Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң яҡшы ял — “Янғантау”ҙа
Иң яҡшы ял —  “Янғантау”ҙа Әгәр тарихҡа күҙ һалһаҡ, Башҡортостан тәбиғәтенең шифаһы йөҙҙәрсә йыл элек мәғлүм булған. Әйтәйек, ХVIII быуаттың 70-се йылдарында уҡ академиктар П.С. Паллас менән Ф.Н. Чернышев, Янғантауҙың шифалы парҙарын күреп, фәнни баһалама биргән. Был урында сихәтләнергә күрше губерналарҙан да халыҡ ағылған.
Ғәжәйеп гүзәл был төбәктең тәбиғи шифалары “Янғантау” шифаханаһының барлыҡҡа килеүенә нигеҙ булып тора. Уның тарихы 1937 йылға барып тоташа. Ул саҡта Янғантауҙа егерме койка-урынлыҡ тәжрибә-клиника станцияһы асыла, һәм уның артабанғы үҫеше хаҡында етди хәстәрлек күрелә. Күп профилле бальнеологик курорт тәрәндән сыҡҡан уникаль геотермаль сығанаҡтар, “Ҡорғаҙаҡ” минераль һыуы, юғары ионланған (1500-ҙән 2800 ион/см3-ға тиклем) шифалы һауаһы менән дан тота. Был йәһәттән уның донъяла тиңе юҡ.

Тәбиғәт кенә
дауалай алмай шул


Янғантауҙың тәнде ял иттереүсе, дауалаусы пары һәм газы бөгөн дә шифахананың төп байлығы булып ҡала. Әүҙем микроэлементтар, органик һәм гумус матдәләр, спиртлы сумала булған үҙенсәлекле состав тән туҡымаһында матдәләр алмашыныу процесын көсәйтә, ҡандың реологик үҙенсәлеген яҡшырта, липид һәм аҡһым алмашыныуын нормалләштерә.
Шифахананың икенсе бренды – аҙ ми­не­ралләшкән гидрокарбонатлы-кальцийлы-магнийлы “Ҡорғаҙаҡ” эсәр һыуы. Уның сыҡҡандағы даими температураһы +160С тәшкил итә. Курорттың һыу менән дауалау бүлегендә шифалы “Ҡорғаҙаҡ”ты ҡулланып егерме төр гидротерапия үткәрелә.
Тәбиғи дауалау факторҙары комплексы пар, газ, минераль һыу, Саки ләме (ул Ҡырымдан килтерелә) менән шифахана-курорт дауалауы курсын үтергә мөмкинлек бирә.
Климат факторҙары реабилитацияланыуҙың мөһим өлөшө булып тора. “Янғантау” – тәпәш тау курорты, климаты юғары дәрәжәлә саф, һәм һа­уа еңелсә иондар менән байытылған. Ҡояш­лы көндәр буйынса бындағы күрһәткестәр Рәсәйҙәге һәм Көнбайыш Европалағы күп ку­рорттарҙың шул уҡ параметрҙарын уҙып китә.
Шифахананың дауалау базаһы универсаль тиергә була. Пар, ҡоро һауа, һыу һәм ләм ме­нән дауалау бүлектәрендә, дауалау-диаг­нос­тика комплексында, лаборатория тикше­ренеүҙәре һәм косметология үҙәктәрендә процедураларҙың 500 төрө үткәрелә.
Медицина хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫта­лығы һәм заманса аппаратуралар пациент­тарға ультратауыш тикшереүе, функциональ диагностика, спектраль фототерапия, биоакустик коррекция, электройоҡо, классик һәм оригиналь массаж төрҙәре, рефлексо-, гирудо-, спелео-, озоно-, арома-, магнит, карбокси, лазер, гидроколонотерапия һәм спирография, ҡан баҫымын тәүлеклек мониторлау, холтер мониторлауы үтергә мөмкинлек бирә. Һыу менән дауалау бүлегендә – һәр төрлө ванна һәм душтар ҡабул итергә, СПА-үҙәктә төрөк мун­саһы “хамам”да, саунала, Кнейп юлсы­ғында, бассейн һәм джакузиҙа ләззәтләнеп була.
Шифаханала дауаланыу мөмкинлектәре ифрат киң. Был йәһәттән эшмәкәрлек түбән­дәге йүнәлештәрҙә алып барыла:
һөйәк-мускул системаһы (артрит, артроз, остеохондроз);
периферик ҡан тамырҙары;
тын юлдары;
периферик нерв системаһы (радикулит, неврит, плексит һәм башҡалар);
бөйөр, һейҙек юлдары, гинекологик һәм урологик ауырыуҙар.
“Янғантау” күп профилле булыуы менән башҡа шифаханаларҙан айырылып тора. Һәм бындағы бөтә нәмә лә кешеләрҙең сәлә­мәт­ле­генә, яҡшы кәйефенә, тулы ҡиммәтле ялына хеҙмәт итә. Әйтәйек, Салауат районының саф экологик шарттарында малсылыҡ ху­жа­лыҡ­тарында етештерелгән юғары сифатлы сеймалдан үҙҙәренең продукттарын яһайҙар. Шифахананың рестораны, заказ буйынса, диетик, балалар һәм швед өҫтәлдәре рәүешендә ойошторолған дүрт туҡланыу залы бар. Заявка буйынса япон кухняһы блюдолары һәм кондитер изделиелары әҙер­ләнә. Дөйөм табынға шифахана үҙе етеш­тергән юғары сифатлы ит һәм һөт, икмәк-булка һәм кондитер ризыҡтарының бай ассортименты һәм, әлбит­тә, донъяға билдәле башҡорт балы сығарыла. Шифахана маркаһы менән ун төрлө һөт продукттары, 100 төрлө икмәк-булка, 60 төрлө колбаса һәм ит, 200 төрлө кондитер изделиелары эшләп сығарыла. “Ҡорғаҙаҡ” минераль һыу тултырыу цехында ай һайын миллион дананан ашыу шешә газланған һәм газһыҙ һыу етеш­терелә. Шифахананың продукцияһы – урын­дағы сауҙа нөктәләренә һәм күрше Силәбе өлкәһенә, ә “Ҡорғаҙаҡ” һыуы Рәсәйҙең 25 төбәгенә оҙатыла.
“Янғантау” – “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсы лауреаты. “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары-2015” конкурсында шифахана үҙ маркаһы менән сығарған алты төр продукцияһы һәм күрһәткән шифахана-курорт хеҙмәттәре өсөн лауреат булды.
Сәләмәт ял – ул әүҙем ял

Шифахананың юғары дәрәжәлә булыуы, ундағы дауалау һәм сәләмәтләндереү мөм­кинлектәре халыҡты үҙенә тарта. “Янғантау” 800 урынға эйә һәм улар йыл әйләнәһенә буш тормай. Бында сәләмәтлектәрен нығытырға һәм ял итергә бөтөн Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән дә киләләр. Төрлө быуын вәкилдәре ял итә, шуға саралар күп төрлө йүнәлешкә – йәштәргә, балаларға, ғаилә парҙарына, пенсия йәшендәгеләргә – иҫәпләнгән. Һәр кем өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы ял итеү мөмкинлеге тыуҙырыла.
Сәләмәт ял әүҙем хәрәкәтләнеүҙе талап итә. Шифахананың ҡеүәтле спорт-һауыҡтырыу базаһында бының өсөн бөтөн шарттар бар. Саф һауалағы уйындар өсөн заманса стадион эшләй. Унда саңғы-роллер трассаһы, яһалма футбол майҙаны, волейбол майҙансығы, асыҡ теннис корты булдырылған. Шифахананың ландшафтлы иркен парктары йәйәү һәм велосипедта, шулай уҡ роликлы конькиҙа йөрөү өсөн айырыуса уңайлы.
Шуны билдәләп үтеү урынлы: 2013 йылда “Янғантау”ға һәм республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендәге дауалау учреждениеларына эш сәфәре менән А.Н. Бакулев исемендәге Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы фәнни үҙәгенең ғилми советы рәйесе Л.А. Бокерия етәкселегендә бер төркөм ғалим килеп ҡайтты. Ауыл халҡы белгестәрҙән түләүһеҙ консультация алды, ә шифахана табиптары “Табип менән сәйәхәттә” тигән сәләмәтләндереү методикаһын үҙләштерҙе. Инде ике йыл дауамында ял итеүселәр әлеге методика буйынса саф һауала йөрөргә сыға.
Аҙна һайын хоккей, мини-футбол, бадминтон, волейбол һәм спорттың башҡа төрҙәре буйынса турнирҙар үтә. Спорт инвентарҙарын прокатҡа ла алырға мөмкин.
Салауат районы – ғәжәйеп тауҙар, мәмер­йә­ләр төйәге. Шуға ял итеүселәрҙә тәбиғәт ҡо­са­ғына походтар ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Йү­рүҙән, Әй йылғаларында һалда йөҙөү оно­тол­маҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итә. Йәй көнө һыу ҡойонорға, катама­рандарҙа йөҙөргә мөм­кин.
Төрлө тарафтан килгән ял итеүселәр йәйге осорҙа ике аҙна һайын ойошторолған “Һабан­туй” байрамында боронғо башҡорт йолалары менән таныша. Театрлаштырылған тамаша шифаханалағы талант эйәләренең концерттары, ат сабышы, спорт бәйгеләре менән аралаштырыла.
Климат менән дауалауҙың һөҙөмтә­лелеген көсәйтеү өсөн терренкурҙар билдәләнгән. Уларҙың береһе – “Алтын божра”. Ул 1000 баҫҡыстан тора һәм Йүрүҙән йылғаһы ярына төшә.
Ҡышҡы ял төрҙәре лә ифрат күп. Спорт һөйөүселәр айырым йыһазланған боҙ һырға­лаҡта һәм хоккей ҡабында шөғөлләнә. “Боҙ ҡаласығы” – өлкәндәрҙең дә, кескәйҙәрҙең дә яратҡан донъяһы. Саңғы трассаһына сығып, ҡышҡы урмандың илаһи матурлығына һоҡ­ланаһың. Үргә ҡарай күтәреүсе бугель менән йыһазланған “Бөр­көт” тау саңғыһы комплексы төрлө бейеклектән шыуып төшөүгә иҫәпләнгән. Шунда уҡ тюбинг трассаһы йыһаз­ланды­рыл­ған. Яһалма ҡар файҙаланғанға, бында тау саң­ғыһы миҙгеле иртәрәк башлана һәм күптәрҙе йәлеп итә.
Сәләмәтлек комплексында ике яһалма быуа булдырылған. Унда йәйен-ҡышын балыҡ тотоу ойошторола. Быйыл, тәбиғәткә йәм өҫтәп, быуаларҙың береһен аҡҡоштар пары үҙ иткән. Шифахананың контактлы зоопаркы ҡунаҡтарға һәм туристарға тере тәбиғәт менән аралашыу шатлығын бүләк итә. Урман кейектәре йәшәй торған вольерҙар дауалау корпустары майҙа­нында урынлаштырылған һәм үҙенә күрә бер йәнлелек тыуҙыра.
“Юртаҡ” ат комплексы – шифахананың ғо­рур­лығы. Төрлө тоҡомло аттар һабан­туй­ҙарҙа, шифахана ипподромындағы бәйгеләрҙә көс һынаша. Был тамашаларҙы ял итеүселәр көтөп ала.
Йәштәр өсөн бәйгеләр, оҫталыҡ дәрестәре, бейеү флешмобтары, спектаклдәр, дискотекалар йыл әйләнәһенә үткәрелә. Кескәйҙәр өсөн майҙансыҡ, уйын бүлмәһе эшләй. Һуңғыһы айырыуса уңайлы: ата-әсәләр медицина ярҙамы алғанда, педагогтар уларҙың балалары менән дәрес үткәрә.
Шифахананың киске саралар про­грам­маһы айырыуса бай: ял итеү­селәрҙе бар-бильярд, бар-боулинг, караоке салоны көтә, хореографтар бейеүҙәргә өйрәтә. Тематик кисәләр, күмәк ял, саҡырылған артистарҙың һәм шифа­ханалағы халыҡ эстрада-фольклор коллек­тивының сығыш­тары ял сәғәттәрен айырыуса мауыҡ­тырғыс итә.
Шифахананың ҡышҡы баҡсаһы мәңгелек йәй күренешен тыуҙыра. Картиналар галерея­һында сәнғәт донъя­һына мауыҡтырғыс сәйәхәт көтә. Тыу­­ған яҡты өйрәнеү һәм диңгеҙ музейҙарында ла кеше һәр саҡ күп була.

Барыһы ла
кеше һаулығы өсөн



Бөгөн “Янғантау” шифаханаһы халыҡтың сәләмәтлеген нығытыу, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, яҡшы ял иттереү өсөн бөтә шарттарҙы ла файҙалана. Был йәһәттән уның эшмәкәрлеге бөтә донъя күләмендә юғары баһаға лайыҡ. Шул уҡ ваҡытта дауалауҙың заманса алымдарын индереү, яңы технологиялар ҡулланыу йүнәлешендә эш дауам итә. Ял итеүселәрҙе хеҙмәтләндереү алымдарын камил­лашты­рыуға иғтибар йылдан-йыл көсәйә. 2014 йылда “Юртаҡ” ат спорты комплексында иппотерапия корпусы асылды. Ағымдағы йылдың тәүге ете айында йөҙ пациент (өлкәндәр һәм балалар) остеохондроз, невроз, сколиоз һәм башҡа ауырыуҙарҙан һыбай йөрөп дауаланды.
“Янғантау” шифаханаһына аяҡ баҫҡас, бер мәл хайран ҡалып тораһың. Тәбиғәттең беренсел матурлығы һаҡланған ғәжәйеп мөхиттә донъя цивилизацияһының һуңғы өлгөләре буйынса төҙөлгән заманса биналар ҡаршы ала. Торлаҡ биналарҙан тыш, дүрт дауалау үҙәге, дауалау-диагностика комплексы, “Юртаҡ” ат спорты, “Бөркөт” тау саңғыһы базалары, балалар уйын ҡаласығы, көнкүреш хеҙмәт­ләндереүе йорто, һаҡлаулы автомобилдәр ҡуйыу урыны бар, төрлө банктарҙың филиалдары эшләй.
Шифахана етәкселеге “Янғантау”ҙың арта­бан­ғы үҫеше, номерҙар фондын киңәйтеү хаҡында етди хәстәрлек күрә. Был йүнәлештә башҡарыл­ған эштәр халыҡтың киң ҡатламын хеҙмәт­ләндереү өсөн юл аса. Әле шифахана йыл һайын 31 мең кешене ҡабул итә. Уларға “люкс”, “ярымлюкс”, “стандарт”, “эконом” категориялы номер­ҙар тәҡдим ителә. Ял итеү­селәргә шарттар Евро­па стандарттарына тура килтереп булды­рылған. Шифахананың уникаль дауалау алымдары, ҡеүәтле турист-рекреация мөмкинлектәре, шифахана-курорт дауа­лауының заманса реабилитация технологиялары, ысынлап та, сәлә­мәт­лек сығанағы булып тора. 2014 йылда ши­фа­ханала ял итеү­селәрҙең 96,2 проценты сә­ләмәтлеген яҡшыртыуға һәм шаҡтай нығытыуға өлгәшкән.
“Янғантау”ҙа шарттар һәр кемгә – ба­ла­ларға, урта һәм өлкән йәштәгеләргә – иҫәп­лән­гән. Ял итеүселәрҙең утыҙ проценты самаһы пенсия йә­шендә, улар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Халыҡтың барлыҡ ҡатламдары өсөн, шул иҫәп­тән пенсионерҙарға ла, шифахана-курорт хеҙ­мәт­тә­ре­нең уңайлылығын тәь­мин итеү про­грам­­маһына ярашлы бында “Сә­ләмәт­лән­дереү комплексы” ла булды­рылған. Путев­ка­лар­ҙың һәм процедураларҙың хаҡы пен­сио­нерҙарҙың һәм ветерандарҙың кеҫәһенә әллә ни һуҡмай. Бөтә корпустарҙа ла йәшәү өсөн пенсионерҙарға ете процентлыҡ ташлама ҡаралған. Аҙ хәрәкәтләнеүсе граждандар, тәүге ҡатта йәшәгән осраҡта, утыҙ процентлыҡ ташламанан файҙалана. Сәлә­мәтлеге бальнеологик дауалауҙы ҡабул итеп бөтмәгән өлкән йәш­тә­геләр өсөн айырым программа ғәмәлгә ашырыла.
Бында бөтәһе лә кешеләрҙең сәлә­мәт­лег­е­нә, яҡшы кәйефенә, эстәлекле ялына хеҙмәт итә. Шифаханала эшләүсе 1750 кешенең, шул иҫәптән 400-ҙән ашыу медицина белгесенең көндәлек фиҙакәрлеге шуға йүнәлтелгән. Улар­ҙың алтыһы – республиканың атҡаҙанған табибы, алтыһы – атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙ­мәткәре, һигеҙе – Башҡортостандың һау­лыҡ һаҡлау отличнигы, береһе “Рәсәйҙең һау­лыҡ һаҡлау отличнигы” исеменә лайыҡ. 16 табип һәм 46 шәфҡәт туташы юғары категорияға эйә.
Төбәктең шифалы сығанаҡтары килер бы­уындарға ла хеҙмәт итһен, шифахана-курорт системаһы иҡтисади һөҙөмтә бирһен өсөн “Янғантау”ҙа матди-техник базаны артабан нығытыу хәстәрлеге күрелә. Үткән йылда, мәҫәлән, һөт заводына реконструкция үткә­релгән, һөҙөмтәлә элек тәүлегенә бер тонна һөт эшкәртелһә, хәҙер ҡеүәте дүрт тоннаға етә. Өҫтәүенә яңы эш урындары барлыҡҡа килгән.
Ял итергә килеүселәр бында йыл һайын яңы үҙгәрештәр күреп шатлана. Мәҫәлән, һуңғы ике йылда шифахана биләмәһен төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү маҡсатында алты мең төп ағас һәм ҡыуаҡ үҫентеләре ултыртылған. Киләсәктә шифахананың мөмкинлектәрен тағы ла тулыраҡ файҙаланыу өсөн бассейн менән яңы дауалау-диагностика комплексы, административ бина, хеҙмәткәрҙәр өсөн тораҡ йорт төҙөү, корпустарҙы реконструкциялау һәм дауалау базаһын киңәйтеү бурысы билдәләнгән. Тимәк, бөтә донъяға билдәле “Янғантау” шифаханаһында ял итеү, сәләмәтлекте нығытыу өсөн мөмкинлектәр тағы ла артасаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840