Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғүмер юлын — бер һуҡмаҡтан
Ғүмер юлын — бер һуҡмаҡтан Был ғаиләне Балтаста белмәгән кеше һирәктер. “Моңға бай гармун” конкурсы лауреаты Наил Хафиз улы — район мәҙәниәт һарайы янындағы тальянсыларҙың “Моң” халыҡ ансамблен ойоштороусы ла, уның етәксеһе лә.

Яңы Штәнде ауылында тыуып үҫкән Наил бәләкәйҙән йыр-моңдо үҙ иткән. Атаһы Хафиз ағай, һарыҡ һатып, улына бәләкәй генә гармун алып бирә. Шунан башлана ла инде малайҙың моңға сорналған тормошо.
Кистәрен үҙенән күпкә өлкән ауылдаш ағай-апайҙарын йыйып бейе­теүсе, йырлатыусы, ғаилә байрам­- дарын музыкаль яҡтан биҙәүсе, ар­мия хеҙмәтенә юлланған ағай­ҙарын моңло көйҙәр менән хәйерле юл теләп оҙатыусы ла Наил була. Инде урта мәктәпте тамамлағанда егеттең алдында “Киләсәктә кем булырға?” тигән һорау тормай. Ике лә уйламай, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәҙәни-мәғрифәт техникумының ха­лыҡ уйын ҡоралдары бүлегенә уҡырға инә. Аҡыллы, сабыр, тыйнаҡ егет буласаҡ ҡатынын да белем алған йылдарында осрата. Иҫке Балтас ауылы ҡыҙы Зөһрә Наилен армияға оҙата, көтөп ала.
Наил Хафиз улы уҡыуын хәрби хеҙмәттән һуң тамамлай, баян буйынса махсуслашып, халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле етәксеһе һөнә­рен ала. Йәштәр ғаилә ҡора һәм төр­лө уйҙарға бирелмәй, тыуған тө­бәк- ­тәренә эшкә ҡайта. Район мәҙәниәт һарайында Наил баянсы, ҡатыны бейеүсе, методист булып оҙаҡ йылдар дауамында хеҙмәт итә. Мәҙәниәт һарайының методика кабинеты мөдире була Зөһрә Рәхимйән ҡыҙы. Оҙаҡ йылдар дауамындағы өлгөлө эшмәкәрлеге өсөн “Хеҙмәт ветераны” исемен лайыҡлы йөрөтә ул бөгөн.
Бер ҡаҙанға ике тәкә башы һый­май, тиҙәр. Ғәлләмовтарға ҡағылмай был.
— Бер-беребеҙҙе аңлап йәшәүе­беҙ күп һынауҙарҙан һаҡлағандыр, тимен, — ти Зөһрә ханым.
Берҙән-бер улдары Айҙар ҙа сәнғәт, моң илен үҙ иткән. Стәр­летамаҡ мәҙәни-мәғрифәт технику­мының бейеү бүлеген тамамлаған, тыуған районында “Гүзәл” халыҡ бейеү ансамбленә етәкселек иткән.
Айҙарҙың кәләше Гөлназ Әхтәм ҡыҙы — Ишембай районының Кинйә­булат ауылы һылыуы. Уҡыған йылдарында ғаилә ҡорғандар. Хәҙер өс са­бый тәрбиәләйҙәр. Эмиль менән Да­нил — мәктәп уҡыусылары, Аль­би­­наға дүрт йәш. Гөлназ Әхтәм ҡыҙы — бар булмышы менән мәҙә­ниәткә, сән­ғәткә бирелгән ханым. Район мә­ҙә­ниәт һарайы ҡарама­ғындағы бала­- ­лар­ҙың “Гөрләүек” өлгөлө бейеү ан­самбленә етәкселек итә. Байрам уңа­йынан ойошторолған концерт про- ­грам­маларында ҡабат­ланмаҫ бейеү­ҙәре менән тамашасыны һоҡлан­дыра.
Концерт программаларын, башҡа тантаналарҙы урыҫ һәм башҡорт телдәрендә алып барыусы сифатында ла һынатҡаны юҡ Гөлназ Әх­тәм ҡыҙының. Ә уның етәкселе­­ген- дәге бәләкәй бейеүселәр ансамбле район, республика бәйге­лә­рендә лә уңышлы сығышы менән һөйөндөрә. Бейеү сәнғәтенә тартылған сабый­ҙарҙы матурлыҡҡа, тәртипкә, йый­наҡлыҡҡа, коллективта эшләргә өйрәтеү етәксенән күпме көс сарыф иткәнлеген күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел.
Өлкән Ғәлләмовтарҙан башланған моң шишмәһе бөгөн инде тағы ла артып, яңырып, урғылып аға. Улар­ҙың бынамын тигән ғаилә ансамб­лдәре бар. Наил Хафиз улы, Айҙар Наил улы, Эмиль Айҙар улы — баянда, Зөһрә Рәхимйән ҡыҙы — бубенда, Гөлназ Әхтәм ҡыҙы — ҡумыҙ­ҙа, Данил Айҙар улы өсмө­йөшлө һуҡма ҡоралда халыҡ көйҙә­ренә теҙмәне уйнап ебәрһә, залда илаһи тынлыҡ урынлаша.
Эмиль, сәнғәт мәктәбенең баян кла­сын уңышлы тамамлаһа ла, олатаһы етәкселек иткән ансамблдә уйнай. Бәләкәй Альбина ла бик дәрт­ле. Үҫә төшкәс, бәлки, уның да һәләте асылыр һәм Ғәлләмовтарҙың ғаилә ансамбленә ҡабатланмаҫ биҙәк өҫтәр.
Ир кешенең аҡылы, ҡатын-ҡыҙҙың сабырлығы ғаиләне күркәм, ғүмерле итә. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендә ҡулға-ҡул тотоноп эшләгән хеҙмәттәштәре ғаилә башлығы Наил Хафиз улы хаҡында бик дөрөҫ әйтә:
— Ниндәй генә сара үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, тәүлектең ҡайһы сәғә­тендә мәҙәниәт һарайына инһәк тә, Наил Хафиз улы иңенә баянын аҫып, сараның уртаһында ҡайнай. Элек: “Был кешенең шәхси донъяһы бармы, өйөнә ҡайта аламы икән?” — тип уйлай инек. Һоҡланғыс сифат биҙәй уны: ысын профессионал була­раҡ, вәғәҙә иткәнен мотлаҡ үтәй. Кү­ңе­ле менән ошо өлкә кешеһе булғас, юғалып та ҡалмай, башҡа­ларҙы ла ҡабатламай, Балтас еренең Наил Ғәлләмовы булып ҡала.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 053

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 417

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 949

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 855

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 597

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 208

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 432

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 487

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 312

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498