Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Елдәй елгән, һыуҙар һымаҡ аҡҡан булдым...”
“Елдәй елгән, һыуҙар һымаҡ аҡҡан булдым...” Ҡайындар... Зифа, пак олонло, саф ҡайындар. Теләк тауы итәгендә ҡояш сығышына һәм күлгә ҡаратып өй күтәргәс, ихатаға хәтһеҙ генә сауҡа ултырттым. “Үҙән буйҡайҙары, ай, сауҡалыҡ, күләгәһе беҙҙең өйөбөҙ”, — тип һуҙғанмы әле йыраусылар әүәл? Баяғы Теләк тауындағы сауҡалар хәҙер инде буй еткереп, йәшел шәл бөркәнгән һылыуҙар булып китте. Мин уларҙың һәр береһенә уйымдан ғына исем биргәнмен. Әсәйем, ҡәйнәм мәрхүмәләр, хәләлем, ҡыҙҙарым, ейәнсәрҙәрем... Ҡайындарҙың япраҡ ярыуын яҙ һайын ҡояш ҡалҡҡандай көтөп алам. Улар имен булһа, тормоштоң йәме лә һаҡланыр, донъялар ҙа имен торор һымаҡ.

Егерме беренсе быуатҡа бер аҙым ғына ара ҡалғанда, Мәүләнең бойороғо менән Өфөлә яңы йортҡа күсендек. Мостай, Заһир ағайҙар, Гөлли апай, бүтән әҙиптәр, ғалимдар, сәхнә әһелдәре... Алдағы йәй етеүгә йорт алдындағы сирәмлеккә Мостай ағай бер нисә төп ҡайын, ҡарағай үҫентеләре ултыртты. Был эш әҙәм балаһының ошо урынға ныҡлап төпләнеүен аңғарта бит инде. Шағир ҡулы менән еректерелгән ҡайын-ҡарағайҙар тартҡан кеүек күтәрелде. Мостай ағай ҙа, бәлки, уларға эстән генә иң ғәзиз кешеләренең исемдәрен биргәндер. Был — тәбиғи, әммә шуны­һы ғәжәпләндерә: шағир китеп бер аҙ үтеүгә ҡа­йындарҙың ботаҡтары тирә-яҡҡа тырым-тырағай эйелә башланы. Төп олондары әүәлгесә үргә тартылһа ла, ботаҡтарҙы ауыр ҡар ергә һырыҡ­тыра. Йортобоҙ тәҙрәләренең иң яҡтыһы һүнеүе генә етмәгән, шағир ҡайындарының бөгөлөп төшөүе лә хафаға һала.
Мостай ағайҙың шиғырҙарын, сәсмә әҫәрҙәрен, хәтирәләрен хәҙер ҡабат-ҡабат уҡыйым. Аҡҡан һыу, янған ут һымаҡ, уның даръяһы ла, усағы ла һине сихырлағандай. Һыу өйөрөлтөп алып китер ҙә йотор кеүек. Уттың эсенә тартылып өтөлөүең бар. Ысындан да, мәшһүр замандашыбыҙҙың хис үә фекер донъяһы үҙенең албырғатыу көсөн ниңә һис кенә лә юғалтмай икән? Әҙәбиәтсе-ғалимдар был феноменға, әлбиттә, фәнни аңлатмалар бирер. Профессиональ талаптар күҙлеген кейеп ҡарағанда, хаҡлы ла булырҙар. Ләкин халыҡ шағи­ры исемен йөрөткән кешенең ижады беренсе нәү­бәттә ябай уҡыусының күңелен ҡағырға тейеш. Мостай Кәримдең әҫәрҙәре, тормошо, ижтимағи эшмәкәрлеге тураһында мин дә, тәрән баһаларға дәғүә итмәй, шул ябайҙарҙың береһе булып ҡына һүҙ әйтәм.
Ун йыл ғүмер үтһә лә, беҙ Мостай Кәрим шәхе­се тураһында теүәл генә фекер тупларға ваҡыт таба алмайбыҙ шикелле. Быға үтә лә сәбәләнеүле тормошта йәшәүебеҙ ҡамасаулаймы, әллә бүтән сәбәптәр бармы: юғиһә шағирҙың исеме киң мәғ­лүмәт сараларында ла, һәр кемебеҙҙең хәтерендә лә тоноҡлана төшкәндәй. Мәғлүм булыуынса, Мос­тай, әҙәби ижадтың ниндәй формаһына ғына мөрәжәғәт итмәһен, һәр образы, һәр һүҙе менән намыҫты, ир була белеүҙе, Әсә бөйөклөгөн, ил-ерҙең мөҡәддәслеген яҡлай һәм иҫбат итә килде. Сәйәси конъюнктура, яҙмыштан уҙмыш әмәлдәрен эҙләү, аҡса ҡөҙрәте, хакимлыҡ көсө әҙәми зат кеше рәүешен алғандан уҡ йәшәй килә. Күпсе­ле­гебеҙ ошоға күнегеп, хатта уны күрмәй көн итә. Үҙен, әл-хәмдү лил-ләһ, һау-сәләмәтмен, тип йө­рө­гән кешеләргә лә ваҡыт-ваҡыты менән док­торҙарға күренеү фарыз. Әммә был — тәндең ихтыяжынан. Йән өсөн һәр даим Мостай Кәримдең әҙәби мираҫына, рухи васыяттарына мөрәжәғәт итеү кәрәктер. Рәсәй театр һәм кино сәнғәтенең күркәм рыцары Василий Лановой: “Милли идеяны әллә ҡайҙан эҙләп яфаланмайыҡ әле, ул Пушкин ижадында ла баһа”, — тигәйне. Уртаҡ милли үҙәк эҙләп баш ҡатырмаһаҡ та, рухыбыҙҙы юғары то­тоу өсөн беҙ ҙә бөйөк Мостай бейеклеген һаҡлайыҡ.
Әҙәпкә көс килһә лә, шуны әйтергә тура килә: “Китап” нәшриәтенә тапшырған нәүбәттәге кита­бымдың ҡулъяҙмаһын “Аҙашҡан ваҡыт” тип атаным. Йәнде туңдырған заман тураһында хәсрәтле уйланыуҙарым, бәлки, Мостай ағайҙың туҡһа­нынсы йылдарҙа һәм ике меңенсе йылдарҙың башында яҙылған шиғырҙары, публицистикаһының шауҡымылыр. “Ел-дауыллы ниндәй быуат һуң был?” тип шағирҙың үҙ-үҙенә төбәлгән һорауы артабан әрнеүле, ил яҙмышы өсөн хәсрәт менән тулышҡан шиғырҙарында яуап тапты.
Уларҙа, күреүегеҙсә, Мостай Кәрим ҡаушап сәбә­ләнмәй, бәлки кешеләрҙең зиһененә, йөрә­ге­нә төбәлгән оран һала. Ошо беҙҙең быуынға һәм киләсәктәгеләргә шағир мираҫ итеп ҡалдырған саң булманымы икән?
Ағайыбыҙ вафатынан бер йыл алда башҡорт һәм рус телдәрендә “Оҙон юл” — “Долгая дорога” тигән шиғырҙар йыйынтығын сығарып өлгөрҙө. “Өлгөрҙө” тиеүем шунан, ошо китап-шағирҙың заманды йәнә бер тапҡыр күҙ алдынан үткәреүе тип ҡабул ителә. Әсе күҙ йәштәре аша һырҡып сыҡҡан шиғырҙарында рәнйеү, үкенеү бар, әммә өмөтһөҙ­лөк юҡ. Әйткәндәй, Мостай ағай китеп, йыл үтеүгә, “Год без Мустая” тигән русса китап донъя күрҙе. Унда миңә лә бер кәлимә ҡатыу форсаты тейҙе. Баҫманың әһәмиәте йәнә лә шунда: Мостай Кә­рим­гә төбәлгән һүҙҙәре менән ситтә йәшәгән бай­таҡ кеше башҡорт иленә ихтирамын еткерҙе. Әлеге китапта баҫылған ҡайһы бер фекерҙәр осмотон хәҙер ҡабатларға йөрьәт итәм.
“Ғүмерем буйы ошо кеше алдында баш эйҙем. Ул минең өсөн дәүеребеҙҙең әҙәби ижад яланында бөйөк ҡәләмдәшем генә түгел, ә яҡын дуҫ ине. Ул күренекле шәхес, ХХ быуат гума­низмының кәүҙәләнеше булды”.
(Сыңғыҙ Айытматов).
“Әҙәбиәттә һәр кем үҙ юлы менән китте, әммә — бер маҡсатта. Илле йыл әҙәбиәттә “йәшәнек”, Рәсәйҙе данлар китаптар яҙҙыҡ, бер-беребеҙҙең уңыштарына ҡыуаныштыҡ. Баш­ҡорт халҡына минең һөйөүем айырыуса көслө, сөнки бер мәл Мостай бер һүҙ менән беҙҙе, миллиондарса кешене, берләштерҙе, бер генә юлда хистәребеҙҙе асып һалды: “Рус түгелмен, ләкин россиян мин!”
(Михаил Алексеев).
“Ғәжәйеп зыялы сәсмә әҫәрҙәр, тәрән фәлсәфәүи драматургия, күп ҡырлы, ҡайһы саҡ ҡылыс ише үткер, шул уҡ ваҡытта ихлас публицистика, профессорҙарға хас төплө әҙәби тәнҡит һәм, ниһайәт, иҫ китмәле шиғриәт! Унда һәр һүҙ кешене яҡлай, һәр юл ғәҙелһеҙлек, алдыҡ, шәхесте кәмһетеү менән көрәшә”.
(Ренат Харис).
Бөйөк шағир заман аша елдәй елеп, яҙғы һыуҙар һымаҡ ярһып ағып үтте. Ҡапҡаларҙы түгел, ғафиллыҡ баҫҡан беҙҙең йөрәктәрҙе ҡаға-ҡаға уның хәле бөттө. Ахырғы сәғәттәренә тиклем ҡәләмен ситкә һалмаған Мостай ағай, үҙе фаразлағанса, йөрәге ярылып үлгән ат һымаҡ ауҙы.
Ер йөҙөндә һап-һары көҙ.
“Был — һарғайған йөҙ”, — тимә.
“Көҙөм етте”, — тип зарланма,
Әүлиәгә көҙ нимә?
...Йорт алдындағы Мостай ҡайындары, сентябрҙең һарысай атамаһын аҡлағандай, йәшел ҡыя шәлдәренә һары биҙәктәр һипте. Япраҡтар, ботаҡтарҙан өҙөлөп, бәүелә-бәүелә ергә ҡуна. Йөрәккә оҡшаған кескәй генә йәндәрҙең бер донъянан икенсегә күсеүе шулмы икән?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840