Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иманы ныҡлы аҙашмаҫ
Мин бер нәмәгә лә ышанмаған дәһри түгелмен. Микро- һәм макродонъяның уртаҡ ҡанундарға буйһоноуын, әҙәм балаһының да сикһеҙ йыһанда бер үк ҡағиҙәләр ҡамауында көн итеүен, шулай уҡ берҙән-бер аҡыллы йән эйәһе булмауын, тимәк, параллель йәшәйеш ихтималлығын да инҡар итмәйем. Донъяны бар һәм бер иткән Юғары көс, Юғары аң, икенсе төрлө әйткәндә, Аллаһ бар, сөнки тотош Йыһандың теүәл бер организм булып хәрәкәт итеүе башҡаса мөмкин түгел. Аллаһ барыбыҙ өсөн дә бер. Әҙәм балаларын дин, милләт, ил сиктәренә ҡарап төрлө сортҡа бүлеү — бәндәнең иң ҙур хатаһылыр, моғайын. Хоҙай яратҡан икән, тимәк, ул халыҡ йәшәргә хаҡлы. Һәр кем Аллаға ла үҙенсә ышана, үҙенсә табына. Әммә...
Ошо урында күңелгә хәүеф килә: ни өсөн һуң бөгөн Аллаһ һынлы Аллаһ исеменән ер йөҙөндә ҡан ҡойоштар, үлтерештәр тынмай?! Ниңә бәндә үҙе ҡылған яуызлыҡ һәм әшәкелекте Хоҙай исеме менән аҡларға маташа?!
Барыбыҙға ла мәғлүм ки: кескәй генә атомдан алып ҙур галактикаға тиклем һәммәһе лә билдәле бер көйләнештә, йәғни гармонияла йәшәй, хәрәкәт итә. Ни ҙә булһа ошоно боҙорға маташа икән, тәртипһеҙлек башлана. Был — Хоҙай тарафынан яратылған донъяның үҙен борсоуға ҡаршы реакцияһы. Борон-борондан билдәле: ҡайҙа әҙәми зат артыҡ шашына башлай — шунда мотлаҡ бәлә-ҡаза килә. Беҙ был хәлде “Хоҙайҙың язаһы” тип әйтәбеҙ. Әүәл-әүәлдән кеше тәбиғәт серҙәренә төшөнөргә, теге йә был күренешкә үҙенсә аңлатма бирергә тырышҡан. Икһеҙ-сикһеҙ Йыһанда уның үҙенә һыйыныр терәк эҙләүе лә тәбиғи. Йәнә лә әҙәм балаһы үҙенең һәм үҙе кеүектәрҙең билдәле ҡанундарға буйһоноп, Юғары аң билдәләгән әхлаҡи ҡыҫымда йәшәргә тейешлеген аңлаған. Был ҡағиҙәләрҙе нығытҡан көс-дин шулай барлыҡҡа килгән дә инде. Ерҙә йәшәгән халыҡтар тотҡан төп, традицион диндәрҙең асылы бер: гонаһ ҡылма! Ул, башлыса, “атайың-әсәйеңде ихтирам ит, үлтермә, уйнаш итмә, урлашма, зыян килтермә, яла яҡма, яҡындарыңдың йортона, йыһазына, мал-тыуарына, ҡатыны йә иренә ҡул һонма” кеүек төп төшөнсәләргә ҡайтып ҡала. Ҡыҫҡаһы, үҙеңә теләмәгәнде бүтәндәргә ҡарата ҡылма. Меңәр йылдар буйына кешеләр тормошона төҙәтмәләрен индереп, бәйҙән ысҡынырға ғына торған әҙәм балаһын һәр даим ҡыҫҡа теҙгендә тотоп килгән, әхлаҡи кодекс хеҙмәтен үтәгән насрани (христиан), ислам, иудаизм һәм буддизм диндәре әҙәм балаһына хаҡ юлды табырға ярҙам итә, тейешһеҙ ғәмәлдәрҙән һаҡлап алып ҡала.
Ләкин уларҙың һәр береһе тирәләй йылдан-йыл өр-яңы ағымдар барлыҡҡа килә, секталар ойоша, әҙәм башын бутаған ҡағиҙәләр уйлап сығарыла. Былары инде айырым бәндәләрҙең мәнфәғәтенә хеҙмәт итә, йәштәрҙе, балаларҙы аҙҙырыу, уларҙы наркотиктарға ылыҡтырыу буйынса ҡот осмалы эштәр атҡара. “Байығырға теләһәң, яңы дин уйлап тап” — ошо раҫлама секталар эшендәге төп йүнәлеште билдәләй. Бындай ойошмаларҙың ни тиклем хәүефле булыуын һаман аңлап етмәйбеҙме, әллә, ҡауҙы ише башты ҡомға йәшереп, аңламағанға һалышабыҙмы? Хәйер, “был миңә ҡағылмай, үҙемә теймәһәләр булды” — күпселек ошо ҡағиҙә буйынса йәшәй. Бөгөн Башҡортостанда бихисап секта эшләгәне билдәле. Тәү ҡарамаҡҡа улар ауылды урап үтә, бары ҡала еренең бәләһе булып тора кеүек. Асылда бөтә урында ла ҡара эшен башҡаралар.
Бынан ун йыл самаһы элек республика баҫмаларының береһендә миңә: “Наркомандар тураһында яҙаһың да яҙаһың, ҡайҙа һуң улар? Юҡ улар беҙҙә, булмаған ерҙә проблема тыуҙырырға ярамай”, — тигәйнеләр. Ә бөгөн наркомания ҡайһы бер төпкөл ауылдарға ла үтеп инде... Секталар менән дә шулай булып ҡуймағайы.
Миңә секталар арҡаһында яҙмышы пыран-заран килгән кешеләр менән күп осрашырға тура килде. Бөгөн уларҙың бәғзеләре яҡты донъяла ла юҡ. Фанилыҡты иртә ташлап киткәндәр араһында — адвентистар тоҙағына эләккән Рәйлә исемле таныш ҡатын (исеме үҙгәртелде). Яңғыҙы өс бала тәрбиәләй ине. Сибайҙа йәшәне. Ире ҡалдырып киткәс, ҡаты сирләп, аяҡтан йығылды. Дауаханала йәшәү менән үлем араһында көрәшкән ҡатын өс көндән генә аңына килә. Кескәй балалары иҫенә төшөп, ҡото оса: бер үҙҙәре ни эшләй икән ҡолонсаҡтары? Табиптан өйөнә шылтыратыуын үтенә. Бер аҙҙан уға: “Борсолма, балалар ҡараулы, ашарҙарына бар, уларҙы бер әбей тәрбиәләй”, — тигән хәбәр еткерәләр. Аптырай Рәйлә апай: әллә алыҫ райондарҙың береһендә йәшәгән әсәһе килгәнме? Бер нисә көндән теге әбей сирле эргәһенә инә, эҫе һурпаһын, емеш-еләген дә онотмаған. Бик ҡарт та түгел икән, өлкән йәштәге ҡатын. Бөтөнләй таныш түгел. Рәйлә апай рәхмәттәрен уҡып бөтә алмай. Кем икән һуң был игелекле йән? Һуңынан асыҡланыуынса, балалар өс көн буйы ас ултырған, күршеләренең дә, бергә эшләгән иптәштәренең дә, хатта дуҫ һаналып йөрөгәндәрҙең дә сабыйҙарҙа эше булмаған. Адвентистка ошо хаҡта белеп ҡалып, ярҙамға килгән.
Дауахананан сыҡҡас, Рәйлә апай ҙа “Етенсе көн адвентистары” тип аталған секта йыйындарына йөрөй башлай. Ул йылдарҙа әлеге ойошма ағзалары ҡаланың Тау ҡасабаһында йыйыла, ти торғайнылар. Тәүҙә барыһы ла һәйбәт, әҙәпле бара. Ләкин тора-бара ҡатынды күмәк оргияларға йәлеп итә башлайҙар... Хәҙер инде ҡатын – гүр эйәһе. Йоғошло сир менән ауырып киткәс, табипҡа күренмәй, дауаланмай (“дин” тыя — ярамай, был — Хоҙай биргән яза, уны күтәрергә кәрәк, йәнәһе), ә силсә әкренләп уны тереләй ашай.
Был аяныслы хәлгә байтаҡ йылдар уҙғас, мин “Етенсе көн адвентистары” сектаһы менән ҡыҙыҡһындым. Баҡтиһәң, ул Рәсәйҙә бик киң таралған ағым икән. Шәхестең рухын һындырыу, уны түбән төшөрөү, кәмһетеү, ҡыҫҡаһы, “мин” тойғоһон юйыу йәһәтенән бер ниндәй алымдан да сирҡанмайҙар.
“Иегова шаһиттары” (“Свидетели Иеговы”) сектаһы ла рухты һындырыу, аңды томалау йәһәтенән иң ҡурҡыныс ойошмаларҙың береһе иҫәпләнә. Ул донъяуи белемде инҡар итә, үҙ ағзаларына уҡыуҙы тыя. “Был — Иблис донъяһы, беҙ үҙебеҙҙе ысын донъяға (үлемгә) әҙерләйбеҙ” — сектанттарҙың яратҡан тәҡрарлауы бына ошо. Апокалипсис, уның билдәләре булған һуғыш, үлтереш, көсләү, тәбиғи һәләкәттәр — былар барыһы ла “Иегова шаһиттары”ның яратҡан темаһы. Шуғалыр ҙа сектанттар араһынан аҡылдан яҙыусылар бик күп. Кеше — кешегә дошман —мейеләренә ошо фекер һеңдерелә. Әленән-әле ахырзаманды көтөү, уның килер көнөн иғлан итеү, һәләкәттән ер аҫтына төшөп ултырыу, ҡайҙалыр бикләнеү менән булалар.



(Дауамы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511