Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Алыҫтағы ҡояш Ҡеүәттәрең һинең ифрат сикһеҙ,
Нишләтһә лә инде эшләтә,
Асыуланған тулҡын менән бергә
Ағып китте һалам эшләпә... —
тигән юлдарҙы яҙырға насип булды һәм башҡа ваҡытта уяуыраҡ булыуҙы иҫкәртте лә кеүек беҙҙең һымаҡ асығауыҙҙарҙы.
Шулай итеп, Айгөлгә атаһы бүләк иткән фотоаппарат сафтан сыҡты, тиҙерәк йү­нәтеү сараһын күрергә тип, тейешле иғлан буйынса мастерҙарҙан ҡаратып та маташтыҡ, әммә ул ҡабат эшләмәне. Шуныһы үкенесле: иҫтәлекле урындарҙа төшкән тотош кадрҙар юҡҡа сыҡҡан ташҡын ҡамауы аҫтында. Йә ярай, уныһына ғына түҙерлек, донъяла әллә ниндәй үкенестәр ҙә була әле...
Һанаулы ғына көндәр үтә лә китә шул. Инде ҡайтыр ваҡытыбыҙ яҡынлашып килгәндә, тағы ла бер күңелле экскурсияға барырға мәлебеҙ етте. “Күңелле” тип әйтеүемдең үҙенә күрә сәбәбе бар: үҫемлектәр донъяһына матур сәйәхәт булды һәм күңелдә мәңгегә уйылып ҡалды, онотолманы һәм иҫтән сыҡмаҫ та... Ожмах еренә аяҡ баҫҡандай тояһың үҙеңде. Хәйер, Ҡырым үҙе лә торғаны ожмах инде, уйлай китһәң, шулай ҙа был баҡса башҡа бер баҡсаға ла оҡшамаған һәм оҡшамаҫ та һымаҡ.
Күргәндәребеҙ әҙ булһа ла, күңел донъ­ябыҙға берәй биҙәк өҫтәгәндер, матурлыҡ тыуҙырғандыр, тигән өмөттәмен. Бөтә донъяға даны таралған “Никитский” ботаник баҡсаһы тураһында ине һүҙем. Ниндәй генә үҫемлектәр, ағастар, сәс­кәләр үҫмәй бында! Ялтанан теплоход менән икенсе ярға килеп сығаһың да, тау башына, ожмах баҡсаһына үрмәләп менәһең, әлбиттә, баҫҡыстар буйлап... Күтәрелә-күтәрелә арып та китәһең, шулай ҙа баҡса менән таныша башлауҙан бөтә арыу-талыуҙарың юҡҡа сыға. һәр төр ағасҡа, үҫемлеккә айырым ер бүленгән бында, экскурсовод күрһәтеп, һөйләп бара теге йәки был үҫемлектең, ағастың ҡайҙан килтерелгәнлеге һәм нисек климатҡа яраҡлашыуы тураһында. Бына бамбуктар эргәһендә туҡталдыҡ. Ҡаты, һынмай торған сифаты арҡаһында нәҙегерәк­тәренән саңғы таяғы яһайҙар, халыҡ кәсептәрендә матур-матур сувенирҙар яһауҙа ла ҡулланыла, ти.
Күҙҙе ныҡ ҡамаштырғаны, әлбиттә, сәскәләр! Әллә ниндәй эпитеттар килтер­һәң дә, бер ни менән дә сағыштырып булмайҙыр ул гөлдәр нәфислеген! Беҙ, ҡатын-ҡыҙ, һоҡланып, яратып ҡабул иткән раузаларҙың ниндәй генә төрө юҡ! Ғәжәп нескә донъя! Һоҡланыуҙың һәм матур­лыҡтың сиге бармы икән ул?! Күрәһең, юҡтыр, сөнки матурлыҡ тыуа, кешене һоҡландыра, әле беҙ ҙә ошо гүзәллекте булдырған, ошо йәмде үрсеткән баҡса хеҙмәткәрҙәренең ябай күренгән, әммә үҙенсәлекле лә, ҡатмарлы ла эшенә мөкиббән булып йөрөйбөҙ. Экскурсия аҙағында ошонда уҡ фотоға төшөрҙөләр, ярты сәғәттән яһап та бирҙеләр. Күңе­лебеҙгә хуш килгән рауза майҙары менән һөртөнөп, был изге урынға рәхмәттәр яуҙырып, текә баҫҡыстар буйлап беҙҙе көткән теплоходҡа йүнәләбеҙ.
Йәйҙең иң эҫе көндәренең береһендә яр буйында, ҡырсынташтар менән ҡайма­ланған ерҙә, ҡыҙынып ятабыҙ. Ап-аҡ теплоходтар, катерҙар, үҙҙәре артынан тулҡындар йәйелдереп, тегеләй-былай йөрөп тора. Ярҙан өҫтәрәк бер урында төрлө йүнәлештәргә билет һатыла. Ул тиклем ҙур сираттар булмаһа ла, касса эргәһендә бер ваҡытта ла өҙөклөк күренмәй: көн һайын халыҡ унда эркелешеп бара һәм шундай уҡ энтузиазм менән диңгеҙгә сәйәхәткә сығып китә.
Ҙур һынау яратҡан кешеләргә хөрриәт инде бында! Ана бит, курорт миҙгелендә кәсеп иткәндәргә лә бик уңайлы: һәр сәғәтен, һәр минутын файҙаланып, ал-ял белмәй эшләй улар. Диңгеҙ байлығы — балыҡтар — менән һатыу итәләр, оло биҙрәләрен тултырып алып, көнө буйы яр буйын ҡыҙыралар. Билдәле, уларҙы аяҡтары туйҙыра, шуға ла бер туҡтауһыҙ һөрәнләп: “Кому креветки, кому креветки?” тип, әленән-әле эргәңдән уҙып торалар. Был беҙҙең өсөн ҡыҙыҡ та, ғәжәп тә күренә. Береһе үтеү менән икенсеһе алдында пәйҙә була, тағы ниҙер тәҡдим итә. Әле бына ҡымыҙ һатыусы Ҡырым татары туҡтаны. Ғәжәпләнеүем тағы ла көсәйҙе: ошондай ҙур ҡалаларҙа ла беҙҙеке кеүек милли эсемлек барҙыр, тип һис тә уйла­мағайным. Беҙ Айгөл менән Ҡырым татарҙары бешкән эсемлектән ауыҙ иттек. Әлбиттә, һәйбәт уларҙың ҡымыҙы. Шулай ҙа, үпкәләмәһендәр, беҙҙеке нисектер үҙенсәлеклерәк, тәмлерәк кеүек тойолдо. Һәр хәлдә, был — минең шәхси фекерем, берәү ҙә уны инҡар итә алмай. Һуңынан үҙебеҙҙең милли башҡорт ҡымыҙы тураһында уйландым. Уның даны борон-борондан таралған булған бит. Бөйөк урыҫ классиктары Л.Н. Толстой, А.П. Че­хов ғаиләһе менән беҙҙең Башҡорт­останыбыҙға дауаланырға килгән һәм урындағы халыҡ менән аралашып йәшәгән, сихәт һәм рухи ҡәнәғәтлек алып ҡайтҡан. Һуңыраҡ “Ҡырым ҡымыҙы” тигән шиғырым яҙылды, унда үҙемдең күңел кисергән тойғоларҙы сағылдырырға тырыштым.
Кешелек донъяһы, ер йөҙө, әлбиттә, ғәжәп бай, үҫемлектәр, йәнлектәр, хайуандар, балыҡтары менән тағы ла күркәмерәк, йәмлерәк, йәнлерәк. Әгәр ҙә ошо тереклек юҡҡа сыҡһа, Ер йөҙө ниндәй булыр ине икән? Уйлауы ла ҡурҡыныс. Океандарҙа, диңгеҙҙәрҙә дельфиндары, киттары, хатта акулалары ла йөҙөп торһа, күҙ ҡамаштырғыс төрлө-төрлө балыҡтары уйнаҡлап, көтөүе-көтөүе менән йөрөһә, йәшәйештең биҙәктәре, ҡыҙыҡтары мәңге бөтмәҫ тип әйтке килә.
Дельфиндарҙы үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр ошонда, Ялта ҡалаһынан ситтәрәк урынлашҡан дельфинарийҙа, күрҙем. Уларҙың шундай ҙа аҡыллы зат икәненә һоҡландыҡ. Был турала киноларҙан ҡарап та, китаптарҙан уҡып та белә инек, әлбиттә. Бындағы тамашаны ҡарағандан һуң, берсә һоҡланыу, берсә ҡыҙғаныу, йәлләү тойғолары кисерҙек. Кеше бойороғо менән нимә генә эшләмәй улар... Һыу эсендә бейеүҙәре, шарҙарҙы сеткаға дөрөҫ ырғытыуҙары һ.б. сығыштары беҙҙең кеүек тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы. Йәлләүемдең сәбәбе шул: диңгеҙҙәрҙе, океандарҙы үҙ иткән ҙур балыҡтарға бындағы тулы бассейндарҙа, әлбиттә, тарыраҡ. Киңлек, тағы ла киңлек кәрәк дельфиндарға!
Ике төрлө уй ҡамауында әйләнеп ҡайттыҡ торған еребеҙгә. Ни генә уйлаһаҡ та, дельфинариумда булғандан һуң, күңелебеҙ ниндәйҙер яҡтылыҡ, еңеллек хистәре менән тулышып, был тормоштоң гүзәллегенә тағы бер ҡат инандыҡ.
Ярҙағы көндөҙгө тормош үҙе лә геүләп торған диңгеҙгә оҡшаған. Халыҡ ағымы туҡталмай һис тә. Яр буйын биҙәгән беседкаларҙа, эскәмйәләрҙә буш урын юҡ: килеп торалар, китеп торалар, һәр кеше үҙенә мауығыу таба бында. Ана, кемдер тауис менән фотоға төшә, арыраҡ бер ир быуар йыланды муйынына ураған! Аҡса һыҙырыр өсөн нимә эш­ләмәйҙәр, ә! Ә тротуарҙан китеп барғанда ниндәй генә хушбуй еҫтәре эйәрмәй үҙеңә. Шәхси павильондар асылған, йәнең теләгән парфюмды һатып ала алаһың. Ҡала ситендәрәк шашлыҡ менән һатыу иткән кафелар ҙа осраштыра. Бөтә төр еҫтәр таралған бында: диңгеҙҙең үҙенә генә хас наҙлы һалҡын еле ниндәйҙер сәскә еҫтәре менән аралашып, айырым бер кәйеф тыуҙыра һәм, әлбиттә, әлеге мәлдә Ҡырымда, Ялтала йөрөп ятҡаныңа ышанаһың...
Көндөҙ генә түгел, ҡай сағында кискә табан йөрөп килеү ҙә ғәҙәткә инеп китте. Сөнки киске һиллектә диңгеҙ ҙә шымыраҡ шаулай, ял итеп ятҡан кешегә оҡшаған ул, тулҡындары көндөҙгө кеүек дәһшәтләнеп бәрелмәй, йыуашайып ҡала, һыуы ла йылыраҡ. Кемдәрҙер тап ошо ваҡытта һыу инергә ярата. Кемгәлер йылы, ә икенсе берәүгә һыуыҡ кәрәк — аңлап ҡара һин кешеләрҙе...
Яр буйы буйлап йөрөй торғас, бер көндө фотоһүрәттәр күргәҙмәһенә юлыҡ­тыҡ. Ғәжәп бай, ҡыҙыҡлы. Диңгеҙгә, диңгеҙҙә йәшәгән кешеләргә бағышлан­ғайны ул. Мине бер фото үҙенә ылыҡ­тырҙы, яҡыныраҡ килеп ҡараным. Йәйге эштәрен бөтөрөп, ҡышҡылыҡҡа ял итергә туҡтаған караптар ине улар. Ҡайһы саҡта йәнһеҙ әйберҙәрҙең дә (был осраҡта “йәнһеҙ” тип әйтеү урынһыҙ ҙа һымаҡ) кеше яҙмыштары менән оҡшаш булыуы уйландырҙы мине. Унлап карап бер рәткә теҙелгән һәм эргәләрендә — капитандары! Моңһоулыҡ һәм ниндәйҙер эске тулҡынланыу һағышы биләп алды мине. Ғәжәп түгелме ни? Төрлө яҙмышлы ке­шеләр, ошо арымаҫ-талмаҫ караптар һымаҡ, тормош тулҡынында сайҡала: кемдер ғүмере буйы шашҡан тулҡындар шикелле айҡашып йәшәй, кемдер диң­геҙ­ҙәрҙә тыуған штормдарға оҡшап, дауылдарҙы еңеп, бирешмәйсә һаман алға табан йөҙә, кемдер, зым-зыя килеп, онтаҡтарға әйләнеп юҡҡа сыға. Һәр кемдең үҙ яҙмышы, үҙ ғүмере, үҙ баһаһы, үҙ тәғәйенләнеше бар шул был ерҙә...






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 050

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 415

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 947

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 853

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 595

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 206

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 430

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 400

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 309

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 497