Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гәзиттән айырылмайбыҙ
Атайым Әнүәр Вәлиевтең заманында күп баҫмаларға яҙылғанын хәтерләйем. “Совет Башҡортостаны” (хәҙер – “Башҡортостан”) гәзитен йыл да алдырып уҡый торғайны. Әле ғәзиземдең шөғөлөн мин дауам итәм.
Беҙҙең йортта кейем-һалым шкафының бер мөйөшөндә атайымдың ағаһы Нурислам Танаев тураһында “Совет Башҡортостаны”нда баҫылған ҡыҙыҡлы мәҡәлә һаҡлана. Ҡәҙерлем баҫманан яҡын кешеһе хаҡындағы яҙманы ҡырҡып алған һәм ситенә былай тип сыймаҡлаған: “Мәүсуфа апайымдың улы Нурислам ағай. Ташламағыҙ, йыртмағыҙ”.
VIII класта уҡығанда булған бер ваҡиға хәтергә уйылып ҡал­ған. “Ҡара әле, ҡыҙым, был — минең ағайымдың фотоһы, аҫтына Нурис­лам Танаев тиелгән. Бик ҡыҙғаныс, һуғышта үлеп ҡалған ул. Уның тураһында һүрәтләмә яҙып ташҡа баҫтырыусыға рәх­мәт инде. Уны эҙәрмән журналист Сәлимйән Бәҙретдинов бойом­ға ашырған”, – тип ғорурланып та, шул уҡ ваҡытта туғанының яуҙан әйләнеп ҡайта алмағанына ҡайғырып та әйтә торғайны, гәзитте ҡулына алып. Хәҙер атайым да, әсәйем дә, хатта уның ҡыҙҙары ла вафат булды. Ә инде Мәүсуфа инәйемдең ейәнсәре Розалия апай был хаҡта белһә, әлбиттә, һөйөнөр ине.
Ошо мәҡәләнең донъя күреүенә 30 йылдан ашыу ваҡыт уҙҙы – 1985 йылда Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығы уңайынан яҙылған булған ул. Мин мәҡәлә авторы Сәлимйән ағайға сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм.
Атайым “Урал” колхозында тәүҙә бригадир, агроном, унан ауыл Советы рәйесе кеүек яуаплы вазифаларҙы башҡарҙы, һәр ваҡыт түш кеҫәһендә гәзит йөрөттө.
Зөһрә ВӘЛИЕВА.
Баймаҡ районы.


Хәл итәйек бергәләп

Киләһе йылдың тәүге яртыһына “Башҡортостан”ға яҙылдым да, квитанцияһының күсермәһенә хат ҡушып, редакцияға бер кәлимә сәләм дә юллайым.
Гәзитте беҙ 1920 йылдан бирле алдырабыҙ: һуғышта һәләк булған атайыбыҙ яҙылған, мин уны өҙлөкһөҙ дауам итәм. “Башҡортостан” хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтемде еткерәм.
Тик шуныһы борсой: быйыл матбуғат баҫмаларын 3-4 көнгә һуңлап килтерәләр. Рәми әйткәнсә, “Ни мәғәнә дөрөҫ һүҙ әйтеүҙән, дөрөҫ һүҙең инде һуңлаһа?!” Ошо күренеште ыңғай хәл иткәндә, беҙгә, ауыл кешеләре өсөн, үтә яҡшы булыр ине.

Булат АҠМАНОВ.
Ейәнсура районы,
Иҙелбәк ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 367

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840