Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көслө зат көслө булып ҡалырмы?
Көслө зат көслө  булып ҡалырмы? Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы яңғырауыҡлы лозунг менән “Ирҙәрҙе һаҡлайыҡ!” акцияһын башлап, йәмәғәтселек иғтибарын ошо киҫкен проблемаға йүнәлтә алды. Нәҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың шундай ҙур мәсьәләне күтәреп сығыуы сәйер ҙә һымаҡ, сөнки бөгөн илгә ирҙәр етәкселек итә, депутаттар ҙа — башлыса көслө зат. Быға тиклем береһенең дә ныҡлап ҡуҙғалғаны, тейешле ҡанундар ҡабул иткәне юҡ. Ә хәлдәр, ысынлап та, саң ҡағырлыҡ: типһә тимер өҙөрлөк ир-егет аранан китә, сиргә урала, эскелек һаҙлығы үҙенә һура, ғаиләләр тарҡала, балалар етем ҡала...
Сираттағы ҡоробоҙҙа Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова, философия фәндәре докторы Гүзәл Булат ҡыҙы Вилданова, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Миҙхәт улы Ғәбитов ошо хаҡта үҙ фекерен еткерә, бәхәс ҡора, артабан уҡыусыны ла һөйләшеүгә ҡушылырға саҡыра.



Көслө зат көслө  булып ҡалырмы?Илдар ҒӘБИТОВ:
— Ирҙәрҙе һаҡлайыҡ тигән фекер, минеңсә, һауала сыбыртҡы шартлат­ҡан һымаҡ яңғырай. Ниндәй генә йән эйәһен алып ҡарама, аталары инә­ләренә ҡарағанда аҙыраҡ йәшәй, сөнки уларҙың бурысы, миссияһы тип әйтә­йек, аталандырыу. Әсәнең вазифаһы — баланы табыу, үҫтереү. Әйтәйек, ата үҙ бурысын үтәгән икән, күп осраҡта артабан йәшәүҙең мәғәнәһе ҡалмай. Инә иһә шул тыуған балаларҙы үҫтерергә тейеш. Тимәк ул, теләйме-теләмәйме барыбер оҙағыраҡ йәшәйәсәк. Кеше менән дә шулайыраҡ. Атай булды икән, 40 – 45 йәштәрҙә аңында “минең миссиям үтәлде, йәшәүҙең ҡыҙығы ҡалманы” тигән уй тыуа. Шунлыҡтан улар үҙҙәренең һаулығына битараф ҡарай. Шуның арҡаһында эскегә һалышыуы ла мөмкин, төшөнкөлөккә бирелеүе лә.
— Илдар, атаның бурысы — аталандырыу, тинең. Ләкин бар йән эйәләрендә лә атаның тағы бер мөһим бурысы бар бит әле, ул — һунар. Быны кешегә ҡарата “тормош көтөү” тип әйтеп булыр ине.
— Уныһы дөрөҫ. Тик ирҙәрҙең күпләп үлгән осоро нәҡ 40-тан уҙған ваҡытҡа тура килә. Бында инде ир, атай кеше ошо һунар осорон үткән була. Йәғни тормошон көйләгән, балаһы ҡул аҫтына кергән.
Көслө зат көслө  булып ҡалырмы?Гүзәл ВИЛДАНОВА:
— Олатай булыу бәхете яҡынлаша түгелме?
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Ана шуны аңлата белеү кәрәк. Әгәр ҡатыны ошоно аңлата белде икән, ир алдында яңы маҡсаттар тыуа. Юҡҡа ғына урыҫтар: “Ир менән ҡатын — бер иблис”, — тимәй бит. Был осорҙа биге­рәк тә ирҙәр кәңәшкә, йылы ҡарашҡа мохтаж. Ни өсөн тағы ҡатыны ярҙам итергә тейешме? Сөнки ирҙәрҙең ҡанына ошо инстинкт һалынған. Бәлки, ата булараҡ, үҫкән балаларының артабанғы яҙмышы “тормошта үҙҙәре юл ярырға тейеш” тигән һымағыраҡ ҡабул ителәлер, шуға “тынысланыу” иртәрәк киләлер ҙә “миссия үтәлде” тигән уй күңелен биләйҙер.
Гүзәл ВИЛДАНОВА:
— “Ирҙәрҙе һаҡлайыҡ!” тигән һүҙҙәр — төптән үк феминистик девиз. Ҡатындар төп ролде алған да, өҫтән тороп: “Әйҙә, ирҙәрҙе һаҡлайыҡ”, — тиҙәр. Был, берҙән, автоматик рәүештә ирҙәргә: “Әйҙә, беҙҙе һаҡлаһындар, рәхәтләнеп йәшәйек”, тигән йомшарыу бирә. Икенсе яҡтан, кем һуң беҙ, ҡатын-ҡыҙ, шул тиклем “Ирҙәрҙе һаҡлайыҡ!” тигән девиз менән сығырға? Тәби­ғәттән, Аллаһы Тәғәлә тарафынан да, социаль яҡтан ҡарағанда ла ир менән ҡатын бер тиң итеп яратылған. Тәүрат сюжеты буйынса ҡатын ҡабырғанан яһалған, тиҙәр. Ир юғары, ҡатын түбәнерәк тора, йәнәһе. Ғөмүмән, ул дөрөҫ ҡараш түгел. Тәбиғәттән дә, Аллаһ Тәғәлә тарафынан да ир менән ҡатындың тигеҙлеге бирелгән. Беҙ ХХ быуат башында башланған феминизм­дың касафаттарын йөҙ йыл үткәс татыйбыҙ, сөнки ҡатындар — шул уҡ Роза Люксембург, Надежда Крупская — башлаған бит инде феминистик юлды. Йәнәһе, нишләп беҙ түбән, ирҙәр менән бер рәттән торорға тейешбеҙ... Хәҙер бына ирҙәр былай тип ҡарай: әйҙә, беҙҙең менән бер рәттән торорға теләһәгеҙ, асфальт һалығыҙ, тауҙар гиҙегеҙ, машинаға ултырығыҙ, шуны эшләгеҙ, быны эшләгеҙ. Ҡатындар, ысынлап та, “100 процентлы” икән­дәрен иҫбатланы, әммә шул уҡ ваҡытта “Ҡайҙан ғына бындай хәлгә төштөк һуң?” тигән юлға ла килеп етте.
— Һүҙегеҙҙе бүлдереп, ябай ғына бер миҫал килтерге килә. Бынан 20-25 йыл элек ҡатын-ҡыҙға автобуста, трамвайҙа тороп урын биреү бар ине. Хәҙер иһә уйлап та ҡарамайҙар: йәш ҡыҙ баҫып торамы, урта йәштәрҙәге ҡатынмы, оло инәйме...
— Эйе, социаль яҡтан, хоҡуҡи йәһәттән бер тигеҙ булһаҡ та, ҡатын ҡатын булып ҡала. Тәбиғәттән һалын­ған нескәлеге бар уның. Ирҙәрҙең иһә — үҙ характеры. Шуға көслө заттың ирлеген һаҡлап ҡалып, һаулығына тәьҫир итә алабыҙ. Беҙҙең халыҡта “Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә — ҡатын” тигән мәҡәл бар. Әлбиттә, ирҙәргә тәьҫир итәбеҙ, улдар тәрбиәләйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта ошондай ҙа мәҡәл бар: бойҙайҙың яҡшыһы – ерҙә, ҡатындың яҡшыһы — ирҙә. Тимәк, беҙ бер-беребеҙгә бәйле. Әммә “ирҙәрҙе һаҡлайыҡ” тигән девиз дөрөҫ түгел. Ғөмүмән, беҙ бер-беребеҙҙе һаҡларға тейешбеҙ. Икенсенән, әгәр үҙен-үҙе ҡарамай икән, бер кемде лә һаҡлап алып ҡалып булмай.
— Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы, “Ир­ҙәрҙе һаҡлайыҡ!” тигән һүҙҙәрҙе, алда әйткәнсә, девиз булһын ти, һеҙ, һеҙҙең фекерҙәштәрегеҙ күтәреп сыҡты. Был нилектән тыуҙы? Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе булғас, киреһенсә, һүҙегеҙ ҡатын-ҡыҙ тураһында барырға тейеш һымаҡ...
Рәшиҙә СОЛТАНОВА:
— Феминистик тигәндән, төптәнерәк алайыҡ әле. Ул ирҙәрҙе кем донъяға тыуҙыра — шунан башлайыҡ. Беҙ барыбер яуаплыраҡ. Кем ул ирҙәр? Иң беренсе — беҙ тыуҙырған улдар. Ирҙәр бит ул бала кеүек. Һаулығын һаҡлау буйынса алһаҡ та, улар үҙҙәрен ҡарамай, сөнки армияға тиклем комиссияларға йөрөтәләр, һаулығын ҡарайҙар. Теге таҡмаҡ бар бит:
Армиянан ҡайталар
Шинель кейеп, ҡупайып.
Шинелдәре туҙҙы ниһә,
Күҙҙәре ҡала упайып, —
тигән шикелле.
“Күҙҙәр ҡала упайып”, сөнки улар армиянан һуң бер кемгә лә кәрәк түгел. Ни өсөн ирҙәрҙең һаулығы ҡатын-ҡыҙҙыҡынан түбән? Сөнки ир-егеткә бойороҡ кәрәк. Ситтән, тыш яҡтан. Ҡала ерҙәрендә диспансеризация бар әле, эшләгән еренән шунда “ҡыуалар”. Ә бына ауыл ерендә кем йөрөтә табипҡа? Бөтәһе лә медицина күҙәтеүе үтергә тейеш тигән закон бар ҙа ул... Бер генә миҫал: һуңғы 50 йылда Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙ һаулығы буйынса 400-ҙән ашыу документ ҡабул ителгән. Ә ирҙәрҙең сәләмәтлегенә ҡағылышлы бер ниндәй ҙә документ юҡ. Хәйер, беҙҙең республиканың “Һаулыҡ һаҡлау тураһында”ғы законында бер генә бүлек индерелгән, ләкин ул аҡса менән нығытылмаған. Шундай уҡ талап Свердловск өлкәһендә, тағы бер нисә төбәктә бар. Ә дөйөм Рәсәйҙә юҡ.
— Һаулыҡ тигәндән, ирҙәр күберәк йөрәк-ҡан тамырҙары, нервы системаһына бәйле үлемгә дусар була. Бигерәк тә йәштәрҙең был донъянан иртә китеүе борсолдора. Рәсәйҙә йыл һайын алкоголгә бәйле лә 400 меңгә яҡын кеше үлә, тип иҫәпләнә...
Рәшиҙә СОЛТАНОВА:
— Эйе, эшкә яраҡлы йәш ирҙәрҙең үлеме үкенесле. Ауыл ерендә яңғыҙ ҡатын нисек бала тәрбиәләргә тейеш? Гүзәл зат менән сағыштырғанда, ирҙәр дүрт тапҡырға күберәк үлә. Пенсия йәшенә тиклем. Беҙ ирҙәр үлеме буйынса Рәсәй кимәленән бер процентҡа өҫтә торабыҙ. Әлбиттә, беҙҙән юғарыраҡ күрһәткесле төбәктәр ҙә бар.
— Быларға суицидты ла өҫтәргә кәрәктер...
— Үҙенә үҙе ҡул һалыусылар буйынса беҙ Рәсәйҙә – 13-сө урында. Үлә кем — тағы шул йәш ирҙәр аҫылына.
Гүзәл ВИЛДАНОВА:
— Ниндәй хәлдә кеше суицидҡа бара, тиһегеҙме? Күбеһенсә эскелек арҡаһында. Проблеманың тамырына ҡарайыҡ.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— “Эске” тигән нәмә сәбәп түгел. Ул булышлыҡ ҡына итә. Мәсьәләне эскегә генә ҡайтарып ҡалдырырға ярамай.
Гүзәл ВИЛДАНОВА:
— Һүҙҙе кешене йән эйәһе менән сағыштырыуҙан башлағайныҡ. Йән эйәһе булғас, уның туҡланыуға ихтыяжы бар. Ләкин хәҙер магазинда икмәк, һөт менән бергә араҡыны ла ризыҡ тип һаталар. Шуға күрә дәүләт кимәлендә алкоголде, тәмәкене наркотиктар рәтенә индереп, уларҙы халыҡтан ситләтергә кәрәк. Кешенең аңында донъяға башҡаса ҡараш барлыҡҡа килергә тейеш. “Араҡы ризыҡ түгел” тигәнде аңға һеңдереү мотлаҡ. Ағыуланғың килһә, әйҙә, ағыулан...
Рәшиҙә СОЛТАНОВА:
— Уның менән генә туҡтатып булмай, хәҙер бит араҡы түгел, тәҙрә йыу­ғыс, одеколон да эсәләр. Был нәмәләр парфюмерия, көнкүреш химияһы тәғәйенләнешендә, шуға ла тыйыу өсөн бер ниндәй закон ҡабул итә алмайҙар. Аҙ ғына статистикаға күҙ һалайыҡ: әгәр 15 йыл эсендә Рәсәйҙә ирҙәрҙең үлеме өс ярым процентҡа артһа, беҙҙә — биш тапҡыр. Биш тапҡырға! Улай барһаҡ, Рәсәйҙә 2030 йылғаса 15 миллион ирҙе юғалтасаҡбыҙ. Пессимистик прогноз буйынса ҡараһаҡ, йөҙ йылдан илебеҙ берәҙәк әбейҙәр өйөрөнә әйләнәсәк.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Бөтөн илдәрҙә лә ирҙәр кәмерәк йәшәй. Тик беҙҙең илдә генә айырма үтә ҙур. Уның бер сығанағы, Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы әйткәнсә, ҡатын-ҡыҙ һаулығын яҡлаған 400-ҙән ашыу закон, ҡарар ҡабул ителгән хәлдә лә ирҙәрҙең сәләмәтлеге хәстәрләнмәүе. Был нимә арҡаһында килеп сыҡҡан?
— Һүҙегеҙҙе бүлдерәм: егеттәрҙе армияға тиклем генә ҡарауҙары, аҙаҡ уларҙың дәүләткә кәрәкмәүе тураһында әйтеп үттек. Ысынлап та, ҡатын-ҡыҙ ҡайһы ере ауыртһа ла иң тәүҙә гинеколог кабинеты аша үтә. Ә ирҙәр хатта үҙҙәренең андролог, уролог һымаҡ табибы бар икәнен дә белмәй. Хатта уларға күренеүҙе оятҡа һанай. Бигерәк тә ауыл ерендә. Бында нарколог тураһында әйтеп тораһы ла түгел...
Рәшиҙә СОЛТАНОВА:
— Өфөлә ике андрологик үҙәк бар.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Эш диспансеризацияла түгел, береһенә лә уның файҙаһы тейгәне юҡ. Беҙҙең илдә ирҙәрҙең ҡәҙере бөттө. Уларҙың башына “бер кемгә лә кәрәк түгел” тигән уй һеңә. Хоҡуҡтары күберәк булғас, ҡатын-ҡыҙ пенсияға биш йылға иртәрәк сыға. Хаҡлы ялда күберәк булып, ирҙәрҙән 12 йылға оҙағыраҡ йәшәгәс, улар 17 йыл кеше елкәһендә генә “ята”. Пенсияны ҡайҙан алалар һуң? Шул уҡ ирҙәр эшләй бит инде. Шуның арҡаһында “ирҙәрҙе яҡлайыҡ” тип күпме күкрәк ҡағып йөрө — аныҡ эш барып сыҡмаясаҡ. Тиң хоҡуҡлылыҡ теләгән икән ҡатындар, ошонда ла йөктө тигеҙ тартырға кәрәк. Шул саҡта һаҡлау булыр ине.
– Шуның арҡаһында ирҙәрҙең ғаиләлә тотҡан урыны ла кәме­мә­не­ме? Ирҙе, атай кешене тик аҡса кил­те­реүсе, туйындырып, кейендереү­се итеп кенә һанай башламанылармы? Хатта ҡайһы ғаиләлә “һин — ир, та­бырға тейешһең” тигән ҡараш та йә­шәй. Ире һаулығы, һәләте буйынса булдыра аламы, юҡмы — уныһы мөһим түгел. Тап — шул бер талап!
– Эш хаҡы түбән булыуы арҡаһында күбеһе ғаилә башлығы була алмай. Уның ғаиләһендә һүҙе юҡ. Әгәр йәмғиәт көсө менән генә “ирҙәрҙе һаҡлайыҡ”, “һаҡлап була” тибеҙ икән, хаталанабыҙ. Һәр ир, һәр ҡатын үҙенә тормош юлдашы итеп һайлаған кешеһенең оҙаҡ йәшәүен теләй икән, ул уны булдыра ала. Бына мин ике ғаиләне беләм. Береһенең ҡатыны, ире хыянат итә тип уйлап, гелән: “Мин һине үлтерәм”, — тип йөрөй торғайны. Ул ҡатын ике иргә сыҡты, икеһе лә үлде. Тағы берәүҙе беләм. Егетте еңгәләре димләп өйләндергәйне. Ҡатыны ирен “күтәреп” кенә йөрөнө: ғаилә, бала мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә алды. Ирен гелән: “Һин ижад менән генә бул, үҙ эшеңде бел”, – ти ине. Икеһе лә бәхетле йәшәй. Ағайҙан: “Һеҙҙә ғаилә башлығы кем?” — тип һораһаң, ҡатын, ти. Ә еңгәй кешенән һораһам: “Әлбиттә, ирем”, — тип яуап­лай. Бына ике миҫал. Әгәр ҡатын эстән генә булһа ла ирен “үлтерәм”, “суҡынһын” тип йөрөһә, уның ире, әлбиттә, үлә. Шуға халыҡ юҡҡа ғына “ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә ҡатын” тимәгән бит. Беҙ дөйөм проблеманы аныҡ кешегә, ғаиләгә күсерергә тейеш.
Рәшиҙә СОЛТАНОВА:
— Был йәһәттән шағир Мөнир Фәйзуллиндың бер шиғырынан өҙөк уҡығым килә. “Ҡайҙа булған бөркөт­тәр?” тип атала ул.
Бейек-бейек ҡаялар,
Түбәһендә — бөркөттәр!
Ҡаялары ҡалған да ул,
Ҡайҙа булған бөркөттәр?
Уларҙы кем өркөткән?

Концерт ҡуйып, ҡыҙҙар йырлай:
“Сайҡалалар кәмәләр”...
Ҡатын-ҡыҙҙар көсө менән,
Үтә барлыҡ өмәләр.

Еңеү көнө. Обелиск.
Сәскә һала ҡатын-ҡыҙ.
Ҙур шәжәрә.
Эргәһендә
Быуын барлай ҡатын-ҡыҙ.

“Ата-әсә йыйылышы”.
Ҡайҙа атай? Улар юҡ.
Әсәйҙәр әңгәмә ҡора:
“Бары һәйбәт, бары туҡ”.

Түрәлектә — ҡатын-ҡыҙ,
Гер күтәрә ҡатын-ҡыҙ.
Һабан тартҡан алашалай,
Кәм-хурлыҡта булмаһын тип,
Ир күтәрә ҡатын-ҡыҙ.

Бейек-бейек ҡаялар,
Түбәһендә — бөркөттәр!
Ҡаялары ҡалған да ул,
Ҡайҙа булған бөркөттәр?
Уларҙы ни өркөткән?..
Гүзәл ВИЛДАНОВА:
— Ошо фекерҙе дауам итеп, “ир күтәрә ҡатын-ҡыҙ”, “һабан һөрә ҡатын-ҡыҙ” һымаҡ һүҙҙәргә иғтибар итке килә. Үҙебеҙҙең шәплегебеҙ менән ирҙәрҙе боҙабыҙ. Ауылда йәшәгән ҡатын-ҡыҙ бесән сабырға, утын ярырға, ябай ғына сөй ҡағырға тиһеңме — уны булдыра ала. Тик эшләй алһа ла, тотонорға тейеш түгел. Бының менән, берен­сенән, ул балалар алдында атай кешенең дәрәжәһен төшөрә, икен­сенән, үҙенең “шәплеге” менән ирен боҙа. Бына минең таныштарым бар. Улар икеһе лә юғары белемле, өс балалары тыуҙы. Ире менән йәшәргә теләмәгәндәр бер ҡасан да күп бәпәйләмәй. Берҙе тапһа таба, ләкин икенсене, өсөнсөнө татыу йәшәрҙәй булһа ғына таба. Бының ире яйлап ҡына эсә башланы. Был ҡатынға әйтәм: “Нишләп һин утын яраһың, баҡса ҡаҙаһың?” “Ә мин уны көтөп ятаммы?” — ти. Бына шулай, шәп булып ҡыланып, ирҙәрҙе үҙебеҙ ҡотортабыҙ. Һаулыҡҡа килгәндә, ҡатын-ҡыҙҙыҡы ла береһенә лә кәрәкмәй. Ғөмүмән, бер кемдең дә сәләмәтлеге бүтәндәргә мөһим түгел. Үҙеңде үҙең ҡайғыртырға тейешһең. Гәзит уҡыусы ирҙәргә шуны әйтке килә: минең һаулығым бисәмдән ҡалмай, кешенән ҡалмай, үҙемдән ҡала, тип һәр кем уйланырға тейеш. Һаулығыңды ҡайғыртыуҙы иртәгәгә һуҙмай, бөгөндән башларға кәрәк. Ниндәй генә шәп, бейеп торған бисәң булһа ла, һинең һаулығың үҙеңдең ҡулында. Был — субъектив проблема. Икенсе яҡтан — психологик мәсьәлә. Мәҫәлән, тәмәке ҡабына “Ташламаһаң, үләһең” һымаҡ һүҙҙәр яҙылған. Тартҡан кешене был барыбер уйландыра.
Рәшиҙә СОЛТАНОВА:
— Балаға, бигерәк тә малайҙарға атай тәрбиәһе кәрәк. Беҙ һуңғы ике йылда ауыл-ҡалаларҙа ҡатын-ҡыҙҙар советы менән бергә атайҙарҙыҡын да булдырыу тураһында аңлатыу эше алып барабыҙ. Хәҙер ирҙәр берлеге 35 районда бар. Бик яй башланһа ла, ойошалар. Атайҙың бәҫен күтәреү буйынса аныҡ эштәр башҡарыла. Беҙҙә балаларҙың өстән бер өлөшө атай еҫен тоймай, белмәй үҫә бит. Өйҙә — өләсәй, әсәй, мәктәптә — уҡытыусы апай. Ғөмүмән, малайҙар ир тәрбиәһе күрмәй.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Ғүмер йәшәлгән йылдарға түгел, ә тормош сифатына ҡарап баһалана. Беләбеҙ, 90 йәште үткән билдәле кешеләр бар ине, хәҙер улар тураһында онотоп бөттөләр. Бар ине шундай ирҙәр: 50-лә бынамын тигән балалар үҫтереп аяҡҡа баҫтырҙы, яҡшы эше, ижад емештәре ҡалды. Әйтергә кәрәк: беҙҙә оҙаҡ йәшәгән ирҙәр ҙә етерлек. Ләкин Хоҙай биргән ғүмерҙе сифатлы йәшәү мөһим.
Гүзәл ВИЛДАНОВА:
— Етмеш йыл буйына беҙ техник, иҡтисади белем алдыҡ, ә рухи яҡтан наҙан ҡалдыҡ. Кеше барыбер төп эшенән тыш нимә менәндер мәшғүл була. Күңелендә тыныслыҡ урынлашһа, был уның һаулығына ныҡ файҙалы. Беҙ кешене медицина яғынан ғына, механик рәүештә ҡабул итәбеҙ: ҡулың ауыртһа, әйҙә, гипс һалайыҡ, тешең һыҙлаһа, әйҙә, ямайыҡ, йөрәгең ауырта икән, кардиостимулятор ҡуяйыҡ... Кеше бит механика ғына түгел, ул комплекслы: рухи, психологик, физик бер бөтөн. Ғөмүмән, был — бөтөн донъя проблемаһы. Физик, матди тормош ҡына алға ҡуйыла. Мәҫәлән, ошо йәһәттән телевидение балаларыбыҙҙы ағыулап бара. Кешенең һаулығы иң тәүҙә эске донъяһына бәйләнгәнлеге тураһында өндәшмәйҙәр. Рухи медицина бөтөнләй юҡ. Шуға күрә һәр кеше ҡылығына, кәмселектәренә үҙе баһа биреп, һығымта яһарға тейеш. Аҡылға өйрәтеп булмай, өйрәнеп кенә була. Бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалырға ярамай, һәр кеше — ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле шәхес. Әлбиттә, был тормош кемгәлер еңел бирелә, кемгәлер — юҡ. Шулай ҙа уйланырға кәрәк, ошо темаға һөйләшәбеҙ икән, файҙаһы булыр, тип ышанам. Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ!
Рәшиҙә СОЛТАНОВА:
— Һүҙҙәр буш булмаһын өсөн ирҙәрҙе күпләп юғалтҡан райондарҙы атар инем. Ейәнсура, Илеш, Ҡырмыҫ­ҡалы, Күгәрсен, Мишкә, Нуриман, Учалы, Бөрйән, Хәйбулла, Федоровка, Бөрөлә хәлдәр хөрт булһа, иң күп үлем — Ағиҙел ҡалаһында. Унда ирҙәр вахта ысулы менән ситкә китә лә ҡайтып эсәләр, шунан һөҙөмтәһе билдәле инде.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Бер ҡатын да кейәүгә сыҡҡанда эскесе менән йәшәрмен тип иҫәп тотмай. “Алкаш” ғаилә тормошонда барлыҡҡа килә. Генетик эскеселәрҙән тыш, әлбиттә. Бынан ошондай һығымта яһарға була: иренең эсеүендә ҡатын-ҡыҙҙың да ғәйебе бар. Ғаилә башлығының ғүмере күп осраҡта ҡатын-ҡыҙ ҡулында. Ни өсөн алтын туйға саҡлы еткәндәр бәхетле? Сөнки икеһе лә бер-береһен ихтирам итеп йәшәй.
Гүзәл ВИЛДАНОВА:
— Был һөйләшеүгә әҙерләнгәндә мин Учалы районында ҡәйнәмдәрҙә инем. Уға әйткәс, былай тип еткерергә ҡушты: “Ирҙәрҙе маҡтауҙан биҙҙеләр, уларҙың бөтөн булған юлын алдылар. Бөтә бәлә — ҡатындың үҙенән”.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Эскелек яғынан да ҡалышма­ғандар бит. Хатта ирҙәр, эсеүен ташлап, мәжлестә матур итеп ултыра, ә бисәләр һемерә, күңел аса.
Рәшиҙә СОЛТАНОВА:
— Эскән ҡатын-ҡыҙҙы дауалау ауырыраҡ. Беҙ “Эсмә, әсәй!” тигән күсмә осрашыуҙар үткәрәбеҙ. Белгес­тәр алып барабыҙ, кешегә күҙгә-күҙ осрашып һөйләшеү бөтөнләй башҡаса тәьҫир итә.
— Был йәһәттән дин әһелдәре ниндәй эш башҡара ала? Ауыл һайын мәсеттәр төҙөп ҡуйҙыҡ та ул, бөгөн улар үҙ тәғәйенләнешен үтәйме?
Гүзәл ВИЛДАНОВА:
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәре буш шул. Диндә, әлбиттә, ирҙең дәрәжәһе ҙурыраҡ. Мәҫәлән, аят уҡығанда ла башта ирҙән рөхсәт һорап башлайҙар. Әммә диндә бер ваҡытта ла ҡатын-ҡыҙҙы рәнйетеү юҡ, әсәй авторитеты, ҡатын вазифаһы ныҡ юғары. “Диндә дискриминация бар” тигән һүҙ наҙан­лыҡтан килә. Үҙем дә элегерәк шулай уйлай торғайным. Был — совет пропа­гандаһы. Киреһенсә, динле булған кеше әсәһен дә, ҡатынын да нығыраҡ ихтирам итә. Балаларын үҙенең өлгөһөндә тәрбиәләй. Беҙгә рухи белем ныҡ кәрәк...
Рәшиҙә СОЛТАНОВА:
— Автоһәләкәттәр, суицид — шул тиклем аяныслы хәлдәр. Регина исемле алдан күрә белеүсе менән, медиум тип әйтәйемме үҙен, танышмын. Ул Афғанстанда булған. Шунда 56 көн “кома”ла ятҡан. Ҡырҡ көндән һуң “тегендә” лә йөрөгән. Белмәйем, ышаныр­ғамы-юҡмы: унда үҙенә үҙе ҡул һалыусылар япраҡ кеүек эленеп тора, тип һөйләгәйне. Беҙ был донъяға һөйөү өсөн тыуғанбыҙ икән, сөнки “тегендә” шул тиклем һөйгө килә, тик ҡул да юҡ, аяҡ та юҡ, ти. Ашағы килә, әммә алма, хөрмәләр урынына йылан шыуышып сыға имеш. Аҙаҡ миңә былай тип килеп әйтеүселәр, шылтыратыусылар булды: “Минең дә был донъянан үҙ теләгем менән китергә уйым бар ине, шул ҡатындың һөйләүе туҡтатты”.
Гүзәл ВИЛДАНОВА:
— Бер егет үҙенә ҡул һалырға уйлаған. “Скорый” саҡыртып, бының ғүмерен һаҡлап ҡалғандар. Табип психолог булған, ул былай тигән: “Хәҙер, балнисҡа алып барғас, ғариза яҙаһың, мин бөйөрҙән, бауырҙан баш тартам, тип. Бик күп кеше йәшәргә теләй, тик бөйөрҙәре, бауырҙары сирле. Ә һиңә бер нәмә лә кәрәкмәй. Егет барып еткәнсе аңлағандыр инде —табип палатанан сығып китеү менән һыпырт­ҡан...
— Бер “түңәрәк өҫтәл”дә генә барыһы тураһында һөйләшеп бөтөү мөмкин түгел. Ҡалғанын гәзит уҡыусыға ҡалдырайыҡ. Улар ҙа ҡушылһын. Һуңынан тағы осрашыр­быҙ. Ғөмүмән, ирҙәр, уларҙың һаулығы, ғаиләлә, йәмғиәттә тотҡан урыны — күптән өлгөргән мәсьәлә, социаль проблема. Әлегә һәр ҡайһыбыҙ үҙ фекеребеҙҙе төйнәп, йомғаҡлау һүҙен әйтәйек.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Кеше парлы йәшәргә тейеш. Әкиәттәрҙә “Улар бер-береһен яратты һәм бер көндә үлде” тип йомғаҡлау бар бит әле, шуның һымаҡ. Идеал ҡуйып, һәр кем шулай йәшәһә, 50 йылмы, 60-мы — айырма юҡтыр, тим. Шул маҡсат булһа, беҙгә бөгөнгө һорауҙы ҡуйырға, яуап эҙләргә кәрәкмәҫ ине.
Рәшиҙә СОЛТАНОВА:
— Беҙҙең ҡатын-ҡыҙ ир-егеттән күп талап итә. Ул бөркөт тә булырға тейеш, ул шулай, ул былай итергә бурыслы... Әммә донъя үҙенекен итә. Ирҙәрҙең һаулығы һәр ғаиләне, һәр әсәне, һәр ҡатынды, бөтә йәмәғәтселекте борсор­ға тейеш. Һәр береһенә ниндәйҙер һығымта яһарға кәрәк, сөнки башҡаса былай барып булмай. Ҡатындар 12—13 йылға оҙағыраҡ йәшәй тип иҫәпләнә. Әммә ауыл ерендә ирҙәрһеҙ көн итеп булмай. Ағинәйҙәр ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар советы менән генә донъяны матур, бөтөн итеү мөмкин түгел. Шуның өсөн атайҙар советтары булдырабыҙ, нисек тә ирҙәрҙең бәҫен күтәрергә тырышабыҙ. Мәсьәләне хәл иткәндә ҡатын-ҡыҙҙың әсә, ҡатын, ҡустыһы-һеңлеләренә апай булараҡ та әһәмиәте ҙур. Был йәһәттән ирҙәр үҙҙәре уйланырға тейеш. Ул тыуҙырҙым, өй һалдым, минең миссиям бөттө, тип донъяға ҡул һелтәп, пенсияһын да ала алмай үлеп китеүҙәре бик үкенесле. Шуға ғүмер буйы башҡарған эштәренең шатлығын, емешен, ейән-ейәнсәр­ҙәренең бәхетен күреп, оҙаҡ йәшәһен ине беҙҙең ирҙәр...
Гүзәл ВИЛДАНОВА:
— Ялған ҡиммәттәр арҡаһында беҙ ныҡ зыян күрәбеҙ. Һәр кеше тормошона үҙе шәхсән һығымта яһарға тейеш. Ауырлыҡтар килеп ҡыҫты икән, яуап эҙлә: нимәгә ошо хәлгә тарыным, нимәгә эшем юҡ, ғаиләмде аҫрай алмайым? Йәки ҡатын-ҡыҙға һорау: нимәгә һинең ирең эсә? Үҙе генә хәл итә алмаһа, барһын аҡыллыраҡ кешегә кәңәшкә. Беҙҙең халыҡта психолог тигән нәмә юҡ инде ул. Шунан һуң, “любовь — морковь”, фәлән-төгән — быларҙың барыһы ла буш нәмә. Кешелә эске тойғо булырға тейеш, эске тойғо! Ошо булмаһа, ҡыйынға төшә. Бер-береңә иғти­бар­лылыҡ мөһим: йылы ҡа­раш­ҡа ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа мохтаж.


Һөйләшеүҙе
Рәлис УРАҘҒОЛОВ алып барҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840