Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙе сәсә, үҙе ура, үҙе тейәп ебәрә
 Үҙе сәсә, үҙе ура, үҙе тейәп ебәрә Элекке колхоздың йәшелсә үҫтергән баҫыуында бер трактор геүләй. Фермер Әнүр Шаһиевтың «тимер аты» ул. Булдыҡлы уҙаман баҫыуын көҙгө сәсеүгә әҙерләй.


…Оҙаҡ ваҡыт етәксе вази­фаларҙа эшләгән­дән һуң, 2006 йылда Әнүр Әҙһәм улы фер­мер­лыҡҡа тотона. Ауыл хужалығын биш бар­ма­ғын­дай белгән егет эшсе ҡулдар етешмәүгә аптырап ҡалмай – кабинеттан трактор кабина­һына күсеп ултырыуына хат­та ҡыуанып та ҡуя. Баҫыуҙан мотор геүләтеп китеп барыу бәхет түгелме ни?!
Беҙҙе ҡаршы алғанда ла «МТЗ-82» трак­торының рулендә фермер нәҡ үҙе ине. Тырмаға төшкән икән.
— Эш етерлек: туңға һө­рә­һе бар, көҙгө сәсеү көтә, бына әле орлоҡ индерергә ер әҙерләйем, — тип таныштыра Әнүр Шаһиев тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшә­ҡәттәре менән.
Сәсеү тигәндән, был эште фермер 64 гектар майҙанда башҡара: бойҙай, арыш ултырта. Ер­ҙе үҙе эшкәртә, уңышты йәнә үҙ комбайнында һуға. Әлбиттә, бер үк ваҡытта тракторҙа ла, комбайн штурвалында ла ултырып булмай. Ҡыҙыу мәлдә фермер Шаһиевта бер нисә егет эш уры­ны таба, техникалары менән башҡалар ҙа яр­ҙамға килә. Шулай ҙа, беҙгә ҡалһа, төп таянысы – ҡатыны Фәнирә менән ҡыҙҙа­рылыр. Ниндәй генә ҙур маҡ­сат ҡуйма, яҡында­рың­дың йылы һүҙе булмаһа, уңыш­тарға өлгәшеү — ай-һай!..
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Шаһиев һәр ва­ҡыт тармағын киңәйтеү, үҫтереү һәм яңы­лыҡ­тар өйрәнеү өҫтөндә. Мәҫәлән, ауылда һәр йүн­сел ташландыҡ баҡсаларға картуф сәсмәй әле. Умарта тотоу, ҡышын мунса мейес­тәре яһау ҙа ят түгел Әнүр Әҙһәм улына. Ә ауылда кемгә ҡом, кемгә бесән кил­тер­мәгән икән булдыҡлы егет?!
— Иген сәсеү менән бер рәт­тән, мал үрсетеүгә лә иғтибар бирергә тырышабыҙ, башлыса иткә тапшырабыҙ. Әле 40-ҡа яҡын баш һыйыр малы бар, 20-нән ашыу ат тотабыҙ, 30-ҙан артыҡ ҡуй аҫрайбыҙ, — ти табышының мул өлөшө хаҡында Әнүр Шаһиев.
Эйе, ауыл кешеһе бер эшкә генә өҫтөнлөк бирә алмай шул. Бесән уңмаһа, картуф уңа, тигәндәй, бар яҡлап та инвестиция һалыр­ға тура килә уға.
Ул арала фермер, баҫыу­ҙағы бөгөнгө эшен тамамлап, өйөнә ашыҡты:
— Ғәфү итегеҙ, егеттәр, ямғыр яумаҫ борон бәрәң­генең өҫтөн сабаһы ине, — тигәс, ер кешеһен башҡаса тотҡарлап торорға хаҡыбыҙ юҡлығына инанып, үҙ юлы­быҙҙа булдыҡ.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Сайыр
    Сайыр от 16.09.2015, 00:40
    Был Ишембайҙың фер­мер­лыҡҡа тотонған Әнүре ҡыҙыҡмы, әллә үҙ хәбәрсегеҙ Мансуровмы. Ҡыйыш-мыйыш яҙылған бит: "бойҙай, арыш ултырта", "картуф сәсә". Фермер улай итмәйҙер ул, бойҙай-арышты сәсәләр бит (элек техника булмағанда иңбашҡа аҫылған һауыттан ҡул менән сәсеп йөрөгәндәр орлоҡто -шуға сәсәләр), ә картуфты ҡул менән тотоп, ергә ултыртып (һалып) ҡуялар. Шуға нормаль ауыл кешеләре, ишу телде белеүселәр булһа, ашлыҡ сәсә и картуф ултырта. Башҡорт һүҙе бәрәңгене лә яҙмайһығыҙ, йыры ла бар. Мансуровығыҙ ҡаланыҡылыр ул: көҙгө сәсеү тип яҙа, орлоҡ индерә - беҙҙә орлоҡ сәсәләр ҙә ашлама индерәләр, бәрәңге өҫтөн саба - беҙҙә һабағын сабалар... Бәлки хәҙер шулай яҙырға тейештәрҙер ул






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840