Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Енәйәт һәм яза
Афарин, инспектор!

Өфөлә хәүефле енәйәтсене тотҡан полицияның патруль-пост хеҙмәте полкындағы взвод инспекторы Марсель Хафизовты бүләкләнеләр. Ул II дәрәжә “Эске эштәр министрлығындағы яҡшы хеҙмәте өсөн” билдәһенә лайыҡ булды.

Май айында полиция капитаны микрофинанслау үҙәгенә һөжүм иткән ҡораллы енәйәтсене тота. Был әҙәм әлегә тиклем дә талау менән шөғөлләнгән була. Сираттағы тапҡыр сит мөлкәтте алып ҡасырға ниәтләгән енәйәтсе тәртип һаҡсыһының ҡулына эләгә.
Патруль-пост хеҙмәтенең 92 йыллығы айҡанлы был көндә, Марсель Хафизовтан тыш, тағы ла 20-нән ашыу полиция вәкиленә почет грамоталары, миҙалдар, рәхмәт хаттары тапшырылды.

Сифатһыҙ бензин хаҡы

“Абҙаҡ” яғыулыҡ ҡойоу станцияһы хужаһына техник регламентты боҙған өсөн штраф һалынды. Прокуратура менән “Росстандарт” үткәргән тикшереү мәғлүмәттәренән асыҡланыуынса, “Евро” маркалы дизель яғыулығында көкөрт миҡдары рөхсәт ителгәндән 12, ә “АИ-92-5К” бензинында 1,5 тапҡырға юғарыраҡ булған.

Белорет район-ара прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, сифатһыҙ яғыулыҡ автомобиль моторына кире йоғонто яһай, һауаға сығарылған газда ағыулы матдәләр күләмен дә байтаҡҡа арттыра. Дәғүә “Уралнефтепродукт” йәмғиәтенә белдерелде. Административ эште ҡарағандан һуң, Башҡортостандың Арбитраж суды фирмаға 100 мең һумлыҡ штраф һалды.

40 ҡаҙҙы үҙләштергән...

Борай районында әүәлге суд приставы коррупциялы енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.

Ул алты йыл дауамында башҡарыу эштәре буйынса бурысты түләү иҫәбенә алынған аҡсаны үҙенең кеҫәһенә һалған, кешегә иһә квитанция урынына ябай белешмә ҡағыҙҙары биргән. Пристав шулай уҡ бурыслыларҙың береһенән 40 ҡаҙын тартып алып үҙләштергән. Дөйөм зыян күләме 183 мең һум тәшкил итә. Әле суд приставы уны өлөшләтә ҡаплаған. Борай район суды енәйәтсене шартлы рәүештә 1,5 йылға иркенән мәхрүм иткән.
Хужалар юғалып ҡалмаған

Октябрьский ҡалаһында йортҡа төшкән енәйәтсене тотҡандар.

Табында ултырған хужабикә, йомош табып, алғы яҡҡа сыға һәм ишек төбөндә ҡунаҡҡа ингән күршеһенең сумкаһын тотҡан ят ирҙе күреп ҡала. Асыҡланыуынса, өйҙөң ишеге бикләнмәгән була. Ҡатын баҙап ҡалмай, бурға ташлана, ирен дә ярҙамға саҡыра. Енәйәтсене улар тәртип һаҡсыларына тапшыра.
Тикшереү һөҙөмтәһенә ярашлы, был әҙәм бер ерҙә лә эшләмәгән, өҫтәүенә бер нисә тапҡыр суд хөкөмөнә лә тарттырылып өлгөргән.

Туғаның уғры булмаһын

Ошо көндәрҙә Ишембай районында полиция хеҙмәткәрҙәре алтын биҙәүестәрҙе урлауға бәйле енәйәтте асты.

Тәфтиш мәғлүмәттәренә ҡарағанда, апаһы ялға киткәндә фатирының асҡысын ҡустыһына ҡалдыра. Эсергә яратҡан ир, аҡсаһы бөткәс, туғанының өс йөҙөгөн урлап һата. Быны һиҙеп ҡалған әсәләре хәлде ҡыҙына һөйләп бирә. Зыян күләме 10 мең һум тип баһалана. Әле енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Маньякты эҙләйҙәр

Стәрлетамаҡта 19 йәшлек ҡыҙ өйөнөң подъезында таныш булмаған ирҙең һөжүм итеүе, бысаҡ менән янап, баҫҡыстар араһындағы майҙансыҡҡа алып менеп көсләргә маташыуы хаҡында полицияла ғариза ҡалдыра.

Ҡыҙҙың күрһәтмәләренә ярашлы фоторобот төҙөлә. Тәртип һаҡсылары көн­сы­ғыш кешеһенә хас йөҙлө, мыҡты кәү­ҙәле, буйы 165-170 см булған 55-60 йәшлек ирҙе эҙләй. Сәсе саллана башлаған, ҡыҫҡа итеп киҫелгән, сал төшкән ҡара мыйығы бар. Өҫтөнә ҡара футболка менән күк төҫтәге джинсы салбар кейгән.
Ошо кеше тураһында хәбәрҙар булғандарҙың 02 телефоны буйынса полицияға йәки (3473) 2-16-88 телефоны аша тәфтиш бүлегенә шылтыратыуын үтенәләр.

Башҡортостан Прокуратураһының,
Эске эштәр министрлығының
матбуғат хеҙмәттәре мәғлүмәттәренән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506