Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Аралашсылыҡты кәметергә кәрәк”
“Аралашсылыҡты кәметергә кәрәк” Төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Бөрөлә булды һәм ҡалалағы етештереү, инфраструктура объекттарын ҡарап сыҡты, киләһе йылытыу миҙгеленә әҙерлек барышын тикшерҙе.


Башта республика Башлығы “Спектр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эше менән танышты. Ул 2002 йылда әүәлге “Оргтехника” заводы нигеҙендә ойошторолған һәм пластмасса изделиелар етештереү менән шөғөлләнә. Предприятие про­дук­цияһына “Совтехстром” сауҙа мар­каһы менән сығарылған 60-тан ашыу төрлө уйынсыҡтар, канцелярия һәм көнкүреш тауарҙары инә. Әйберҙәр Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә һатыла.
“Спектр” йәмғиәтенең ойош­то­роу­сыһы Ва­дим Павлович әйтеүенсә, пред­приятие Өфө­ләге, Түбәнге Ка­малағы, Салауаттағы сей­малды аралашсы фирмалар аша һатып алырға мәжбүр. Етештереүселәр урындағы предприятиелар менән полимер һәм пластикты аҙ күләмдә һатып алыуға килешеү төҙөргә ашыҡмай. Рөстәм Хә­митов ара­лаш­сылыҡты ҡыҫҡар­тыуҙың яңы юлдарын эҙләү, предприятиела конкурентлыҡ ҡеүәһенә эйә булған яңынан-яңы технологияларҙы ғәмәлгә индереү зарурлығын билдәләне.
Башҡортостан Башлығы Күп йүнә­лешле мәҙәни үҙәк һалынған төҙөлөш май­ҙансығында ла булды. Объектта эште киләһе йыл аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.
Артабан Рөстәм Хәмитов “Бөрө йылылыҡ селтәрҙәре” йәмғиәтенең 5-се ҡаҙанлығына юлланды. Бында ул йылытыу миҙгеленә әҙерлек кимәлен тикшерҙе.
Предприятие директоры Андрей Тавгаев әйтеүенсә, 2011 йылда йәм­ғиәт, Чехиянан инвестициялар йәлеп итеп, дәүләт-шәхси парт­нерлыҡ алы­мы буйынса “Бөрөлә йылылыҡ менән тәьмин итеү объекттарын реконструкциялау” проектын тормошҡа ашыра баш­ла­ған. Системаны проектлау, төҙөү һәм ҡо­рамалдар менән йы­һаз­ландырыу эштәре Чехияның “Энком” йәмғиәте менән берлектә баш­ҡа­рылған. Контракттың хаҡы — 3,4 миллион евро самаһы. Ҡорамалдарҙың бер өлөшө Рәсәйҙә, атап әйткәндә, Туймазылағы ҡаҙанлыҡ ҡорамалдары заводынан һатып алынған. Система яңыртылғас, уның эш һөҙөмтәлелеге һәм ышаныслылығы бермә-бер артҡан. Өҫтәүенә, ресурстар, аҡсалата сығым да кәмегән.


Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518