Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Һорау-яуап Уларҙы кем яҡлар?
Йәйге ял осоронда, бигерәк тә эҫе көндәрҙә бәлиғ булмаған балаларҙың үҙҙәрен генә еңел машинала ҡалдырып китеү сәбәпле, бәләкәстәрҙең тонсоғоп үлеү осраҡтары теркәлә. Ошондай аяныс хәлдәргә кәртә ҡуйып булмаймы ни?
Алһыу.
Ишембай ҡалаһы.

Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексында баланы транспорт сараһында ҡалдырған өсөн административ яуаплылыҡты күҙ уңында тотҡан яңы статья әҙерләнә. 14 йәшкә тиклем балаһын машинала яңғыҙын ҡалдырыусыларҙы язаға тарттырмаҡсылар. Бына ошондай эш ҡылғандарҙы транспорт сараһына идара итеү хоҡуғын биргән документынан бер йылдан ике йылға тиклем мәхрүм итеүҙәре йәки ғәйеплеләрҙән 100 мең һум күләмендә штраф түләттереүҙәре ихтимал.





Һорау-яуапКәрәк икән,
әйтеп ҡалдыр


Тиҙҙән мираҫты яҙып ҡына түгел, әйтеп тә ҡалдырып буласаҡ, тип ишеткәйнем.

Д. Рәхмәтуллин.
Миәкә районы.

Ысынлап та, видеояҙма мираҫнамә менән тиңләштереләсәк. Был хәлдең бер ыңғай яғы бар: видеофайл документҡа ҡул ҡуйып ҡалдырыусының аҡылы теүәл булғанлығын раҫлай. Тимәк, бәхәсләшергә лә урын ҡалмай. Юғиһә күптәр васыятнамәне уҡығас та судҡа юлланыусан. Ә үҙҙәренең күбеһенең ҡасандыр туғанының иҫән сағында хәлен белешкәне булдымы икән? Ә бына мираҫ ҡалһа, йүгерешә башлайҙар. Ошондай хәлдәрҙе бөтөрөү өсөн кәрәк тә инде үрҙә әйтелгән процедура.


Һорау-яуапБарыһы ла йылы һүҙгә мохтаж

Әсәйем ныҡ сирләй. Тиҙҙән уға операция эшләргә тейештәр. Психологик йәһәттән ғәзиз кешемә нисек ярҙам итергә икән?

Ләйсән.

Саҡмағош районы.

Йыл һайын әллә күпме кешегә операция эшләнә. Әлбиттә, был — һәр кем өсөн ҙур көсөргәнеш. Күптәрҙе ҡурҡыу биләй: балаларға ата-әсәләренән айырылыу оҡшамаһа, өлкәндәрҙе әүҙем тормош алып барыуҙан бер аҙ туҡтап ҡалыу борсой. Ә оло йәштәгеләрҙе ғүмер һәм үлем мәсьәләләре ҡурҡыта.
1. Пациент үҙенең сире хаҡында, тотошлай уҡ булмаһа ла, бер аҙ белергә тейеш. Әгәр уны дауалаған табип ниндәйҙер сәбәп арҡаһында аңлатмаһа, был өлкәләге берәй белгес менән кәңәшләшергә мөмкин. Шулай итеп, сирле кешегә хәле хаҡында бер аҙ төшөндөрөрһөгөҙ. Был иһә операцияның мөһимлеген аңлатыу өсөн дә кәрәк.
2. Дауалаусы табип тураһында күберәк һөйләгеҙ, сөнки ауырыу кешенең психикаһын яйға һалыу һәм операцияның уңышлы үтеүе өсөн сирленең табипҡа ышанысы бик мөһим.
3. Яҡын кешегеҙҙе операцияның уңышлы үтеренә ышандырығыҙ. Ләкин был осраҡта төрлө медицина процедуралары тураһында һөйләү кәрәкмәй.
4. Сирлене яңғыҙын ҡалдырмағыҙ, уға күберәк иғтибар бүлегеҙ, күңелле хәбәрҙәр һөйләгеҙ.
5. Операция алдынан врачтың күрһәтмәләрен теүәл үтәү мотлаҡ: сирленең дөрөҫ әҙерләнеүе, төрлө ҡытыршылыҡтарҙың килеп сығыуын мөмкин тиклем бөтөрөү мөһим.
6. Тормоштоң бындай ауырлыҡтарҙан ғына тормауын аңлатығыҙ.
7. Үҙегеҙ ҙә операцияның уңышлы үтеренә ыша­нығыҙ. Был сирленең дә һауығыуға өмөтөн арттырыр.



Һорау-яуапВаҡытында түләү хәйерле

Дуҫым менән сит илгә ял итергә барырға тип уйлағайныҡ, ниәтебеҙ килеп сыҡманы: уның Рәсәйҙән бер ҡайҙа ла ситкә сыға алмаясағы хаҡында әйттеләр. Баҡтиһәң, дуҫым “бурыслы граждан” икән...

Лиана.

Ҡариҙел районы.
“Сит илгә сыға алмаусылар” исемлегенә эләгеү өсөн 10 мең һум бурысың булыу ҙа етә. Мәҫәлән, коммуналь хеҙмәттәр, фондтар, кредит ойошмалары алдында. Ә суд приставтары бурыслы кешене сит илгә ваҡытлыса сығармау тураһындағы ҡарарҙы ҡабул иткәнгә тиклем ун көн алдан иҫкәртергә тейеш. Ошонан һуң бурыс ҡапланмаһа, ғәйепле кеше миграция хеҙмәтенең “ҡара исемлеге”нә индерелә. Әгәр кемдер рәсми теркәлгән урынында йәшәмәһә, бурысы хаҡында иң һуңғы сиктә сит илгә сығыр мәлдә беләсәк. Шуға ҡайҙалыр ял итергә барыр алдынан Суд приставтары федераль хеҙмәтенең сайтына инеп, мәғлүмәттәргә күҙ һалыу ҡамасау булмаҫ.


Һорау-яуапӨлгөрөп ҡалығыҙ

Әсәлек капиталы программаһы оҙайтыла­саҡ­мы? Ошо хаҡта яҙһағыҙ ине.

Зәйтүновтар.

Мәсетле районы.

Ил Хөкүмәтендә әсәлек капиталы программаһы тураһында бик ҡыҙыу һөйләшеүҙәр бара. Уның оҙайтыласағы йәки, киреһенсә, ябыласағы хаҡында әлегә аныҡ мәғлүмәт юҡ. Шуға 2016 йылдан һуң беҙҙе ниндәй яңылыҡтар көтәсәген күҙаллап булмай. Киләһе йылда илдә иҡтисади хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрер һәм тыуымды дәртләндереү программаһын һаҡлап алып ҡалырҙар тип өмөт итәйек.


Техника иҫәп ярата

Электр приборҙарын иҡтисади йәһәттән нисек дөрөҫ файҙаланырға икән?

Ильяс.
Белорет районы.

Электр приборҙарын һатып алғанда энергия һаҡлау класына иғтибар итеү кәрәк: иң яҡшыһы “А” булһа, иҡтисади йәһәттән отошһоҙо — “G”.
Көтөү режимы булған телевизорҙарҙың һәм башҡа приборҙарҙың шнурын розетканан тартып алырға онотмағыҙ. Бигерәк тә төндә онотмаҫҡа кәңәш ителә. Компьютерҙың да энергияны һаҡлау режимын файҙаланығыҙ. Әгәр параметрҙарҙы ҡуйһағыҙ, күпмелер ваҡыт, мәҫәлән, 4—5 минут үткәс, монитор һүнәсәк. Һуңғараҡ система блогы ла “йоҡлау” режимына күсер. Шулай итеп, компьютер “ашаған” электр энергияһын 50 процентҡа тиклем экономияларға мөмкин.
Телефондың батареяһы зарядланғас, уны розетканан тиҙерәк алығыҙ, сөнки электр энергияһы бушҡа сарыф ителәсәк.
Саң һурҙырғысҡа килгәндә, уның фильтрын һәм сүп-сар ҡапсығын даими таҙартырға кәрәк. Юғиһә байтаҡ энергия әрәм була.
Һыуытҡысты плита йәки батарея эргәһенә ҡуйырға ярамай, сөнки эргә-тирәлә 30 градус йылы булғанда агрегат та күп энергия “талап итә” башлай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 084

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 441

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 975

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 884

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 637

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 234

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 457

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 959

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 503

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513