Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауылда ла хәҙер завод бар
Ауылда ла хәҙер завод бар Һуңғы бер һөйләшеүҙә Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы Юрий Садыров “Беҙҙә тағы бер завод эш башланы” тип хәбәр һалғайны. Ер ҡуйынынан “ҡара алтын” һурған нефтселәрҙән башҡа бер йүнле сәнәғәт предприятиеһы, иген игеү өсөн уңдырышлы ерҙәре, малсылыҡты алға ебәрергә тейешле тәбиғәт шарттары булмаған төбәк өсөн был, әлбиттә, ҙур ваҡиға.


Ауылда ла хәҙер завод барЯңы предприятие уҙған быуаттың 90-сы йылдарында донъялар үҙгәргәс, ташландыҡ хәлгә төшкән элекке “Сельхозтехника” район берекмәһе биләмәһендә урынлашҡан. Төрлө станоктар үҙенә генә хас йыр һуҙа, ара-тирә тимер сыңлай, иретеп йәбештереү агрегаты күҙҙе сағылдырыр нурҙар сығарып шыжлай. Бина эсендә Башҡортостан машиналар эшләү заводының (рәсми исеме шулай икән) цехтары көндәлек хеҙмәтен атҡара.
– Нефтселәр ҡулланған геофизик агрегаттар өсөн тимерҙән төрлө ҡорамалдар етештерәбеҙ, – тип бәйән итте эш барышына етәкселек иткән Йәлил Гәрәев. – Удмурт Республикаһы предприятиеһының заказын үтәйбеҙ. Төп технологик операциялар һанлы программа менән идара ителгән, заман талаптарына тулыһынса яуап биргән станоктарҙа башҡарыла. Беҙҙең продукция сифатына бер ниндәй ҙә дәғүә юҡ. Ҙур предприятиела етештерелгәнгә ҡарағанда уларҙың үҙҡиммәте күпкә осһоҙ.
Тимерҙе сыныҡтырыуҙан башлап әҙер ҡорамал алыуға тиклемге барлыҡ эштәрҙе ни бары алты кеше башҡара. Уларҙың һәр ҡайһыһы бер нисә һөнәр оҫтаһы. Йәлил Мөхәмәтнур улы үҙе лә цех етәксеһе, инженер һәм технолог вазифаларын үтәй. Уның әйтеүенсә, завод коллективы ярҙамсы хеҙмәткәрҙәр, шул иҫәптән йыйыштырыусы һәм ҡарауылсы менән бергә алғанда 12 кешенән тора.
Эш башлап ҡына торған заводта ла, һәр ерҙәгесә, үҙ алдынғылары бар. Етенсе тиҫтәһен ваҡлауына ҡарамаҫтан, арыу-талыу белмәгән токарь Юрий Мансуров нәҡ шундайҙар иҫәбендә. Ул тимер эшкәртеү менән 20 йылға яҡын шөғөлләнеп, бай тәжрибә туплаған. Ғөмүмән, ҡулынан килмәгән эш юҡ. Бәхетте лә ҡайҙалыр ситтә эҙләмәгән, бар ғүмере тыуған Ҡалтасыһында үткән. Яңы предприятиеға саҡырғас, яратҡан хеҙмәтенә ҙур теләк менән тотонған.
Төп бурысы металды термик эшкәртеү булһа ла, унан бушағанда слесарь бурыстарын да уңышлы башҡарған Шәмсетдин Кейекбаев та яңы заводҡа килеүенән бик ҡәнәғәт.
– Хеҙмәтем оҡшай, шуға ла яңы эш төрҙәрен үҙләштереү бер ҙә ауыр түгел, – тине ул. – Теүәл деталдәр етештереү ҙур яуаплылыҡ талап итә. Сифат – һәр саҡ тәүге планда. Бер-беребеҙгә ярҙамлашып, дуҫтарса аралашып эшләйбеҙ.
Илдар Афзалов һанлы программа менән идара ителгән станокты хеҙмәтләндерә. Был һөнәргә Нефтекама автомобиль заводында өйрәнгән, сит яҡтарҙа ла йөрөп ҡайтҡан. Яңы предприятие хаҡында ишеткәс, Ҡалтасыға юлланған. Күңеле тартҡан эште шатланып, илһамланып башҡара, планды арттырып үтәй, хеҙмәт хаҡынан да ҡәнәғәт.
Ауылда ла хәҙер завод барЗаводтың башҡа эшселәре лә предприятие тураһында тик ыңғай фекер әйтте, алға ҡуйылған бурыстарҙың мотлаҡ тормошҡа ашырына ышаныс белдерҙе.
Ошо урында төп геройға ла туҡталырға ваҡыттыр. Алда һөйләнелгәндәрҙең барыһы ла Фәһим Низамов атлы ир-уҙаман менән бәйле. Ҡалтасыла Башҡортостан машиналар эшләү заводын асыу – уның эш һөҙөмтәһе.
– Ҡалыпҡа һалынған хеҙмәт төрҙәре менән генә әллә ни алға китеп булмай, замана шулай ҡуша, – ти ул. – Ҡалтасыла элекке “Сельхозтехника” берекмәһе биләмәләренең һатылыуын белгәс, сәнәғәт предприятиеһы асыу теләге тыуҙы. Бинаны тәртипкә килтерҙек, яңы тәҙрә-ишектәр ҡуйҙыҡ, кәрәкле станоктар, ҡорамалдар алып, эшкә тотондоҡ.
Йүнселдең башланғысын район етәкселеге хуплап ҡабул иткән. Хакимиәт башлығы Юрий Садыров хеҙмәт урындары булдырылыуға ҡыуанып бөтә алмай, предприятиеға ҡулынан килгәнсә булышлыҡ итә. Фәһим Низамов әйтеүенсә, республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың яңы эш башлаусыларға бар яҡлап ярҙамлашырға әҙер булыуы уны завод асыуға дәртләндергән.
Сығышы менән Хәйбулла районының Подольск ауылынан булған милләттәшебеҙ — әле үҙе йәшәгән Нефтекама ҡалаһында ғына түгел, республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә билдәле шәхес. “Ягуар” һаҡ предприятиеһы директоры, ҡала Советы депутаты – уның рәсми һәм йәмәғәт вазифаларының икеһе генә лә күпте һөйләй. Фәһим Йәғәфәр улы күп яҡлы изге эштәре менән яҡын-тирәлә йылдан-йыл киңерәк танылыу ала. Быуаттар төпкөлөндә ҡалған казактар хәрәкәтен тергеҙеү, һыбайлы казактарҙы Нефтекамала йәмәғәт тәртибен һаҡлауға йәлеп итеү, ауыр холоҡло үҫмерҙәр менән эҙмә-эҙлекле тәрбиәүи эш һәм төрлө спорт саралары ойоштороу, һайлаусыларҙың наказдарын үтәү – быларҙың барыһын да уңышлы башҡара Фәһим Низамов. Былтыр август аҙағында Краснокама районының Ҡарый ауылының яртыһын тиерлек емергән тәбиғәт ғәрәсәтенән һуң ваҡиға урынында йорт-ҡураһыҙ ҡалғандарҙы һәм фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарҙы үҙ иҫәбенә йылы аш-һыу менән тәьмин итеүсе лә нәҡ ул булды. Бынан тыш, йылҡы алып, халҡыбыҙҙың данлы эсемлеге ҡымыҙ бешеүҙе яйға һалды, һарыҡ үрсетеүгә лә тотондо. Һәр башлаған эшен аҙағынаса тормошҡа ашыра егәрле замандашыбыҙ. Шуға ла яңы заводының да яҡын киләсәктә билдәлелек аласағына шик юҡ
.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840