Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Арҡайым менән йәштәш булыуы ихтимал
Арҡайым менән йәштәш булыуы ихтимал Байыш ауылы янында бронза дәүеренең үҙенсәлекле ҡәлғә-ҡаласығында эҙләнеү һәм ҡаҙыу эштәре буйынса “Ulak-2015” проекты ғәмәлгә ашырыла. Экспедиция составында Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының һәйкәлдәрҙе һаҡлау буйынса ғилми үҙәк, этнологик тикшеренеү институты хеҙмәткәрҙәре, студенттар, волонтерҙар бар. Йәмғеһе 30-лап кеше эшләй. Сараның ойоштороусыһы – Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге.
Быйыл майҙа әлеге урында Екатеринбург геологик разведкаһы тарафынан геодезик эштәр башҡа­рыл­­­ған. Экспедицияла ҡатнашыусылар һаҙ буйына палаткалар ҡороп урынлашҡан, араларында ғаиләләре, хатта балалары менән килгәндәр ҙә бар. Ғилми етәкселәре, тарих фәндәре кандидаты, Этнологик тикшеренеү институтының археологик мираҫ бүлеге мөдире Илшат Бахшиев әйтеүенсә, Улаҡ-1 – беҙҙең эраға тиклемге XX – XVIII быуат­тарҙағы ҡаласыҡ, Арҡайымдың йәш­тәше булыуы ихтимал.
Был урын 1993 йылда Никита Савельев тарафынан табылып, планы төшөрөп алынған. Үҙенсәлектәре Си­ләбе, Ырымбур өлкәләрендәге Һын­таштыҡына, Арҡайымдыҡына оҡшаған, үҙе тәгәрмәс формаһында төҙөлгән.
Арҡайым менән йәштәш булыуы ихтимал– Үҙенсәлеге – дала төбәге булыуында, – ти Илшат Бахшиев. – Һынташ буйы ҡәбиләләренең ошо ерҙән көнбайышҡа табан барыуы ихтимал. Бәлки, яҙғыһын һыу кимәле күтәрелеп, был урындарҙы һыу баҫҡан булғандыр. Улар артабан киткәс (минеңсә, металл эҙләгәндәр булһа кәрәк), бында икенсе мәҙәниәт вәкилдәре килеп, тәгәрмәс форма­һында түгел, ә хәҙерге кеүек бер нисә рәткә теҙелгән урамлы ҡала төҙөгән. Йорт, тирмә, мал көткән урындар асыҡ төҫмөрләнә кеүек.
2002 йылда бында “Ирәндек” тарихи-археологик һәм ландшафт музей-заповеднигы төҙөлгән. Экспедиция вәкилдәре әйтеүенсә, был бай, үҙенсәлекле урында ниндәй ҙә булһа һәйкәл килеп сығыуы ихтимал. Археологик эштәр барышында табылған әйберҙәр беҙҙең дәүергә тиклем өс мең йыл элек йәшәгән ҡәбиләгә тура килә, тип билдәләй бел­гестәр. Баҡыр осорона хас булған керамик әйберҙәр, руда эҙләү ҡорамалдары бар. Был осорҙа халыҡ йорт тирәләй күпләп эре мал тотҡанын да асыҡлағандар.
Әле керамика, таш ҡорал фрагменттары, йәнлек һөйәктәре табыл­ған. Улар тикшереүгә ебәреләсәк. Экспедиция ағзалары тиҙҙән, үлән кипкәс, һәйкәлдәрҙең һыҙмаһын төшөрөп алмаҡсы.
Экспедицияның эшмәкәрлеге ме­нән ҡыҙыҡһынғандар “Бәйләнештә” селтәрендә “Проект “Ulak-2015” археологическая экспедиция” төркө­мөнә инеп таныша ала.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518