Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәртләндереп торҙо ҡояш та
Дәртләндереп торҙо ҡояш та Йәмле йәйҙең бер көнөндә Ҡауарҙы ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте.

Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән ололап ҡаршы алдылар. Милли кейемдәге һыбайлы егет һәм ҡыҙ оҙатыуында улар ауылдың Ҡабыҡ, Теүәш аралары вәкилдәре, Шайморатов урамында йәшәүселәр әҙерләгән һый-ниғмәттән ауыҙ итте, тормош-көнкүреш­тәре менән танышты. Шулай ҙа “шайморатовсыларға” етеүсе булманы, тиһәк тә хата түгелдер. Был урам кешеләренә ут күршеләре – Архангел районының Убалар ауылынан “Гөлнәзирә” фольклор ансамбле — килгәйне. Ҡунаҡтарҙың сығышы байрамдың бер биҙәге булды.
Ошо урамда йәшәгән оҫта Илгизәр Ғәлиндең ҡул эштәренән күргәҙмә лә ойошторолғайны. Һуңынан ҡунаҡтар Миңзилә һәм Фәнзил Сөләймәновтарҙың йортонда булды. Был ғаилә дүрт бала үҫтерә. Үҙҙәренең көсө менән ике ҡатлы иркен йорт һалып ингәндәр. Торғаны бер хан һарайы инде Сөләймәновтарҙың йорто! Хужа кеше үҙе ағас эше менән кәсеп итә: бура бурап, таҡта быстырып һата.
Дәртләндереп торҙо ҡояш таАртабан ошо уҡ урамда йәшәгән Луиза менән Азат Исмәғилевтәр йортона юлландыҡ. Сөләймәновтар кеүек, улар ҙа сағыштырмаса йәш ғаилә иҫәпләнә — өс бала тәрбиәләйҙәр. Төп шөғөлдәре — умартасылыҡ. Бәрәңге баҡсаһы урынында буйҙан-буйға умарталар теҙелешеп киткән. Ике ҡатлы йорттары зауыҡ менән биҙәлгән. Бер бүлмәне музей рәүешендә йыһаз­ла­ғандар. Бында барыһы ла боронғоса ҡулдан эшләнгән. Айырыуса эстән ап-аҡ итеп эшкәртелгән һөйән бура үҙенсәлекле йәм бирә. Боронғо һикегә ҡулдан һуғылған балаҫтар түшәлгән, стенала ла — шундай уҡ күренеш. Йәш йүкә сәскәһе хуш еҫ тарата. Эргәләге бүлмә иһә заманса итеп йыһазландырылған. Сит ил отелдәренән бер ҙә ҡайтыш түгелдер. Ҡыҫҡаһы, Сөләймәновтар менән Исмәғилевтәрҙең тырышлығына, матур итеп йәшәй белеүенә һоҡланмау мөмкин түгел.
Байрамда яугирҙәр ҙә иҫкә алынды. Ғафуриҙың хакимиәт башлығы Рәмил Бохаров, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, “Красноусол” шифаханаһы директоры Фаяз Мәжитов, тыл ветераны Тәнзилә Йәнешева Ҡауарҙы яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған обелискка гөлләмәләр һалды, бер минут тын ҡалып, батырҙарҙы иҫкә алды.
Дәртләндереп торҙо ҡояш таАртабан ҡунаҡтарҙы Мәктәп урамында йәшәүселәр, йыр-моң менән ҡаршы алып, һый-ниғмәт тәҡдим итте. Ә был арала төп байрам сараһы уҙасаҡ иркен ялан гөр килә ине. Сауҙа рәттәре, тирмәләр теҙелеп киткән, төрлө ярыштар уҙғарыу өсөн спорт майҙансыҡтары булды­рылған. Сәхнә тирәһе лә гөж килә, тирмәләр артында ҡаҙан аҫҡандар, йәш иттән боҫрап аш бешә. Егәрле еңгәйҙәр йүгерешеп самауырын борҡолдата. Күптән осрашмаған дуҫ-иштәр ҡосаҡлашып күрешә, бер-береһенең хәл-әхүәлен һораша. Олораҡ быуын йәш саҡтарында уҙғарылған ауыл һабантуйын иҫкә төшөрөп гәпләшә. Уҙған быуаттарҙа уҙғарылған һабантуйҙарҙан айырмалы, был байрамда тирмәләрҙең күплеге барыһын да хайран итте. Һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле итеп биҙәлгән. Ҡалмырҙиндар, үҙҙәренең ҡалын нәҫелдән икәнлеген күрһәтергә теләпме, тирмәне бик ҙурҙан ҡорған, шәжәрәһен дә яҙып элгән. Ғөмүмән, Ҡауарҙыла һәр ара тиерлек шәжәрәһен төҙөп, тирмә эргәһенә урынлаштырған. Зайнилбәшәровтар, Әбелғужиндар, Латиповтар, Табынғоловтар, Муллагилдиндар, Абдуллиндар, Мәжитовтарҙың тирмәләре береһенән-береһе сағыуыраҡ, матурыраҡ итеп биҙәлгән. Муллагилдиндар нәҫелендә һунарсы барлығы тирмә тышынан уҡ күренә. Айыу ҡарасҡылары, төрлө йәнлек тиреләре лә урын алған. Мәжитовтарҙың тирмәһе лә матурлығы, зауыҡлылығы менән айырылып тора. Шәжәрәләре лә бик бай йөкмәткеле.
Халыҡ тирмәләр менән танышып сыҡҡандан һуң, байрамдың тантаналы өлөшө башланып китте. Фәнил хәҙрәт Басиров Ҡөрьән сүрәләре уҡып, байрамға фатиха биргәндән һуң, тәүге һүҙҙе Ҡауарҙы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илфат Ҡужин әйтте. Ул сығышында төбәктәге ыңғай үҙгәрештәрҙе атап үтте, халыҡтың көндән-көн етешерәк йәшәргә тырышыуын билдәләне.
– Иркенләп байрам итер өсөн мөмкинлектәрегеҙ бар. Өфө эргәһендәге ҡасабаларҙыҡы ише күркәм йорттар һалып инәһегеҙ, күпләп мал аҫрайһығыҙ, умарта тотаһығыҙ. Бөгөнгө байрамдың әһәмиәте бик ҙур. Нәҫел-нәсәптең бер-береһе менән аралашыуы туғанлыҡтың ҡәҙерен нығыраҡ белергә ярҙам итә. Һоҡландырырлыҡ байрам ойошторғанһығыҙ, уңыштар һеҙгә, – тине район етәксеһе Рәмил Зәкәриә улы һәм бер төркөм алдынғыларға хакимиәттең маҡтау грамоталарын тапшырҙы.
Ауыл старостаһы Рим Насиров Ҡауарҙы тарихы менән таныштырҙы. Ғәлинур Ҡалмырҙин, ауылдаштарын ҡотлап, тыуған ауылына арнап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Артабан һүҙ ошо ауылдың арҙаҡлы уҙамандарына – Фаяз Харис улы менән Фәнил Хажигәрәй улы Мәжитовтарға — бирелде. Фаил Зәйнетдинов та, Ҡауарҙы ауылы халҡын күркәм байрамдары айҡанлы ҡотлап, хеҙмәт алдынғыларының бер төркөмөн район Советының Маҡтау грамоталары менән бүләкләне. Райондың мәғариф бүлеге начальнигы Зөһрә Әхтәмова ла ауылдаштарына изге теләктәрен еткерҙе, Ҡауарҙы мәктәбенең иң алдынғы уҡыусыларын билдәләп үтте.
Ниндәй байрам йыр-моңһоҙ булһын инде? Ошо ауылда тыуып үҫкән сәхнә йондоҙҙары байтаҡ. Ришат Ҡалмырҙиндың өҙә баҫып бейеүе, Хызыр Нәзировтың “Ҡауарҙы” йырын башҡарыуы, Нәсимә Хәмзинаның моңло йырҙары алҡыштарға күмелде. Башҡорт­остандың атҡаҙанған артисы, ошо ауыл егете Филүс Ҡалмырҙинды ла алҡышлап ҡаршы алдылар. Башҡортостандың халыҡ артисы, ошо ауыл кейәүе Рәүис Заһитов сәхнәгә сығып баҫҡас, барыһы ла геү итеп ҡалды. Уны ҡат-ҡат һорап йырлаттылар. Ә йәш сәхнә йондоҙо, ошо ауыл егете Радик Юлъяҡшинды йәштәр араһында белмәгәндәр һирәктер. Уның дәртле йырҙарына өлкәндәр ҙә бейене. Әйткәндәй, Радик Юлъяҡшин был көндө, дөрөҫөрәге, төндө, ауылдаштарына бағышлап, таң атҡансы дискотека уҙғарҙы, халыҡтың күңелен асты. Уға сәхнәләш дуҫтары, күренекле йырсылар Ғайсар Миңлеғолов, Айнур Мансуров, Ильяс Кинйәғолов, “МС Баш” та ҡушылды.
Байрамда төрлө спорт ярыштары, халыҡ уйындары ла ойошторолдо. Көйәнтәләп һыу ташып ярышыу, туҫтаҡтағы ҡатыҡ эсенән тәңкә эҙләү, тоҡ менән һуғышыу һ.б. уйындарҙа халыҡ теләп ҡатнашты. Футбол, волейбол ярыштары ла сәмле барҙы. Ир-егет араһында гер күтәреүҙә Урал Муллагилдин еңеүсе булды, Илмир Талипов менән Ирек Муллагилдин икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште. Уҡыусылар араһында гер күтәреүҙә Илсур Исхаҡов үҙенең иң көслө икәнлеген иҫбатланы, Сыңғыҙ Ниғмәтуллин – икенсе, Илназ Зөлҡәрнәев өсөнсө урынды алды. Милли көрәштә ауылдың “Ҡамыр батыр” ҡушаматлы көрәшсеһе, районға киң билдәле спортсы Рифат Исхаҡов елкәһенә тәкә һалды. Уҡыусылар араһында барған көрәштә Айтуған Абдуллин, барыһын да еңеп, икенсе тәкәнең хужаһы булды.
Дөйөм алғанда, байрам, ауыл тарихында тәүге тапҡыр уҙғарылыуға ҡарамаҫтан, бик матур һәм күңелле ойошторолдо, иң мөһиме — уның тарихи әһәмиәте ҙур булды. Бындай сара йыл да кәрәк, тип таралышты халыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 367

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840