Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Пай тигәс тә ни яман? Унан файҙа күрмәгәс...
Пай тигәс тә ни яман? Унан файҙа күрмәгәс... Шәрип ауылында пай ерҙәрен файҙаланыуға бәйле ҙур сара үтте. Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай етәкселеге, Эске эштәр министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Эшҡыуарлыҡ, иҡтисад һәм ер төҙөлөшө буйынса комиссияһы вәкилдәре урындағы байтаҡ халыҡты аяныслы хәлдә ҡалдырған мутлашыу, унан ҡотолоу юлдары хаҡында фекер һүҙ алышты, ауыл кешеләрен борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.

...Хәтеремдә, бәләкәй саҡта көҙгө иртәләрҙә апайым менән икәүләп һыйыр ҡыуырға сыҡҡанда әсәйем: “Яйлап йөрөмәгеҙ, юғиһә мал ферма көтөүенә барып ҡушылыр”, – тип киҫәтеп ҡала ине. Беҙ был “әмер”ҙе үтәп, һәүкәштәрҙе артыҡ иркәләмәй, елдертеп кенә түбән осҡа еткерәбеҙ. Ауыл фермаһы шул яҡта урынлашҡан, уның ҙур көтөүенән ҡурҡып, ҡапҡаһы тирәһенән йылдам ғына үтергә тырышабыҙ. Саҡ ҡына һуңлаһаң, бөттө баш – һыйырҙарың ферманыҡына ҡушыласаҡ.
Был хәл көҙ булһа, йәй шул уҡ малды колхоз баҫыуына төшөрмәү, көтөүҙән ваҡытында ҡаршылау бурысы йөкмәтелә. Эх, гөрләй ине бит ауылыбыҙ, фермабыҙ! Бөгөнгө һымаҡ эшһеҙ ятҡан ағай-апайҙар ҙа булманы шикелле. Барлыҡ тиҫтерҙәремдең дә ата-әсәһе – эшкә, ҡусты-һеңлеләре балалар баҡсаһына йөрөй, халыҡтың кәйефе көр, һәр урамдан берҙәмлек, ихласлыҡ бөркөлә, ауыл, гүйә, ер йөҙөндәге иң йылы, яҡын, мәңгелек бишегебеҙ ине беҙҙең...
Хәҙер унда ҡайтҡанда ферманың һерәйеп торған бағаналары ғына ҡаршылай. Элеккесә әллә ҡайҙан ишетелгән көтөү тауышы ла, мул игенле баҫыуҙар ҙа юҡ... Кушнаренко тарафтары ла был күренештән азат түгел.
Аҫаба башҡорт ауылы Шәриптә эшләгән Салауат исемендәге колхоз заманында алдынғылар рәтендә була. Уға 20 йылға яҡын Шәриф Солтанов етәкселек итә һәм уңышлы эшмәкәрлеге өсөн Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була. Иген, картуф, сөгөлдөр баҫыуҙары гөрләп тора, ит, һөт, йомортҡа, йөн етештерелә, һәр кемдең күңеле көр, киләсәккә ышанысы ҙур. Ошолай сәғәт кеүек текелдәп кенә эшләгән мәлдәр хәҙер тарих биттәрендә генә ҡалған, колхоз тарҡатылған. Хеҙмәтсәндәренә 7,2-шәр гектар ер ҡалдырып, “Салауат” юҡҡа сыҡҡан.
Пай ерен эшкәртеү, тәрбиәләү, файҙаланыу мәсьәләһенә ваҡытында тейешле иғтибар бүленмәй, был йәһәттән етерлек мәғлүмәт тә бирелмәй. Һөҙөмтәлә 2008 йылда Шәрип, Үрге Аҡбаш, Урта Аҡбаш, Түбән Аҡбаш, Воецский ауылдарынан йәмғеһе 346 пайсы үҙ ерен элекке “Алға” колхозы рәйесе Ринат Мирғәлиев етәкселегендәге “АГРИ” ойошмаһына ҡуртымға тапшыра. Быйыл апрелдә иһә хужа ошо кешеләр исеменән ялған ҡултамғалар, Шәрип ауыл Советы хакимиәте раҫлаған шундай уҡ “алдаҡсы” документтар ярҙамында 117 пай ерен 1 170 000 һумға һатыуҙы ойоштора. Был эш, йәнәһе, төп хужаларҙың ризалығы менән, 2012 йылдың 20 ғинуарында үткәрелгән йыйылыштың протоколы нигеҙендә башҡарыла. Ул ғына ла түгел, быйыл июндә әлеге ялған документтар аша тағы 48 пай ерен “АГРИ” ойошмаһына 480 000 һумға һатырға ниәтләй. Йәғни берәүһен ни бары 10 мең һумға “осорорға” була. Ә ундай ерҙең баҙарҙағы ысын хаҡы – 2,5 миллион һум тирәһе. Шулай халыҡ ышанып тапшырған пайҙар башҡа һыймаҫлыҡ хаҡ менән һатыла. Ә ер хужаларына, исмаһам, әлеге 10 мең һум килеп етһәсе... Был аҡса ҡайһы берәүҙәргә тәтегән, тик хужалар уны ҡуртым хаҡы тип ҡабул иткән.
Баҡтиһәң, пай хужалары аренда килешеүен оҙайтырға килгәс, уларҙы таҙа ҡағыҙ битенә ҡултамға ҡуйырға мәжбүр иткәндәр. Был бойороҡто тыңламағандар ҙа булған, әммә улар исеменән ялған ҡултамғалар “эшкә егелгән”. Күрәһең, ошо ҡағыҙ артабан “документ”ҡа әйләнеп киткән. Ғүмер буйы етәкселеккә ышаныслы мөнәсәбәттә булған өлкән йәштәгеләр алданыу хаҡында башына ла килтермәй. Быйыл бер нисә пайсы үҙ ерен һатырға ниәтләгәс кенә, мөлкәттәренең “АГРИ” йәмғиәте ҡарамағына “шылғаны” асыҡлана. Ауылдашынан шул рәүешле алданған халыҡ тиҙ арала инициатив төркөм булдырып, ерҙәрен ҡулдан ысҡындырмау маҡсатында, был мутлыҡҡа ҡаршы көрәшә башлай. Әммә бында ла улар һынауға тап була – төркөмдәге ике кешенең мөлкәтенә бер үк ваҡытта ут төртәләр. Ерһеҙ ҡалған берәү һарайынан ҡолаҡ ҡаҡһа, икенсеһенең өйө алдында төҙөгән балалар майҙансығы янып, көлгә әйләнә. Донъя менән таныша ғына башлаған кескәйҙәрҙең бында ни ҡыҫылышы?! Кеше мөлкәтен яндырғандарҙың шәхесе бик тиҙ асыҡлана: үҙ ғәйебен таныған кеше ялған документтарҙы раҫлап ултырған, ҡултамғалар ҡуйҙырған ханымдың атаһы булып сыға.
Шәрип ауылы кейәүе Хәниф Әхмәтйәнов инициатив төркөмгә етәксе итеп һайлана, халыҡ бергәләп ер, мөлкәт мәсьәләләре буйынса эшләгән ведомстволарға хаттар аша мөрәжәғәт итә. Тәүҙә улар Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына сыға, артабан был хәл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетына, ундағы Эшҡыуарлыҡ, иҡтисад һәм ер төҙөлөшө буйынса комиссияға еткерелә, алданған пайсыларҙың хоҡуғын яҡлауға эске эштәр органдары вәкилдәре, ауыл хужалығы өлкәһендәге абруйлы белгестәр йәлеп ителә.
Эшлекле осрашыуҙа тикшерелгән пай ерҙәре Өфөгә яҡын, федераль трасса эргәһендә урынлашҡан. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Вадим Старов халыҡҡа ошо мөмкинлектән файҙаланыу зарурлығы, йәғни был биләмәлә трасса һалғаны йә иһә сәнәғәт торбаһы үткәргәне өсөн уларға тейешле ведомстволар тарафынан аҡса түләнеүе хаҡында ентекле аңлатты. Килемде пайсылар үҙ-ара тигеҙ бүлеп алыу йә, килешеп, дөйөм ҙур эшкә тотоноу хоҡуғына эйә. Тиктән генә “Миңә – ошо өлөш” тип айырылып сығыуҙың ҡулай һәм килешле түгеллеге лә еткерелде халыҡҡа.
– Һеҙ хоҡуҡтарығыҙҙы яҡшы белергә, әлеге кеүек киҫкен мәсьәләләр килеп тыуғанда берҙәм, ғилемле эш итергә тейеш. Ҡысҡырып, даулап йөрөгәнгә ҡарағанда, ентекле, аңлайышлы хат менән тейешле ойошмаларға мөрәжәғәт итеү күпкә һөҙөмтәлерәк, – тигән кәңәш бирҙе йыйылышҡа килгән ауыл халҡына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Күсәбаев. Эшлекле осрашыуҙа профессор, ауыл хужалығы фәндәре докторы Ғарифулла Япаров та сығыш яһап, мәсьәләнең республика кимәленә сыҡҡанын, райондарҙа ер мөлкәтенә бәйле төрлө проблема барлығын билдәләне.
Йәшерен-батырыны юҡ: Башҡортостандың һәр тарафында ата-бабабыҙҙан аманат итеп ҡалдырылған ерҙәрҙе ситкә һатыу, төрлө мутлыҡ ҡылыу күренештәре бар. Тәбиғәт байлыҡтарын аҡсаға әйләндереү бик анһат һәм килемле, әммә кешенең бындай юл менән кеҫәһен ҡалынайтыуы уның намыҫының бысраныуына, ғәзиз Ватанына, халҡына хыянат итеүенә ишаралай. Байлыҡ йыйып та, тыныс, иркен баҫып йөрөр ерең булмағас, ни фәтүә? Боронғолар йәнен аямай һаҡлаған урман-ҡырҙарыбыҙҙы нәфсеһен тыя алмағандар арҡаһында елгә осороу аҫаба халыҡтың киләсәгенә йоғонто яһамай ҡалмай. Мәҫәлән, республика райондарының береһендә күп бала тәрбиәләнгән ғаиләләргә тәғәйенләнгән ерҙәр сит ил кешеһенә һатып ебәрелгән. Кушнаренко районында үткән йыйылыш ошондай осраҡтарға, төрлө мутлыҡҡа ҡаршы көрәштең бер аҙымы ғына. Төп хужалар менән килешмәйенсә һатып ебәрелгән ерҙәрҙең яҙмышы, был эште башҡарғандарға ҡарата сара алымдары әле хәл ителеп бөтмәгән. Тикшеренеүҙәр бара, ялған документтар тарихы асыҡлана. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тиҙәр. Киләсәктә 346 пайсыға үҙ еренең ысын хужаһы булып, унан хәләл килем алып йәшәргә яҙһын.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840