Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Миәкәләр тауыш биреүгә әҙерме?
Миәкәләр тауыш биреүгә әҙерме? Быйыл Берҙәм тауыш биреү көнөндә республика халҡы муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдарына депутаттар һайлаясаҡ. Тәү ҡарамаҡҡа ҡәҙимге кеүек тойолһа ла (ни тиһәң дә, Президент һайлауҙары түгел бит), төптәнерәк фекер йөрөткәндә, сәйәси сараның ифрат мөһим икәне хаҡында һүҙ сурытып тороу урынһыҙ. Ни тиһәң дә, был көндә һайланасаҡ депутаттар һәр муниципаль берәмектәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итәсәк. Бер ерҙә ҡойма иҫкергән, икенсеһендә балалар майҙансығын, юлды, күперҙе төҙөкләндерергә, ҡайҙалыр законһыҙ һатылған спиртлы эсемлектәргә, наркоманияға, йәмғиәттәге башҡа социаль сирҙәргә ҡаршы көрәшергә кәрәк. Миәкә районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Салауат ХАФИЗОВ менән дә әңгәмәбеҙ ҙур сәйәси сараға әҙерлек хаҡында барҙы.
— Һайлауға ваҡыт аҙ ҡалды. Был мөһим сәйәси кампанияны үткәреүгә әҙер­лекте нисек баһаларһығыҙ, Салауат Билал улы?
— Барыһы ла планға яраш­лы бара. Ошоға тиклем кандидаттар теркәү үтте, унан һай­­лау алды агитацияһы йә­йел­дерелде. Район буйынса 50 һайлау участкаһы ойошторолдо. 155 мандатҡа 326 кандидат дәғүә итә. Уларҙың 166-һы үҙ-үҙен күрһәтһә, баш­ҡалары – төрлө партия вәкил­дәре. Араларынан иң ла­йыҡ­лылар билдәләнер тип ышанам.
— Ғөмүмән, Миәкә халҡы һайлауға әүҙем йөрөймө?
— 2006 йылда Федераль законға индерелгән үҙгәреш­тәргә ярашлы, хәҙер төбәк һәм муниципаль әһәмиәттәге һай­лау һәр төрлө хәлдә, хатта тауыш биреүселәр аҙ килгән­дә лә, ойошторолдо тип иҫәп­лә­нә. Әлбиттә, беҙ халыҡтың мөһим сарала күберәк ҡатна­шыуы яҡлы. Һәр һайлаусыға тауыш биреүҙең яҙмышты хәл итеү сараһы икәнлеген аңла­тырға тырышабыҙ.
Ойоштороу мәсьәләһенә килгәндә, урындағы һайлау комиссияларының хеҙмәтен юғары баһалайым. Кампания­ның үҙенсәлектәре, уҙғарыл­ған көнө, урыны һәм баш­­­ҡа­лар хаҡында халыҡҡа ваҡытында хәбәр итеү бурыстары уларҙың иңенә төшә. Шул уҡ ваҡытта бындай осраҡта бөтөн яуаплылыҡты комиссия ағзаларына ғына йөкмәтеп тә булмай, һәм был дөрөҫ тә түгел. Күп нәмә кандидаттарҙың һайлау алды эшмәкәрлегенә бәйле. Улар халыҡты үҙенә ылыҡтыра ала икән, тимәк, һөҙөмтә лә шул тиклем юғары буласаҡ. Ғө­мүмән, һайлауҙың нисек үте­үе, ниндәй кимәлдә ойош­­­торолоуы – киң мәғлүмәт сараларының, сәйәси партия­ларҙың, йәмәғәт эшмәкәрҙә­ренең, абруйлы кешеләрҙең берҙәм эш емеше.
— Сәйәси партиялар ти­гәндәй, республикала улар тиҫтәләгән. Тик һайлауҙар осоронда, айырыуса муниципаль кимәлдәгеләрҙә, фирҡәләрҙе көндөҙ шәм менән эҙләһәң дә тап­маҫ­һың... Был йәһәттән хәл нисегерәк?
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәйәси партияларыбыҙҙың күбеһе, ысынлап та, һайлауҙа ҡатнашыу йәһәтенән әүҙемлек күрһәтмәй. Әйтәйек, беҙҙең район буйынса үҙ кандидаттарын күрһәткәндәрҙе бармаҡ менән генә һанарлыҡ —“Берҙәм Рәсәй”, КПРФ, ЛДПР, “Йәшелдәр һәм социал-демократтар альянсы”. Ҡыҫҡаһы, ауыл һәм ҡасаба Советтарына һайлауҙа парла­мент­тағы һәм уға ҡарамаған пар­тияларҙың күбеһе үҙ кандидаттарын ҡуйыуҙы кәрәк тип тапманы, хатта ниндәйҙер кимәлдә әлеге сәйәси сараны иғтибарһыҙ ҡалдырҙы. Был дөрөҫ түгел, сөнки дәүләткә идара итеү оҫталығы тап урын­дағы үҙидаранан, ини­циа­тива күрһәткән һәр кеше­нән башлана.
— Һайлау алды агита­цияһы бара, тиһегеҙ, асы­ғы­раҡ әйткәндә ниндәй сарала үткәрелә?
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районыбыҙҙа урындағы телевидение ла, муниципаль гәзит тә юҡ. Был ниндәйҙер кимәлдә үҙен һиҙҙертеп ала. Шуға күрә һайлаусылар менән күҙмә-күҙ осрашыуҙар төп агитация сараһы булып ҡала.
— Быйыл муниципаль һайлауға ҡағылышлы ҡану­ниәттә яңылыҡтар бармы?
— Һайлау кодексына ин­дерелгән үҙгәрештәргә яраш­лы, муниципаль кимәл­дәге сараларҙа участка комиссияларында ун көн алдан тауыш бирергә мөмкин. Ул 2 сен­тябрҙән башланды ла инде. Теләгән кеше урындағы ваҡыт менән көндөҙгө сәғәт 4-тән киске 8-гәсә үҙе теркәлгән һайлау участкаһында алдан тауыш бирә ала. Тағы ла бер яңылыҡ: урындағы үҙидара органына һайлау бюлле­тененән “Барлыҡ кандидат­тарға ҡаршы” тигән юл алып ташланасаҡ.
— Сентябрь — мәшә­ҡәт­ле ай: был ваҡытта халыҡ уңыш йыйыу менән мәшғүл, ҡышҡа әҙерлек бара, яңы уҡыу йылы башланды... Халыҡ берҙәм та­уыш биреү көнөнә өйрә­неп киттеме һуң? Әллә һайлау үткәреүҙә һаман ауырлыҡ­тар бармы?
— Ысынлап та, әле эштең ҡыҙған мәле. Шулай ҙа халыҡ һайлауға бәйле бер ниндәй ауырлыҡ кисермәй, тип уйлайым. Киреһенсә, йәйге ялдан һуң, көҙгө муллыҡ осоронда кешеләрҙең кәйефе күтәренке була. Көндәр ҙә йылынып китте. Ә донъя мәшәҡәттәре бөтмәй ул. Теләк булғанда, ғаиләң менән бергә һайлау участкаһына барып килеүгә әллә ни күп ваҡыт та кәрәкмәй. Башҡортостаныбыҙҙың матур, яҡты киләсәген ҡайғыртып, һәр кемдең әлеге һайлауҙарҙа ҡатнашыуы – бик тә кәрәкле, мөһим эш. Һәр ҡайһыбыҙ әүҙем гражданлыҡ позиция­һында торһа, тормошобоҙ ҙа йәмле булыр.

Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА
әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506