Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шатмантамаҡ ҡурғандары ни һөйләй?
Шатмантамаҡ ҡурғандары ни һөйләй? Райондың Шатмантамаҡ ауылы янындағы кукуруз яланында Силәбе археологтары ҡаҙыныу эшен башлағандан бирле урындағы халыҡ, айырыуса тарихсылар һәм тирә-яҡты өйрәнеүселәр яңылыҡ көтә — бындағы ҡурғандар ысынлап та сер һаҡлаймы?
Беҙ барып төшкәндә, осо-ҡырыйы күренмәгән кукуруз баҫыуының бер мөйөшөндә археологтар ең һыҙғанып ҡаҙыныу эше менән мәшғүл ине. Бер таш ярсығын да иғтибарһыҙ ҡалдыр­мау, тупраҡтың һәр үҙенсәлеген күҙ уңында тотоу, табышыңдың бәләкәй генә өлөшөн дә һаҡлап алып ҡалыу, ай-һай, еңел түгел.
— Кәйефегеҙ нисек? — тип ҡы­ҙыҡһынабыҙ егеттәрҙән.
— Яҡшы. Эштәрҙе теүәлләп тә барабыҙ инде.
— Ысынлап та боронғо ҡурған һаҡ­ланғанмы был ерҙә? — тип һораныҡ экспедицияның етәксеһе, тарих фәндәре докторы, профессор Александр Таировтан.
— Ҡурғандар тиһәк, дөрөҫөрәк бу­лыр. Был ерҙә уларҙың дүртәү икән­леге билдәле. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, әле берәүһен таба алманыҡ. Ҡал­ғандарын өйрәнәбеҙ.
Шатмантамаҡ ҡурғандары ни һөйләй?— Нәҡ ошо ерҙә ҡурғандар барлы­ғын ҡайҙан белдегеҙ?
— 1886 йылда уҡ билдәле археолог Игнатьев үҙ хеҙмәттәрендә ошо ауыл янында дүрт ҡурған убылыуы хаҡында яҙып ҡалдыра. Һуңынан был мәғлүмәт “Уфимские губернские ведомости” гәзи­тен­дә лә баҫылып сыға. Һуңғы йыл­дарҙа әлеге ҡурғандар менән ныҡлап ҡыҙыҡһынғандар бул­ды. Әммә археологик ҡаҙыу эштәренә беҙҙең төркөм йөрьәт итте.
— Һөҙөмтә бармы һуң?
— Бында ниндәйҙер билдәле кеше­нең ерләнеүе ихтимал. Әле уның һөлдәһен таптыҡ. Бынан тыш, өс төрлө көршәк ярсығына юлыҡтыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡурғандар “ҡара ҡаҙыныусылар” тарафынан таланған. Хатта бер генә тапҡыр ҙа түгел. Кем белә, бәлки, был көршәктәрҙә ҡиммәт­ле таштар ҙа булғандыр. Бөгөн иһә ба­рын һаҡлап ҡалып, тикшереү үткәреү мөһим. Кемдең ерләнгәне, ҡасан гүр эйәһе булғаны хаҡында антрополог­тарҙың экспертизаһынан һуң ғына һүҙ йөрөтөргә мөмкин.
— Ә һеҙ был ҡурғандарҙы ниндәй быуатҡа ҡарай тип күҙаллайһығыҙ?
— Ошоғаса беҙҙең эраға тиклемге IV – III быуаттар тип уйлап йөрөй инем. Хәҙер иһә, көршәк ярсыҡтарына ҡа­рап, бының тағы ла боронғораҡ, хатта беҙҙең эраға тиклемге X – IX быуатҡа тура килмәйме икән тигән шик бар. Ғөмүмән, бындай ҡәберлектәр – тарих өсөн ҙур хазина. Иң мөһиме – уларҙы ваҡытында табып, өйрәнеү. Әлеге ҡурғандар ҙа биш-алты йылдан бөтөн­ләй юҡҡа сығыр ине. Уйлап ҡарағыҙ: был баҫыу өҫтөндә бит бихисап техника эшләй, яҙлы-көҙлө ер әллә нисә тапҡыр эшкәртелә.
— Урындағы халыҡ һеҙҙең ниәте­геҙҙе аңлап ҡабул иттеме?
— Ысынын әйткәндә, беҙҙе әлеге экспедицияны үткәреүгә Миәкә райо­ны­ның тирә-яҡты өйрәнеүселәре Ил­гиз Йәһүҙин, Сабир Ғүмәров һәм Зәй­нул­ла Насиров дәртләндерҙе. Уларҙың саҡырыуы буйынса килдек. Форсаттан файҙаланып, Шатманта­маҡ ауылы халҡына, Елдәр ауыл хакимиәтенә, “Урал” ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Зөфәр Әһлиуллинға рәхмәт еткерәбеҙ. Әйт­кән­дәй, тәүге мәлдә ҡаҙыныу эштә­рендә Елдәр, Ҡырғыҙ-Миәкә мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары ярҙам итте. Ғөмүмән, был яҡтарҙа бик ихлас, ҡунаҡсыл халыҡ йәшәй. Бер айҙан ашыу булдыҡ, ауыл халҡы һөт-ҡаймаҡтан, бал-майҙан өҙмәне.
Ғөмүмән, был төбәк ҡомартҡыларға бай һәм шуның менән тарихсыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Хәтере­геҙҙә­лер, бынан бер нисә йыл элек археологтар билдәле кешеләрҙең боронғо ҡәберлектәренә юлыҡҡайны инде. Мәҫәлән, урындағы тирә-яҡты өйрә­неү­селәр Ҡырғыҙ-Миәкә янында табылған исемһеҙ ҡәберлектә Себер­ҙе яулап алған казак атаманы Ермак ерләнгән тип бара. Бәлки, Шатман­тамаҡ ҡурғанын тағы ла билдәлерәк кеше төйәк иткәндер...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518