманда ғалимдың васыяттарын хәтергә төшөрөү айырыуса мөһим. “Атай менән әсәйҙе хөрмәт итеүҙе киңерәк мәғәнәлә аңларға кәрәк. Ул үткәндәребеҙҙәге иң яҡшы нәмәләрҙе хөрмәтләү менән бер. Ә тарих — бөгөнгө көнөбөҙҙөң атаһы менән әсәһе”.
Дмитрий Лихачев, еңел тормош кисермәүенә ҡарамаҫтан, арабыҙҙа оҙаҡ йәшәп китте. Әйткәндәй, киләһе көҙ ноябрҙә уның тыуыуына 110 йыл тула. Бик күп сит дәүләт университеттарының почетлы профессоры булараҡ, ғалим бер ваҡытта ла милли сиктәргә генә бикләнмәне. Рәсәй милли ерлегендә хасил булған процестарҙа ул дөйөм донъя тенденцияларын күрә алды. Шуның өсөн был бөйөк шәхесте рус гуманисы ғына тип ҡарау дөрөҫ булмаҫ ине. “Кеше хәленә инеүҙә үҙеңде бүтән кешеләр, милләт, донъя, ил, йыһан менән бер бөтөн итеп тойоуҙы аңлау бар”, — тип өйрәтте аҡыл эйәһе. Яҙмыштар уртаҡлығы, ниндәйҙер маҡсаттарға бергәләшеп ынтылыу, шуның хаҡына милли, шәхси мәнфәғәттәрҙән өҫтөн тороу — был ябай гына хәҡиҡәттәрҙе аҡыл менән аңлаһаҡ та, хис-тойғоға бирелеп, бер ерҙә йәшәүебеҙ, бер үк һауаны һулауыбыҙ тураһында онотоп ебәрәбеҙ. Кешелек йәмғиәтенең тарҡала барыуы, бәлки, шул берҙәмлектең ҡәҙерен белмәүҙән киләлер.
Аҡмулланың, Лихачевтың, Мостайҙың фәһемле ғүмере һәм кешелектең рухи хазинаһына инеп ҡалған ижады тураһында уйланғанда зыялыларҙың халыҡ фекеренә яһаған йоғонтоһо хаҡында ла әйтмәй булдыра алмайбыҙ. Зыялыларҙың йәнен халҡыбыҙ дәүләтселеге һәм ижтимағи фекеренең киләсәгенә асҡыс тип баһаларға мөмкин. Үҙ халҡы, дәүләтенең яҙмышы өсөн битараф булмаған һәр кем, уйҙарының осона сыға алмағанда, кәңәш эҙләп, фекерле улдарының рухи мираҫына мөрәжәғәт итә. Ошо күҙлектән сығып ҡарағанда, халыҡ зыялыларының иңенә ятҡан йөк еңел түгел. Башҡорт, рус, татар интеллигенцияһы алдында һәр шәхестең күңелен ағартыу, уны үҙ халҡының патриоты итеп тәрбиәләү кеүек мәңгелек бурыс тора.
Шағирҙарҙы кешеләрҙең Хоҙай илсеһе тип йөрөтәләр. Һүҙ оҫталары булыуҙан да юғарыраҡ күтәрелгән рухи остаздарыбыҙҙы кем тип атарға? Уларҙың хыялдары, рәнйеү-һыҡраныуҙары, вәғәҙәләре ҡағыҙға ла, йөрәк ҡапҡаларыбыҙға ла яҙып ҡалдырылған. “Үҙендә камил аҡыл булһа ла, ир, кәңәш итеп, һәр кемдән аҡыл һорар”, “Һәр халыҡ тураһында ул йәшәгән әхлаҡи юғарылыҡтар һәм идеалдарға ҡарап хөкөм йөрөтөргә кәрәк”. “Замананың хаҡһыҙ язаһына әллә күнде йәнем. Әллә һүнде...”
Әле килтерелгән һүҙҙәрҙең кем ауыҙынан сыҡҡанлығын уҡыусы әйтмәйенсә лә белеп торалыр. Мәсьәлә авторлыҡта түгел, бәлки һибелгән нурҙарҙың, хистәрҙең мәңгелек булыуында.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509