Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Камераның үҙ урыны булырға тейеш
Йыш ҡына телефонға төрлө кеше шылтырата, мәҫәлән, төрлө банк, телефон операторҙары. Алдан иҫкәртеп ҡуялар: “Һөйләшеү яҙылып бара”. Йәнәһе, ул-был була ҡалһа, уның һеҙгә ҡаршы ҡулланылыуы ихтимал. Күп йәмәғәт урындарында махсус иҫкәртеү элеп ҡуйылған: “Видеотөшөрөү бара”. Халыҡ был хәлгә өйрәнеп тә бөттө шикелле. Теге йәки был кешенең икенсе берәүҙе йәшерен рәүештә төшөрөп алған сюжеттары йыш ҡына енәйәт эштәрен асыуға булышлыҡ итә.
Водителдәр өсөн видеорегистратор бик уңайлы нәмә булып сыҡты, авария булған осраҡта ул үҙенең ғәйепһеҙлеген иҫбат­лай ала. Шулай уҡ көнсөл ирҙәр йәмәғәтенең, ата-әсә уҡытыусы һәм тәрбиәселәрҙең тупаҫ ҡы­лығын фашлау өсөн йәшерен видеотөшөрөүҙе әүҙем ҡуллана. Ҡайһы бер телеканалдар ошо сюжеттарҙы тамашасы иғти­ба­рын йәлеп итеү өсөн файҙалана. Бында Рәсәй кешеһе уның законлымы-түгелме икәнлеге ме­нән ҡыҙыҡһынып та тормай, иң мөһиме — ҡыҙыҡ булһын. Хатта берәй фажиғәле хәлдә, ярҙам итәһе урынға, уны видеоға тө­шөрөүҙе хуп күрәләр.
Яңыраҡ Өфө дауаха­нала­ры­ның береһенең бала табыу залында ҡуйылған ви­део­камералар тураһындағы хәбәр Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә йәшен тиҙ­легендә таралды. Рөхсәтһеҙ видеоға төшөрөү бында тәүлек әйлә­нәһенә эшләгән. Дауахана етәкселеге залдағы видеокамералар тураһында хәбәрҙар булмаған, йәнәһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәм: закон буйынса дауаханаларҙа видеоға пациенттың рөхсәте менән генә төшөрөргә мөмкин, ә кешенең һаулығы тураһындағы мәғлүмәт табип сере булырға тейеш. Әм­мә серҙәрҙең һаҡланып ҡалы­рына шик бик ҙур. Хәҙерге ха­керҙар Пентагондың, “Яндекс”тың ныҡлы һаҡланған сайттарын боҙоп аса алғанда, дауа­ханалағы мәғлүмәтте йәшереп тотоп булмайҙыр.
Был яҙып алыуҙарҙың төп маҡсаты — төрлө мутлыҡты бул­дырмау. Ни эшләйһең инде, баҙар иҡтисады башлыса ошо алдаҡтарға ҡоролған бит: һа­тыусы һатып алыусыны һәм, кире­һенсә, клиент магазинды йыш һемәйтә. Быларҙы булдырмау маҡсатында супермаркеттан башлап ябай кибеткә тик­лем, бөтәһе лә йәшерен камералар ҡуя. Ателье, яғыулыҡ станцияһы, оҫтахана, юл инспекцияһы… Әммә дауаха­наларҙа ҡулланғандары тура­һында ишетелгәне юҡ ине. Түләүле медицина үҙәктәрендә был ҡулланыла, ни тиһәң дә, коммерция бит — берәй хата өсөн судлашып йөрөмәһендәр өсөн. Шундайҙарҙың береһендә эшләгән таныш табип аҡсаһы етмәгән ауырыуҙарға клиника етәкселеге ишетмәһен өсөн ҡағыҙға икенсе “осһоҙораҡ“ адрестар яҙып биреүе тураһында һөйләгәйне. Чиновниктар ри­шүәт алмаһын өсөн һәр кабинетты ошо ҡорамалдар менән йыһазландырырға йәки ишектәрен алып ташларға тигән тәҡдимдәр ҙә булғыланы.
Ҡайһы бер пациенттар үҙҙәре менән йәшерен диктофон (камера) алып килә. “Ни өсөн?” тигән һорауға “Хәтер насар бит, өйҙә тағы бер тапҡыр иғтибар менән тыңлау өсөн” тиҙәр.
Табиптар ҙа был рәсми яҙҙырыуға төрлө ҡарашта. Кемдер бәхәсле осраҡта ярҙам итә, тип һанай. Ни эшләйһең инде, бәғзе пациенттар сығыу менән ялыу яҙырға тотона – про­курорҙан башлап президентҡа тиклем.
Әйтергә кәрәк, Рәсәйгә был мода Көнбайыштан килде. Әммә тиҙ арала Европаны уҙып киттек. Ундағы дауаханаларҙың бер кабинетында ла, пала­та­һында ла бындай яҙыуҙар ме­нән шөғөлләнмәйҙәр. Был — фәҡәт беҙҙең ноу-хау. Көнба­йыш халҡы рәсәйҙәргә ғәжәп­ләнеп ҡарай, баштарына һый­май әлеге һымаҡ күренеш. Унда ла табиптар менән ҡәнәғәт булмаған ауырыуҙар етәрлек. Унда ла ялыу яҙалар. Пациенттар судҡа ла бирә. Әммә ғәйепте иҫбат итеү өсөн аудио- һәм ви­деояҙмалар ҡабул ителмәй. Әгәр ҙә табиптың ғәйебен иҫбат итә алмаһа, ялыусы суд сы­ғымдарынан тыш 2-3 мең евро штраф түләргә тейеш була. Шунлыҡтан докторҙың нервы­һында уйнарға теләүсе­ләр юҡ кимәлдә. Әгәр ҙә прокуратура тәфтише бында ябай ғына бизнес асһа, аптырарға кәрәкмәҫ: хәҙер ҡатынының бала тапҡаны төшөрөлгән видеояҙманы һа­тып алып ҡарарға теләгән атай­ҙар етәрлек бит. Дауахананың берәй хеҙмәткәренең аҡса һуҡҡыһы килеүе лә мөмкиндер.
Иң ғәжәпләндергәне — Бер­ҙәм дәүләт имтиханын биргәндә уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы видеокамералар аша күҙәтеүҙе рәсмиләштереү. Балаларҙы төр­мә режимына әҙерләйбеҙ тү­гелме? Табиптар ауырыуға һәм, киреһенсә, ә улары педа­гог­тар­ға, полицияға, судҡа, дәүләткә ышанмаһа, ҡайҙа барып төртөлөрбөҙ?





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509