Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Таҙалыҡ” — заман талабы
Һуңғы ваҡытта Рәсәйҙә ижтимағи ойошмалар күпкә ҡеүәтлерәк була бара. Был йәһәттән граждандарға, йәмәғәт берләшмәләренә бөтөн шарттар ҙа тыуҙырылған. Улар халыҡ контролен тормошҡа ашырыуҙа, дәүләт эштәренә идара итеүҙә, хатта закон проекттарын тикшереүҙә лә әүҙем ҡатнашып, үҙ позицияһын белдереү, дөйөм фекергә нигеҙләнеп, ҡануниәтте камиллаштырыу хоҡуғына эйә. Ил Президенты Владимир Путин да Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәйҙә йәмәғәт ойошмаларының эшен әүҙемләштереү зарурлығын билдәләп үткәйне. Төп документҡа ярашлы, барлыҡ закон проекттары, дәүләт ҡарарҙары, стратегик пландар иң элек йәмәғәтселек тарафынан өйрәнелергә тейеш.
“Таҙа һайлауҙар өсөн” күҙәтеүселәр корпусының ойошторолоуы ла халыҡты асыҡ һәм дөрөҫ мәғлүмәт менән тәьмин итеү маҡсатына ҡайтып ҡала. Ошо көндәрҙә корпус әүҙемселәренең эшмәкәрлеге, һайлау кампанияларына ҡағылышлы һорауҙар “Граждандар йәмғиәте: Рәсәй Феде­рация­һын­да йәмәғәт контроленең ғәмәли һәм теоретик аспект­тары” II төбәк-ара юридик форумында ла өйрәнелде. Йәш юристарҙың координация советы рәйесе Денис Паньшин билдәлә­үенсә, белгестәр һайлауҙарға объектив баһа биреү һәм тауыш биреү участкаларында күҙәтеүсе булыу маҡсатында берләшкән. Әйткәндәй, “Таҙа һайлауҙар өсөн” күҙәтеү­селәр корпусы — илдең барлыҡ төбәктәренән вәкилдәр тупланған ярайһы уҡ ҡеүәтле хәрәкәт. Күптәре әүҙем гражданлыҡ позиция­һында. Корпустың Башҡортостандағы бүлексә­һендә лә башлыса буласаҡ юристар, сәйәсмәндәр, политологтар эшләй. Бар­лығы — меңдән ашыу студент. Ҡыҫҡаһы, сираттағы һай­лау­ҙар “Таҙа һайлауҙар өсөн” күҙәтеү­селәренән тыш үтмәйәсәк. Былтыр корпус әүҙемселәре респуб­ликаның һайлау участкаларының яртыһынан күбеһендә эшләһә, быйыл күҙәтеүселәрен тағы арттырмаҡсылар.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518