Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тотороҡло үҫешкә мөмкинлек
Тотороҡло үҫешкә мөмкинлек Берҙәм тауыш биреү көнөнә һанаулы ғына ваҡыт ҡалды. Ошоно иҫәпкә алып, Башҡортостандың Үҙәк һайлау ко­мис­сияһы рәйесе Хәйҙәр ВӘЛИЕВ журналистар менән осрашты.
— Хәйҙәр Арыҫлан улы, быйыл 13 сентябргә тура килгән Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостандың бар­­лыҡ биләмәләре лә ҡатна­шасаҡ­мы? Кемдәрҙе һайлаясаҡбыҙ?
— Был көндө республиканың 53 райо­нына ҡараған 775 ауыл биләмәһе Советына депутаттар һайлаясаҡбыҙ. Бынан тыш, һайлау кампанияһы ике ҡасабала — Шишмәлә һәм Приютта — үтәсәк. Туймазы һәм Күмертау округтары буйынса Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлау тәғәйенләнгән. Ҡалаларға килгәндә, был юлы Өфөнөң Калинин районы һәм Күмертау ҡалаһы халҡы ғына тауыш биреүҙә ҡатнаша. Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Сибай, Октябрьский, Ағиҙел, Салауат ҡалалары иһә быйылға сәйәси саранан ситтә ҡала.
Ҡыҫҡаһы, йәмғеһе 7310 депутат мандаты алмаштырыласаҡ. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының Мәғлүмәт үҙәге биргән мәғлүмәткә ҡарағанда, уларға 15 329 кандидат дәғүә итә.
Быйыл һайлауҙарҙың барлыҡ билә­мәләрҙә лә үткәрелмәүен иҫәпкә алып, кампанияла ҡатнашыусыларҙың исемлеген дә яртылаш тиерлек ҡыҫҡартырға тура килде — 1 миллион 316 мең һай­лаусы. Дөйөм алғанда иһә республикала 2015 йылдың 1 июленә ҡарата 3 миллиондан ашыу тауыш биреүсе иҫәпләнә.
— Ғөмүмән, муниципаль һайлауға ғы­на ҡағылышлы үҙенсәлектәр бар­мы?
— Беренсенән, һайлау кампа­ния­ла­ры­ның һанын ғына алып ҡарайыҡ. Муни­ципаль берәмектә вәкәләтле орган­дарға нисә һайлау үткәрелһә, кампаниялар шунса тип иҫәпләнә. Был осраҡта — 782 һайлау кампанияһы. Икенсе үҙен­сәлек шулай уҡ тәүгеһенә бәйле: бөгөнгө сәйәси сарала меңләгән кандидат үҙ-үҙен күрһәтә һәм теркәлә ала. Үрҙә телгә алдым инде — 15 меңдән ашыу. Әйт­кәндәй, үҙ кандидатураһын тәҡ­дим ит­кәндәр реестрға теркәлгәнгә саҡлы һай­лау комиссияһы улар тура­һындағы бөтөн мәғлүмәтте ентекле тикшерергә бу­рыслы. Был иһә һайлауҙы ойошто­роусыларҙың ғына түгел, беҙҙең уҙаҡташтарыбыҙҙың, тәү сиратта хоҡуҡ һаҡлау органдарының, “Росреестр”ҙың, һалым, миграция хеҙмәттәре вәкилдәренең дә эше.
— Һайлауҙар һәр ваҡыт партия, кандидаттар араһындағы көнәр­кәш­лек менән оҙатыла килә. Был осраҡта “конкурентлыҡ” һиҙеләме?
— Урындағы һайлауҙарға 11 пар­тия­ның 9 меңдән ашыу вәкиле теркәү үтте. Шул иҫәптән “Берҙәм Рәсәй” — 7 меңдән ашыу вәкилен, Коммунистар партияһы — 600-ҙән күберәк, ЛДПР — 400-гә яҡын, “Рәсәй патриоттары” — 300, “Ғәҙел Рәсәй” — 250-нән ашыу, “Яблоко” өс кандидатын тәҡдим иткән. Бынан тыш, урындағы үҙидара органдарына һай­лауҙарҙа тағы биш фирҡә беренсе тапҡыр ҡатнашасаҡ. Уларҙан барлығы 156 кандидат күрһә­телде. Әлбиттә, был партияларҙың барыһы ла “сәйәси марафон”ға тәүгә сыҡ­май. Әйтәйек, өсәүһе — “Башҡорт­ос­тандағы “Пенсионерҙарҙың ғәҙеллек өсөн партияһы” (73 кандидат), “Йәшел­дәр” Рәсәй экологик партияһы” (12) һәм “Йәшелдәр һәм социаль-демократтар альянсы” (65) — 2013 йылда Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға һайлауҙарҙа ҡат­нашҡайны инде. Ҡалған икәүһе лә — “Рәсәй пенсионерҙары партияһы” (4) менән “Ватан һаҡсылары” (2) — халыҡтың ышанысын яулар тип ышанам.
Әйткәндәй, партияларҙың урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына һайлауҙа әүҙемлек күрһәтеүе тәүгә күҙәтелә. 2011 йылда, мәҫәлән, дүрт кенә партия үҙ кандидаттарын тәҡдим иткәйне.
Конкуренцияға килгәндә, бер урынға ике кеше дәғүә итә. Был — уртаса күр­һәткес. Урындарҙа иһә башҡасараҡ булыуы ла ихтимал. Дөрөҫ, республиканың һигеҙ районына ҡараған 18 округта һайлауҙар альтернативаһыҙ иҫәпләнә. Муниципаль кимәлдә закон быны рөхсәт итә. Тик ундай шарттарҙа тауыш биреү­селәрҙең кәмендә 50 проценты әлеге кандидат өсөн тауыш бирергә тейеш. Кире осраҡта ул исемлектән төшөп ҡала. Был, минеңсә, еңелдән түгел. Киле­шәһегеҙме?
Шул уҡ ваҡытта бер урынға алты кандидат дәғүә иткән округтар ҙа бар.
— Хәйҙәр Арыҫлан улы, һай­лау­ҙарҙы тәүге йыл ойоштормайһығыҙ. Һайлау алды көсөргәнеше һиҙеләме, әллә сираттағы сәйәси сара тыныс шарттарҙа үтмәксеме?
— Һайлауҙар һәр ваҡыт яңы идеялар, программалар, кандидаттар, партиялар ярышы менән оҙатыла. Улар сағыуыраҡ булған һайын һайлау алды “кәйефе” лә шул тиклем көсөргәнешлерәк булыуы мөмкин. Шуға ла һәр муниципаль берәмектә һайлау алды “көрәше” төрлөсә төҫ ала — ҡайҙалыр сәйәси градус үтә юғары, ҡайҙалыр бик түбән. Дөйөм алғанда, Дәүләт Думаһына һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға һайлауҙар менән сағыштырғанда, кандидаттар, сәйәси партиялар һайлау алды кампанияһын ярайһы уҡ тыныс үткәрҙе. Урындарҙа, айырыуса бер-береһен яҡшы белгән ауыл биләмәләрендә, башҡаса булыуы ла мөмкин түгел.
— Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси пар­тия­­һы­ның Башҡортостан төбәк бү­лексәһе етәксеһе Константин Тол­­ка­чев белдереүенсә, был һай­лау­ҙар­ҙа “Берҙәм Рәсәй” депутатлыҡҡа кан­дидаттарын финансламаған. Һеҙ­ҙең­сә, был нимәгә бәйле? Башҡа пар­тия­ларҙа ла ошондай хәл кү­ҙә­теләме?
— Минеңсә, һүҙ ауыл биләмәһе советтарына депутаттар һайлау тураһында бара. Был осраҡта, ысынлап та, кандидаттар, ҡағиҙә булараҡ, үҙ һайлау кампанияһын финанслау өсөн фонд булдырмай. Был “Берҙәм Рәсәй” партияһы вә­килдәренә генә түгел, башҡа кан­дидаттарға ла ҡағыла.
Һайлау кампанияһын финанслауҙан баш тартыу кандидаттарҙың һайлау алды агитацияһына мохтаж булмауы, йә уларҙың финанс сығымдарын күҙ уңында тотмаған агитация алымдарын ҡул­ланыуы (мәҫәлән, һайлаусылар менән осрашыуҙар) хаҡында ла һөйләй. Был шулай уҡ ниндәйҙер кимәлдә урындағы һайлауҙарҙа үҙ кандидатураһын ауылдаштары, райондаштары араһында билдәле булған кешеләр күрһәтеүенә лә бәйле.
— Бюллетендәрҙә “барыһына ла ҡаршы” графаһы булмаясаҡ. Был ҡайһы бер граждандарҙың хоҡуғын сикләү, уларға үҙ фекерен әйтергә мөмкинлек бирмәү түгелме? Ахыр сиктә улар кандидаттарҙың исемлеген бөтөнләй һыҙып та ташлай ала. Тимәк, бюллетень ғәмәлдә сыҡты тигән һүҙ...
— Ысынлап та, Башҡортостан Рес­пуб­ликаһының Һайлауҙар тура­һындағы кодексына ярашлы, тауыш биреү бюл­ле­тендәрендә “барыһына ла ҡаршы” гра­фаһы ҡулланылмай. Си­раттағы һайлауҙа бер нисә сәйәси партияның вәкиле ҡатнашыуын иҫәпкә алғанда, тауыш биреүселәргә фекерҙәш кандидаттарын “табыу” әллә ни ҙур ауырлыҡ тыуҙырмаҫ тип уйлайым. Мәҫәлән, Туймазы районы буйынса йәм­ғеһе һигеҙ партия үҙ вәкилен күрһәтте. Әбйәлил районында — ете, Өфө районында — алты һ.б. Бюл­ле­тен­дәрҙең ғәмәлдән сығыуына килгәндә, ошоғаса һайлаусылар сәйәси позицияларын бындай юл менән сағылдырманы һәм киләсәктә лә мәҙәниһеҙлеккә юл ҡу­йылмаҫ тип ышанам. Халыҡ шуны аңла­һын ине: уларҙың тауышына ҡарап, дөйөм проблемаларҙы хәл итәсәк власть формалаша. Әйткәндәй, кандидаттар ара­һында лайыҡлылар күп, һәм улар һай­лаусыларҙың “тауыш”ына мохтаж.
— Урындағы һайлауҙарҙа тәүге тапҡыр ваҡытынан алда ҡатнашыу мөмкин булды. Ул нисек ойошторолдо?
— Алдан тауыш биреү урындағы үҙ­ида­ра органдарына һайлауҙа ғына ҡул­ланыла. Унда ла ниндәйҙер мөһим сәбәп булырға тейеш — оҙайлы ял, командировка, хеҙмәткә йәки уҡыуға бәйле эшмә­кәрлек һ.б. Ҡыҫҡаһы, алдан тауыш биреү өсөн һайлаусы, сәбәбен күрһәтеп, участка һайлау комиссияһына ғариза яҙырға тейеш. Бюллетень махсус конвертта һаҡ­лана һәм Берҙәм тауыш биреү көнөндә генә асыла. Алдан тауыш биреү кам­па­нияһы 2 сентябрҙә үк башланғайны. Мәғлү­мәт үҙәге хәбәр итеүенсә, әлеге көнгәсә 51 районда, шул иҫәптән Өфөнөң Калинин районында, барлығы 11 730 кеше тауыш биреп өлгөргән.
— Ә студенттар нисек тауыш бирәсәк — йәшәгән урындарындамы, әллә уҡыған ерҙәрендәме? Быны берәйһе күҙәтеүгә аласаҡмы?
— Берәү ҙә күҙәтмәйәсәк, һайлау — ул ирекле ғәмәл. Берәү ҙә тауыш би­реүсегә йоғонто яһарға, уны көсләп һайлауға алып барырға тейеш түгел. Был осраҡта дөйөм ҡағиҙәләр ғәмәлдә ҡала: һайлаусы, ҡайҙа теркәлгән булһа, шунда тауыш бирә. Ауылда, ата-әсәһе янында теркәлгән студенттарға килгәндә, минең бер генә кәңәшем бар — ял көн­дәрендә яҡындарын ҡайтып күрһендәр, уңыш йыйыуҙа ярҙам итһендәр һәм бер юлы һайлауҙа ла ҡатнашып килерҙәр. Хәйер, был осраҡта Берҙәм тауыш биреү көнөн көтөп тормаһалар ҙа була. Алдан тауыш биреү мөмкинлеге ошо маҡсатта булдырылды ла инде.
— Матбуғатта Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәре һайлаусылары Интернет аша тауыш бирә аласаҡ тигән мәғлү­мәт таралды. Был яңылыҡ беҙгә ҡағылмаймы?
— Ысынлап та, ил Президенты Владимир Путин Бөтә Рәсәй йәштәр лагеры ағзалары менән аралашҡанда 2018 йылда үтәсәк президент һайлауында Рәсәй халҡы компьютер ярҙамында ғына тауыш бирә алыр тигән ышаныс белдерҙе. Һәм был, уның фекеренсә, насар түгел. Ләкин, ил етәксеһе билдәләүенсә, мөһим мәсьәлә хәүефһеҙлек системаһын ка­миллаштырыуҙы талап итә. Был хаҡта белгестәр менән кәңәшләшергә, Үҙәк һайлау комиссияһының, Дәүләт Думаһы депутаттарының фекере менән уртаҡлашырға кәрәк.
— Быйылғы һайлауҙа тәүге тапҡыр тауыш биреүселәр күпме? 13 сентябрҙә 18 йәшен билдәләүселәр ҙә барҙыр әле?
— Берҙәм тауыш биреү көнөндә уларҙың нисәүһе һайлауға килерен әйтеүе ҡыйын, әммә исемлек буйынса 19 меңдән ашыу йәш һайлаусы иҫәп­ләнә. Ҡағиҙә булараҡ, тәүгә тауыш биреүселәрҙе был көндө иҫтәлекле бүләктәр ҙә көтә. 13-өндә 18-ен тултырған егет-ҡыҙҙар ҙа байтаҡ — 47 кеше. Иҫтәлекле ғүмер байрамдарын әүҙем гражданлыҡ позицияһы менән дә нығытып ҡуйырҙар тип ышанам. Уларҙы ла һайлау комиссияһы ағзалары иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫ.
— Тауыш биреүселәрҙең һайлауға ҡағылышлы һорауҙары тыуһа, улар ҡайҙа мөрәжәғәт итә ала?
— Кампанияны ойоштороу менән территориаль һайлау комиссиялары шө­ғөл­ләнә. Уларҙың адрестары, телефондары Үҙәк һайлау комиссияһының рәсми сайтында бар. Бынан тыш, территориаль ко­миссиялар тураһындағы тулы мәғ­лү­мәтте теге йәки был муниципаль ра­йондың сайтында ла табырға мөмкин. Әйткәндәй, 7—13 сентябрҙә, һайлау үт­кәрелгән осорҙа, граждандарҙың хо­ҡуҡтарын яҡлауҙы тәьмин итеү һәм тауыш биреүселәргә мәғлүмәт еткереү маҡ­са­тында Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы “ҡыҙыу элемтә” үткәрә. Һорауҙарға Үҙәк һайлау комиссияһының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған ағзалары һәм Аппарат хеҙмәткәрҙәре яуап бирә.

Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512