Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый
Ҡаҙ ҡанаты  ҡаурый-ҡаурый Көҙ – баҡсаларҙы ғына түгел, һарай тирәһен дә ҡышҡылыҡҡа әҙерләү осоро. Кемдер яңыһын төҙөп бөтөргә ашыҡһа, бәғзеләр булғанын нығыта, йылыта. Был мәлдә тағы бер яуаплы эш бар: ҡоштарҙан, мал-тыуарҙан нәҫелгә ниндәйен ҡалдырырға, ҡайһыһын һуғымға һимертергә ҡуйырға.


Беҙгә йыш ҡына ҡаҙҙар тура­һында яҙыуҙы һорап мөрәжәғәт итәләр. Бөгөн уларҙың тоҡомона туҡталырбыҙ. Нәҫелгә ҡалдырыр алдынан, бәлки, шәхси хужалыҡта аҫраласаҡ тоҡомға иғтибар итеү кәрәктер.
Ҡытай тоҡомло ҡаҙҙар бик боронғо тип иҫәпләнә. Уны ғалим­дар шеш маңлайлы ҡырағай ҡаҙ­ҙарҙан барлыҡҡа килгән тип һанай. Беҙҙең илдә киң таралған һәм күп урындағы тоҡомға нәҫел биргән улар. Ҡан­дары кубань, переяслав, холмогор, линда тоҡомлоларҙа бар.
Был ҡаҙҙар аҙмы-күпме аҡ таптар менән аралаштырылған ҡара-һоро төҫтә. Баштары ҙур һәм оҙонса, маңлай өлөшөндә “шеш” бар. Муйыны — “аҡҡоштоҡо”. Кәү­ҙә­һе йо­морт­ҡа формаһында, күк­рәге — йомро. Тере инә ҡош­тарҙың ауырлығы 4 – 4,5 килограмм тарта, ата ҡаҙҙыҡы 5,5 килограмға етә. Уртаса 45 – 70 йомортҡа һала, ләкин инәләрҙең 10 проценты ғына йомортҡа баҫа. Йоморт­ҡаның яҡынса 80 проценты бәпкә сыға­рыуға һәләтле.
Һуңыраҡ айырым тоҡом булып киткән кубанлылар ҡытай тоҡомло ҡаҙҙарға бик оҡша­ған, сөнки ҡытай менән линда тоҡомлоларҙы ҡат­наш­тырыу һөҙөмтәһендә барлыҡ­ҡа кил­гәндәр.
Ромен атамалыһы Украинаның Ромны ҡалаһы исеменән алынған. Был тоҡом урындағы ҡаҙҙар ни­геҙендә сығарылған. Уларҙың баштары уртаса ҙурлыҡта, муйыны ҡыҫҡа, ҡалын, күкрәктәре киң. Кәүҙәһе ҡыҫҡараҡ, әммә киң. Тере ауырлыҡтарына килгәндә, инә ҡаҙ 4,5 – 5,7 килограмм тартһа, ата ҡаҙ 6,5 килограмға етә. Йомортҡаны аҙыраҡ (20 – 30) һалһа ла, инә ҡаҙҙарҙың 70 проценты ояға ултыра һәм йомортҡаның яҡынса 75 процентынан бәпкә сыға.
Балсыҡ төҫлө владимир тоҡомлолар холмогор менән тулуза ҡаҙҙарын ҡатнаштырыу һөҙөмтә­һендә барлыҡҡа килгән. Был ҡоштар сифатлы ите менән дан алған. Ҡаҙҙар эре, оҙонса кәүҙәле, киң күкрәкле. Тағы бер үҙенсәлеге — йомортҡаны күп һалалар. Уртаса ауырлыҡтарына килгәндә, инә ҡаҙ 6 – 6,5 килограмм тартһа, ата ҡаҙ 7 – 7,5 килограмғаса етә. Ләкин баҫыу һәләте юғары түгел, йоморт­ҡаларҙың яҡынса 50 процентынан ғына бәпкә сыға. Был ҡаҙҙар хәҙер аҙ ҡалған һәм күберәк махсус фермаларҙа, фабрикаларҙа ғына аҫрала.
Рейн тоҡомлолары Германияла барлыҡҡа килгән. Аҡ төҫтәләр, баштары ҙур түгел, муйындары уртаса оҙонлоҡта, күкрәктәре киң. Инә ҡоштарҙың ауырлығы — 5,6 – 6, аталарыныҡы 6,5 килограмм тарта. Йылына 45 – 50 йомортҡа һалып, уларҙың 70 процентынан бәпкә сыға. Ләкин инә ҡаҙҙарҙың 10 проценты ғына баҫырға ултыра.
Был тоҡомло ҡоштарҙың ите бик сифатлы. Улар шулай уҡ бауыры өсөн аҫрала. Ныҡ һимерткәндә бауыры 400 грамға саҡлы етә.
Тулуза тоҡомло ҡаҙҙар Фран­цияның Тулуза ҡалаһы эргәһендә сығарыла. Бик хәрәкәтсән түгел, шуға һимеҙ булалар. Башҡа ҡаҙҙар һымаҡ көтөүлек тә, алыҫтағы йәшел үләндәр ҙә ымһындырмай уларҙы. Йылыны бик яраталар, һыуыҡты ауыр үткәрәләр. Был тоҡомло ҡоштар күпселек ит өсөн аҫрала. Инә ҡаҙҙарҙың ауырлығы — 6 – 8, аталарыныҡы 7 – 10 килограмға етә. Барлығы 30 – 40 йомортҡа һалыуға һәләтлеләр. Шуларҙың 60 процентынан бәпкә сыға тип иҫәпләнә. Ләкин инә ҡаҙҙар баҫырға ултырмай, йоморт­ҡалар инкубаторға ҡуйыла. Ике айлыҡ бәпкәнең ауырлығы 4 кило­грамға тиклем тартыуы мөмкин, ә һимертелгән ҡаҙҙың бауыры 500 грамға етә. Тулуза ҡаҙҙары нигеҙендә Францияла тағы ла ланд тоҡомо сығаралар. Беҙҙең илгә ул 1975 йылда индерелә. Шулай уҡ бауыры өсөн тотола, уның ауырлығы 720 грамғаса тарта.
Линда тоҡомо беҙҙең яҡтарҙа ла йыш осрай башланы. Хужа­лар­ҙы айырыуса уның ҙурлығы ымһын­дыра. Бик тиҙ үҫәләр, ике айлыҡ бәпкәләр 4 килограмм тарта. Был ҡоштарҙы икенсе төрлө горький ҡаҙҙары тип тә йөрөтәләр. Тәүҙә ҡытай менән урындағы тоҡомдо ҡушыу һөҙөмтәһендә алһалар, һу­ңы­нан, бауырын ҙурайтыу маҡса­тында, ланд ҡаҙҙары ҡанын ҡу­ша­лар. Ә итен тәмләтеү, ма­мығының сифатын арттырыу өсөн адлер, арзамас ҡаҙҙары ҡанын өҫтәйҙәр. Һөҙөмтәлә ит һәм мамыҡ ҡаҙы барлыҡҡа килә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518