Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шаулағыҙ, ҡайындар!
Шаулағыҙ, ҡайындар! Районыбыҙға килгәндәр беҙҙә ҡайындарҙың күпләп ҡороғанын күргәндер, моғайын. Был процесс үтә тиҙ бара. Нимә булған һуң аҡ күлдәкле һылыуҙарға?

Һорауыма яуап табырға те­ләп, Башҡортостан Урман хужа­лығы министрлығының Стәр­­ле­тамаҡ урмансылы­ғын­дағы тәжрибәле белгес-эксперт Рәшит Рәхимовҡа мөрәжәғәт иттем.
— Ҡайындың ҡороуының бер сәбәбе — бактериялы һары һыу ауырыуы, – тине ул. – Икенсеһе — ер аҫты һыуҙары кимәленең кәмеүе. Билдәле булыуынса, ҡайын ағасы япраҡтары аша 60 литр һыуҙы парға әйләндерә, көн эҫе йә елле булғанда, унан да күберәк. Ағастар йыл һайын ҡоролоҡтан, тупраҡта дым етмәүҙән зыян күрә.
Бактериялы һары һыу ауырыуы республика­быҙҙа ун йыл тирәһе элек Учалы районында барлыҡҡа килде һәм бөтөн төбәк буйлап таралды. Быға ҡаршы көрәш юлы бер генә — сирле ағастарҙы ҡырҡыу. Эште ҡышҡыһын йәки ҡоролоҡ осоронда башҡарыу яҡшы. Әле бактериялы һары һыу ауырыуының ҡоторған сағы, уны ағастарҙы ҡырҡып ҡына туҡтатырға мөмкин.
Урман хужалығы белгестәре бил­дәләүенсә, был сиргә Баш­ҡортостандағы ҡа­йын­лыҡтарҙың 30 проценты дусар булған. Нимә эшләргә һуң? Район­дағы барлыҡ урман һыҙаттары ла ауыл билә­мәләренә ҡарай, ағас­тарҙы шунда йәшәгән халыҡ тәр­биә­ләргә тейеш. Урындағы хаки- ­миәт­тәрҙән йыш ҡына ҡороған­дарын бушлай ҡыр­ҡырға рөхсәт бирелә, әммә алырға ынтылғандар юҡ тиерлек.
— Халыҡ урман һыҙаттарында утын әҙерләргә теләмәй, — ти Тәнәй ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡа­рыу­сы Анатолий Анисков. — Һөҙөмтәлә ҡайындар тамырынан ҡорой. Кешеләрҙең бушҡа алғыһы килмәй, урмансылыҡтан һатып алыуҙы хуп күрәләр.
Ә бына Покровкаға яҡын ятҡан ауылдар хал­ҡы өмәгә сыҡҡан. Әммә унда хаҡлы ялдағылар, транспорты булмағандар утын әҙер­ләй алмаған. Был эш өсөн махсуслаштырылған бригада кәрәк, тиҙәр.
Ғөмүмән, ҡайындарҙың ҡороу мәсьәләһе ифрат етди, уны республика кимәлендә тиҙ ара­ла хәл итергә кәрәк.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840