Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Алтын урталыҡ” зарурлығы
“Алтын урталыҡ” зарурлығы Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы, филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры, гуманитар һәм социаль фәндәр кафедраһы мөдире Зиннур Әхмәҙиә улы Нурғәлиндең “Башҡорт теленең өс диалекты – этносты берләштереү билдәһе һәм башҡорт телен дәүләт теле булараҡ бойомға ашырыуҙа дәүләт теленең роле” тигән ғилми тикшеренеүҙәре 2015 йылда Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде.


Ғалимдың был йүнәлештәге тикшеренеүҙәре “Дәүләт теле – ил рухы” (Өфө: “Ғилем”, 2010), “Башҡорт теле – дәүләт теленән әҙәби телгә” (Өфө: “Ғилем”, 2013), “Дәүләт теле: цивилизациялы һәм милли беришлек” (Өфө: “Китап”, 2013), “Башҡорт теленең өс тағаны” (Өфө: “Ғилем”, 2015) тигән китаптарында урын алған.
Был китаптарҙа һүҙ, асылда, дәүләт һәм әҙәби тел булараҡ, туған телебеҙ хаҡында бара. Ки­тап­тарҙа урын алған ғилми мәҡәләләрҙең үҙенсәлеге шунда: уларҙа дәүләт һәм әҙәби тел булараҡ, башҡорт теле төрлө аспектта тарихи яҡтан нигеҙләнеп өйрәнелә, кәрәкле һығымталар яһала.
Был мәҡәләләрҙә әҙәби һәм дәүләт теленең милләтте бер бөтөн итеп ойоштороуҙағы әһәмиәте хаҡында фекер йөрөтөп, ғалим түбәндәге һығымтаға килә: “Күптәрҙе башҡорт әҙәби те­ле­нең үҙ милләте эсендәге эш итеү даирәһенең сикләнгән булыуы, ҡайһы бер төбәктәрҙә үҙ булып китә алмауы борсой. Был хәл үҙ нәү­бә­тендә уның дәүләт теле статусы дәрәжәһенә лә йоғонто яһамай ҡалмай. Әммә халҡыбыҙҙың тотош бер өлөшөнөң әҙәби телде үҙ күреп ҡулланыу мөмкинлегенән мәхрүм ителеүе әҙәби телгә генә бәйле проблема түгел. Ул — тотош милләткә ҡағылышлы үтә ҙур мәсьәлә.
Тел абстракт төшөнсә була алмай, уның яҙмышы милләт яҙмышынан айырылғыһыҙ. Ул һәр саҡ үҙ милләтенең үҙ күреүенә мохтаж. Ул тотош милләткә яраҡлаша алһа ғына, бурысын аҙағына ҡәҙәр үтәй. Милләттең әҙәби тел алдындағы бурысына ҡарағанда, әҙәби телдең милләт алдындағы бурысы уларҙың һәр икеһе өсөн дә бер үк дәрәжәлә мөһим. Тыуып килгән башҡорт әҙәби теленең тәүге аҙымынан уҡ ошондай сифаттарҙан мәхрүм ителеүенә фәнни ҡараш булыуҙан үтә лә йыраҡ торған ике субъектив фактор сәбәпсе була. Уларҙың береһе “сын” башҡорт теле мәсьәләһе булһа, икенсеһе — Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә тышта йәшәгән башҡорт халҡының “онотолоп” ҡалыуы...”
Тарихтан беҙгә шул да мәғлүм: һәр халыҡтың әҙәби теле уның төрлө һөйләш, диалект үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уларҙың “алтын урталығы” нигеҙендә барлыҡҡа килтерелгән. Миҫалға урыҫ әҙәби телен генә алайыҡ. Бөгөн беҙ белгән был әҙәби тел ХIX быуатта өс кеше — Александр Пушкин, Владимир Даль һәм Михаил Ломоносов — тарафынан махсус рәүештә барлыҡҡа килтерелә. Әйткәндәй, уларҙың береһе лә урыҫ түгел. Пушкин – эфиоп, Даль – Германия менән Дания сигенән, Ломоносов — коми.
Урыҫ әҙәби теле шулай ҙа боронғо сиркәү яҙма теленән дә, һәр тарафта йәшәгән урыҫтарҙың ерле һөйләш теленән дә ныҡ айырыла. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, әйтәйек, украин телле урыҫтар, йә булмаһа, урыҫ телле украиндар проблемаһы барыбер килеп сыҡты. Бынан шул аңлашыла: Зиннур Нурғәлин иҫәпләүенсә, тел этник критерий була алған осраҡта ла, уның айырым осраҡта этнос-ара мөнәсәбәттәрҙе ҡатмарлаштырыуға, киҫкен­ләштереүгә алып килеүе лә бар. Был осраҡта тел мәсьәләһе, этнолингвистика сиктәренән сығып, сәйәси төҫ ала.
Шуға күрә лә ғалим әҙәби тел мәсьәләһен тарихи фактор булараҡ өйрәнеүҙе үҙенең тикше­ренеүҙәренең мөһим бер йүнәлеше итеп иҫәпләй. Был осраҡта Зиннур Нурғәлин үҙенең һәм беҙҙең алға шундай урынлы һорауҙы ҡуя: ни өсөн хәҙерге көндә башҡорт милләтенең ҙур бер өлөшө, атап әйткәндә, төньяҡ-көнбайыш башҡорттар әҙәби телебеҙ менән ҡулланыу мөмкинлегенән мәхрүм ителгән, улай ғына ла түгел, үҙенең милли асылынан ситләштерелгән һуң? Дөрөҫөн әйткәндә, ғалим республикабыҙҙың фән һәм техника өлкәһендәге юғары бүләгенә тәҡдим ителгән тикшере­неүҙә­рендә ошо һорауға яуап эҙләй ҙә. Был яуап хәҙерге ваҡытта милләтебеҙ алдында торған иң ҙур проблемаларҙың береһен дә хәл итергә йүнәлеш бирерлек әһәмиәткә эйә.
Был фекерҙәр ябай ғына иҫбатлау булып то­йол­маһын өсөн бер генә дәлил килтереп үткем килә. Һуңғы йылдарҙа шәжәрәләрҙе өйрәнеүгә ҙур иғти­бар барлыҡҡа килде, һәм был хәрәкәт үҙ милли асылынан ситләштерелгән күптәрҙең милли рухын тергеҙеүгә, тамырҙарын барлауға, үҙ асылына ҡайтыуға булышлыҡ итте. Тарих фәндәре кандидаты, тележурналист Салауат Хәмиҙуллин етәк­селегендәге бер төркөм йәш тарихсы ғалимдарҙың һәр башҡорт ырыуының тарихын ентекле өйрәнеп, документтар нигеҙендә махсус китаптар сығара башлауы баһалап бөткөһөҙ ҡаҙаныш булып тора. Милли асылға ҡайтыу республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышында, күрше республиканың беҙгә сиктәш райондарында күҙәтелә, һәм ул һәр йәһәттән дә Зиннур Нурғәлиндең хаҡлығын раҫланы һәм әле лә раҫлауын дауам итә.
Ысынлап та, Башҡорт АССР-ы төҙөлгәндән һуң үткән быуаттың егерменсе йылдарында әҙәби телебеҙ нормаһы ҡабул ителгән саҡта был төбәк башҡорттарының һөйләш үҙенсәлектәре төп иғтибарҙан ситтә тороп ҡала. Юғарыла һүҙ барған китаптарҙа был мәсьәләнең беренсе тапҡыр 1921 йылдың майында Башҡортостандың Мәғариф комиссариатындағы әҙәбиәт бүлексәһендә башлап ҡаралыуы хаҡында әйтелә. Артабан фекер икегә һәм унан да күберәккә бүленеүе арҡаһында башҡорт әҙәби тел нормаһы мәсьәләһе тирәһендә бәхәстәр ҡуйырып китә. Был бәхәстәр Шәһит Хоҙайбирҙиндың Академүҙәкте тәнҡитләүенә, ҡабул иткән ҡарарға риза булмауына бәйле башлана.
Зиннур Нурғәлин, әҙәби телебеҙгә арналған ошо китаптарындағы күп һанлы мәҡәләләренең барыһында ла тиерлек шул йылдарға әйләнеп ҡайтып, үҙенең өйрәнеү объекты мәсьәләһенә төрлө күҙлектән ҡарай, әҙәби телебеҙ мәсьәләһен бөтөн нескәлегендә, барлыҡ ҡатмарлығында тикшерә. Был — үтә лә мөһим әйбер. Ни өсөн тигәндә, әгәр ҙә егерменсе йылдарҙа башҡорт әҙәби тел нормаһы мәсьәләһен тикшереүселәр, һис нигә ҡарамай, башҡорт әҙәби тел нормаһын төньяҡ-көнбайыш башҡорттары һөйләше нигеҙендә ҡабул итһә, был дөрөҫ булыр инеме? Әлбиттә, “тау башҡорттары” әҙәби тел нормаһынан алыҫлашыр ине. Шуға күрә ғалимдың һәр ғилми мәҡәләһендә тиерлек “юрматы шиүәһе” һәм “ҡыуаҡан шиүәһе” мәсьәләләренә әленән-әле әйләнеп ҡайтыуы шуға ишаралыр: әгәр ҙә шул йылдарҙа ҡабул ителгән әҙәби телебеҙ нормаһына юрматыларҙың “-лар”, “-ләр” күплек ялғауҙары индерелгән булһа, был ҡағиҙә башҡорт һөйләштәренең күпселегенең ”алтын урталығын” тәшкил итмәҫ инеме икән? Хатта ки төньяҡ-көнбайыш һөйләшенең башҡа нормалары бөтөнләй индерелмәгән осраҡта ла...
Бына беҙ, Һаҡмар буйында йәшәүсе бөрйән ырыулы баймаҡтар, әле булһын “ҡыҙлар, шәпле, атлар, һыйырлар” тип һөйләшәбеҙ һәм үҙебеҙҙе һис тә башҡа милләттәштәребеҙҙән кәм тоймайбыҙ. Уның ҡарауы, әбйәлилдәр, учалылар беҙгә: “Татарса һөйләшәһегеҙ”, — ти.
Беҙ ҙур тетрәнеүҙәрҙән һуң ғына, үҙебеҙҙең рухи хазинаны юғалтыуыбыҙ хаҡында уйлана башлайбыҙ. Шуға күрә Зиннур Нурғәлин тәҡдим иткән ғилми концепцияға таянып эш иткәндә:
lберҙән, хәҙерге башҡорт әҙәби теле үҙенең дәүләт статусын үтәүен еңелләштерһә;
lикенсенән, шуның менән милли менталитетҡа этник беришлек (национальная идентичность) тойғоһон, аң-зиһенен нығытһа;
lөсөнсөнән, шул нигеҙҙә милли тупланыуға яңы импульс бирһә;
lдүртенсенән, башҡорт әҙәби телендә һөйләшмәгән йәки башҡорт әҙәби телен белмәгән башҡорттарға уны ҡулланыуға киң юл асһа;
lбишенсенән, шул нигеҙҙә уға мәктәпкә үтеп инеүҙе еңелләштерһә, шуға бәйле урыҫ телле, шулай уҡ ғаилә мөхитендә үҙ диалектында һөйләшеүсе балаларға уны үҙләштереү бермә-бер анһатҡа тура килер;
lбашҡорт телендәге матбуғатты таратыу күпкә еңеләйер ине.
Әлбиттә, башҡорт әҙәби теленең Шәһит Хоҙайбирҙин ҡуйғанса тормошҡа ашырылыуының башҡа ыңғай яҡтары ла аҙ түгел. Ләкин үрҙә күрһәтелгән факторҙар үҙе генә лә уның үҙ милләте эсендә милли беришлек, шул нигеҙҙә милли тупланғанлыҡ хаҡына башҡараһы эштәрҙең әле аҙ түгеллеген раҫлай. Ғалим Зиннур Нурғәлиндең ғилми тикшеренеүҙәренең төп әһәмиәте тап шуға ҡайтып ҡала.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518