Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Илемә бөркөт булып осоп ҡайтырмын”
26 мең совет һалдаты

Юлия Эггер менән Интернет аша яҙы­шып торҙоҡ. Ул коллегам булып сыҡты. Венала йәшәгән, урыҫ телендә ара­лаш­ҡандар өсөн «Давай!» тип аталған гә­зиттең баш мөхәррире. Австрия ерендә һәләк булған һалдаттарҙың ҡәберен эҙләү менән күптән шөғөлләнеүҙәре тураһында яҙҙы.

Юлияға Австрияға барырға йыйы­ны­уы­быҙ тураһында хәбәр ебәрҙем. Ул беҙҙе ҡаршы алырға әҙерлеген белдерҙе. Өҫтәүенә улым Раилдең курсташы, Өфө ҡыҙы Элина Бәхтиева Венала йәшәй. Уның менән дә бәйләнешкә сыҡтыҡ, беҙ­ҙе аэропортта ҡаршылаясағы тураһында белдерҙе.
Сит ил паспорттары, виза әҙер булғас, Интернет аша урынлашыр ҡунаҡхананы белешеп, билет алып, 2014 йылдың 24 ноябрендә Рауза апайым менән Австрия­ға юл тоттоҡ. Мәскәүҙән Венаға осҡан самолетта уҡ аралашыу немец теленә күсте. Алыҫ юлды нисек үткәрер икән тип, апайым өсөн борсолам. Ул бирешмәне.
Бына беҙ – Венала. Бөйөк Моцарт, Шуберт, Бетховен, Штраус төйәк иткән ер. Бынан тыш, музейҙар иле лә. Вена аэропортында беҙҙе Элина дуҫы Бернард Штокер менән ҡаршы алды. Ҡаланың үҙәк өлөшөн ҡарағас, ҡунаҡханаға урын­лаш­тыҡ. Кискеһен Австрия кухняһы менән таныштырҙылар, төнгө Венаны күрһәттеләр.
Икенсе көн Фуат ағайҙың ҡәберенә венок эшләргә заказ бирҙек. Бында уларҙы тик тере сәскәләрҙән үрәләр икән. Көнө буйы ҡала буйлап экскурсияла йөрөнөк, музейҙа булдыҡ. Өсөнсө көндә иһә Юлия Эггер менән осрашып, Фуат ағайым ерләнгән Алланд ҡасабаһына киттек. Юлдашыбыҙ беҙҙең һалдат­тарҙың батырлығы тураһында һөйләне.
Австрия ерен фашистарҙан азат итеү­ҙә 26 мең совет яугире һәләк була. Венаны дошмандарҙан азат иткәс, ҡаланы, уның эргә-тирәһен мәйеттән таҙартыуҙа балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡатнаша, тип һөйләне Юлия. Документтары бул­ған­дарҙы бер урынға ерләргә тырышалар. Ә башҡаларҙы яҡындағы урманда немец һәм башҡа илдәрҙең һалдаттары менән бергә күмәләр. Совет яугирҙәре айырыу­са күп ҡырыла. Йорттар бер-береһенә ҡушылып төҙөлгәнлектән, йәшеренергә урын юҡ, урамдар тар. Һалдаттарҙы күберәк йорт ҡыйығынан атып һәләк итәләр. Етмәһә, уларға Венаның тарихи мәҙәниәтен, скульптураларҙы һаҡлап ҡа­лыу өсөн ауыр артиллерия ҡулланмаҫҡа тигән бойороҡ була. Ысынлап та, бын­дағы һәр йорт төрлөсә семәрләп, кеше һындары, скульптуралар менән биҙәп эшләнгән, һоҡланып бөтөрлөк түгел.
Веналағы Шварценбергплац май­ҙа­нын­да совет һалдаттары хөрмәтенә тө­ҙөл­гән мемориаль комплекс бар. Сит илдәрҙә асылған беренсе һәм иң матур ҡоролмаларҙың береһе ул. Әллә ҡайҙан күренеп торған гранит колоннала бронзанан ҡойолған совет һалдаты, башына каска кейеп, бер ҡулына автомат тотоп, икенсеһе менән алтын ялатылған Советтар Союзы гербына таянып ғорур баҫып тора. Бер яғында – Сталиндың Еңеүгә арналған һүҙҙәре: “Бөгөндән алып Евро­па өҫтөндә халыҡтар азатлығы һәм дуҫ­лығының бөйөк байрағы елберҙәйәсәк”. Бында шулай уҡ СССР гимнының бер строфаһы яҙылған. Икенсе яҡта – Венаны азат иткәндә һәләк булған һал­даттарҙың исем-шәрифе, өсөнсөһөндә – баш командующийҙың был ҡаланы азат итеү тураһындағы 334-се бойороғо, ә дүртенсеһендә – Сергей Михалковтың һәләк булған һалдаттар иҫтәлегенә яҙған шиғыры. Һалдат баҫып торған постаментты һигеҙ метр бейеклегендәге 26 колоннанан торған ярым түңәрәк формалағы ҡоролма уратып алған. Уны совет һалдаттарының скульптуралары, һуғыш мәлен сағылдырған һүрәттәр биҙәй. Ғөмүмән, мемориаль бик матур хәлдә. Унда һәр ваҡыт тере сәскәләр ята. Алдында бик ҙур төҫлө фонтан бар.
Комплексты хәрби командование тарафынан 1945 йылдың яҙында Венаны фашистарҙан азат иткәндә һәләк булған 17 000 совет һалдаты иҫтәлегенә төҙөргә ҡарар итәләр. Өс ай эсендә, август урталарына, барыһы ла әҙер була. Комплексты эшләүҙә Вена архитекторҙары, скульпторҙары, совет хәрби-инженер час­тары һәм немец әсирҙәре ҡатнаша. Ошо­ноң менән Австрия халҡы халҡы­быҙға рәхмәтен белдерә.
Немецтарҙан: “Ниңә һеҙ совет һалдат­тарына ҡуйылған һәйкәлдәрҙе ҡарай­һы­ғыҙ, уларҙы төҙөкләндереүгә аҡса тү­гә­һегеҙ, үҙ илегеҙҙә ҡуйылғанға ри­за­һыҙлыҡ белдермәйһегеҙ (Бер­лин­дағы Трептов паркында һәйкәлде рес­тавра­циялауға Германия миллион евро тотона)?» – тип һорайҙар. Яуап ошондай була: «Урыҫтар – еңеүсе, уларҙың быға хоҡуғы бар». «Ә ниңә Балтика буйында, Украинала совет һалдаттарына ҡуйылған һәйкәлдәрҙе емерәләр?» «Быны эшләгәндәр әле милләт булараҡ үҫеп етмәгән», – тип яуаплай немецтар.
Бер ус тупраҡ

Алландҡа килеп еттек. Зыярат матур итеп кәртәләп алынған. Ҡәберлектәрҙә көн­дөҙ ҙә, төнөн дә шәмдәр балҡып янып тора. Бөтөн ерҙә – тәртип, таҙалыҡ, ноябрь аҙағы булһа ла, сәскәләр үҫеп ултыра.
Бына Фуат ағайым ерләнгән урын. Обелиск эргәһендә беҙҙәге кеүек бейек шыршылар үҫә. Дүрт ҡәбер урынлашҡан. Шул саҡ Юлия Рауза апайымдан: «Ҡайһыһында Фуат ерләнгәнен, бәлки, һеҙ һиҙемләрһегеҙ?» – тип һораны. «Бына ошонда», – тине апайым. Ысынлап та, беренсе һанлы ҡәберлек ине. Бер аҙ тын торғас, бында үҙебеҙ менән кил­тергән Рәсәй һәм Башҡортостан әләм­дәрен урынлаштырҙыҡ. Өҫтәүенә Фуат ағай менән бергә ерләнгән 14 һалдаттың һәр береһенең зыяратына инселәп алып килгән Георгий таҫмаларын бәйләнек. Урыҫ һәм немец телендә баҫылған яҙыу­ҙы урынлаштырғандан һуң өләсәйемдең ҡәберенән аят уҡытып алып килгән тупраҡты һалдыҡ, ағайымдыҡынан да бер ус һалып алдыҡ…
Йөрәктәрҙе һыҙлан­дырып, Австрия ҡәберлегендә Рәсәй һәм Баш­ҡорт­остан гимны яңғыраны, венок һа­лынды. Унан һуң Фуат ағайымдың тиң­дәше, ауылдашы Абдулла Солтанов баш­ҡарыуында “Урал” йыры һуҙылды. Йәп-йәш кенә көйө сит ерҙә ғүмере өҙөл­гән һалдаттарҙы йәлләп, ирекһеҙҙән күҙ йәштәре аҡты. Уларға ҡушылып, ямғыр һибәләй башланы. Фуат ағай һәм Ту­ғандар ҡәберлегендә ерләнгән 84 совет һалдаты беҙҙе шулай илап оҙатты…
Ҡайтырға сыҡҡанда ҡараңғы төшә баш­лағайны. Юлда оҙаҡ һөйләшмәй бар­ҙыҡ. Күңел һаман өҙгөләнде. Тынлыҡты Юлия боҙҙо: «Ҡайғырмағыҙ, тыныс­ланығыҙ, – тине ул. – Ярай әле Фуаттың ҡәбере табылды һәм һеҙ килә алдығыҙ. Ә бит исемһеҙ ерләнгәндәр, хәбәрһеҙ юғалғандар күпме! 84 һалдаттың береһен генә юллап килеүсе булғанға ла шатбыҙ. Тимәк, эшебеҙ юҡҡа түгел».
Ысынлап та, Фуат ағай менән бергә ерләнгән барлыҡ яугирҙең исем-шәрифе, ҡайҙан булыуы бик ентекле яҙылған.
Веналағы бер аҙна ваҡыт үтеп тә китте. Ваҡытын йәлләмәй, үҙҙәре көн иткән илдең билдәле урындарын, йолаларын күрһәткән дуҫтарыбыҙҙы ҡунаҡҡа саҡырып, бүләк бирешеп айырылыштыҡ.

Даны ҡайтты
тыуған еренә


Атайым Жәүәт, Марат ағайым һәм ҡап уртала ятҡан өләсәйем ҡәберендә Рауза апай тарафынан ҡуйылған тағы ике гранит плитә бар. Уның береһе – олатайым Хәләф Минһаж улы Минһажетдиновҡа, икенсеһе – Фуат ағайыма. Һуғыш та­мам­ланыуға 70 йыл тулғас, Фуат ағайымдың рухы тыуған еренә ҡайтты... Ола­та­йым­дың ҡәбере булмаһа ла, гранит ташы алдында башын эйеп, уны иҫләр балалары, ейәндәре, ейәнсәрҙәре, бүлә-бүлә­сәр­ҙә­ре бар. Телдән-телгә күскән халыҡ хәтере йәшәй.
Ҡандарына мәғрифәтселек рухы һең­гән был ғаиләләге кинйә малай Марат Минһажетдинов филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы ине. Ғалим-педагог, фольклорсы, әҙәбиәтсе кешелеклелеге, ябай­лығы менән ауылдаштары, яҡташтары, хеҙмәттәштәре, студенттары араһында ҙур абруй ҡаҙанды. Ҡобағош мәктәбендә уның музейы бар, райондағы ике урам ғалимдың исемен йөрөтә. Учалыла йыл һайын билдәләнгән иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһына Марат Минһажет­динов премияһы тапшырыла.
Апайымдар Хаят һәм Хәжәр, балалыҡ, йәшлек осоро һуғыш йылдарына тура килгәс, бик теләһәләр ҙә, уҡый алмайҙар. Әммә икеһенең дә ғаиләһендә алтышар бала үҫә, барыһына ла юғары белем биреүгә өлгәшәләр. Атайҙары Хәләф Минһажетдиновтың әйткән васыятын улар шулай лайыҡлы үтәй. Балалары уҡытыусылар династияһын дауам итә.
Апайым Рауза Хәләф ҡыҙын да район­да белмәгән кеше һирәктер. Ул Учалы ҡалаһында ғүмер буйы балалар уҡытты, «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыу­сыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды, «Почет Билдәһе» ордены кавалеры.
Эйе, кешеләрҙең рухи көсөн, Ватанына мөхәббәтен немец илбаҫарҙары еңә алманы. Илһөйәрлек батырлыҡҡа әйҙәй, барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуға этәргес бирә.
Беҙҙең изге сәфәребеҙ 9 Май көнө Ҡо­бағош ауылында тамамланды. Австрия ере­нән, Фуат ағайымдың ҡәберенән алынған бер ус тупраҡ өләсәйем, әкиәтсе, сәсәниә Мәүзифа Мәғәфүр ҡыҙының ҡәберенә Еңеүҙең 70 йыллығында барып ятты. Ошо көндә батыр ағайымдың даны ғына түгел, йәне лә олатайым Хәләф, өлә­сәйем Мәүзифа, атайым Жәүәт, аға­йым Марат рухтары менән осрашҡандыр. Туғандар, ауылдаштар, райондаштар ҡатнашлығында Еңеү көнөндә батырҙың һуңғы хәбәре яҡындарына еткерелде. Фуат ағайымдың тиңдәше, ауылдашы йырсы Абдулла Солтанов ағайым һәм һуғышта һәләк булған, һуғыштан һуң үлеп ҡалған ветерандарыбыҙ иҫтәлегенә арнап үткәрелгән байрам тантанаһында йырланы ла йырланы. Бәлки, ошо ваҡытта ауылды иңләп осорға тағы бер бөркөт балаһы тыуғандыр...
Йыраҡ Австрия еренә барып ҡайтыуға ярҙам иткәндәре өсөн Рауза апайымдың улы Рәмил Мөслимовҡа, апайҙарым Әл­фирә һәм Сулпан Минһажет­диноваларға, улым Рәил Ишмөхәмәтовҡа, 9 Май көнө мәңге иҫтә һаҡланырлыҡ итеп митинг ойошторған Ҡобағош ауылының мәҙә­ниәт хеҙмәткәрҙәренә, уҡы­тыу­сыларға, уҡыусыларға, ауылдаштарыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840