Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡуян ауырыуҙары һәм уларҙы дауалау алымдары
 Ҡуян ауырыуҙары һәм уларҙы дауалау алымдары Уҙған сығарылыштарҙа ҡуян аҫрау тураһында яҙғайныҡ. Бөгөн уларҙың ауырыуҙары һәм дауалау ысулдары хаҡында бәйән итмәксебеҙ. Ҡуяндарҙың да, башҡа төр хайуандар кеүек үк, үҙҙәренә генә хас ауырыуҙары бар.


Миксоматоз

Иң ҡурҡыныс йоғошло ауырыуҙарҙың береһе. Был ауыр сир күп осраҡта хайуандың үлеме менән тамамлана. Төп билдәләре — баш тиреһе шешә, ҡолаҡтары һәленеп төшә, баштың формаһы үҙгәрә. Бер үк ваҡытта күҙенең лайлалы тиреһе ҡыҙара. Ҡуян килбәтһеҙләнә һәм биш-алты көндән үлә.
Миксоматоз башҡа ҡуяндарға ла тиҙ йоға. Ауырыу хайуандарҙы шунда уҡ һуйып, тиреһен дә алмайынса күмәләр.
Уларҙың йәшәгән урынын һәм һуйған ерҙе формалин, 5 процентлы лизол иретмәһе йә иһә хлорлы эзбиз менән дезинфекциялайҙар. Тиҙәген, ситлектә ҡалған ризыҡтарын 1 метр тәрәнлектә ергә күмәләр.

Геморрагик ауырыу

Сир тиҙ үтә, ағыуланғанды хәтерләтһә лә, айырым билдәләре юҡ һәм күп осраҡта үлемгә килтерә. Уны булдырмау йәһәтенән вакцина ҡулланыу ҡарала. Хәҙер миксоматоз менән геморрагик ауырыуға ҡаршы прививка табылған. Уны ҡуяндарға ике айлыҡ саҡта 0,5 мл дозала яһайҙар. Иммунитет бер йыл буйына һаҡлана.
Ринит

Ринит, йә иһә йоғошло тымау, сөскөрөү һәм танауҙан шыйыҡса ағыу менән билдәләнә, хайуандың тән температураһы 41 градусҡа тиклем күтәрелә, ҡайһы берҙә эс китеүе күҙәтелә.
Ауырыу ҡуяндарҙы тиҙ арала икенсе бүлмәгә күсереп, ситлекте 10 – 20 % хлорлы эзбиз иретмәһе менән йоғошһоҙландыралар.
Сир тыуҙырған матдә тиҙ үлә, тик тиҙәктә — бер, ә үләкһәлә өс айға яҡын һаҡланып ҡалыуы ихтимал. Шуға ла уларҙы яндыралар.
Ауырыу хайуандың танауына көн һайын дүрт-биш тамсы 1 % фурацилин йә пенициллин иретмәһе һалалар, ашау һәм тәрбиәләү шарттарын яҡшыр­талар. Профилактика маҡсатынан айына биш тапҡыр аҙыҡҡа биолицин (25 процентлы) ҡушырға ла мөмкин. Дауалағанда уның дозаһын икеләтә арттыралар.
Һуңғы 20 көн дауамында танауынан шыйыҡса аҡмаһа, ҡуян һауыҡҡан тип һанала, ләкин улар ауырыу сығанағы булып ҡала әле.

Йоғошло стоматит

Был сирҙең төп билдәһе — ауыҙҙан шайыҡ ағыу. Күп осраҡта 20 — 90 көнлөк хайуандар ауырый.
Телдең лайлалы тиресәһе, танау эсе ҡыҙара, унан был урындарҙа аҡ ҡуныҡ, шешектәр барлыҡҡа килә, шыйыҡса нығыраҡ аға.
Стоматитты тәүҙән үк дауа­лай башлаһаң, хай­уан ике-өс көн эсендә тулыһынса һауыға. Ауыҙ эсен ошо арауыҡта 2 процентлы баҡыр купоросының һыуҙағы иретмәһе менән йыуалар.
Ошолай ҙа дауалап була: ярты таблетка стрептоцидты иҙеп, ауырыу хайуандың ауыҙына һибергә. 8-10 сәғәттән һуң тағы ла ҡабатларға. Йомшаҡ аҙыҡ биреү һәм бер-ике ҡалаҡ әсегән һөт эсереү ҙә дауалау процесына ҡарай. Ситлекте формалин йә зәһәр натр ме­нән эшкәртеү мотлаҡ. Әгәр ҙә ике аҙна буйына ауыҙынан һеләгәй аҡмаһа, шешҡолаҡ һауыҡҡан тигән һүҙ.

Мастит

Инә ҡуяндарҙа йыш осрай торған йоғошло сирҙәрҙең береһе. Күп осраҡта имеҙә башлау менән барлыҡҡа килә. Елен ҡыҙара, ҡата һәм яра менән эренле шештәр барлыҡҡа килә. Был сиргә юл ҡуймаҫ өсөн ҡуяндарҙы таҙа тоторға, иҙәнгә һалам, бесән йәйергә кәрәк. Сир үҫешһә, хайуан­ды һуйыу яҡшыраҡ.

Кокцидиоз

Кокцидиоз сиренең билдәләре: шешҡолаҡтың аппетиты булмай, тиҙ ябыға, лайлалы тиресәһе аҡ төҫкә инә, эсе китә, ашҡаҙаны күбә.
Әлегә ауырыуға ҡаршы көслө саралар табылмаған. Уны булдырмау өсөн ошо ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк: ситлектең иҙәне таҡтанан булһын; тағараҡтарҙы даими таҙартыу; 10 көн һайын ситлекте эҫе һыу менән йоғошһоҙландырыу; ҡуҙаҡлыларҙы, көрпәне күп бирмәү.

Спирохетоз

Ауырыу аталанғанда бар­лыҡҡа килә. Спирохетоз аҙыҡ аша йоға. Ауырығанда ата йә иһә инә ҡуяндың енси ағзаһы ҡыҙара, шешә, унан шыйыҡса аға башлай. Ҡанлы шештәр хасил була. Ауырыуҙың бер нисә йыл дауам итеүе мөмкин, шулай ҙа тулыһынса һауығыу менән тамамланыуы ла ихтимал. Сиргә юл ҡуймаҫ өсөн һәр аталаныуҙан һуң йәнлектәрҙең енси ағзаларын тикшереп торалар.

Ҡысынма

Сир талпандан йоға. Шеш ҡолаҡтарҙың аппетиты юғала, ябыға. Ҡутырҙы скипидар менән ныҡ итеп сылаталар, кипкәс, пинцет менән алып, банкаға йыйып яндыралар. Дүрт-биш көн үткәс, дауалауҙы ҡабатларға кәрәк. Ситлекте, һауыт­тарҙы йоғошһоҙландырыу мотлаҡ. Был маҡсаттан 5 про­центлы криолин иретмәһе ҡулланалар.

Йоғошһоҙ сирҙәр

Йоғошһоҙ сирҙәргә ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын индерергә мөмкин. Әгәр ҙә ҡуяндың балаларына һөт етмәһә, улар аҡрынлап аҙыҡ ашай башлай. Аш һеңдереү ағзаларының лайлалы тиресәһендә яралар хасил була, ашҡаҙаны менән эсәге шешә. Сирҙең билдәләре — тиҙәк лайлалы, шыйыҡ булып сыға, ашҡаҙаны күбә.
Дауалау маҡсатынан ҡуяндарҙы 12-20 сәғәт дауамында ас тотҡас, әҙләп кенә йомшаҡ аҙыҡ бирә башлайҙар.
Иң яҡшыһы — ҡатнаш аҙыҡты бешкән картуф менән бутап биреү.
Артабан ошондай дауалау үткәрәләр:
— эс ҡатҡанда — 3-5 грамм глаубер йә карлсбад тоҙо, йә иһә 1-1,5 балғалаҡ кастор майы ашатыу, һабынлы йылы һыу менән клизма яһау. Унан һуң һоло төнәтмәһе йә кишер бирергә кәрәк;
— эс күпһә (тимпания), 5-8 мл 10 процентлы ихтиол иретмәһе менән эсен ыуырға һәм ситлектән сығарып йөрөтөргә;
— эс китһә, көнөнә бер-ике тапҡыр синтомицин (0,1 г) һәм имән ҡайырыһы төнәтмәһе (бер-ике балғалаҡ) эсерәләр.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840