Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Балаларыңа зыяным теймәне…”
“Балаларыңа зыяным теймәне…” Бүреләр тураһында бала саҡтан хәтерҙә һаҡланып ҡалған әкиәттәр, йырҙар бихисап. Уларҙың аҙағы матур тамамлана, һоро юлбаҫарҙар һәр саҡ аусылар ҡулына эләгеп, яуызлыҡ еңелеп, яҡшылыҡ өҫтөнлөк ала торғайны.

Бөгөнгө яҙмамда иһә ысын бүреләр тураһында бәйән итмәк­семен. Мәкерле йыртҡыстың яҡын булыуынан тән сымырҙауын үҙем­дә өс тапҡыр тойорға тура килде. Шул мәлдәр бөтөн эске халәтемде биләп алып, күңелдә онотмаҫ хәтирә ҡалдырҙы.
Һоро юлбаҫарҙар республика­быҙҙың барлыҡ төбәктәренә лә таралып үрсей. Бигерәк тә тау­лы- урманлы көньяҡ-көнсы­ғышты яраталар. Дүртөйлөлә лә осрай улар. Йыртҡыстың кәүҙәһе – 160 санти­метрға, ә ауырлығы 50 килограмға еткән осраҡтар бар.
Бүреләрҙең йыллыҡ ғүмере бер нисә бүлектән тора: ғинуар – март айҙары ҡушылыу ваҡыттарына тура килә, апрел­дән сентябргә ҡәҙәр йәш быуынды тәрбиә­ләйҙәр, октябрь – декабрҙә иһә көтөүҙәргә ойошалар.
Статистар билдәләүенсә, 2010 — 2013 йылдарҙа бүреләр һаны киҫкен артҡан, уларҙың кешеләргә ташланыуы, тешләү осраҡтары йышайған. Хәҙер иһә һәүәҫкәр аусылар ярҙамы менән кәмеүгә табан баралар.
Бүреләр йәнлек, ҡош-корт менән туҡлана, йорт хайуандарына, хатта эттәр­гә лә теше үтә. Аҙыҡҡа ҡыт­лыҡ булғанда, еләк-емештән дә ауыҙ итәләр. Был йыртҡыстың тапҡырлығына, етеҙлегенә, сыҙам­лы­ғына, көсөнә тиңдәр юҡ. Халыҡ­ҡа килтергән зыяны менән дә башҡаларҙан айырылып тора ул. Санитар булараҡ, тәбиғәткә файҙа килтереп, сирле, зәғиф йәнлек­тәрҙе юҡ итә.
Бала сағым урман менән уратып алынған ерҙә, Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан Заготзерно ауылында үтте. Аҡһаҡалдар һөй­лә­үенсә, һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙа бүреләрҙең йорт хайуандарына һөжүм итеү осраҡтары йыш булған. Йыртҡыстар ауылда үҙҙәрен хужаларса иркен тотоп, яза биреүсе булмауҙан файҙа­ланып, һарыҡ-кәзәне рәхәтләнеп ҡырған. Алдан һөйләшеп ҡуйған­дай, “саҡырылмаған ҡунаҡтар” ауылға килеп кергәндә, эттәр, өрөүенән туҡтап, аҙбарҙарға ҡас­ҡан. “Мәжлес” тамамланғас ҡына бөтөн халыҡты аяҡҡа баҫтыр­ғандар.
Оҫта балыҡсы булып танылған күрше ағай 1968 йылдың ҡыҙыу йәй уртаһында йыртҡыстарҙың ояһына тап булып, ике-өс айлыҡ бүре балаларын өйөнә алып ҡайтҡан. Улары күпме генә тартҡы­лашһа ла, ысҡына алмаған. Бүре балаларын ҡыҙғанып, улар тура­һында гел уйлап йөрөнөм. Киләсәк­тәре күңелемде борсоп яфаланы. Иҫән булһалар, үҫеп етеп, тәжри­бәле бүрегә әүерелгәс, балыҡсы күршемде юллап табып, үс аласаҡ­тары күҙ алдыма баҫа торғайны.
Ваҡыт алға елде. VI класта уҡып йөрөгән саҡ. Икенсе сменала белем алғанлыҡтан, көҙгө-ҡышҡы айҙарҙа дәрестәр тамамланғанда ҡараңғы төшөргә өлгөрә ине. 1969 йылдың Яңы йыл алды мәлендә юлға яңғыҙ сығырға тура килде. Мәктәптән ауылыбыҙға саҡлы – өс саҡрым ара, етмәһә, баҫыу аша үтергә кәрәк. Урманға етеп килгән­дә, ҡар ҡаплап өлгөргән юлда кемдер торғанын тойомланым. Бо­лот­тар араһынан һаран ғына төшкән ай яҡтыһынан күренеүенсә, ҡаршымда билдәһеҙ һын ултырған кеүек. Шулай ҙа атлауымды дауам иттем. Шул саҡ баҫҡан еремдә кинәт ҡатып ҡалдым. Телефон ба­ғаналары араһылай йыраҡ­лыҡта, күҙҙәрен ҡуҙҙай яндырып, мине бүре көтөп ултыра! Ҡыбырҙамай ҙа үҙе, тыныс ҡына күҙәтә. Ғүмеремә ысынлап ҡурҡыныс янағанын төшөнөп, бөтөн тәнем янырға тотондо, дер ҡалтырай башланым. Шулай ҙа ҡурҡыуҙы һиҙҙермәҫкә кәрәк ине. Йыртҡыстан ҡара­шым­ды алмайынса, әкрен генә урманға табан йүнәлдем. Күҙемде шар асып, бер секундҡа ла йоммайынса бара торғас, ҡайнар йәш бәреп сыҡты. Унан, ни өсөн икәнен үҙем дә аңламайса, көрткә бата-сума ауылға табан йүгерҙем. Үҙем, бүрегә мөрәжәғәт итеп, бер туҡтауһыҙ һөйләнәм: “Теге ваҡытта балаларыңа зыяным теймәне…” Мине үҙенә тиң күрһен типме, имгәкләп тиерлек барам. Йыртҡыс урынынан ҡуҙғалманы. Ҡыланыш­тарымдан көлдөмө икән? Әллә инде ысынлап туғанылай ҡабул иттеме?..
Ауылға хәлдән тайып ҡайтып керҙем. Ярай әле урамда ҡараңғы, кеше-фәлән күренмәй. Башымдан үткәндәрҙе өйҙәгеләргә һөйләп ишеттергәс, өлкәндәр: “Аллаһ Тәғә­лә һаҡлаған”, — тип шөкөр итте. Энекәштәрем иһә мажараларымдан эсе ҡатып көлдө.
Көслө хис-тойғо кисергәнлектән, төнөн бик оҙаҡ йоҡлай алмай яттым. Бүре миңә теге саҡ балаларына зыянлыҡ ҡылмаған өсөн һөжүм итмәгәндер, тип уйландым. Бәлки, әлеге “танышым” балыҡсы алып ҡайтҡан йәнлектәрҙең бере­һе булғандыр, күршеһен таныған­дыр…
Һоро юлбаҫарҙарға бәйле йәнә бер ваҡиға хәтеремдә һаҡлана. Атайыбыҙ төнгө сменала эштә ине. Беҙ, сыр-сыу килгән ишле бала-саға, әсәй менән кис үткәрәбеҙ. Өлкәнерәктәр дәрес әҙерләй, бәлә­кәстәр пластилиндан төрлө йәнлек һындары әүәләй, һүрәт төшөрә, рәхәтләнеп уйнай. Кинәт бүре олоған тауыш ишетелде. Тәҙрә төбөндә генә кеүек үҙе. Бер урынға йыйылдыҡ. Әсәйебеҙ: “Бүре бит был! Быҙауға тейә күрмәһен”, — тип ашығып кейенеп, өй алдына сығып йүгерҙе. Бәләкәй генә малы­быҙҙы йыртҡыс ботарлап ташла­ма­һа ярар ине, тип ҡайғырыштыҡ. Унан энекәштәрем: “Әсәйебеҙҙе лә ашап ҡуйһа?” — тип илаша башланы. Ләкин тышҡа сығырға батыр­сылыҡ итмәнек. Яуызды ҡур­ҡы­- тырға теләп, күмәкләп тәҙрәләргә ябырылдыҡ та бүренән дә яма­ныраҡ олой башланыҡ...
Ваҡиға яҡшы тамамланды. “Шәп минең улдарым! Хатта уҫал бүрене лә ҡурҡыта улар!” — тип маҡтаны беҙҙе атайыбыҙ.
Иртәгәһен таң атыу менән йортобоҙ янына бихисап халыҡ йыйылды. Ҡойма буйын ентекләп тикшереп, төндә барлыҡҡа килгән яңы эҙҙәрҙе эттәрҙеке менән сағыш­тырып ҡарағас, “Ысынлап та, яңғыҙ бүре йөрөгән”, тип һығымта яһаны ауыл ағайҙары.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519