Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Селфи: насар ғәҙәтме, әллә психик төшөнкөлөкмө?
Селфи:  насар ғәҙәтме,  әллә психик төшөнкөлөкмө? Былтыр инглиз теленең Оксфорд һүҙлеге “селфи”ны йыл һүҙе тип билдәләгәйне. Был юҡҡа түгел. Һуңғы ике-өс йылда кешеләрҙең үҙ-үҙен фотоға төшөрөп, социаль селтәргә һалыуы ғәҙәти күренешкә әүерелде. Иң ҡыҙығы (бәлки, иң ҡыҙғанысылыр) – фотоһүрәттәр ҡайҙа һәм ниндәй генә ракурстан эшләнмәй: “Бына мин ҡара эшләпәлә”, “Диңгеҙ буйындамын”, “Машинамда елдерәм”, “Мин автотрассала” һ.б. Ғөмүмән, селфи төшөрөү шул тиклем модаға әйләнеп китте, уның мәғәнәһе тураһында уйлап та ҡарау юҡ.
Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына тойолған мауығыу менән психологтар ҙа ҡыҙыҡһына башланы. Һәм ни ишетәбеҙ — Американың психиатрҙар ассоциацияһы селфиға бәйлелекте психик төшөнкөлөк тип атаған. Врачтар XXI быуат сиренең өс фазаһын билдәләй: сикле селфит (үҙ-үҙеңде көнөнә иң күбе өс тапҡыр фотоға төшөрөү), киҫкен селфит (үҙ-үҙеңде кәмендә өс тапҡыр фотоға төшөрөү һәм һәр ҡайһыһын социаль селтәргә һалып барыу) һәм хроник селфит (үҙ-үҙеңде тәүлек әйләнәһенә фотоға төшөрөү теләге, һүрәттәрҙе социаль селтәргә даими һалып барыу).



Фотоға төшәм тип... һәләк булды

Интернетҡа күҙ һалһаң, ниндәй генә селфи тапмаҫһың! Парашюттан һикер­гән­дә, тау башында, баҡсала матур сәс­кә­ләр менән, ҡыҙынғанда, ҡойонғанда, билдәле кешеләр менән, йыртҡыс хай­уандар янында... Нисек кенә, ниндәй генә юлдар менән популярлыҡ яуларға ты­рыш­май кешеләр! Аңлауымса, селфи үҙенсәлеклерәк, хатта ғибрәтлерәк булған һайын социаль селтәрҙә күберәк тауыш йыя, уны ҡараусылар арта. Ниндәй мә­ғәнә!? Быларҙың барыһы ла — күп тигәндә ике-өс көнлөк ҡәнәғәтлек. Ә артабан... Тағы ла шәберәген ҡуйырғамы?! Бына шундай ҡурҡыныс уйын барлыҡҡа килде йәштәр араһында: үҙ-үҙен фотоға төшөрөп, социаль селтәргә ҡуялар ҙа, шундағы “лайк”тарға ҡарап, шәхесенә баһа бирәләр.
Күптән түгел Мәләүез ҡалаһында тер­кәлгән фажиғә хаҡында ишет­кәнһегеҙҙер. Унда 12 йәшлек малай дуҫтары менән ташландыҡ ағас эшкәртеү комбинаты биләмәһенә үтеп инә һәм үҙен ҡыҙыҡлыраҡ фонда фотоға төшөрөү маҡсатында электр бағанаһына күтәрелә. Шунда үҫмер башы әйләнеүҙән сайҡалып китә һәм ҡолап төшмәҫ өсөн электр сымына йәбешә... Шунда уҡ йән бирә.
Август аҙаҡтарында ошоға оҡшаш фажиғә Ҡазан ҡалаһында ла теркәл­гәй­не. Унда 14 йәшлек ҡыҙ менән егет автомобиль күпере өҫтөндә селфи эшләргә теләп, ҡолап төшкән. Бәхеткә икеһе лә иҫән.
Быйыл тәүге уҡыу көндәрендә үк мәк­тәптәрҙә селфиҙың психик һәм физик зарары хаҡында класс сәғәттәре ойош­то­ролдо, ата-әсә йыйылыштары ла башлыса ошо мәсьәләгә арналды. Уҡы­тыусылар айырыуса үҫмер ҡыҙҙар өсөн борсолоу белдерә. Статистика буйынса, улар әлеге ғәҙәткә малайҙарға ҡарағанда нығыраҡ ылыға икән.
— Тәнәфес ваҡытында уҡыусыларҙың ҡулынан телефон төшмәй. Коридорҙа ла, парта артында ла, стенаға һөйәлеп тә, көҙгө янында ла селфи эшләйҙәр. Иң хәүефлеһе: улар бит был фотоларын социаль селтәргә һала. Ә унда кемдәр генә ултырмай, ниндәй генә фекер яҙмауҙары мөмкин. Ҡыҙҙар, айырыуса үҫмер саҡта, үҙҙәренең төҫ-ҡиәфәтенә бик талапсан була. Берәйһе шаяртып ҡына: “Һин йәмһеҙ”, — тип әйтһә лә, бик ныҡ үпкәләүе, хатта төшөнкөлөккә бирелеүе ихтимал. Интернетта иһә фото аҫтына ниндәй генә комментарий яҙмайҙар. “Һинең танауың ҡыйыш”, — тип уйламай йә махсус әйтелеүҙең дә был йәштә фажиғәгә илтеүе бар. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тиҙәр. Балағыҙҙың шәхси тормошо менән ҡыҙыҡһынып тороғоҙ: кемдәр менән аралаша, селфи менән саманан тыш мауыҡмаймы, дуҫтары кем һ.б. Һәр нәмәлә сама булырға тейеш, — ти Өфө ҡалаһындағы 21-се лицей уҡытыусыһы Наталия Алябина.
Бер уҡыусы баланың фотоһын социаль селтәргә һалғандан һуң 15 кенә “лайк” йыйыуы арҡаһында истерикаға бирелеүе хаҡында ла әсенеп һөйләне Наталия Юрьевна.
— Был — заман афәте. Беҙ балаларҙа мөмкин тиклем үҙеңә ышаныс тәрбиәләргә тырышабыҙ. Бала сит-ят йоғонтоһона бирелмәй икән, тимәк, тормошо ла уңышлы буласаҡ. Беҙгә, ололарға, был “лайк”тарҙың бер ниндәй әһәмиәте юҡ, әммә үҫмерҙәр өсөн уларҙың һәр береһе еңеүгә тиң, — ти уҡытыусы.
Һәр нәмәлә сама кәрәк

Селфиға бәйлелек әкренләп үҫешә. Тәүҙә фото аҫтына ҡуйылған һәр “лайк”ты автор уңыш тип ҡабул итә. Тора-бара ул маҡтау һүҙҙәренә ихтыяж кисерә башлай. Хәтерегеҙҙәлер, бынан бер нисә йыл элек уңышлы селфи эшләр өсөн тәүлегенә унар сәғәт дауамында үҙ-үҙен фотоға төшөргән Британия студенты Дэнни хаҡында ниндәйҙер бер батырлыҡ ҡылғандай итеп яҙғайнылар. Һуңынан уның уҡыуын ташлауы, 12 килограмға ябығыуы, алты ай дауамында өйөнән сыҡмауы, ахыр сиктә уңышлы селфи эшләй алмауы арҡаһында үҙенә ҡул һалырға теләүе хаҡында һөйләнеләр. Бөгөн иһә үҫмер селфи-бәйлелектән ҡотолоу өсөн махсус реабилитация курсы үтә.
Ғөмүмән, психологтар селфизмды йә үҙең менән бер туҡтауһыҙ һоҡланыу теләге, йә көсһөҙлөк тойоу, башҡаларҙан кәм булмаҫҡа тырышыу тип аңлата. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер врачтар селфи-бәйлелеккә ҡағылышлы сығыштарҙы саманан тыш күпертелгән тип тә фаразлай һәм был мауығыуҙы модаға эйәреү кеүек ҡабул итә. Бәғзеләр иһә бәйлелекте инҡар итмәй, шул уҡ ваҡытта кешенең, әйтәйек, ҡомарлы уйындар менән мауыҡҡансы үҙ-үҙен фотоға төшөрөүе күпкә яҡшыраҡ түгелме ни тигән фекер яҡлы. Һәр хәлдә нимәгәлер даими мохтажлыҡ тойоу һәйбәт түгел, минеңсә. Сама булырға тейеш. Шул уҡ фотоға төшөүҙә лә. Әлбиттә, был ғәмәлдән һине берәү ҙә тыймай һәм тыймаясаҡ та. Тик бер нисә көнлөк “популярлыҡ” өсөн үҙ ғүмереңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуҙан, “лайк”тар әҙ тип төшөнкөлөккә бирелеүҙән, кисерештәреңде, эске донъяңды, серҙәреңде бар ғәләмгә асып һалыуҙан мәғәнә бармы икән?! Мәҫәлән, тимер юлда селфи яһарға теләгән үҫмер, электр линияһына эләгеп, токтан һуғылып вафат булған. 21 йәшлек Мәскәү ҡыҙы атаһының пистолеты менән фотоға төшөргә теләп, уйламағанда үҙенең башына атҡан... Ҡот осҡос бит!
Был осраҡта әхлаҡи ҡанундарҙы ла инҡар итергә ярамай. Иҫегеҙҙәлер, әле күптән түгел генә ауырыу кешенең талағын тотоп селфи яһаған студент тураһында шау-шыу ҡупҡайны. “Операция бүлегендә практика үткән буласаҡ шәфҡәт туташына ауырыуҙың талағын һыуытҡысҡамы, әллә башҡа ергәме ҡуйырға ҡушҡандар. Ә ул тиҙ арала кеҫә телефонына фотоға төшөп, селфиһын интернетҡа ҡуйырға өлгөргән. Бәлки, ҡыҙҙың буласаҡ һөнәре менән маҡтанғыһы килгәндер, тик фото күптәргә оҡшаманы, ул “лайк” йыя алманы”, — тип яҙып сыҡты үҙәк матбуғат баҫмаларының береһе.


Хәүефһеҙ селфи

XXI быуат шауҡымы психологтарҙы, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе генә түгел, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәрен дә хафаға һала. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, һуңғы ваҡытта Рәсәйҙә селфи яһағанда һәләк булған йәштәр һаны бермә-бер артҡан. Шуны иҫәпкә алып, Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы йәштәр өсөн махсус белешмә әҙерләгән. “Имен селфи. Шәп булып күренергә тырышыуҙың фажиғәгә алып килеүе ихтимал” тип аталған белешмәнең маҡсаты — үҫмерҙәрҙе хәүефһеҙ селфи яһарға өйрәтеү һәм бәлә-ҡазаларҙан иҫкәртеү. Уны мәктәптәрҙә, үҫмерҙәр ҡатнашлығында ойошторолған сараларҙа таратасаҡтар.
Ҡайһы берәүҙәр, бәлки, селфиҙы бөтөнләй тыйырға кәрәк тип тә уйлайҙыр. Әммә бөгөн үҙ-үҙеңде фотоға төшөрөргә рөхсәт итмәү — мөмкин булмаған хәл. Ә бына уларҙың әхлаҡи ҡанундарына тап килмәгәндәрен социаль селтәрҙә сикләү бик тә дөрөҫ һымаҡ. Үҫмерҙәргә килгәндә иһә, улар өсөн бар яуаплылыҡ — ата-әсә иңендә. Йәштәрҙең үҙ-үҙенә ышанысын виртуаль донъяла түгел, ә реаль тормошта арттырыу мөһим. Мәғәнәһеҙ “лайк”тарҙы йылы һүҙгә, иғтибарға һәм ихтирамға алыштырырға ваҡыт.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518