Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауыл табиптары хайран ҡалдырҙы
Ә кешесә мөнәсәбәт түләүле дауаханала ғына буламы икән?..
Быйыл 1 августа туғандарым янына Саҡмағошҡа ҡайттым. Ҡыуанып һөйләшеп ултырғанда 63 йәшлек киленем кинәт кенә ныҡ ауырып китте. “Ашығыс ярҙам” саҡырттыҡ. Шәфҡәт туташы ултырған машина тиҙ килеп етте. Туғанымды носилка менән сығарып һалдыҡ та район дауаханаһына йүнәлдек.


Ҡабул итеү бүлмәһендә ауырыуҙы өсөнсө ҡатҡа күтәреү кәрәклеген әйттеләр, ә лифт икенселә генә асыла булып сыҡты. Ҡустым менән икәүләп (миңә — 69, уға 62 йәш) носилкала ятҡан хәрәкәтһеҙ туғанымды баҫҡыстан саҡ-саҡ күтәрҙек, эргәлә булған шәфҡәт туташы был эштә ярҙам итмәне. Өсөнсө ҡатта ауырыуҙы карауатҡа һалырға ҡуштылар, ундағы урын-ер ҡа­ралдыһы йыуа-йыуа эшлектән сыҡҡан, йыртылып бөткән ине. Беҙ түшәк итеп үҙебеҙ менән килтергән әйберҙәрҙе йәйҙек. Шәфҡәт туташы физрастворҙан башҡа бер ниндәй дарыу булмауы тураһында иҫкәртеп ҡуйҙы, ләкин кәрәк-яраҡ барлығын әйтте. Ауырыуҙың улы тиҙ генә кәрәкле дарыуҙар килтергәс, система яһанылар. Рәхмәт шәфҡәт туташына һәм булышлыҡ иткән санитаркаға!
Дауаханала дүрт сәғәт самаһы булдыҡ, ләкин дежур табипты көтөп ала алманыҡ. Мин уға телефондан ике тапҡыр мөрәжәғәт итеп ҡараным. Беренсе һорауыма ул: “Мин һеҙгә беркетелгән табип түгел”, — тип яуап бирҙе, икенсеһенә: “Бер сәғәттән булырмын”, — тине.
Тирә-яҡтағы күренештәр ҙә беҙҙең иғтибарҙы йәлеп итмәй ҡалманы. Ҡатын-ҡыҙҙар бәҙрәфе эшләмәй, анализ бирә торған таҙа махсус һауыттар урынына магазин банкалары ҡулланыла, стеналар, түбә таҡтаһы, тәҙрә уйымдары бәшмәкләгән, насар аңҡый. Был еҫ беҙҙә дауахананан киткәс тә һаҡланды. Йыуыныу раковинаһы аҫтындағы күренеште тасиурлауы ла анһат булмаҫ ине.
Беҙ ауырыуҙы өйгә алып ҡайтырға ниәтләнек, сөнки бындай хәлдә дауаханала ҡалдырыуы ҡурҡыныс (шәфҡәт туташы ҡалдырырға рөхсәт биргәйне). Беҙҙән “дауаханаға дәғүәбеҙ юҡ” тигән ҡағыҙ алдылар.
Саҡмағош район дауаханаһындағы күренештәр беҙҙе шаңҡытты. Был дауахана баш ҡаланан ни бары 100 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан...
Саҡмағоштарҙың һөйләүенә ҡарағанда, бында асылған түләүле поликлиникала табиптар бик иғти­барлы икән. Сәбәбен аңлатып тороу артыҡ булыр.

Дилара ХИСАЕВА,
“Геофизика” ғилми-етештереү берекмәһенең аспирантура бүлеге мөдире, химия фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған
уйлап табыусыһы.









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519