Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өфө икән, өлгө булһын
Өфө икән, өлгө булһын Быйылғы кәңәшмә яңы асылған “Sheraton” отелендә уҙҙы, уның барышын мәктәптәрҙә онлайн-режимда ҡа­рау мөмкинлеге лә булды. “Мәктәпкәсә, дөйөм һәм өҫ­тәмә белем биреүҙең интеграцияһы” тип аталған был сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов, Юғары уҡыу йорттары рек­тор­ҙары советы рәйесе Раил Әсәҙуллин, мәғариф ида­ра­лығы, уҡытыу ойошмалары вәкилдәре, педагогик ­хеҙмәт ветерандары, ата-әсәләр йәмғиәте ағзалары ҡатнашты.
Республиканың дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу сифатлы белем биреүҙе ныҡлы ойоштороуға ла йү­нәл­телгән. Һандар теле менән әйткәндә, Өфө ҡала­һындағы балалар баҡсаларына 55 мең бала йөрөй. Урын мәсьәләһе көн ҡаҙағына һуҡмай тиерлек. Әле Дим, Октябрь, Калинин райондарында биш яңы балалар баҡ­са­һы төҙөлә. Дөйөм белем биреү системаһында 130 ойошма иҫәпләнә, уларҙа 100 меңдән ашыу бала уҡый. 2015 йылда 95 мәғариф ойошмаһына капиталь ремонт эшләнгән. Учреждениеларҙың 78,5 процентында – инеү­ҙе күҙәтеү системаһы, 81 процентында видео­күҙәтеү көйләнгән. Һәр белем усағы юғары тиҙлекле Интернет, электрон китаптар, программалар, аңды үҫтереүсе уйындар тупланмаһы менән тәьмин ителгән. “Бер уҡыусыға – бер компьютер” принцибы буйынса йыһазландырылған мобиль һәм предмет кабинеттары булдырыла. Белем алыу процесында уҡыусылар шәхси электрон ҡорамалдарын да ҡуллана аласаҡ.
Август кәңәшмәһе барышында, атап үтелгән мәғлү­мәттәрҙән тыш, юғары уҡыу йорттарының белем биреү кимәле, ундағы уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталығы ха­ҡында ла телгә алынды. Атап әйткәндә, Өфө дәүләт авиация техник университеты ҡарамағындағы 153-сө ли­цейҙың алдынғы һөҙөмтәләре миҫалында фекерҙәр яңғыраны, һәр юғары уҡыу йортоноң билдәле бер мәктәп менән тығыҙ бәйләнештә тороуы мөһим тигән теләк-тәҡдимдәр ҙә булды.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов үҙ сығышында: “Өфөнөкө булыу ғына яҡшыраҡ икәнлекте аңлатмай, баш ҡалала ла үҙ етешһеҙлектәре осрап тора,” – тип белдерҙе. Салауат Тәлғәт улы баш ҡала уҡытыусыларын камиллыҡҡа, юғары һөҙөмтәләргә ынтылырға саҡырҙы, сөнки тап уларҙан район, ауыл мәктәптәрендәге мәғариф хеҙмәткәрҙәре өлгө ала.
Ҡаланың мәғариф системаһындағы кадрҙар мәсьә­ләһенә килгәндә, быйыл Өфөләге белем усаҡтарына былтырғыға ҡарағанда 30-ға күберәк, йәғни йәмғеһе 192 йәш белгес эшкә килгән. Баш ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова һүҙ­ҙә­ренсә, заманса белем биреүҙе ойоштороу өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған, ә төп маҡсат – әлегәсә өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе тағы арттырыу.
Кәңәшмәлә уҡытыу процесын ойоштороу, эшмә­кәр­лекте камиллаштырыу, яңылыҡтарҙы үҙләштереү мәсьә­ләләре хаҡында һөйләшеүҙән һуң мәктәп-гим­на­зияларҙың алдынғы уҡытыусыларын тәбрикләү тан­танаһы уҙҙы. Ә телгә алынған тәҡдим-кәңәштәр белем усаҡтарына таратылып, артабанғы эшмәкәрлектә ҡулланыласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511