Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
ҠУҘЫ (21.03 – 20.04)
Ҡуйған маҡсатығыҙға өлгәшеү юлдарын табырһығыҙ. Башығыҙға яңынан-яңы идеялар килер. Осор тормошоғоҙға үҙгәреш индерерлек осрашыуҙарға, романтик танышыуҙарға бай булмаҡсы. Ләкин һауалағы торнаға ҡыҙығып ҡулығыҙҙағы турғайҙы ысҡындырып ҡуймағыҙ.

БУҒА (21.04 – 21.05)
Ярайһы уҡ ҡатмарлы аҙна. Барлыҡ эште бер юлы башҡарыу, шул уҡ ваҡытта ял итеп алыу теләге тыуыр. Ләкин көн­дәлек мәшәҡәттәрҙе йырып сығыуығыҙ икеле. Уның ҡарауы, осор аҙағында матди хәлегеҙҙең яҡшырыуы көтөлә.

ИГЕҘӘКТӘР (22.05 – 21.06)
Тормошоғоҙҙа яңы осор башлана. Хәлегеҙ һәр йәһәттән яҡшырыр кеүек. Туғандарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуҙы хәстәрләгеҙ. Аҡса кереме лә булмаҡсы. Тик көс-ҡеүәтегеҙҙе дөрөҫ файҙаланырға кәңәш ителә.

ҠЫҪАЛА (22.06 – 23.07)
Был аҙнала бәхет һеҙгә мотлаҡ йылмайыр, сөнки барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы үттегеҙ. Тик аҡса, власть артынан ҡыуып, күңел тыныслығы хаҡында онотмаһағыҙ ине. Эске һиҙемләүегеҙгә ҡолаҡ һалығыҙ.

АРЫҪЛАН (24.07 – 23.08)
Тырыш хеҙмәтегеҙҙең, барыһына ҡар­шы көрәшеүегеҙҙең һөҙөмтә бирмәүенә инанғас, бер аҙ баҙап ҡалырһығыҙ, моғайын. Шуға күрә был аҙнала, алға сабыуҙан туҡтап, күңел кисерештәрен тәртипкә килтерергә тырышығыҙ, мөһим эштәрҙе кисектереп тороғоҙ.
ҠЫҘ (24.08 – 23.09)
Мәшәҡәттәрегеҙ бик күп, өлгөрә алмай яфаланырһығыҙ. Тик ашығыу, бер сиктән икенсеһенә бәрелеп-һуғылыу файҙаға булмаҫ, хәлегеҙ ҡатмарлашыуы бар. Аныҡ йүнәлештәрҙе билдәләп, эште тап шуларҙан башларға кәңәш ителә.

ҮЛСӘҮ (24.09 – 23.10)
Матди йәһәттән ҡыйынлыҡ тыуғандай тойолор. Тик ҡайғырмағыҙ: тиҙҙән бары­һы ла көйләнер, тормошоғоҙҙа яңы офоҡ­тар асылыр. Көтмәгән ерҙән ярҙам килер. Дуҫтарығыҙҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ.

САЯН (24.10 –22.11)
Йыш ҡына уйламайынса эш итәһегеҙ. Дошманлашмайым тиһәгеҙ, һирәк булһа ла башҡаларҙың мәнфәғәтен иҫәпкә алығыҙ, ярҙам ҡулы һуҙығыҙ. Әле яҡын­дарығыҙ һеҙҙең хәстәрлеккә бик мохтаж.

УҠСЫ (23.11 – 21.12)
Осор ял итеү өсөн ҡулай булмаҡсы. Мөһим эштәрҙе лә, көндәлек мәшә­ҡәттәрҙе лә мөмкин тиклем кисектереп тороғоҙ. Сәләмәтлегегеҙгә лә иғтибар бирегеҙ: эске көсөргәнеш һөҙөмтәһендә сирләүегеҙ бар.

ЫЛАҠ (22.12 – 20.01)
Ғүмерлек юлдашығыҙҙы осратыуығыҙ ихтимал. Эске һиҙемләүегеҙгә ҡолаҡ һа­лығыҙ. Һәләкәтле ғәмәлдәрҙән, тормошҡа ашмаҫтай хыял-маҡсаттарҙан баш тартығыҙ – был яҡшыға илтмәҫ, үҙегеҙгә генә зыян килеүе ихтимал.

ҺЫУҒОЯР (21.01 – 19.02)
Аҙна башында юҡ-барға күңел тө­шөн­көлөгөнә бирелерһегеҙ. Ҡыйын саҡтарҙа ғаиләгеҙгә таянығыҙ. Осор уртаһында хәлегеҙ яйланыр. Йорт мәшәҡәттәре күңелһеҙлектән ҡотолорға ярҙам итер.

БАЛЫҠ (20.02 – 20.03)
Бөтөнләй файҙаһыҙ эштәр менән шө­ғөлләнерһегеҙ, моғайын. Шуға күрә ҡуй­ған маҡсатығыҙға ла өлгәшмәҫһегеҙ, көс-ҡеүәтегеҙҙе лә бушҡа сарыф итерһегеҙ. Дөрөҫ йүнәлеш алыу өсөн йә­шәү рәүешен, теләктәрегеҙҙе үҙгәртергә кәңәш бирәбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509