Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һөйөүҙәрем, моңло бер йыр булып, Күңелеңдә сыңлап үтһәсе...”
“Һөйөүҙәрем, моңло бер йыр булып,  Күңелеңдә сыңлап үтһәсе...” Тәҙрәңә төшкән ай нурҙары
Һағыныу сәләмемде илтһәсе,
Һөйөүҙәрем, моңло бер йыр булып,
Күңелеңдә сыңлап үтһәсе...

Шамил Хәмәҙинуров башҡарыуындағы был йырҙы тыңлаған һайын тыңлағы килә. Күптәрҙе йырсының үҙенсәлекле моңо әсир итә, сөнки уны бүтәндәр менән бутау мөмкин түгел. Ысынлап та, халыҡ артисы Шамил Хәмәҙинуровты республикабыҙҙа белмәгән кеше юҡтыр. Уның башҡарыуындағы “Бәллүр яҙмыш”, “Төнгө серенада”, “Ҡойон”, “Парлы тормош”, “Өфөләргә барам әле”, “Үҙең аңла” кеүек киң танылған йырҙары башҡорт эстрадаһының алтын фондын тәшкил итә.

“Һөйөүҙәрем, моңло бер йыр булып,  Күңелеңдә сыңлап үтһәсе...”Ошо көндәрҙә халыҡ яратҡан сәхнә оҫтаһына 65 йәш тулған булыр ине. Ҡыҙғанысҡа, үҙе был көндө күрә алманы – былтыр яҡты донъянан китеп барҙы. Шулай ҙа ысын сәнғәт әһеленең ҡабатлан­маҫ моңо беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй. Уның тыуған төйәге Мишкә районында иҫтәлекле көндө киң билдәләнеләр.
Иштебай ауылында тыуған Шамил Шәрифйән улының бала сағы бигүк еңелдән булмай. Бәлә­кәйҙән атайһыҙ үҫә. Моңдо үҙ иткән малай мәктәптең бер күрке ине, тип хәтерләй ауылдаштары. Хатта уҡытыусылар ҡайһы берҙә дәрес ваҡытында бүтәндәрҙән яуап һора­һа, Шамилдың йырлауын үтенгән.
Башҡортостандың йыр сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхесте яҡташтары ғорурланып телгә ала. Шамил Шәрифйән улы хеҙмәт юлын нәҡ Мишкәлә башлай: 1974 – 1976 йылдарҙа район мәҙәниәт йортонда методист һәм драма түңәрәге етәксеһе булып эшләй. Иҫтәлекле ваҡиғаны бил­дәләүгә яҡташтары ныҡлы әҙерлән­гән. Мәҫәлән, урындағы хакимиәт йырсының аудиодискын сығарған. Ә район үҙәгендә уға иҫтәлекле таҡтаташ астылар.
– Шамил ағай шул тиклем ябай кеше булды, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты район хаки­миәте башлығы Рөстәм Мусин. – Эше күп булыуға ҡарамаҫтан, тыуған яғына йыш ҡайтып йөрөнө. Һабантуйҙар бер ҡасан да унһыҙ үтмәне. Яҡташыбыҙ бик күп телдәрҙә йырлай ине. Шуға уны башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа, мариҙар ҙа, удмурттар ҙа яратты.
Йырсының ижадташ дуҫы, бил­дәле музыкант, Башҡор­тос­тандың халыҡ артисы Хәлит Фәтихов филармонияла бергә эшләгән осорҙо иҫкә алды.
– Ул ойошторған “Ихлас” төр­көмө менән ҡайҙа ғына булманыҡ! – тине ул. – Һыуыҡ клубтарҙа, йәйге селләлә, ҡышын майҙан­дарҙа сығыш яһарға тура килде. Һаулығы шул арҡала ла ҡаҡша­ғандыр. Уның хеҙмәтенә ваҡытын­да тейешле баһа бирел­мәне. Аяҡ салыусылар ҙа булды. Үлер алдынан ғына “Башҡортос­тандың халыҡ артисы” тигән исем бирҙеләр. Был баһаға күптән лайыҡ ине ул. Шамил Шәрифйән улы баҫалҡы, ярҙамсыл, итәғәтле кеше булараҡ хәтерҙә мәңге һаҡланыр.
Сәхнә оҫтаһы хәләл ефете, йырсы Римма Ибраһимова менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе. Өлкәне Гөлназ – М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының әҙәбиәт бүлеге мөдире, кесеһе Гөлсәсәк – Татарстандың Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театры артисы.
Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективы был көндә Мишкәлә хәйриә концерты ойошторҙо. Тамашасылар алдында билдәле сәхнә оҫталары Лилиә менән Хәлит Фәтиховтар, Фәриҙә һәм Роберт Тимербаевтар, Әлфиә Юлсурина, Фән Вәлиәх­мәтов, Вәлит Илембәтов, Радик Вәлмөхәмәтов, Рушан Биктимеров, Минзиә Нәсибуллина, Рәмил Хә­зиев, Сүриә Ғималова сығыш яһаны.
Концерттан йыйылған аҡ­саға Шамил Хәмәҙинуровҡа һәйкәл асырға ниәтләйҙәр. Киләсәктә ра­йон хакимиәте Мишкәләге яңы урам­дарҙың береһенә арҙаҡлы йыр­­сының исемен биреү күҙал­лана.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518