Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яуаплылыҡ алып иңдәренә
Яуаплылыҡ алып иңдәренә Ҡала халҡының заман уңайлыҡтарына талабы айырыуса юғары. Ә ундай шарттарҙы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең тырышлығы менән тыуҙыра. Ағиҙел ҡалаһындағы “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — нәҡ шундай булдыҡлы коллектив. Уларҙың хеҙмәте һәр йортта, һәр фатирҙа кәрәк.


Предприятие 2009 йылда ойош­то­рол­ған. Эш башлауына һанаулы ғына йылдар үтһә лә, тармаҡтағы алдынғы пред­прия­тие­ларҙың береһе булып танылды ул. Коллектив дөйөм майҙаны 325 мең квадрат метр булған 51 күп ҡатлы йортто хеҙ­мәтләндерә. Подъ­ез­дар­ҙы, иха­та­ларҙы, дөйөм файҙа­ла­ныуҙағы биләмәләрҙе таҙалыҡта һәм тәртиптә тотоу, йәшел­лән­дереү, балалар майҙансыҡтарын төҙөк­ләндереү, көнкүреш ҡал­дыҡ­тарын һәм сүп-сарҙы сы­ға­рыу ҙа уларға йөкмәтелгән. Бы­нан тыш, ҡала халҡын эсәр һыу менән тәьмин итеү һәм йыуынты һыуҙар селтәрен хеҙ­мәт­ләндереү ҙә йәмғиәт яуап­лылығында. Күренеүенсә, эш күләме ифрат ҙур. Әммә коллектив ҡала халҡына йәшәү уңайлыҡтары тыуҙырыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала.
Яуаплылыҡ алып иңдәренәБөгөнгө иҡтисади шарттарҙа энергияны һаҡсыл тотоноу бурысы мөһим тип бил­дәләнә. Был, бер яҡтан, ха­лыҡты иҫәп алып барырға күнектерһә, икенсенән, пред­прия­тиеның финанс ҡеүәтен арттыра. Мәҫәлән, йәмғиәт ҡарамағындағы торлаҡ фонды тулы­һынса һалҡын, йылы һыу, электр энер­гияһын иҫәпләүсе шәхси һәм дөйөм ҡул­ла­ны­лыштағы приборҙар менән йы­һазландырылған. Мәғлү­мәттәрҙе йы­йыу, отчет төҙөү автомат­лашты­рыл­ған. Теүәл иҫәп һәм дөйөм һаҡ­сыл­лыҡ һө­ҙөм­тәһендә халыҡтың йы­лылыҡ өсөн тү­ләүҙәрен 14 процентҡа кәметергә мөмкинлек тыуған. Йылы һыу селтә­рендә баланслаусы клапандар урынлаш­тырыу ҙа сы­ғым­дарҙы шаҡтай кә­метеп, хеҙ­мәтләндереү сифатын тағы ла күтәрергә булышлыҡ иткән. Эсәр һыуҙың сифатын яҡшыр­тыуға тех­нологик яңыртыуҙар аша өлгәшкәндәр.
2013-2014 йылдарҙа торлаҡ квар­тал­дарындағы дөйөм фай­ҙа­ланыу урындарын­да һәм дөйөм йорт ихтыяждары өсөн ғәҙәти электр лампочкаларын энергия һаҡ­лаусы төрҙәренә алыш­тырыу про­грам­маһын тейешенсә үтәү ҙә көткән һөҙөмтәне биргән.
Предприятие тотороҡло эш­ләй. Әйтә­­йек, үткән йылғы хеҙмәт күрһәт­кестәре буйынса уның “Рес­публикала эшмә­кәр­леге ың­ғай билдәләнгән компаниялар” исемлегенә индерелеүе бы­ны йәнә бер дәлилләй. Пред­­прия­тиеның өлгәшкән уңыш­та­рын хаҡ­лы рәүештә уның директоры, тәжрибәле һәм инициативалы етәксе Әлфиә Тимер­ғәлиеваның ойоштороу оҫталығы менән бәй­ләйҙәр. Әлфиә Фәйез ҡыҙы тармаҡта өс тиҫтә йылға яҡын эшләй. Торлаҡ-коммуналь өлкә­ләге күп яңылыҡтар ул етәкләгән коллективта башланғыс ала. Шуға уларҙың тәжрибәһен өйрә­нергә күрше ҡала һәм ра­йондарҙан да киләләр.
Әлеге ваҡытта предприятие ҡала хужа­лығын ҡышҡа әҙер­ләү­ҙе теүәлләп килә. Әйткәндәй, коллектив Күп фатирлы йорт­тарҙы капиталь ремонтлауҙың ҡыҫҡа ваҡытлы программаһын үтәүҙә әүҙем ҡат­наша. Был йәһәттән үткәрелгән кон­курс­тарҙа еңеү яулайҙар. Мәҫәлән, ҡалала капиталь ремонтҡа план­лаш­ты­рыл­ған дүрт күп фатирлы йортто ремонтлау, тендерҙа еңеүсе булараҡ, уларҙың өлөшөнә төшкән.
Предприятиеның абруйы юға­ры, мат­ди-техник базаһы ҡеүәт­ле, кадр­ҙары әҙер­лекле. Барлыҡ объекттарҙа ла эш график буйынса бара. Академик Курчатов урамындағы бер йортта ремонт эштәрен теүәлләгәндәр ҙә инде. Предприятие коллективы, ғөмү­мән, үҙҙәренә күрһәтелгән ышанысты фиҙакәр хеҙмәт менән аҡлай.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509